«Нимә» менән «нәмә» араһында айырма бармы? (Оҫталыҡ дәресе)

Г.Ф. ДӘҮЛӘТБАЕВА, Благовещен ҡалаһының М.А. Киняшов исемендәге 6‑сы мәктәбе уҡытыусыһы     Маҡсат: паронимдарҙы дөрөҫ ҡулланыу телмәр мәҙәниәте аспекттарының береһе булыуын аңлатыу. Бурыстар: башҡорт телендәге паронимдарҙы дөрөҫ ҡулланыу өсөн бирелгән эш алымдары менән таныштырыу; телмәрҙә пароним иштәрҙе бутамаҫҡа өйрәтеү; һүҙлек запасын тулыландырыу; тел серҙәренә төшөндөрөү.

«Нимә» менән «нәмә» араһында айырма бармы? (Оҫталыҡ дәресе)«Нимә» менән «нәмә» араһында айырма бармы? (Оҫталыҡ дәресе)
«Нимә» менән «нәмә» араһында айырма бармы? (Оҫталыҡ дәресе)
Дәрес барышы
  1. Актуалләштереү, проблемалы һорау ҡуйыу.
  • Хөрмәтле коллегалар, бирелгән һөйләмдәргә иғтибар менән ҡарағыҙ. Ниндәй хата күрәһегеҙ?
  • Ул һиңә нәмә тине? Берәй нимә әйттеме?
  • Нәмә тиһен? Бер нимә лә әйтмәне. (Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар фекерҙәрен әйтә.)
  • Әлеге һөйләмдәрҙә паронимдар бутап бирелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай хаталар башҡортса яҡшы һөйләшкән милләттәштәребеҙ телмәрендә лә ишетелә. Паронимдарҙы нисек бутамаҫҡа? Был турала бөйөк ғалимыбыҙ Жәлил Кейекбаев былай тип яҙған: «Башҡорт теле өсөн был һорау алмаштарының «нимә» һәм «нә мә» формалары икеһе лә дөрөҫ һанала. Ләкин уларҙың һәр береһенең ҡулланыу урыны бик ныҡ айырылған. Уның ҡағиҙәһе бик ябай: һорау алмаштарының алдында билдәһеҙлекте белдергән бер, берәй (күп йәки аҙ, әҙ) һүҙҙәр торһа, һорау алмашы һәр ваҡыт «нәмә» формаһында килә. Әгәр инде бер, берәй һүҙҙәре булмаһа (йәғни башҡа бөтә хәлдәрҙә) «нимә» алмашы ҡулланыла».

Шулай уҡ башҡорт телендә әйберҙе белдергән «нәмә» һүҙе бар икәнен дә оноторға ярамай. Был турала ла иҫкәртә Жәлил Ғиниәт улы: «Бынан тыш башҡорт әҙәби телендә, шулай уҡ йәнле һөйләү телендә «нәмә» һүҙе әйбер мәғәнәһендә лә йыш ҡулланыла...».

II.  Төп өлөш.

Паронимдар (грекса: рага – эргә...) тип әйтелештәре буйынса яҡын булған, ләкин мәғәнәләре яғынан бер-береһенән айырылған этимологик тамырҙаш һүҙҙәргә әйтәләр. Үҙҙәренең төп билдәләре буйынса паронимдарҙы икенсе төрлө эргәләш һүҙҙәр (термин профессор К.Ғ. Ишбаевтыҡы) тип тә атарға мөмкин.

Килеп сығышы буйынса паронимдар ике төркөмгә бүленә:

  1. Төп башҡорт һүҙҙәренән булған пароним иштәр: бейек – бөйөк, берләм – берҙәм, нимә – нәмә, беренсе - беренсел, үҙсәнлек – үҙенсәлек, иҫ – еҫ – ыҫ, туған – тыуған, таман – тамам, һөйөклө – һөйкөмлө, иреү – эреү, ҡорал – ҡорамал, ағын – ағым, тәгәрәү – тәгәрләү, оҙон – оҙаҡ, яуын – яуым, осор (ваҡыт) – осар (ҡоштар) һ.б.
  1. Үҙләштерелгән паронимдар: мәҡәл – мәҡәлә, миҫал – мәҫәлән, ғибрәт – ғибәрәт, ғазап – аҙап, мәрхүм – мәхрүм, рухи – рухани; абонент – абонемент, идеал – иде‑ аль, генерал – генераль, график – графика, диалекталь – диалектик, эффектлы – эффектив, капитал – капиталь, минерал – минераль, инициал – инициаль, финал – финаль, персонал – персональ, техник – техничка һ.б.

Паронимдарҙың барлыҡҡа килеүе һәм таралыуы – йәнле процесс һәм ул хәҙер ҙә дауам итә. Уҡыусыларға был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатып, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү бик мөһим. Дәрестәрҙә үтҡәрелгән төрлө күнегеүҙәр ярҙамында паронимдарҙы еңел айырырға мөмкин.

Практик өлөш.

  1. Дөрөҫ һүҙбәйләнештәр төҙөү.

Төп башҡорт һүҙҙәренән паронимдар:

туған – тыуған (тел, яҡ);

һалмаҡ – һәлмәк (хәрәкәт, төйөнсөк);

берләм – берҙәм (халыҡ, юл).

Рус теле аша башҡа телдәрҙән ингән паронимдар:

идеал – идеаль (минең, таҙалыҡ); экспонат – экспонент (ҡиммәтле, сит илдән килгән); компания – кампания (яҡшы, 1945 йылғы).

Ғәрәп, фарсы телдәренән үҙләштерелгән паронимдар:

ғашиҡ – ғишыҡ (егет, ғазабы); мөхәббәт – мөһабәт (тыуған илгә,

тауҙар);

ҡыйбат – ҡиммәт (хаҡ, мәңгелек).

4.    Хатаны тап!
  • Һаулығыңды нығытам тиһәң, бассейнға абонент һатып ал. (абонемент)
  • Элек һуғышсыларға ғына түгел, ә уларҙың аттарына ла бронь кейҙергәндәр. (броня)
  • Ниндәй образ ижад итһәң, шул кисерештәр бер ни тиклем ваҡыт эске һәләтеңде биләп тора. (халәт)
  • Мәсьәләне һуңғы сиктә халәт кимәле менән шәхес юғарылығы хәл итә. (һәләт)
  • Һәр аҙымына хәбәрҙәр булып тора. (хәбарҙар)
  • Көн дә килгән хәбарҙәр менән танышып тора ул. (хәбәрҙәр)
5.    Һүрәткә пароним тап! (1-се слайд)

Йәмғиәт

Халыҡ, кешеләр төркөмө

Йәмәғәт

Өгөт‑нәсихәт, һабаҡ, тормош

миҫалы

Ғибрәт

Берәй нәмәнең асылы нимәлә икәнлеген белдерә

Ғибәрәт

Билдәле тарихи шарттарҙа фор‑ малашҡан кешелек донъяһы.

 

  • Генерал – генераль
  • Китап – хитап
6.    Бирелгән паронимдарҙы мәғәнәһе менән тоташтыр.(2-се слайд)
  • Йомғаҡлау. Рефлексия.
    • Оҫталыҡ дәресенең 3 оҡшаған мәлен билдәләгеҙ.
    • Үҙегеҙҙең эшегеҙҙә ҡулланырҙай 2 алымды һайлағыҙ.
    • Һорау тыуҙырған 1 урынды әйтегеҙ. Паронимдарҙы дөрөҫ ҡулланыу тел‑ мәр мәҙәниәте аспекттарының береһе икәнлеген аңлайыҡ. Туған телебеҙҙә дөрөҫ һөйләшеүҙе лә рефлекс хәленә

еткерәйек, хөрмәтле коллегалар!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ алдында башҡорт телендә даими сығыш яһаусы журналист, хәбәрселәр, дикторҙар, алып барыусылар, артистар тарафынан да ошондай хаталар ебәрелә. Телмәребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, дөрөҫ һөйләшәйек!

Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. К.Ғ. Ишбаев., З.К. Ишкилдина. Башҡорт теленең паронимдар һүҙлеге. Өфө – 2001.
  2. Дж.Г. Киекбаев Избранные статьи. Уфа. РИО БГУ – 2002.

 

«Нимә» менән «нәмә» араһында айырма бармы? (Оҫталыҡ дәресе)
«Нимә» менән «нәмә» араһында айырма бармы? (Оҫталыҡ дәресе)
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас