

Йыһазландырыу. Рәшит Назаровтың портреты; китаптарынан күргәҙмә; уҡыусыларҙың шағир тураһында ижади эштәре, рефераттары; «Рәшит Назаров – бөйөк шағир» презентацияһы.
Сара барышы
(Сәхнәлә ҡурай моңо ишетелә. Артҡы планда Рәшит Назаровтың портреты ҡуйылған, кисәнең исеме яҙылған. Матур биҙәлгән сәхнә ситендә китаптар күргәҙмәһе һәм уҡыусыларҙың ижади эштәре, рефераттары ҡуйылған. Проекторҙан «Рәшит Назаров – бөйөк шағир» презентацияһы күрһәтелә. Алып барыусылар сыға.)
1-се алып барыусы:
Замандашым минең Ерҙән атлай,
Эҙе ҡала алыҫ Йыһанда!
Тик барыбер юлың Ерҙән үтә,
Замандашым, күктә осһаң да!
2-се алып барыусы. Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Дәүеребеҙҙең бөйөк ижадсыларының береһе, милләтебеҙ йондоҙо, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты, башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың тыуыуына арналған сараны асыҡ тип иғлан итәбеҙ! Иҫән булһа, быйыл уға 82 йәш тулыр ине...
Был көндө беҙ уны йылы һүҙҙәр менән генә хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, шиғырҙарына байҡау яһайбыҙ, философик фекерҙәрен ҡабатлайбыҙ. Әҫәрҙәрен уҡығанда уның яҡтылыҡҡа ынтылған, бөйөк хистәр менән янған йөрәгенең һулҡылдауын ишеткәндәй булабыҙ. (Уҡыусылар «Йөрәк» йырын йырлайҙар.)
1-се уҡыусы:
... Мин донъяға илап түгел, көлөп тыуғанмын,
Биләүем менән билемде биштән быуғанмын,
Шуға бөгөн йәшлегем дә иркен һулышлы,
Теләйем һәр кемгә шундай яҡты тормошто!
1-се алып барыусы: Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы йәмле Өршәк буйында үтә. Тиҫтерҙәре менән аралашырға ваҡыты булмай уның, күп уҡый, яҙыша. «Беҙ кеҫәгә таш тултырып йөрөй инек, ә уның кеҫәһендә гел ҡәләм, ҡуйынында ҡалын китап булды», – тип хәтерләй замандашы Марат Ибраҡов. Рәшит йәшләй шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң колхозда эшләй. Уның ауылдашы, Сәкинә апай Абыҙгилдина ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрә: «Рәшит менән һарыҡ көтөүе көттөк. Ял иткән арала ул кәбән төбөнә ултырып, яҙышып ала торғайны. Бер ваҡыт, ҡәләме һалам араһына төшөп юғалды. Оҙаҡ эҙләнек».
2-се алып барыусы:
Үҫмер Рәшит, аҙ һүҙле булыуға ҡарамаҫтан, төртмә телле, сатираға һәм юморға оҫта була. «Сатирикка» тигән шиғырында шундай юлдар бар:
Һәр бер һүҙең үҙ эсендә
Йәшен көсөн һаҡлаһын,
Һөрһәк тутты,
Йәмһеҙ утты
Ергә ҡуша ҡаплаһын...
2-се алып барыусы: 14-15 йәшендә күп кенә сатирик шиғырҙар ижад иткән. Шуларҙың береһе «Күршем» шиғыры.
2-се уҡыусы:
Минең емеш баҡсам тулы
Ҡарағат һәм бөрлөгән.
Ә күршемдең баҡсаһында –
Әрем ҡатыш һөтлөгән.
Әммә минең емеш-еләк
Ярты ҡышҡа ла етмәй.
Күршемдең еләк, ҡаҡтары
«Һабан туй»ҙа ла бөтмәй.
Һуң был нимә? Мөғжизәме?
Ниндәй ғәжәп серле эш?
Уйлаһаң бит, минең түгел,
Уның бөтөргә тейеш.
Былай минең күршем үҙе
Йәшелсәсе-бригадир.
Әрем ботағында емеш,
Бәлки, шуға үҫәлер?
1-се алып барыусы:
1963 – 1966 йылдарҙа армияла хеҙмәт иткәндә лә ижад менән шөғөлләнеүҙән туҡтамай Рәшит Назаров. Лирик шиғырҙар ҙа, мәҫәлдәр ҙә, таҡмаҡтар ҙа, хикәйәләр ҙә яҙа, поэмалар ижад итә. Шул йылдарҙа яҙған бер шиғырын тыңлайыҡ.
3-сө уҡыусы:
Яҡты яҙмышым
Минең яҙмышым, Илем, һинән башҡа
Япраҡ булһа – өҙөлөп төшкәне.
Бөркөт булһа – һынған ҡанатлыһы,
Сәскә булһа – ҡырау тейгәне.
Минең яҙмыш – һинең даулы булмыш,
Тере мәйет кенә һинһеҙ мин.
Һин булмаһаң –
Киптергескә һеңеп бөтөр тамсы,
Һин көс бирһәң – ярһыу диңгеҙ мин.
Һин – ерҙәге ҡояш! Яҡын ҡояш
Ал таңдарға һин бит юл астың!
Яҙмышыма, бәлки, таптар ҡуныр,
Юҡ, мин булмам табы ҡояштың!
Тап та булмам һиңә, ят та булмам,
Һинең хаҡлыҡ – минең сафлығым.
Китәм һинән, тик нур булып китәм,
Бүтән донъяларға, төндө ярып,
Илтер өсөн ҡояш яҡтыһын!
Бер һин – минең яҡты яҙмышым.
2-се алып барыусы: Яҙмышын алдан күргән шикелле, күп яҙыша Рәшит, ныҡ ҡабалана, тәүлектәр буйына эшләй. Һөҙөмтәлә көн һайын ваҡыт ағышына буйһонмаған, бәҫен һәм әһәмиәтен юғалтмаған 4-5 яңы шиғыр тыуа.
4-се уҡыусы:
Яҡшы шиғыр – тылсымлы йыр,
Хазина тулы табаҡ.
Һәр һүҙе – алтындың үҙе,
Ғүмергә етер һабаҡ.
Йәнеңә – йәм, хисеңә – тәм,
Йөрәккә – бөтмәҫ аҙыҡ.
Ошондай булмаһа шиғыр –
Яҙған кешегә яҙыҡ.
1-се алып барыусы: «Рәшит Назаров – әҙәбиәтебеҙҙең күгендә балҡып атылған иң яҡты йондоҙҙарыбыҙҙың береһе. Уның йәшендә донъяны шулай киң ҡоласлы, тетрәткес һәм ҡабатланмаҫ образдарҙа күҙаллаған, ҙур философтарса аңлатыу маһирлығына эйә булған башҡа берәүҙе башҡорт әҙәбиәтендә атап күрһәтеү ҙә ҡыйын. Хәйер, ниңә башҡорт әҙәбиәтендә генә?» – тип яҙҙы Риф Мифтахов.
2-се алып барыусы: Рәшит Назаров ижадының тағы бер үҙенсәлеген телгә алып китергә кәрәк. Уның мөғжизәләргә бай шиғырҙарында әүлиәлек, алдан күреүсәнлек, киләсәкте ҡайғыртыусанлыҡ сағыла. «Донъяның тынын тойған» шағир кешелекте бөгөнгө хәүефле көндәрҙән араларға, иҫкәртергә теләй кеүек.
5-се уҡыусы:
...Тынлыҡ – дошман шундай мәлдә,
Тынлыҡ ҡоло – хыянатсы!
Оло тартыш бара бөгөн,
Урталыҡта – ята Ерем,
Һәр биҙәге – күҙең нуры,
Бар байлығы – һинең тирең.
Һары доллар ошо Ерҙе
Штык менән сәнсеп алып,
Һоғонмаҡсы...
Һоғонмаҡсы ҡанға манып-манып...
Ер яҙмышы һинең ҡулда,–
Ныҡ тот әйҙә!
Тормош көсө
Һинең йөрәк булып ҡаға, –
Һаҡла уны, кеше!
2-се алып барыусы: «Тулҡын» шиғырында ла бар шундай юлдар:
...Ләкин Ергә тағы һөрөм аңҡый,
Ҡылыс сыңы килә алыҫтан.
Улар менән
Күкрәп уҙған яуҙа
Ҡан эсендә ерем танышҡан.
Һәм бөгөн дә доллар теләй, буғай,
Үрт таяғын ҡулға алырға,
Теләй, буғай, Ерҙе утҡа тотоп,
Буржуй янсығына һалырға!..
1-се алып барыусы. Эйе. Рәшит Назаров тыуған төйәген, илен ныҡ ярата, һөйөү һүҙҙәрен шиғыр юлдарына һала. Ер кешеләренең, яҡташтарының, ватандаштарының булмышы, яҙмышы менән йәшәй. Тыуған ил батырҙарын данлап дан йыры йырлай. Киләсәк тормош өсөн хафалана. Ул һалдатҡа алынып, Тыуған илен һаҡларға ғорурланып китә һәм мәңгелек һаҡта тороп ҡала. Рәшит Назаров – үлемһеҙ. Уның аҡыллы фекерҙәре, философик мәғәнә менән һуғарылған шиғырҙары – кеше күңелдәрен ҡара көстәрҙән, яуыздарҙан һаҡлап, мәңгелек һаҡта тора.
... Мәскәүем
Байрағың ҡояшҡа нур бирә, –
Күк офоҡ артында, зәңгәр күк аҫтында,
Төньяҡта... Алыҫта!.. Алыҫта!..
2-се алып барыусы: Ауырғазы ерендә тыуған ябай ауыл малайы әҙәбиәт күгендә яҡты йондоҙ булып атыла. Рәшит Назаровтың шиғырҙары башҡорт халыҡ ижадындағы иң яҡшы шиғри үрнәктәр менән тиңләнә. Улар ифрат тәрән фекерле, ихласлығы, уҡымлы булыуы менән арбай.
6-сы уҡыусы:
Буш килмәй
Заманалар алтын, көндәр ялҡын,
Ғүмер итеүҙәре йәм генә.
Был тормоштар, беләм, уйын түгел
Күңелкәйе уйлы, ғәмлегә.
Еңеү таңы атмай тир-көс түкмәй,
Шатлыҡ булмай бер ҡат интекмәй.
Тормош хаҡын аңлар ир ҙә тыумай
Көрәш яланында етлекмәй.
Аттай эшләп ҡанын ҡайнатмаһа,
Ир-егеткә бәхет буш килмәй.
Ир ҡөҙрәте – уның эш-хеҙмәте,
Эшһеҙ икән, тимәк, ир ҙә юҡ,
Сөнки уның ҡайнар йөрәге лә,
Йөрәгендә йәшәр ер ҙә юҡ!
2-се алып барыусы. Рәшит Назаровтың күп кенә шиғырҙарына композиторҙар йырҙар ижад иткән. Шундайҙарҙың береһе – үҙешмәкәр композитор, әлеге ваҡытта нефть колледжында нефть дисциплиналары фәненән белем биреүсе уҡытыусы Ринат Иҙелбаев.
(Уҡыусылар «Зәңгәр күлдәр» (Р. Назаров – Р. Иҙелбаев) йырын башҡаралар.)
1-се алып барыусы: Рәшит Назаров – оло әҙип. Уның тормош юлы һәм ижады – үҙе бер батырлыҡ өлгөһө. Талантлы башҡорт шағирының үлемһеҙ әҫәрҙәре уҡыусылар күңелендә һәм йөрәгендә мәңге йәшәр.
2-се алып барыусы. Бөйөк шәхесебеҙҙең тормош юлын өйрәнәйек, киләсәктә лә уның ижады менән ҡыҙыҡһынайыҡ! Киләһе осрашҡанға тиклем, дуҫтар!