Тамара Ғәниева шиғриәте

 Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры үҙенең ғүмер байрамын билдәләй. Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен!

Тамара Ғәниева шиғриәтеТамара Ғәниева шиғриәте
Тамара Ғәниева шиғриәте

Ҡор


Табындарҙа урын баҫҡыс-баҫҡыс,


Ҡул йыуҙыра бәғзе. Йәш әле.


Түрҙәгегә башлап тотторалар


Ит табағын, һурпа кәсәһен.

 


Табындарҙа ырыу мәртәбәһен


Яулағандар йырға дәрт итһә,


Ҡушылмайҙар уға.


Кем уйлана.


Кем йәшереп кенә йәш һөртә.

 


Табындарҙа күберәк аҡһаҡалдар


Вәғәз һөйләй. Фәһем бирерлек.


Түрҙән түбәндәрәк ултырғандың


Аң-уйына үтеп инерлек.

 


Табындарҙа ризыҡ сираты бар:


Һоғондорош, һурпа ҡоротлап.


Уйын-көлкө бер аҙ, иң һуңынан


Ултыралар оҙаҡ сәй уртлап.

 


Ана шундай ғәҙәт, ҡағиҙәләр


Юғалдиһә – илдең ҡото юҡ.


Йөрәктәрҙең төпкө уты юҡ.


Сыр яланғас күңел.


Ни барыһы


Бүҫелерлек сиктә тамаҡ туҡ.


Донъяһының никтер хуты юҡ.

 


Икәү бит ул


Йылҡы малы бәйҙә йүнкемәй ул,


Биктә торған аттар талсыға.


Елеү елен һағынып сайҡай ялын,


Аяғүрә йоҡлап төн сыға.

 


Биктә торған аттар булмаҫ саптар,


Иркенлектер – аттың хыялы.


Күкрәгендә сәм ҡабына бары,


Тамғалаһа ерҙе тояғы.

 


Онотмаһын аттар кешнәүҙәрен,


Төңөлмәһен берүк ҡомарҙан.


Донъя тотҡалары икәү бит ул:


Береһе – саптар, береһе – уҙаман.

 


Ҡарттар йорто


Йәшәү менән үлем ғәмәлдәре –


Фәлсәфәнең, буғай, иң ауыры.


Ике төшөнсәнең тар күпере –


Ҡарттар йорто.


Сират коридоры.

 


Әллә күккә, әллә ергә тамған


Ҡараштарҙың бында һүрән нуры.


Метрономдай саңҡый сәғәт уғы.


Ҡарттар йорто –


Сират коридоры.


Тәҙрә төптәрендә яран гөлдәр,


Япраҡтары сырхау.


Тупраҡ ҡоро.


Яңаҡтарҙа тәрән ғүмер һыры –


Ҡарттар йорто.


Сират коридоры.

 


Миңә бында урын табылырмы,


Ҡарттар йорто – сират коридоры?


Тартып алыр, бәлки, Аллаһ бабай


Турынан-туры ғына,


Турынан-туры...

 


Был шиғырым...


Һинең хаҡта түгел был шиғырым,


Һинең хаҡта түгел уй-хыял.


Яҙмаҫтайға ашҡыныуҙар тамам,


Яҙмағандар – үрҙә. Идеал.

 


Беҙгә тимәгәне күп инде ул,


Ҡарап туймаҫ, тик буй етмәҫлек.


Нәфсе һуҙмауға мин күптән күнгән,


Йәнем бикле, ым да үтмәҫлек.

 


Һинең хаҡта түгел йырҙарым да,


Илауҙарым ҡай саҡ аунаҡлап.


Мин һағынам бары бер май төнөн,


Сирень сәскәләрен ҡосаҡлап.

 


Тупһабыҙға кемдер түшәп китте,


Быуындарға төшә шул хәтер.


Ана шулар, бына нисә йылдар


Тәҙрә сиртә һәр яҙ нишләптер.

 


Шуға ғына минең күңелем тула,


Шул сирендәр генә илата.


Һулымай торған гөлдәр була икән,


Наҙ шыбырлай һәр яҙ аулаҡта.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас