Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тәүге «Тел мөхите» йәштәр форумы башланды

7 сентябрҙә Стәрлебаш районында мәктәп уҡыусылары өсөн «Тел мөхите» йәштәр төбәк форумы асылды. Башҡортостандың төрлө муниципалитеттарынан 14–18 йәшлек уҡыусылар өс көн дауамында башҡорт телендә аралашып, ижади һәм командалы проекттарҙа ҡатнаша.  Форумды Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Йәш яҡташтар берлеге һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Йәштәр советы ойошторҙо.

Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тәүге «Тел мөхите» йәштәр форумы башландыБашҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тәүге «Тел мөхите» йәштәр форумы башланды
Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тәүге «Тел мөхите» йәштәр форумы башланды

Форумдың тәүге көнөндә үк ҡатнашыусылар өсөн бай программа әҙерләнгән. БСТ телеканалының «Яңылыҡтар» хеҙмәте алып барыусыһы Гөлнур Вәлиева тауыш ҡуйыу һәм йәмәғәт алдында сығыш яһау буйынса практик дәрес үткәрҙе. Ҡатнашыусылар тауышты дөрөҫ ҡулланыу, залдың иғтибарын йәлеп итеү, дикция өҫтөндә эшләү һәм сығыш алдынан әҙерләнеү алымдарын өйрәнде. Психолог Наҙгөл Ҡасимова командала үҙеңде иркен тотоу һәм үҙ идеяларыңды ышаныслы тәҡдим итеү темаһына лекция һәм практик дәрес үткәрҙе. Йәштәр үҙ фекерен әйтергә ҡамасаулаған сәбәптәрҙе тикшерҙе, командала аралашыу һәм үҙ идеяларын башҡаларға еткереү буйынса практик күнегеүҙәр башҡарҙы.

Форумды Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Йәш яҡташтар берлеге һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Йәштәр советы ойошторҙо.

Форумдың асыу тантанаһында йәш ҡатнашыусылар, ойоштороусылар һәм почётлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар араһында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова һәм Зариф Закир улы Байғусҡаров, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Камил улы Рахманғолов, Башҡортостан Республикаһында Стратегик башланғыстар агентлығының төбәк сервис вәкиле Альбина Фәрит ҡыҙы Ҡасымханова, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Рауил ҡыҙы Йосопова бар ине. Ҡунаҡтар уҡыусыларҙы форумдың башланыуы менән ҡотлап, уларға яңы дуҫтар, идеялар һәм тәжрибә теләне.

«Тел мөхите» мәктәп уҡыусылары өсөн ошондай форматта тәүге тапҡыр ойошторолған форум. Проекттың төп идеяһы башҡорт телен дәрес йәки айырым уҡыу предметы ғына түгел, ә аралашыу, ижад итеү һәм фекер алышыу мөмкинлеге биргән тере мөхит булдырыу. Асыу тантанаһында сығыш яһаған Эльвира Ринатовна Айытҡолова туған телдәрҙе үҫтереүҙә ғаиләнең, йәмәғәт ойошмаларының һәм дәүләттең бергә эшләүе кәрәклеген билдәләне. «Тыуған телде үҫтереү өсөн ҙур команда булып эшләргә кәрәк. Ғаилә, йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт — барыһы ла ҡушылырға тейеш», — тине Эльвира Айытҡолова.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Рауил ҡыҙы Йосопова форумдың үҙенсәлеген билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тап ошондай форматтағы тел форумдары тәүге тапҡыр үткәрелә. «Был форматтағы форумдың мәктәп уҡыусылары өсөн республикала тәүге тапҡыр үткәрелеүе үҙе үк ҙур әһәмиәткә эйә. Бында балалар башҡорт телен өйрәнеп кенә ҡалмай, ә уны аралашыу, ижад итеү, үҙ фекерен белдереү һәм яңы дуҫтар табыу өсөн ҡуллана. Тел мөхите тап ошондай тере аралашыу аша булдырыла», — тине Гөлназ Йосопова.

Форумдың маҡсаты йәштәрҙе башҡорт телендә аралашыуға ғына түгел, ә уны заманса тормошта ҡулланырға ылыҡтырыу. Бының өсөн программаға лидерлыҡ, йәмәғәт алдында сығыш яһау, медиа һәм блог алып барыу, ижад һәм команда менән эшләү буйынса саралар индерелгән. Форумда ҡатнашыусыларҙың бер-береһе менән танышыуы һәм яңы бәйләнештәр булдырыуы ла айырым урын алып тора. Зариф Закирович Байғусҡаров йәштәрҙең форумда фекерҙәштәр табыуын мөһим тип атаны. «Тел булмаһа — беҙ ҙә булмайбыҙ. Бындай форумдарҙың матур яғы шунда: һеҙ үҙегеҙгә фекерҙәштәр табаһығыҙ. Әгәр был дуҫлыҡ оҙаҡ йылдар дауам итһә һәм берәй ҡасан ғаиләгә әүерелһә, бигерәк тә яҡшы», — тине Зариф Байғусҡаров.

Беренсе көндә ҡатнашыусылар шулай уҡ командалар менән эшләү буйынса тренингтарҙа ҡатнашты. Төрлө район һәм ҡалаларҙан килгән уҡыусылар бер команда булып эшләргә, уртаҡ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм бер-береһенең фекерен тыңларға өйрәнде. Форумдың тәүге көнө киске концерт менән тамамланды. Ҡатнашыусылар алдында башҡорт башҡарыусылары BABY Ti, IRDAN, Ғәзиз Мөхәмәтов һәм Илнар Ғәниев сығыш яһаны. Бай ваҡиғаларға тулы көндән һуң йәштәр бергә ял итте, аралашты һәм үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

«Тел мөхите» форумы 7–9 сентябрҙә Стәрлебаш районының «Авангард» лагерында үтә. Унда Башҡортостандың төрлө муниципалитеттарынан 100 уҡыусы ҡатнаша. Өс көн дауамында йәштәр лекцияларҙа һәм практик дәрестәрҙә ҡатнашасаҡ, ижади һәм командалы эштәр башҡарасаҡ, үҙ идеяларын тәҡдим итәсәк. Форум барышында әҙерләнгән проекттарҙы артабан мәктәптәрҙә һәм муниципалитеттарҙа тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Фото авторы - Ленара Байшөгөрова

Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тәүге «Тел мөхите» йәштәр форумы башланды
Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тәүге «Тел мөхите» йәштәр форумы башланды
Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тәүге «Тел мөхите» йәштәр форумы башланды
Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тәүге «Тел мөхите» йәштәр форумы башланды
Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн тәүге «Тел мөхите» йәштәр форумы башланды
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас