Уңдыҡ һинән, уңдыҡ, аҡһаҡал!

Г.И. НОҒОМАНОВА, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусыһы     Аннотация Бөтә төр уҡыу йорттары өсөн тәҡдим ителгән методик эшкәртмәлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына нигеҙләнеп, йәш быуынды китапҡа һәм ижадҡа йәлеп итеү проблемалары күтәрелә. Автор шағирҙың үҙ‑үҙенә, халҡы‑ на биргән «Уңды микән минән бүтәндәр?» тигән һорауына төрлө мәҙәниәт өлкәләренән (әҙәбиәттән, сәнғәттән, студенттар ижадынан һ.б.) яуап эҙләй.

Уңдыҡ һинән, уңдыҡ, аҡһаҡал!Уңдыҡ һинән, уңдыҡ, аҡһаҡал!
Уңдыҡ һинән, уңдыҡ, аҡһаҡал!
Инеш

Методик эшкәртмәлә күтәрелгән проблема уҡытыуҙың төп критерийы булып тора, сөнки ниндәй генә өлкәлә булыуға ҡарамаҫтан, белем алыу китаптан башлана. Уҡылмаған китап – асылмаған күҙ кеүек, уның серен уҡымайынса белеп булмай.

Әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу юғалып барған осорҙа йәш быуынды китапҡа йөҙ менән бороу, әлбиттә, ауыр мәсьәлә. Шулай ҙа башҡорт теле дәрестәрендә һәм кластан тыш был йүнәлештә өҫтәлмә эш алып барыуҙы бер кем дә сикләмәй. Уны оло әҫәр эсенән бәләкәй проблема эҙләү алымы менән башҡарып була. Мәҫәлән, бер генә миҫал: йәйгелеккә студенттарға Мостай Кәримдең «Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ» повесы йөкмәткеһе буйынса «Ни өсөн Аҡйондоҙ менән Мәрәһимде халыҡ хурламаны ла, хупламаны ла?», «Әҫәр‑ ҙә кемдәр үҙ яртыһын тапҡан тип уйлайһығыҙ?» кеүек һорауҙарға яуап яҙып килтерергә ҡушыла. Һөҙөмтәлә төплө генә фекерҙәр тыуа.

Тәҡдим ителгән методик эшкәртмә Мостай Кәримдең үҙенә, халҡына биргән һорауына яуап эҙләүгә ҡоролған. Материалдар билдәле бер тәртиптә урынлашҡан. Иң тәүҙә, һүҙ, өлгө була‑ раҡ, шағирҙың ҡәләмдәштәренә би‑ релә. Уларҙың фекере Ирек Кинйәбулатовтың шиғыр юлдарында бик ғорур яңғырай:

Күрҙе донъя йырҙар йыһанында

Шундай бейек башҡорт осҡанын,

Шундай улы тыуып уңды халҡым,

Уңды һинән Башҡортостаным.

«Китап» нәшриәтенең бөйөк шағир менән йәштәш булыуы ла, китапханаларҙың уның әҫәрҙәре менән тулыуы ла осраҡлы түгелдер, моғайын.

Рус егете Егор Сургановтың Мостай Кәримдең «Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса төшөрөлгән кинофильмда Әсҡәт ролен уйнауы, шулай уҡ уның Австралиянан беҙҙең менән скайп аша саф башҡортса әңгәмәләшеүе күп нәмә тураһында һөйләй.

Шағирҙың балалыҡ дуҫы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Фәриҙә Ҡудашеваның хәтирәләре, М. Кәрим һүҙҙәренә яҙылған

«Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» йыры ки‑ сәне тағы ла тулыландыра.

Маҡсатҡа ярашлы, былар барыһы ла беҙҙең ижадҡа һәләтле студенттарға ҙур этәргес булды. Улар үҙҙәре өсөн яңы аҙым эшләне – яҙыусылар менән бер рәттән, Мостай Кәримдең үҙ‑үҙе‑ нә, халҡына биргән һорауына яуап бирергә баҙнат итте.

Маҡсат: мәҙәниәттең төрлө өл‑ кәләренә байҡау яһау; шағирҙың әҫәрҙәре менән таныштырыу; уның ижады аша әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү; һәләтле йәштәрҙе ижадҡа йәлеп итеү.

Йыһазландырыу: Мостай Кәримдең китаптары күргәҙмәһе, инша‑рефераттар, студенттарҙың шиғырҙары, мультимедиа презентацияһы.

Кисәлә М. Кәримдең «Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса төшөрөлгән кинофильмда Әсҡәт ролен уйнаусы йәш актер Егор Сурганов (скайп аша), Стәрлетамаҡ ҡала телевидениеһынан

вәкилдәр, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнаша.

Сара барышы

Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым. Минән уңды микән бүтәндәр?

М. Кәрим 1‑се алып барыусы. Бөйөк Еңеү байрамын билдәләгән көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ленин һәм СССР Дәүләт премиялары лауреаты, күренек‑ ле әҙип Мостай Кәримде бөтә башҡорт иле, башҡорт әҙәбиәте оло хөрмәт менән иҫкә ала.

Бөгөнгө әҙәби кисә лә тотошлайы менән яратҡан яҙыусыбыҙға, исеме халыҡ күңеленә уйылған әҙипкә ар‑ нала.

2‑се алып барыусы. Кәримов Мостафа Сафа улы 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районының Келәш ауылында тыуа. Уның «Отряд ҡуҙғалды» исемле тәүге йыйынтығы баҫылып сығыуға ла 77 йыл ғүмер үтеп киткән... Ошо ярты быуаттан артыҡ осорҙа ижад иткән әҫәрҙәре – драматургиямы ул, шиғриәтме, прозамы, иң башта геройҙарының йәмғиәттәге вазифалары йәки хеҙмәт баҫҡыстары менән түгел, ә үҙенсәлекле донъяһы, рухи сағылышы менән айырылып тора.

(Автор уҡыуында «Уңдым» шиғыры­ ның аудиояҙмаһы тыңлана).

1‑се алып барыусы. Кисәбеҙҙең эпиграфы итеп халыҡ шағирының

«Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым. Минән уңды микән бүтәндәр?» тигән һүҙҙәре алыныуы ла юҡҡа түгел, сөн‑ ки әҙиптең был үҙ‑үҙенә биргән һо‑ рауы.

2‑се алып барыусы. Әйҙә, бөгөн беҙ, студенттар, ошо һорауға яуап эҙләйек. Беренсе һүҙҙе әҙиптең ҡәләмдәштәре, йәғни яҙыусы‑шағирҙар фекеренә, уларҙың әҫәрҙәренә бирәйек. (Хәйруллина Розалия И. Кин­йәбулатовтың «Уңдыҡ» шиғырын һөй­ләй. Кинйәбулатова Гөлсирин «Ил Мостайын һөймәҫ йән булмаҫ!» тигән А. Игебаевтың М. Кәрим тураһындағы хәтирәләре менән таныштыра. Ҡо­тоева Азалия яҙыусы Тимерғәле Кил­мөхәмәтовтың Мостай Кәрим тура­һындағы яҙмаһынан күңелдәргә үтеп инерлек юлдарын һөйләй.)

1‑се алып барыусы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тураһында ҡәләмдәштәренең фекерҙәрен Ихсан Әхтәмйәновтың Мостай Кәримдең үҙенә лә, ижадына ла һоҡланып яҙылған дүрт юллыҡ шиғыры менән тамамлағым килә:

Ҡыҙ урлауҙа ер шарында

Мостай рекорд ҡуйған, тиҙәр.

Ул әле лә ҡорҙаштарын

Шул һөнәргә ҡыҫтай, тиҙәр,

 Үәт, ҡартаймаҫ Мостай!  тиҙәр.

2‑се алып барыусы. Тағы ла бер һоҡланғыс күренешкә иғтибар итәйек: Мостай Кәримдең шағир булараҡ формалашыуында Башҡортостан

«Китап» нәшриәтенең эшмәкәрлеге ҙур урын алып тора. Шағирҙың тәүге китабынан алып һуңғыһына тиклем бөтәһе лә иң элек үҙебеҙҙә баш‑ ҡорт телендә донъя күргән.

Был, бер яҡтан ҡарағанда, тәбиғи ҙә кеүек: әҙәбиәтебеҙҙең оло уҙаманы 1919 йылда тыуған һымаҡ, «Китап» нәшриәте лә 1919 йылда ойошторола. Әйтерһең, яҙмыш ҡына түгел, тарих үҙе шулай хәл иткән: ергә шағир тыу‑ ған, шағир менән бергә нәшриәт тә

uchbash.rbsmi.ru

барлыҡҡа килгән, сөнки китапһыҙ яҙыусы юҡ, яҙыусыһыҙ нәшриәт тә йәшәй алмай.

Ваһапова Луиза. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре республикала һәр кемгә таныш. Уның китаптары булмаған бер генә китапхана ла юҡтыр, моғайын. Беҙҙең Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы китапханаһында ла уның китаптары би‑ хисап. Унда төрлө әҙәби кисәләр, конференциялар үткәрелә, хатта яҙыусының үҙе менән осрашҡан ваҡыттар ҙа булды. Мостай Кәрим‑ дең китаптары – беҙҙең китапхананың тулы кәштәләре генә түгел, беҙ уҡыған уҡыу йортоноң йәме лә ул.

1‑се алып барыусы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим – прозаик та, шағир ҙа, публицист та, драматург та. Бына нисәмә йылдар уның драма әҫәрҙәре сәхнә түр‑ ҙәренән төшмәй: актерҙар яратып уйнай, ә тамашасылар хайран ҡалып ҡарай.

2003 йылда Башҡортостанда М. Кәримдең «Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса кино төшөрөлдө. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – ошо кинола Кендектең дуҫы Әсҡәт ролен уйнаусы егет – Егор Сурганов!

Егор дүрт йәштәр тирәһендә Краснодар өлкәһенән ата‑әсәһе менән күсеп ҡайта. Ул бәләкәйҙән үк үҙ тиҫ‑ терҙәренән зирәклеге менән айырылып тора. Район һабантуйҙарында рус телендә бер юлы һигеҙәр йыр башҡарғанда Егорға ни бары бишенсе йәш кенә була әле. Ул шулай уҡ тиҙ арала өләсәһе, уҡытыусыһы ярҙамында башҡорт телен яҡшы өйрәнеп ала.

Район бәйгеләрендә, шулай уҡ республиканың «Бишек» конкурсында дипломант исемдәрен яулай.

Актер Егор Сурганов скайп аша ки­ ноға төшөүе тураһында ҡыҫҡаса һөйләй, һорауҙарға яуап бирә.

«Оҙон­оҙаҡ бала саҡ» әҫәренән өҙөк сәхнәләштерелә.

2‑се алып барыусы. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Ғабдулла Туҡай исемендәге премия лауреаты Фәриҙә Ҡудашева үҙенең балалыҡ дуҫы Мостай Кәрим тураһында шулай уҡ йылы хәтирәләрен ҡалдырған. Ул үҙенең ауылдашы һүҙҙәренә яҙылған «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» йырын оло ихласлыҡ менән башҡарған. (Фәриҙә Ҡудашева башҡарыуында Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» йырының аудиояҙ­ маһы тыңлана).

1‑се алып барыусы. Беҙҙең Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри коллед‑ жында «Ҡаурый ҡәләм» исемле әҙәби түңәрәк эшләп килә. Уның етәксеһе – филология фәндәре кандидаты, БР мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Хөкүмәте гранты эйәһе София Фәрит ҡыҙы Кәримова. Хәҙер һүҙҙе ижади төркөмдөң етәксе ярҙамсыһы Ғәфүро‑ ва Каринаға бирәбеҙ. Ул «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәге эшмәкәрлеге тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһар. (Сығышты тың­ лайҙар.)

2‑се алып барыусы. Бөгөнгө кисәгә йәш шағирҙар үҙ күстәнәстәре менән килгән. («Ҡаурый ҡәләм» ижади төр­ көм ағзалары халыҡ шағирының һора­ уына яуап итеп, үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыйҙар.)

Уңдыҡ, шағир

Уңдыҡ, шағир, уңдыҡ аҡылыңдан,

Заманалар ауыр, буталсыҡ,

Талантыңдан, оҫта һүҙеңдән,

Әхлаҡһыҙлыҡ хөкөм һөргәндә,

Кеселеклек­кешелеклегеңдән,

Бик ашыҡтың, яҙмыш, алып киттең,

Ысынбарлығың – үҙеңдән!

Кәрәк ине әҙип бөгөн дә.

Рәхмәт әйтһәм, аҙ булыр ҙа кеүек,

Һин күптәрҙән уңған булһаң әгәр,

Һүҙ барғанда Әҙип хаҡында,

Ә беҙ  күптәр  һинән уңғандар.

Даныбыҙҙы илттең ҡитғаларға,

Иманыбыҙ камил, киләсәктә 

Елдәй елеп ижад атында,

Уңасаҡтар тыуыр быуындар,

Шулай булғас, уңды халҡың да.

Кинйәбаева Лиана
Оло инәйең әйткәндер, моғайын

Оло инәйең әйткәндер, моғайын:

«Һәр бер өйҙөң йәме» булһын балам,

Иртә таңдан торған кешеләр –

Ҡото булһын илдең, тигәндер.

Бәхетлеләр улар, Хоҙай иртән

Инәйеңдең теләге ҡабул булып,

Бәхет тарата ул өлөшләп.

Шуға иртән иртә торғанһың да,

Үҙе эстән генә юрағандыр:

Өлөштән мул шуға тейгәндер.

«Өлөшлө лә булһын балам, тип,

Юрағаны юшҡа килгән икән:

Ҡояш кеүек булһын  яҡтыртһын ул,

Юғалмаҫлыҡ йырҙар яҙғанһың,

Йылытһын, тип бөтә ғаләмде.

Аҙашмаҫлыҡ юлдар ярғанһың да,

Кешеләргә, самаһына ҡарап,

Усаҡ яғып алдан барғанһың – Күпме кәрәк, ҡоштар осорһон.

Юйылмаҫлыҡ эҙҙәр һалғанһың.

Мәхрүм генә ҡала күрмәһендәр 

Күҙ уңында тотһон барыһын.

Ғәфүрова Карина
Батыр шағирға

(Фәйрүзә Ҡотлогилдина һөйләй.)

Тыуған илкәйен данлап,

Маҡтап йырҙар йырлаған,

Дошман килгәс, яу сапҡан,

Мылтығын ҡулға алған,

Ҡәләмен ташламаған,

Ғүмерен аямаған 

Башҡорт улы Мостайҙыр

Ере өсөн йырлайҙыр.

Күпте күргән донъяла:

Утты­һыуҙы кисергән,

Яҙмышына зарланмай,

Халҡына ул еткергән

Һүҙен – күңел йылыһын,

Башҡорт улы Мостайҙыр

Халҡы өсөн йырлайҙыр.

Ғәҙеллеккә саҡырған,

Дуҫлыҡты өҫтөн ҡуйған,

Матурлыҡты данлаған,

Мең йәшәр аманаты –

Гел балҡыр ижад уты.

Тоғро ҡалыр антына,

Хеҙмәт итер халҡына,

Башҡорт улы Мостайҙыр

Иле өсөн йырлайҙыр.

М. Кәримдең «Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым. Минән уңды микән бүтәндәр?» – тигән һорауына яуап (Мөхәмәтҡолова Ләйсән һөйләй.)

Шикләнмә лә, шағир, уңдыҡ һинән...

Шикләнмә лә, шағир, уңдыҡ һинән:

Сәсән һүҙе менән өндәштең.

Беҙгә  күпме быуаттарға етер

Өгөт бирҙең, аҡыл өләштең.

Кешеләргә, самаһына ҡарап,

Күкрәгеңдән ҡоштар осорҙоң,

Тик шулай ҙа ҡошһоҙ тороп ҡалған

Ғәмһеҙҙәргә ҡарап бошондоң.

Яуҙарыңдан Еңеү алып ҡайттың

Ҡырҡ бишенсе йылдың майында.

Ергә шаулап­гөрләп яҙ килгәндә,

Япраҡ ярған саҡта ҡайындар.

Ошоларҙы әгәр онота ҡалһаҡ,

Ғәфү итмәҫ беҙҙе үткәндәр.

Үҙең күп нәмәнән уңған кеүек,

Уңды һинән, шағир, бүтәндәр.

«Ҡоштар осорам» шиғырына яуап

(Г.Ғ. Әлимбаева һөйләй.)

Мәшәҡәттәр аяҡ аҫты тулы,

Сыҡмаһам да эштең осона,

Сығып ултырҙым да, күккә баҡтым,

Өмөт итеп Мостай ҡошона.

Ҡайһы ҡошто миңә ебәргәндер,

Аныҡ ҡына әйтә алмайым.

Вайымһыҙлыҡ  миңә ят күренеш,

Ҡошһоҙ ғына тороп ҡалмайым.

Барыһын да ҡабул иткем килә:

Ҡарағошто, торна, кәкүкте,

Таңда өҙөлөп һайрар һандуғасты,

Аҡ күгәрсен – яҡты өмөттө.

2‑се алып барыусы. Хөрмәтле ҡунаҡтар, дуҫтар, Мостай Кәримдең кисә башында бирелгән «Уңды микән минән бүтәндәр?» – тигән һорауына ниндәй яуап ала алдыҡ? (Залдан шиғыр формаһында яуап би­релә.)

Һин күптәрҙән әгәр уңған булһаң,

Ә беҙ  күптәр  һинән уңғандар.

Иманыбыҙ камил: киләсәктә

Уңыр һинән тыуыр быуындар.

1‑се алып барыусы. Шулай итеп, хушлашырға ла ваҡыт етте, барығыҙға ла бәхет‑шатлыҡ юлдаш булһын!

2‑се алып барыусы. Иҫәнлек‑һаулыҡ, һәр яҡлап уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас