

Бурыстар: ошо проблеманы яҡтыртҡан алдынғы педагогик тәжрибәне дөйөмләштереп, дәрестәрҙә ҡулланыу; башҡорт телен халыҡ педагогикаһы, тарих менән бәйләнештә үҙләштереү кимәлен баһалаған критерийҙар булдырыу; халыҡ ижадының уҡыусыны шәхес итеп үҫтереүҙәге роле хаҡында ғалимдарҙың, билдәле педагогтарҙың тәжрибәләрен өйрәнеү һәм ҡулланыу, фәнни нигеҙҙә уҡытыу.
Тикшерелеү методы. Халыҡ ынйылары аша башҡорт теле нескәлектәрен танып белеү; дәрестә алған белемдәрҙе системалаштырыу; халыҡ ижады өлгөләрен анализлау, сағыштырыу.
Эштең методологик нигеҙҙәре
Башҡорт халыҡ ижадына бәйле бер ни тиклем материал боронғо төрки сығанаҡтарында һаҡланып ҡалған. Әхмәт ибн Фаҙлан, Мәхмүт Ҡашғари исемдәрен телгә алырға була. XVIII – XIX быуаттарҙа иһә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын йыйыу һәм өйрәнеү эшендә алдынғы ҡарашлы рус ғалимдары, яҙыусылары һәм ил өйрәнеүселәре баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт күрһәткәндәр.
Был йүнәлештә эшләүсе Т. Беляев, П. Кудряшев, В. Даль, Р. Игнатьев, С. Рыбаков, А. Бессоновтарҙың исемдәрен иҫкә алмау мөмкин түгел. Тәүге башҡорт ғалимдары араһынан М. Биксурин, М. Өмөтбаев исемдәрен атарға була. Фольклорҙың үҫеүендә Ә. Харисов, Ә. Кирәев, М. Сәғитов, Н. Зарипов, С. Галин, Ғ. Хөсәйенов, Ф. Нәҙершина, Ә. Сөләймәнов, М. Иҙелбаев кеүек ғалимдарҙың роле ҙур.
Бойөк рус яҙыусыһы М. Горький халыҡ ижадына ҙур баһа бирә һәм «Һүҙ сәнғәтенең башы – фольклорҙа», – тип билдәләй. Шул уҡ М. Горький һүҙҙәре менән әйткәндә, «халыҡ – ваҡыт яғынан да, ижадының матурлығы һәм гениаллеге менән дә донъяла беренсе философ һәм шағир ул».
Башҡорт халҡының йәшәү рәүеше, мәҙәниәте, тарихы әкиәттәр, йырҙар, таҡмаҡтар, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, ҡобайырҙар, эпостар, легенда-риүәйәттәр нигеҙендә ята. Шуға ла башҡорт теле нескәлектәренә өйрәтеүҙә халыҡ ижады өлгөләрен ҡулланыу бик отошло. Уҡыу барышында халҡыбыҙҙың отҡорлоғон билдәләгән йомаҡтар ҡойолмаһа, уның бай тормош тәжрибәһе тупланған, фекер оҫталығын күрһәткән мәҡәлдәр ҡулланылмаһа, күңелгә ҡыуаныс, һағышлыға йыуаныс булған моңло йырҙары йырланмаһа, балаларҙың күҙҙәрендә осҡондар сәсрәтеп, уларҙы ял иттереүсе халыҡ уйындары булмаһа, уҡыусыларыбыҙҙың ул дәрестән ҡәнәғәт булыуы икеле.
Мин егерме йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем һәм уҡыусыларға телде өйрәтеүҙә халыҡ ижады алымдарын ҡулланам. Дәреслектәге уҡыу материалдарын халыҡ ижады өлгөләре аша бирәм. Барлыҡ кластарҙа тиерлек «Һан» темаһын үтәбеҙ. Был теманы аңлатҡанда «Бер тигәс тә ни яман?» ҡобайырынан өҙөк алырға мөмкин.
Бер тигәс тә ни яман?
Беҙҙең өсөн бей яман.
Ике тигәс тә ни яман?
Илһеҙ ҡалған ир яман.
Өс тигәс тә ни яман?
Өлгөһөҙ бескән тун яман.
Дүрт тигәс тә ни яман?
Дәртһеҙ булһаң – шул яман һ.б.
Уҡыусылар һандарҙы хәтерҙә ҡалдырыу менән бер рәттән, телмәрҙәрен шымарта, яңы һүҙҙәр үҙләштерә. Шулай уҡ был ҡобайыр аша әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләре тәрбиәләнә.
«Тыуған ил», «Ғаилә», «Дуҫлыҡ» темаларына һөйләшкәндә мәҡәл һәм әйтемдәрҙе ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Тыуған ил темаһын яҡтыртҡан мәҡәлдәргә туҡталып үтәйек: «Алтын – көмөш яуған ерҙән тыуып-үҫкән ил яҡшы», «Атаң улы ғына булма халҡыңдың да улы бул», «Ил ҡәҙерен белгәндең башы ҡәҙерле булыр», «Яҡшы ат – ир терәге, яҡшы ир – ил терәге». Дуҫлыҡ темаһына түбәндәге мәҡәлдәрҙе миҫал итеп күрһәтергә мөмкин: «Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре быуыр», «Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын», «Аҡылһыҙ дуҫтан аҡыллы дошман яҡшы», «Халыҡ көсө таш яра», «Тамсы тамып таш яра».
«Ғаилә» темаһын «Шәжәрә» темаһы менән бергә үреп, мәҡәлдәр аша өйрәнеү отошло. «Нәҫелен белмәгән – нәсәпһеҙ булыр», «Ағас тамыры ер үтә инә, әҙәм тамыры ил үтә инә», «Илен белмәгән белекһеҙ – нәҫелен белмәгән намыҫһыҙ». Халыҡ мәҡәлдәре ярҙамында уҡыусыларға үҙ нәҫеле, туғанлыҡ ептәренең ҡәҙерле булыуы һәм кәрәклеге асыҡлана.
«Йыл миҙгелдәре» темаһын үткәндә һынамыштар ярҙамға килә: «Көҙ йылы килһә, яҙ һуң килер», «Йәй ҡышҡа ҡарап килә», «Ағаста бәҫ күп булһа, бал күп була», «Аҡҡош иртә килһә, яҙ оҙаҡ торор», «Ҡарға килһә, ҡар китер».
Туған тел дәрестәрендә йомаҡ жанрын ҡулланыу дәресте байытып ҡына ҡалмай, уҡыусыларҙы уйландыра, уларҙа зирәклек, отҡорлоҡ тәрбиәләй. «Сифат» темаһын үткәндә ошо йомаҡтарҙы ҡулланырға була: «Өй ҡашында уҫал еңгә семтеп ала, өтөп ала» (кесерткән), «Һаҙ ситендә йәшел һаҡсы, һарыса етһә һарғая» (ҡамыш), «Алтын хужа яланға сыҡты, көмөш хужа яландан ҡайтты» (ҡояш, ай), «Аҡ кейемен кейгән, йәшел суғын элгән» (ҡайын), «Ҡыҙыл билле ҡыҙ килде, ҡыланды ла юғалды» (төлкө).
«Фонетика»ны өйрәнгәндә лә йомаҡтар ярҙамға килә.
«А» хәрефе тураһында «Һарайҙа бар – өйҙә юҡ, урманда бар – ҡырҙа юҡ» тигән йомаҡ бар. Әммә шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк, йомаҡ өсөн халыҡ теләгән бер һүҙҙәр теҙмәһен алмаған. Улай булһа, һәр хәрефкә хәрефкә ҡарата әллә күпме миҫал килтерергә булыр ине.
«Урманда бар – ҡырҙа юҡ, мунсала бар – өйҙә юҡ» (а хәрефе), «Кешелә бар – хайуанда юҡ, күлдә бар – йылғала юҡ» (к хәрефе).
Уҡыусылар ҙур иғтибар менән йомаҡтың яуабын эҙләй, бер кем дә битараф ҡалмай. Йомаҡ балаларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, күҙәтеүсәнлек кеүек сифаттар тәрбиәләй.
«Әкиәттәр» темаһы һәр класта тиерлек өйрәнелә. Әкиәттәр уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Уҡыусылар уйлана, үҙ фекерҙәрен белдерергә тырыша.
Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындарҙың роле ҙур. Уйын – ул күңел асыу ғына түгел, ә донъяны танып белеү сараһы. Уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәт итә, ә был инде уның бөтә яҡтан да йылдам булыуын тәьмин итә. Билдәле ғалим И.Ғ. Ғәләүетдинов билдәләүенсә: «Донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйынын ойоштороу ҙа халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарын популярлаштырыуҙан башланып китергә тейеш».
Шуға күрә лә туған тел, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ уйындарын ҡулланырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта халыҡ уйындары онотолоп бара. Ә ул уйындарҙа халыҡтың тормошо, көнкүреше, йәшәйеше, шөғөлдәре асыҡ сағылыш тапҡан. Шулай булғас, уйын – ул уҡыусы өсөн тәрбиә алыу сығанағы, донъяны, тормошто танып белеү сараһы.
Шулай ук дәрестәрҙә башҡорт милли байрамдары һәм йолаларын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Үҙенең милли йолаларын белгән, ихтирам иткән кеше генә ысын шәхес булып формалаша ала.
Халыҡ телендә беҙ йыш ҡына «Һыйлағанда һыу булһа ла эс», «Боҫло ашты бора баҫма», «Ҡунаҡ килһә, ҡапҡаңды ас» тигән мәҡәлдәрҙе ишетәбеҙ. Ошо халыҡ аҡылы башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығын билдәләй.
Эйе, ысынлап та, башҡорттар элек-электән ҡунаҡсыл булыуы менән дан алған. «Башҡорт милли байрамдары һәм йолалары» тигән темаға һөйләшкәндә ҡунаҡсыллыҡ нормалары һәм ҡағиҙәләренә туҡталып китәбеҙ. XVIII – XIX быуаттарҙа башҡорттар араһында булып киткән рус ғалимдары был хаҡта үҙҙәренең хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырған. Электән ҡалған ҡунаҡсыллыҡ йолаһына хәҙерге көнкүреш менән мәҙәниәткә бәйле үҙгәрештәр килеп ҡушылған. Ҡунаҡтарҙы түргә саҡырыу, иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу, алдына аш ҡуйыу, ошо мәлдә килеп ингән кешене лә өҫтәл артына ултыртыу, аҙаҡ бөтәһен дә ишек төбөндә оҙатып ҡалыу – борондан килгән йола. Бында әҙәплелек, бер-береңде ихтирам итеү ҡағиҙәләрҙең үтәлешен күрәбеҙ. Ҡунаҡсыллыҡ нигеҙендә дуҫлыҡ, иптәшлек, тиңлек һәм һыйышып йәшәү тойғолары ята. Был сифаттарҙың төп дәлиле – республикабыҙҙың күп милләтле булыуы.
Ҡунаҡсыллыҡ айырыуса ауыл ерендә аыҡ күренә. Берәйһенә ҡунаҡ килһә, өй хужаһы ҙур байрам яһап, туғандарын, ауылдаштарын, дуҫтарын өйөнә ашҡа саҡыра. Әрме хеҙмәтенә оҙатыу, һалдат ҡайтыуы, килен сәйе, дини байрамдарҙа байрамсылап йөрөү, һуғым ашы, ҡаҙ өмәһе кеүек байрамдарҙы ауыл халҡы бергәләп билдәләй.
Мин дәрестәремдә башҡорт байрамдарын һәм йолаларын йыл миҙгелдәренә бүлеп өйрәнәм. Кеше һәр саҡ тәбиғәткә яҡын тора, уның менән гармонияла йәшәй. Шуға күрә лә байрамдарыбыҙ тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнгән.
Ҡыш көнө үтә торған байрамдар һәм йолалар
Ҡыш миҙгелендә Ҡышҡы Нардуған байрамын билдәләйҙәр. «Нар» – ул монголса «Ҡояш» тигәнде аңлата. Нардуған – Ҡояш тыуған көн. Борон ата-бабаларыбыҙ оҙон-оҙаҡ төндәрҙә, иң ҡыҫҡа көндәрҙә ҡояшҡа мөрәжәғәт иткәндәр: «Нар, туған, йөҙөң менән беҙгә борол инде!». Көн оҙая башлағас, ҡояш кешеләрҙе тыңлап, йөҙө менән боролған икән, тип ышанғандар. Ҡышҡы нардуған декабрҙең егерме бишенән байрам ителгән һәм бер аҙна һуҙылған. Нардуған байрамының төп геройы – Селлә бабай, хәҙергесә ҡыш бабай булған. Нардуған – үҙенең асылы менән аграр йола, йәки ул игендәрҙән мул уңыш алыуға өмөт менән уҙғарылған.
Яҙ миҙгеленә бәйле йолалар һәм байрамдар
Ҡышҡы Нардуған ҡыш миҙгелендә үткәрелһә, Һабантуй, Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Науруз байрамдары яҙ миҙгелен йәмләй.
Һабантуйҙа намыҫлы хеҙмәт кешеләре, халыҡ таланттары асыла, улар миҫалында милли ғорурлыҡ, тыуған ергә мөхәббәт, данлы хеҙмәткә ынтылыу тойғоһо тәрбиәләнә. Дөйөм алғанда, улар әхлаҡи сифаттарҙы формалаштырыуға йоғонто яһай, бары хеҙмәт кенә матди, рухи байлыҡтарҙың сығанағы икәнлеген раҫлай. Был байрамдар кешеләрҙе яуаплы ауыл хужалығы эштәренә әхлаҡи яҡтан алдан әҙерләй, ауыл эшсәндәренә ауыр хеҙмәттән һуң ял итеү, күңел асыу мөмкинлеге бирә.
Ҡарға бутҡаһы иртә яҙ менән йәйләүгә, йәйге көтөүлектәргә китер алдынан бер-ике көн алда үткәрелгән. Унда тик ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-саға ғына ҡатнашҡан. Ҡыҙ балаларҙы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙә, тәбиғәткә һөйөү, хәстәрлек тойғоһо уятыуҙа уның хәҙер ҙә йоғонтоһо һаҡланған.
Борон йыл яҙ башынан башланған. Уны халыҡта буранай тип, ҡан-бабалар буранара тип йөрөткәндәр. «Науруз» һүҙе яңы йыл, яңы көн тигәнде белдерә.
«Кәкүк сәйе» байрамы ла яҙ миҙгелендә уҙғарыла. Борон-борондан башҡорттар ҡош-ҡортҡа табынған. Кәкүк – халҡыбыҙҙың риүәйәт-әкиәттәрендә ҡошҡа әйләнгән әсәне йәки һөйгәненә мәңге тоғро ҡалған ҡыҙҙы сағылдыра. Ҡарға, кәкүкте кешеләргә изгелек килтереүсе ҡоштар, тип иҫәпләгән халҡыбыҙ. Шуға уларға бағышлап байрамдар үткәргәндәр, йәйҙең матур килеүен һорағандар.
Яҙ етеү менән йәше-ҡарты, олоһо-кесеһе – барыһы ла ҡуҙғалаҡ йыйырға сыҡҡан. Был үҫемлек дарыу үләне булараҡ файҙалы, Ҡуҙғалаҡ байрамының әһәмиәте ле шунда.
Йәй көнө үткәрелә торған йолалар һәм байрамдар
Йәйге Нардуған йәйге селләлә үткәрелгән. Ул – боронғо экологик байрам, шәфҡәтлелек һәм рәхимлелек байрамы. Был көндәр, ысынлап та, халыҡта бөйөк гармония, тәбиғәт менән кешенең килешеп йәшәү көнө булып иҫәпләнә. Йәйге Нардуған байрамы үҫеп килгән быуынға йәшәгән мөхитебеҙгә кешелекле мөнәсәбәт өлгөләрен күрһәтә. Кеше тәбиғәтте үҙенән алда йәшәүселәрҙән нисек ҡабул итһә, шул көйө киләһе быуынға ҡалдырырға бурыслы тигән фекер был байрамдың идея нигеҙен тәшкил итә.
Көҙ көнө үткәрелә торған байрамға Сөмбөлә байрамын индерергә була. Ул көҙөн, мул уңыш алғандан һуң үткәрелә.
Уны Әбейҙәр сыуағының йылы, елһеҙ көндәрендә ойошторғандар. Сөмбөлә алдынан ҡатын-ҡыҙҙар байрам табыны өсөн аҙыҡ-түлек йыйған, яңы бойҙайҙан икмәк бешергән. Башаҡтарҙан көлтә яһағандар, уны яндырғандар һәм яҡшы һауа торошо, мул уңыш, именлек һәм муллыҡ теләгәндәр, халыҡ уйындары, бейеүҙәр ойошторғандар. Байрамдың иң сағыу өлөшө булараҡ, Сөмбөләне һайлағандар. Бик матур ҡыҙҙы Сөмбөлә итеп кейендереп, майҙанға алып сыҡҡандар. Вуға береһенән-береһе сетерекле, көтөлмәгән һорауҙар бирелгән. Йор телле Сөмбөлә аптырап ҡалмаған, барыһына ла яуап биргән. Уның һүҙҙәрен төрлөсә юрап, көҙҙөң нисек килерен белергә тырышҡандар. Сөмбөлә үҙе лә, уның һары сәстәре лә көҙҙө, алтын башаҡтарҙы хәтерләткән. Сөмбөлә – сөмбөл сәсле ҡыҙ тигәнде аңлата. Сөмбөл һүҙе ғәрәпсә «һары сәс», «башаҡ» мәғәнәһендә. Шулай итеп, был байрам йыйылған уңышҡа, уңдырышлылыҡҡа һәм ғаилә именленә арналған.
Дини байрамдар. Бала тәрбиәләүҙә дини байрамдарҙың да роле ҙур. Улар араһында бигерәк тә Ураҙа, Ҡорбан байрамдары, Ҡәҙер кисе айырылып тора. Ураҙа байрамында һәр өйҙә май еҫе сыға, ә балалар байрамсыларға сыға. Ҡәҙер төнөн иһә, Рамаҙан айының һуңғы аҙнаһының таҡ төнөндә, теләктәр теләп, көтөп алалар.
Ҡорбан байрамына шартына килтереп ҡорбан салына. Ҡорбан ите мохтаж кешеләргә өләшеп бирелә, һөйәктәрен ташламайҙар, ергә күмеләр. Ҡорбан итеп һуйыласаҡ малдың тояҡтары парлы булырға тейеш. Ғәҙәттә, һарыҡ, һыйыр йәки кәзә һайлана.
Ауыл ерендә үткәрелә торған байрамдарға йыйын, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», Урам байрамы, шәжәрә, нигеҙ бутҡаһы, күлдәк ҡотлау, тула баҫыу кеүек йола-байрамдарҙы индерергә була.
Шәжәрә байрамына айырым туҡталып үтмәү мөмкин түгел. Баланы тәрбиәләүҙә был байрамдың әһәмиәте айырыуса ҙур. Йәштәрҙе үҙ нәҫелен барларға, туғанлыҡ ептәренең ни тиклем ҡәҙерле, кәрәк икәнлегенә төшөндөрөргә тейешбеҙ.
Башҡорттар араһына килеп ингән яңы байрамдар
Халҡыбыҙ араһына килеп ингән яңы байрамдар ҙа бар, мәҫәлән, тыуған көндө билдәләү. Тыуған көн үтә шәхси күренеш иҫәпләнеп, элек күп кешеләр үҙ тыуған көндәрен хәтерләргә тырышмаған, башлыса, ул берәй төрлө оло ваҡиға айҡанлы ғына иҫкә алынған. Хәҙер тыуған көндө ғаиләлә генә түгел, хеҙмәт коллективтарында, тотош ауыл-ҡала менән үткәреү йолаға инде. Шәхесте күрһәтеү, тәғәйен баһаһын биреү, үҙ тормошоңа байҡау яһау яғынан уның әһәмиәте, әлбиттә, ҙур.
Яңы йыл байрамын билдәләү ҙә шулай уҡ башҡорттар араһына килеп ингән яңы байрамдарҙан иҫәпләнә.
Ошо урында республикабыҙҙа 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнгән Милли кейем көнөнә туҡталып китмәй мөмкин түгел. Был байрам Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килде. Байрам республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡтарҙың йолаларына, мәҙәниәтенә иғтибар биреүгә йүнәлтелә. Милли кейем көнөн билдәләү – ул Башҡортостандағы күп төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте арттырыу, татыулыҡ ептәрен нығытыу. Уҡыусылар был байрам сараларында милли йолаларҙы күрә, туған телдәрҙең яңғырашына ҡолаҡ һала, милли кейемдәрҙең үҙенсәлегенә, матурлығына, байлығына ҡарап һоҡлана.
Киләһе быуынды рухлы итеп тәрбиәләүҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында уҙғарылған күләмле мәҙәни сара – Китап байрамын да билдәләп үтергә кәрәк. Был байрамдың төп маҡсаты китап һәм матбуғат баҫмаларын уҡыуҙы популярлаштырыу, яңы китаптар менән таныштырыу, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү.
Шулай итеп, тәрән уйланылған, фәнни яҡтан раҫланған йолалар һәм байрамдар тәрбиә эше барышында ысынбарлыҡҡа тап килмәгән әхлаҡи һабаҡтарға ҡарағанда көслөрәк йоғонто яһай. Йолалар һәм байрамдар үҙҙәренең эмоция биҙәктәренең сағыулығы һәм эстетик йөкмәткеһенең байлығы арҡаһында, шәхескә әхлаҡи тәрбиә биреүҙә иң йоғонтоло сара иҫәпләнә. Улар йәш быуында экологик мәҙәниәт, тәбиғәткә ҡарата әхлаҡи мөнәсәбәт, тирә-яҡ мөхит өсөн шәхси яуаплылыҡ тәрбиәләй. Туған тел нескәлектәрен был темалар аша биреү күпкә отошло.
Шулай итеп, фәнни педагогика менән бер рәттән, халыҡ педагогикаһы ла бөгөн уҡытыу-тәрбиә эшендә киң ҡулланыла. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, туған тел дәрестәрендә был рухи хазиналарға йышыраҡ мөрәжәғәт итһәк, дәресебеҙҙең сифаты тағы ла яҡшырасаҡ, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуы ла артасаҡ.