Сорғотта ла үҙебеҙҙекеләр!

Ханты-Манси автономиялы округында 36 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Сорғотта ла яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Башҡорттарҙы берләштереү, йолаларҙы һаҡлау, туған телде өйрәнеү, яҡташтарҙың аралашыуын һаҡлау йәһәтенән Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусыһы Гөлсирә Камил ҡыҙы Әбдрәшитова ең һыҙғанып эшләй. Ул Атайсалынан алыҫ йәшәгән милләттәштәребеҙ менән тығыҙ аралаша, тел байлығын өләшә, рухи байлыҡтарын арттыра. Журналыбыҙҙың тоғро дуҫы үҙҙәрендә үткән саралар тураһында ла яҙып ебәрә. Яңыраҡ яҡташыбыҙға Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исеме бирелде. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Сорғотта ла үҙебеҙҙекеләр!Сорғотта ла үҙебеҙҙекеләр!
Сорғотта ла үҙебеҙҙекеләр!

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рухи ныҡлыҡ теләйбеҙ!

Сорғотта ла үҙебеҙҙекеләр!
Сорғотта ла үҙебеҙҙекеләр!
Сорғотта ла үҙебеҙҙекеләр!
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас