Юбилейығыҙ менән остаз һәм ғалим!

Хөрмәтле остаз, педагогик хеҙмәт ветераны, филология фәндәре кандидаты, доцент Ғәлийән Ғәйнетдин улы Ҡаһарманов ошо көндәрҙә күркәм юбилейын – 80 йәшен билдәләне. Юбиляр 1946 йылда Ейәнсура районы Үрген ауылында тыуған, урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетында юғары белем ала.

Юбилейығыҙ менән остаз һәм ғалим!Юбилейығыҙ менән остаз һәм ғалим!
Юбилейығыҙ менән остаз һәм ғалим!

1969 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтына эшкә саҡырыла. Хеҙмәт юлын вузда башлай һәм 45 йыл шунда эшләй. Башҡорт тел ғилеменең лексикология, терминология бүлектәрен тәрәндән өйрәнә, монографиялар яҙа. Ҡатыны Мәрйәм Шәйхислам ҡыҙы ла мәғариф өлкәһенә тоғро хеҙмәт итә.

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы коллективы исеменән Ғәлийән Ғәйнетдин улын ихлас күңелдән ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, ғаилә именлеге, бәрәкәтле, иманлы тормош юлы теләйбеҙ.

Сығанаҡ: Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡтағы башҡорт филологияһы төркөмөнән.

Юбилейығыҙ менән остаз һәм ғалим!
Юбилейығыҙ менән остаз һәм ғалим!
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас