

Рәсәйҙең 72 төбәгендә туған телдәр буйынса үткәрелгән был сараның әһәмиәте сикһеҙ ҙур. Ул һәләтле балаларға өсөн үҙ белемен күрһәтергә тура юл аса. Ил кимәлендәге олимпиаданың масштабы, географияһы ла йылдан йыл киңәйә бара. Биш йыл элек, башланып торған саҡта, был сарала республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 300-ләп уҡыусы белемен һынаһа, быйыл онлайн этапҡа 800-гә яҡын уҡыусыларҙан яуап алынған. Федераль олимпиада ике этапта үтте. Беренсеһе – һайлап алыу этабы дистанцион рәүештә Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты платформаһында ойошторолдо. Йомғаҡлау этабында 346 уҡыусы Өфө фән һәм технологиялар университетында ҡатнашты. Шуларҙан 80 уҡыусы иһә еңеүселәр рәтендә.
Туған тел буйынса үҙ белемен һынау өсөн оло бәйгегә сығырға йөрьәт иткән уңған балаларға ҡарап, күңел шатлана. Уларға эштәренең матур һөҙөмтәләрен күреп, уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа һөйөндө. Өфө фән һәм технологиялар университетда олимпиада еңеүселәре һәм призлы урын яулаусылар өсөн бүләк рәүешендә бик матур һәм ылыҡтырғыс шарттар ҡаралған:
– Тәүгеләрҙән булып ошо олимпиадаға ҡушылдыҡ. Ул саҡта 6 уҡыу йорто ҡатнашһа, хәҙер иһә 48. Был олимпиада тик беҙҙең университтетта ғына үтә. Өфө фән һәм технологиялар университетында олимпиада еңеүселәре һәм призлы урын яулаусылар өсөн бүләк рәүешендә яҡшы шарттар ҡаралған: «Филология» һәм «Педагогия» йүнәлштәренә имтиханһыҙ уҡырға инеү һәм йыл дауамында айына 60 000 һум стипендия алып уҡыу. Шулай уҡ ҡунаҡхана тибындағы дөйөм ятаҡта ике кешелек бүлмәлә йәшәү ҡаралған. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларыбыҙға рәхмәтебеҙ сикһеҙ! – тине ул.
– Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы. Факультеттың I курс башҡорт-ҡытай бүлеге студенты, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, үҙе лә былтырғы Федераль олимпиада еңеүсеһе Миләүшә Дусиева эпостан өҙөк һөйләп ишеттерҙе. II курс башҡорт-инглиз төркөмө студенты Юлай Әбсәмов ҡурай моңдарын бүләк итте. III курс студенты Әлиә Йәнбирҙина «Төш бейергә йыры» һәр кемде дәртләндерҙе.
Үҙ телендә иркен һөйләшкән, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарын белгән, тарихын үҙләштергән, ынйылай балҡып торған ошо уҡыусыларыбыҙ киләсәктә республикабыҙҙың алдынғы йәштәре булыр, телебеҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, уны киң даирәлә танытыу өсөн үҙ көсөн йәлләмәҫ һәм тырышлығын һалыр, тип ышанабыҙ.
Фото: com