Телебеҙҙең киләсәге өсөн үҙебеҙ яуаплы

Рубрикабыҙ геройҙары – Рәсәй Федерацияһы мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары, баҫмабыҙҙың төрлө йылдарҙағы лауреаттары, игеҙәк уҡытыусылар  Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы Әхмәтшина, Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Мөҡимова –Ҡалмырҙиналар. Улар икеһе лә  хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусылары. Республикабыҙҙың матур төбәктәрендә урынлашҡан Благовар һәм Балтас райондарында 40 йылға яҡын балаларға белем бирҙеләр, туған телебеҙҙең нескәлегенә һоҡланырға өйрәттеләр. Уҡыусылары менән Рәсәй һәм республика кимәлендәге конкурстарҙа ҙур уңыштарға ирештеләр. Тасуири һөйләүгә маһир, йыр-бейеүгә оҫта педагогтар мәктәптә эшләү осоронда халҡыбыҙҙың тарихи үткән юлы, сәнғәте, мәҙәниәте менән таныштырып, уҡыусылар  менән бихисап сағыу саралар ойошторҙолар. Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫкән тырыш игеҙәк ҡыҙҙар атай-әсәйҙәре – педагогтар һалған  һуҡмаҡтан,  оло еңеүҙәр яулап, ышаныслы  атланылар, эштәренән йәм һәм тәм таптылар. Улар үҙҙәрен оло тормош юлына аяҡ баҫтырған, белем һәм матур тәрбиә биргән атай-әсәйҙәренә хөрмәт йөҙөнән, мәғариф алдынғылары, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары Хөрмәт Түләбәй улы һәм Раҡыя Юныс ҡыҙы Ҡалмырҙиндар  исемендәге премия булдырып, йыл һайын, 9 Май, Еңеү көнөндә, тыуған мәктәптәренең иң яҡшы уҡыусыһына тапшырыуҙы изге йолаға әйләндергәндәр. Талантлы уҡытыусылар Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы һәм Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Ҡалмырҙиналарҙы күркәм ғүмер байрамдары менән журнал уҡыусылар исеменән ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ! Уларҙың туған тел мәсьәләләре тураһындағы уй-фекерҙәрен журнал уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.

Телебеҙҙең киләсәге өсөн үҙебеҙ яуаплыТелебеҙҙең киләсәге өсөн үҙебеҙ яуаплы
Телебеҙҙең киләсәге өсөн үҙебеҙ яуаплы

Г.Х. ӘХМӘТШИНА-ҠАЛМЫРҘИНА, Г.Х. МӨҠИМОВА-ҠАЛМЫРҘИНА,

 Рәсәй Федерацияһы мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары

 

«Башҡорт телен һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ!» – тип башлағыбыҙ килә әйтер һүҙебеҙҙе. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа, дәүер шауҡымы тапап, юҡҡа сығармаһын өсөн, халҡыбыҙ үҙен-үҙе һаҡларға бурыслы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев бынан күп йылдар элек әйткән:

Атайсалды ла юғалтһаҡ,

Моңобоҙҙо ла юғалтһаҡ,

Телебеҙҙе лә юғалтһаҡ,

Донъябыҙҙан ни ҡала?

– тигән һүҙҙәр һәр башҡортҡа бөгөн оран булып яңғыраһа ине.

Башҡорт халҡының тормошо элек-электән көрәштәрҙән торған. Тарихының данлы ла, шанлы ла биттәре күп. Милләтте милләт иткән тел мәсьәләһе лә ил-ер яҙмышы кеүек – халҡыбыҙ уны һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур көс түккән. Ошо хаҡта онотмайыҡ!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт теленең дәрәжәһен тағы ла юғарыраҡ күтәреү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Шуныһы шатлыҡлы, республика етәкселеге тарафынан был өлкәлә күп эштәр башҡарыла: төрлө кимәлдәге программалар ҡабул ителә, гранттар булдырылды, махсус институттар асылды, башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендәге белгестәр, туған тел уҡытыусылары өсөн махсус премиялар барлыҡҡа килде. Быларҙың барыһы ла туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, уны өйрәнеү сифатын күтәреү өсөн башҡарыла. Ҡыуаныслы, әлбиттә. Ләкин туған телде һаҡлау ниндәйҙер рәсми саралар менән эшләнә торған эш түгел. Ул иң беренсе сиратта ғаиләнән башлана. Һуңынан балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә дауам итә. Балалары менән ата-әсәләрҙең үҙ туған телдәрендә аралашыуы  мөһим, сөнки туған телгә ғаиләлә нигеҙ һалына.

Телде һаҡлау өсөн күп нәмә кәрәкмәй – бары тик үҙ телебеҙҙә һөйләшеү етә. Үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ икән, һаҡлайбыҙ тигән һүҙ. Бөгөн балаларҙың башҡортса телмәре үҫешмәүе, ике телде бутап һөйләшеүе күҙәтелә. Айҙар, Гөлбикә исемле атай-әсәйҙәренә балалары бөгөн «папа», «мама» тип өндәшә. Ни ҡыҙғаныс, атай, әсәйҙәр ҙә быға риза.  Башҡорт ғаиләләрендә тәрбиәләнгән балаларҙың Анжелика, Аделина, Радмила, Даниил, Артем булып йөрөүҙәре лә  ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Бәлки, кем өсөндөр был ваҡ мәсьәләлер. Ә тәрәндән уйлаһаң, был мәсьәләнең нигеҙендә милли тәрбиә, милли рух, милли аң ята.

Беренсе класҡа килгән уҡыусы рус телендә аралаша икән, туған телен ҡабул итә алмай, ошо сәбәпле башҡорт теле дәресен дә үҙһенмәй.   Эште ата-әсәләр менән бергә ойошторорға, уҡытыусыларға дәрестәрҙе заман технологиялары ярҙамында ҡыҙығыраҡ итеп үткәрергә, бөгөнгө башҡорт теле уҡытыусыларына лайыҡлы алмаш үҫтерергә кәрәк. Башҡорт мәктәптәре уҡытыусылары был йәһәттән күпкә бәхетле, сөнки улар халҡыбыҙ рухын, әсә телен һәм моңон тойған балалар менән эшләй.  

Ҡытайҙың бөйөк философы Конфуций: «Тормошта нимәнелер үҙгәртергә теләйһең икән, үҙеңдән башла», – тигән. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың ғаиләләрендә башҡортса аралашыуҙы маҡсат итеп ҡуяйыҡ. «Улар беҙ башҡортса һөйләшкәнде аңламай» тигән фекер дөрөҫ түгел. Балаға үҙ телендә өндәшһәң, ул һәр ваҡыт аңлай. Шулай уҡ балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә милли рухта тәрбиә биреү, туған телдәрен уҡытыу яҡлы булайыҡ. Туған телен белмәгән кеше үҙ телендә фекерләй алмай.  Ул ниндәй телдә фекерләй, шул телдә һөйләшә. Был аксиома. Ҡуйылған бурыстарҙы дөрөҫ аңлап, уларҙың өҫтөндә үҙ ваҡытында эшләмәһәк, туған телде һаҡлайбыҙ тип һүҙ ҡуйыртып тороу ҙа кәрәкмәй.

Яһалма зиһен, цифрлы донъя йәмғиәтебеҙҙә киң үҫеш ала барғанда туған телебеҙҙе һаҡлап ҡала алырбыҙмы, тигән һорау ҙа тыуалыр ҡайһыларҙа. Был турала БР Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан халыҡтары телдәре комиссияһы рәйесе Урал Таһир улы Килсенбаев бына нимә тине: «Бөгөн туған телде һаҡлау мәктәп һәм ғаилә менән генә сикләнмәй. Кешеләр көн дә телефонда, эҙләү системаһында, социаль селтәрҙә, төрлө сервистарҙа йәшәй. Ә яһалма зиһен тап ошо мөхиттә «тәржемәсе», «яуап биреүсе», «ярҙамсы» булып тора. Яһалма зиһен башҡортса дөрөҫ эшләһә, телгә ярҙам итә:
башҡортса яҙыуҙы һәм уҡыуҙы еңеләйтә;
дөрөҫ яҙылышты, һүҙ һайлауҙы төҙәтә;
тиҙ тәржемә, уҡыу өсөн ҡыҫҡартыу, аңлатма биреү мөмкинлеген аса;
балаларға һәм өлкәндәргә телде өйрәнеүҙе ҡыҙыҡлыраҡ итә;
башҡортса контенттың күләмен дә, ҡулланыу даирәһен дә киңәйтә.
Ә яһалма зиһен башҡортса «белмәһә», киреһенсә, тел онлайн мөхиттән аҡрынлап ситләшә башлауы мөмкин».

Шуға күрә бөгөндән үк системалы эш кәрәк. Юғиһә 3–5 йыл эсендә башҡорт теле ҡайһы бер цифрлы сервистарҙа һәм яһалма зиһен-яуаптарҙа юғалыуы ихтимал. Ул саҡта инде киләсәктә телебеҙ «музей экспонаты» һымаҡ тороп ҡалыуы бар.
Әлеге тормоштоң ҡанундары, тиҙлеге шундай: бөгөн беҙ балалар тураһында ғына түгел, бүләбүләсәрҙәр тураһында ла уйларға тейешбеҙ. Әлегә һуң түгел. Маҡсатыбыҙ бер: башҡорт телен цифрлы донъяла  көслө итеү.

 Беҙ барыбыҙ ҙа ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығын раҫлап, милләтте милләт иткән телебеҙҙе һаҡлап, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атларға тейешбеҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйткәнсә:

Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас