

Форум программаһында һөйләү телмәрен үҫтереү буйынса дәрестәр, лидерлыҡ һәм команда эше буйынса тренингтар, ижади лабораториялар, медиайүнәлештәр, блогинг, театр постановкалары, интеллектуаль уйындар һәм дискуссиялар ҡаралған. Шулай уҡ, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен ҡулланыуҙың заманса ысулдарына айырыуса иғтибар биреләсәк. – Бөгөн үҫмергә телде белеү генә түгел, ә уның хәҙерге тормошта ҡайҙа һәм нисек ҡуллана алыуын аңлау ҙа мөһим. Шуға күрә беҙ тел аралашыу, ижад һәм үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу ҡоралына әйләнгән мөхит булдырабыҙ. Ҡатнашыусыларҙың форумдан яңы белем менән генә түгел, «Башҡортса һөйләү заманса һәм ҡыҙыҡлы» тойғоһо менән ҡайтыуын теләйбеҙ, – ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.
Форумда ҡатнашыусы йәштәргә яңы ижади проекттар, үҫештәр теләйбеҙ!
6+