

Йыһазландырыу. Проектор, ноутбук, Я. Хамматовтың фотоһүрәте, китаптарынан күргәҙмә, ватманға төшөрөлгән таблица.
Уйын барышы:
Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар! Беҙ һеҙҙең менән күренекле романсы Яныбай Хамматовтың «Салауат» романын уҡыныҡ. Бөгөн ошо роман буйынса йомғаҡлау дәресе буласаҡ. Дәресебеҙҙе «Үҙ уйының» телетапшырыуы формаһында үткәрергә тәҡдим итәм. Уйынды башлайыҡ (командалар таблица буйынса тема һәм мәрәй һайлай).
|
1. Тормош юлы
|
10 |
20 |
30 |
50 |
|
2. Ижады
|
10 |
20 |
30 |
50 |
|
3. Романдары
|
10 |
20 |
30 |
50 |
|
4. «Салауат» романы
|
10 |
20 |
30 |
50 |
|
5. Пенталогияһы
|
10 |
20 |
30 |
50 |
Һорауҙар:
20 – Ҡайҙа уҡый? (ШМАС (школа младших авиационных специалистов), йәғни кесе авиация белгестәре мәктәбен тамамлай; КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ партия мәктәбендә уҡый (1954); 1956 йылда Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педогогия институтын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай.)
30 – Иң тәүге эшләгән урыны? (15 йәшенән Үрге Әүжән алтын приискыһында эшләй.)
40 – Я. Хамматовтың балаларының исемдәре нисек? (Мөхәмәт, Азамат, Әминә, Фәриҙә, Гүзәл.)
20 – Автобиографик әҫәрҙәрен атағыҙ. («Хәсрәтле бала саҡ», «Тормош һабаҡтары», «Әҙәбиәт һуҡмағында».)
30 – Баҫылмаған повесть-фаразы нисек атала? («Арҡайым».)
40 – 1989 йылда баҫылған повесы нисек атала? («Ҡаһарманлыҡ».)
20 – Дилогияһы нисек атала? («Төньяҡ амурҙары».)
30 – Нисә роман яҙған? (17)
40 – Ниндәй әҫәре өсөн С. Юлаев премияһы бирелә? («Бөртөкләп йыйыла алтын» пенталогияһы.)
20 – Рус ғалимдары И.И. Лепехин һәм П.И. Рычков башҡорттарға ниндәй маҡсат менән килә? (Ыласын балаларын табырға һәм уларҙы эйәләштерергә.)
30 – Романда ниндәй ихтилал башлыҡтарын телгә алыу тыйылған? (Ҡараһаҡал, Батырша.)
40 – Ат сабышы бәйгеһендә Лепехин үҙенә ниндәй асыш яһай? (Сабыш аттарын эйәрләргә ярамай. Эйәр, нисек кенә нығытылһа ла, артҡа шылып, сабып барған атҡа ҡамасаулай. Осалары ышҡылмаһын өсөн йомшаҡ кейеҙ тегелгән.)
20 – Самородокты кем таба? (Ғәйзулла.)
30 – Тәүге өс роман буйынса төшөрөлгән 4 сериялы фильмдың режиссеры кем? (Асҡар Әмир улы Абдразаҡов.)
40 – «Алтын бөртөкләп йыйыла» романы тәүге тапҡыр нисәнсе йылда һәм ниндәй журналда баҫылып сыға? (1965 йылда, «Ағиҙел» журналында.)
Супер-уйын
«Ҡара ҡумта»ла нимә ята?
Иғтибар! Һорау: «Салауат» романында, ыласын балаларын ауларға юлға сыҡҡанда, Лепехиндың атының ярһыуына нимә сәбәпсе була? (Ҡыр сусҡаһы күненән тегеүле муҡсаның, ямғырға ебеп, ҡырағай йыртҡыс тиреһе еҫен аңҡытыуы.)