«Ҡәләмтуй – 1» әҙәбиәт һөйөүселәрҙе йыйҙы

Әбйәлил районы Айғырбатҡан утарында «Ҡәләмтуй – 1» әҙәбиәт һөйөүселәрҙе бергә тупланы. Матур байрамдың девизы «Яҙа ҡәләм – тыңлай ғаләм!» тип нарыҡланған ине. Байрамда абруйлы ҡунаҡтар булыуы ҙур мәртәбә өҫтәне. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, Башҡортостан республикаһы яҙыусылар Союзы рәйесе, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ шағиры, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, шулай уҡ Мәғнит һәм Силәбе  ҡалаларынан, күрше райондарҙан билдәле шәхестәр ҡатнашты. Төрлө йүнәлештә секциялар эшләне. «Проза һәм  драматургия»ны Радик  Өмөтҡужин, «Бөгөнгө һәм киләсәкке шиғриәт»те Фәнүзә Биктимерова, «Ҡәләм оҫталары – «Осҡон»доң дуҫтары»н Рәмилә Истанбаева, «Мәктәп йондоҙсоҡтары»н Зиниә  Ғәлләмова, «Барыһы ла Еңеү өсөн!» секцияларын Земфира Сафина етәкләне.

«Ҡәләмтуй – 1» әҙәбиәт һөйөүселәрҙе йыйҙы«Ҡәләмтуй – 1» әҙәбиәт һөйөүселәрҙе йыйҙы
«Ҡәләмтуй – 1» әҙәбиәт һөйөүселәрҙе йыйҙы

 «Мәктәп йондоҙсоҡтары» секцияһында Ташбулат мәктәбе уҡыусылары Фирүзә Баязитова, Рауил Рәхмәтуллин, Әмир Рәхмәтуллин, Лиза Сәйетғәлина (етәкселәре Илсиә Билалова) үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары Раян Абдулов, Азат Төхвәтуллин, Ильяс Ғәлиәкбәров, Арслан Фәррәхов, Никита Глеб, Данил Миһранов (етәкселәре Зиниә Ғәлләмова) Махсус хәрби операцияға арнап яҙылған Айһылыу Хәсәнованың шиғырҙарын тасуири ятланы. Ә «Хазина» полилингваль мәктәбенән Бәхтиәр Муллағәләмовтың тасуири шиғыр һөйләүе һәр кемдең күңеленә үтеп инде. Был секцияла «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәрир урынбаҫары Римма Баймырҙина, Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Шәрәфетдинова, Ҡаҙмаш урта мәктәбенән Гөлназ Абдрахманова, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Әлфиә Абдрахманова уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү алымдары буйынса сығыштар яһаны, кәңәштәр бирҙе. «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларға матбуғат менән тығыҙ бәйләнештә булырға саҡырҙы.

Һәр секцияла әҙәбиәттең киләсәге буйынса мөһим мәсьәләләр күтәрелде, кәңәштәр бирелде.

 Ижади көстәрҙе бер бөтөнгә берләштереү тураһында резолюция ҡабул ителде. Ошо маҡсатта Әбйәлил районының яҙыусылар, шағирҙар һәм журналистар Союзы булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде һәм уның етәксеһе итеп талантлы йәш прозаик Илгиз истамғәлин һайланды.

 «Ҡәләмтуй» сараһын өс йылға бер тапҡыр үткәрелеү тураһында тәҡдим индерелде. Әбйәлил ерлегендәге башланғыс артабан да башҡа төбәктәрҙә лә дауам итһен!

Автор фотолары һәм  «Осҡон», «Абзелил» сайтынан

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас