Фатиха алып Бабичтан ...

Яңыраҡ Силәбе ҡалаһының Шәйехзада Бабич исемендәге милли китапханала иҫтәлекле, эшлекле һәм ижади осрашыу-экскурсия булып уҙҙы.

Фатиха алып Бабичтан ...Фатиха алып Бабичтан ...
Фатиха алып Бабичтан ...

Силәбе башҡорттарына юл Бабич китапханаһынан башлана, тиҙәр. Сөнки халҡыбыҙҙың рухын һаҡлаған был тарихи йорт ата-бабалар баҡҡан ергә ҡот таратыусы, нур сәскән мәҙәниәт һәм мәғрифәт усағы булып ҡала.  Унда тупһанан үткәс тә, мәңге йәш Шәйехзада үҙе, быуаттар төпкөлөнән һынсыл ҡараш ташлап «Хуш килдегеҙ, туғандар», тигәндәй ихлас ҡаршы ала.

120 йыллығын билдәләгән Бабич китапханаһы менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты осрашты. «Башҡорт теле грамматикаһы» хеҙмәте авторҙашы, ғалимә Раушания Абдулхай ҡыҙы Солтаҡаева етәкләгән ғәжәп шәп студенттар сәфәр ҡыла. Мәғрифәтле йәштәр тарих утрауҙарын байҡай-байҡай, күңел даръялары кисә.

Заманса һулыш алған китапханала Наталья Николай ҡыҙы Быкова үҙе ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап ҡыҫҡа, әммә үтә йөкмәткеле экскурсия уҙғарҙы. Конференц залда күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышыу осрашыуҙы йәнләндерҙе. «Сәсәндәр мәктәбе» сатҡыһы, йәш сәсәниә Зөлфиә Абдуллинаның «Бер тигәс тә ни яҡшы?» тигән ҡобайыр ҡойоуы рухи йәм, үҙе бер йәнле һабаҡ булды.

Беҙҙе, силәбеләрҙе, Сосновка районы Сиреүсе урта мәктәбен уңышлы тамамлап әле шул алдынғы ижади ҡарашлы йәштәр – аҡмулласылар сафында Гөлназ Мортазин исемле өмөтлө студентка булыуы икеләтә һөйөндөрә.

Был шатлыҡлы осрашыу күңелдәргә ысын рухи байрам төҫө бирҙе. Әйтерһең дә, оло юлда дәртле Бабич менән олпат Аҡмулла олатай күреште.   «Духовный мир челябинских башкир» тигән өр-яңы антология, аҫыл шағирә Фирҙәүес Бәширова хаҡында «Живая легенда современности» тигән китап һәм Силәбе өлкә башҡорттары ҡоролтайы нәшер иткән «Развитие этнокультурного образования в Челябинской области» ғилми йыйынтыҡ – халыҡ күңеленә сәфәр ҡылған өмөтлө эҙәрмәндәргә яҡшы бүләк булһын!

Ҡамса МОРТАЗИН,                                                                                                       

Автор фотолары.   

Фатиха алып Бабичтан ...
Фатиха алып Бабичтан ...
Фатиха алып Бабичтан ...
Фатиха алып Бабичтан ...
Фатиха алып Бабичтан ...
Фатиха алып Бабичтан ...
Фатиха алып Бабичтан ...
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас