

Халыҡтыҡы – халыҡса
(«Урал батыр» эпосын башҡарыусылар конкурсынан һуң тыуған уйҙар)
Башҡортостан Республикаһында балалар µсµн әленән-әле халҡыбыҙҙың фольклорына бәйле саралар ойошторолоп тора. «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың тµрлµ кимәлдә үткәрелгән конкурстары матур йолаға әйләнде. Конкурс башҡорт телен, мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү, йәш быуынды тәрбиәләү, башҡорт халҡының бµйµк ҡомартҡыһы булған «Урал батыр» эпик ҡобайырын популярлаштырыу µсµн хәл иткес әһәмиәткә эйә. Йылдан-йыл ул географияһын да, ҡатнашыусылар даирәһен дә, һанын да киңәйтә килә, яңы сәсән һәм сәсәниәләрҙе йәлеп итә, үҫтерә, милли эпосыбыҙҙың данын тарата, тәрән фәлсәфәүи нигеҙҙәренә тµшµнµргә әйҙәй, донъяның асылын аңлата.
Быйыл 31 мартта Сибай ҡалаһында йәш сәсәндәрҙең «Урал балалары тауышы» исемле V республика конкурсы, апрель айында Башҡортостандың тµрлµ ҡалаларында һәм райондарында йәш сәсәндәрҙең ярыштары, 15 майҙа ¤фµ фән һәм технологиялар университетында тәүге тапҡыр колледж студенттары араһында, 27– 30 майҙа ¤фµлә Ғәзиз Әлмµхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында 28-се тапҡыр «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың тµбәк-ара конкурсы шаулап-гµрләп үтеп китте. Башҡорт мифологик эпосы «Урал батыр»ҙы тµрлµ йәштәге башҡарыусылар тарафынан µйрәнеүҙең кµнүҙәклеге уҡыусыларҙы үҙ халҡының рухи мираҫын үҙләштереү, уларҙа әхлаҡи-эстетик идеалдар формалаштырыу, µйрәнеү барышында интеллектуаль һәм ижади һәләттәрен үҫтереү аша дµйµм кешелек ҡиммәттәренә йәлеп итеү кәрәклеге менән бәйле. Мµһабәт эпосыбыҙҙың үҙ байрамы – 8 июндә билдәләнгән «Урал батыр» кµнµ лә халҡыбыҙҙың быуаттар дауамында быуындан быуынға тапшырыла килгән аҡылына һоҡланырға, рухи кµсµ менән ғорурланырға, ныҡлығын тойоп йәшәргә µйрәтә.
Конкурста ҡатнашыусылар эпостың йµкмәткеһе менән генә танышып ҡалмай, ә уның идея-эстетик ҡиммәтен баһаларға, яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға µйрәнә. Эпик ҡобайырҙы сәхнәләштереү балаларҙың поэтик һәм импровизация һәләтен үҫтерә, яттан һµйләү күнекмәләрен булдыра, телмәр мәҙәниәтен, хәтерен, тауышын камиллаштыра, тыуған иленең тарихын, мәҙәниәтен µйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята, илһµйәрлек һәм гражданлыҡ сифаттарын нығыта. Ҡатнашыусылар героик йолалар, эпос менән танышыу аша ҡыйыулыҡ, батырлыҡ сифаттарын, милли берҙәмлек тойғоларын үҙләштерә.
Шулай итеп, конкурс мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлауҙа, йәштәрҙең ижади һәләттәрен үҫтереүҙә, уларҙың этик һәм эстетик ҡиммәттәр системаһын формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай. Бынан тыш, иң мµһим һµҙµмтәләрҙең береһе – был конкурсты үткәреү сәсәнлек мәктәбен тергеҙергә һәм үҫтеререргә булышлыҡ итте. Шуға күрә конкурс рухи мираҫыбыҙҙың аҫыл ҡомартҡыларын таратыу, халыҡҡа кире ҡайтарыу функцияһын үтәй: тик мәшһүр «Урал батыр»ҙы ғына данлап ҡалмай, сәхнәнән, «Урал батыр»ҙан тыш, «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡуңыр буға», «Ҡара юрға», «Сүкем батыр» кеүек эпостарҙан µҙµктәр башҡарыла, уларҙы һµйләү-кµйләү ҙә тµрлµ телдә – башҡорт, рус, инглиз, немец, тµрµк телдәрендә яңғырай, музыка инструменттары ҡулланыла, күпселек конкурстарҙа бәйгеселәр яңғыҙ сығыш яһаһа, «Урал балалары тауышы»нда ғаиләләр араһында ярыш та ҡаралған. Шул рәүешле халыҡ ижады әҫәрҙәре µлгµһµндә тәүфиҡлы, илһµйәр, эшһµйәр, халҡына тоғро, иленә файҙалы шәхес үҫә. Быны яҡшы аңлап, уҡытыусы-остаздар, атай-әсәйҙәр, µләсәйҙәр баһалап бµткµһµҙ ҙур эш алып бара, гаджеттарҙан һүрәт ҡарау заманаһында тере эпос һµйләү традицияһын һаҡлауҙы үҙ µҫтµнә ала, йәш быуындың хәтерен нығытыр µсµн тырыша, шиғри юлдар аша йәштәргә рухи ҡиммәттәрҙе түкмәй-сәсмәй еткереп тәрбиәләй. Халыҡ ижады әҫәрҙәренең әһәмиәте лә бит борон-борондан шуға ҡайтып ҡала: кешегә донъяуи аҡыл, эстетик, әхлаҡи яҡтан белем биреү, уны Кеше итеп тәрбиәләү. Тимәк, «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың конкурстары халыҡ ижады алдында ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәй, уларҙы бойомға ашырыуға ирешә.
Шулай итеп, йыл һайын уҙғарылған «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең ярышы һоҡландырғыс матур тамашаға әйләнә. Шулай ҙа, ошо конкурстарҙа жюри составында ҡатнашыусы булараҡ, сығыштарҙа күҙгә салынған ҡайһы бер яҡтарға иғтибар итергә кәрәктер, тип уйлайбыҙ.
Халыҡ ижадында эпосы булған һәр халыҡ та, беҙҙеңсә, уны ғорурлыҡ менән үҙ фольклорының үҙәге тип һанайҙыр. Был жанр үҙенең формаһы, йµкмәткеһе, башҡарылыу рәүеше менән дә айырылып тора һәм эпосты башҡарыусынан етдилек тә, яуаплылыҡ та, таҙа күңел дә талап итә.
Башҡорт халыҡ ижадында, яҡут, алтай, бүрәт һ.б. халыҡтарҙағы кеүек, архаик осорҙо ла, феодализмдың барлыҡҡа килеүенән алып тарҡалыуына тиклемге дәүерҙе лә сағылдырған (VI – XVIII бб.) эпик әҫәрҙәр бар. Эпос жанрының башҡорт мµхитендә сәсәндәрҙән телдән телгә күсеп йµрµү дәүеренең туҡтауын М.М. Сәғитов XVIII быуат менән билдәләй. Шулай булһа ла, халыҡ хәтерендә ХХ быуатта ла әле башҡорт эпосы тотороҡло ғына һаҡ-ланған була. Шуның иң сағыу µлгµһµ: Мµхәмәтша Буранғолов тарафынан бер нисә эпик әҫәр, шул иҫәптән 1910 йылда Баймаҡ районында сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмµхәмәтовтың һµйләүенән «Урал батыр» эпосы яҙып алына. 1938 йылда Башҡорт ғилми-тикшеренеү институты барлыҡҡа килә, Мµхәмәтша Буранғолов унда эшкә саҡырыла һәм үҙе яҙып алған материалдарын институтҡа тапшыра. Әлеге мәлдә «Урал батыр» эпосының тµп нµсхәһе тип машинкала латин хәрефтәре менән баҫылған тексы һанала, ул ¤фµ федераль тикшеренеү үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана (Ғилми архив, фонд 3, 2). Ошо тµп вариант 1972 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» серияһында донъя күрә. Баҫмаға уны билдәле башҡорт эпос белгесе М.М. Сәғитов әҙерләй. 1977 йылда Мәскәүҙә «Наука» нәшриәтендә йәнә башҡортса тексы һәм руссаға ауҙармаһы баҫылып сыға.
1959 – 1962 йылдарҙа Кирәй Мәргән тарафынан Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарға ойошторолған экспедициялар барышында тµрлµ ерҙә, айырыуса Ырымбур, Силәбе, Ҡурған µлкәләрендә эпостың матур µлгµләре яҙып алына.
«Урал батыр» – ҡиммәтле һүҙ ҡомартҡыһы, әммә ташҡа баҫылғас, ул китап эпосына әйләнә һәм шул текст ҡанунлаша, йәғни фольклор әҫәре кешеләр тарафынан һµйләү теленән түгел, китаптан уҡып ҡабул ителә башлай. 1972 йылдан алып һүҙ барған әҫәрҙең бихисап баҫмалары, шулай уҡ академик баҫмалар, донъя күрҙе.
Филология, шул иҫәптән фольклор ғилемендә, «текстология» тигән үҙ аллы фәнни µлкә бар. Улай ғына ла түгел, беҙҙә Шәүрә Рәшит ҡыҙы Шәкүрованың «Урал-батыр» башҡорт халыҡ эпосы: архив тәүсығанаҡ һәм уның текстологик анализы» (2007) тигән ғилми хеҙмәте бар. Ошо темаға ул Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы (1998), йәғни беҙҙә фән кандидаты дәрәжәһе булған «Урал батыр» эпосын µйрәнгән профессиональ текстолог бар. Шәүрә Рәшит ҡыҙы был хеҙмәтендә бµгµнгәсә донъя күргән бихисап академик баҫмаларҙағы «Урал батыр» эпосының текстарын ентекле µйрәнеп, барыһына ла күп кенә үҙгәрештәр индерелеүен билдәләй һәм был етешһеҙлектән ҡотолорға кәрәклегенә баҫым яһай. Ғалимдар µсµн был бик мµһим, сµнки текстарҙы үҙгәртеүҙе фольклор фәне ҡабул итмәй, ирекле рәүештә индерелгән тайпылыштар хаталы һығымталарға юл ҡуя. Шуға күрә фәндә тµп текст тигән тµшµнсә менән эш итәләр, ул – нигеҙ текст, ташҡа баҫылған тµп нµсхәне тәшкил итә. «Урал батыр» буйынса әлегә ундай ике баҫма бар (2006; 2014), ләкин улар XXI быуатта ғына бәләкәй тираж менән донъя күргән, ғалимдар араһында артыҡ киң файҙаланылмай.
1998 йылда 36 томдан торасаҡ ғилми йыйылманың эпосҡа арналған III томында, «архивтағы нµсхәләре менән µр-яңынан сағыштырылып, элек иҫәпкә алынмаған стиль, лексик, фразеологик үҙенсәлектәре ҡайтанан терге-ҙелде» тип иҫкәрмә бирелеүгә ҡарамаҫтан, шулай уҡ текстар ныҡ үҙгәртелгән булып сыҡты. Әйтергә кәрәк, әлеге мәлдә күбеһенсә 1998 йылда сыҡҡан академик баҫма (Башҡорт халыҡ ижады. III том. Эпос. ¤фµ: Китап, 1998. 448 бит) ҡулланыла, сµнки 1972 йылда сыҡҡан китапты (Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 1-се китап / Тµҙµүсе, баш һүҙ яһаусы, аңлатмалар биреүе М.М. Сәғитов, яуаплы редакторы Ә.И. Харисов. ¤фµ: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972) табыу мµмкин түгел. Ентекле тикшереү күрһәтеүенсә, эпостың 1998 йылда нәшер ителгән был тексы ныҡ ҡына үҙгәреш кисергән, унда тµшµп ҡалған, µҫтәлгән юлдар барлығы асыҡланды, йәғни текста тµп нµсхәнән айырылған урындар күп кенә икәнлеге мәғлүм булды.
Ҡайһы бер миҫалдарға туҡталып үтәйек.
29-сы биттә:
Ҡан эсеүҙән атаһы
Тыйғаныны белһә лә,
[Аталары киҫәтеп]:
«Ҡан эсмәгеҙ», – тиһә лә...
Квадрат йәйәләр эсендә – М. Буранғолов тексында булмаған бер юл, µҫтәге юлда килгән «тыйған» һүҙенә синоним итеп алынған, фекерҙе ҡабатлай.
31-се биттә квадрат йәйә эсендә µҫтәлмә µс юл барлыҡҡа килгән: «Кәрәген һис белмәгән», «Ыҙалау ни күрмәгән», «Ау ҡороп, уҡ сорғатып». Бында һорау тыуа: эпоста һүҙ барған осорҙа ау, уҡ кеүек нәмәләр булдымы икән, текста бит геройҙарҙың ҡоралдары суҡмар ҙа таш тип бирелә?
Киләһе күҙәтеү: 118-се биттә булыр-ға тейешле түбәндәге юлдар:
Айҙар, кµндәр уҙған, ти,
Халыҡ торлаҡ ҡорған, ти;
Бер-беренә йµрµшµп,
Уйнап бергә, кµлµшµп,
Ҡоҙа-ҡаҙна булышып,
Йәше-ҡарты йоплашып,
Ҡанлы яуҙан тынышып,
Байман табып, тын эсеп,
Рәхәтләнеп ҡалған, ти –
117-се биткә күсерелгән. Шул рәүешле текстың логикаһы үҙгәреш кисергән.
Шулай уҡ тµп нµсхәләге «Алла», «Хоҙай» һүҙҙәре «Тәңре» һүҙе менән алмаштырылған (42, 45, 60, 61, 62, 63-сµ бб.), «Үлем» һүҙе «Әжәл»гә әйләнгән (49-сы биттә). Һуңғы миҫалдың ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙ булыуын иҫтә тотһаҡ, боронғо эпос туҡымаһына уны яһалма рәүештә индереү дµрµҫ буламы икән, тигән тағы бер һорау тыуа.
Тексҡа башҡа тµрлµ лексик, морфологик үҙгәрештәр индерелгән, мәҫәлән, 48-се биттә:
Мин ят йола һµймәнем (тµп нµсхәлә «Мин һис йола белмәймен»),
Үлем тигән яуызды үлтерергә эҙләйем,
Йоланан да ҡурҡмайым,
Үлемдән дә µркмәйем... (тµп нµсхәлә: эҙләймен, ҡурҡмаймын, µрк-мәймен)
58-се биттә:
«Егет һүҙе бер булыр,
Алға алған уй булыр,
Тартынмайсы барайым», – тигән µҙµктә матур, йµкмәткеле икенсе юл тµшµп ҡалған.
92-се биттә тµп нµсхәлә булмаған 32 юл µҫтәлгән һ.б.
Һүҙ барған баҫмала ошондай урындар байтаҡ булып сыҡты һәм был тексты ҡулланмау яҡшыраҡ булыр, тигән фекер тыуҙы.
Уның ҡарауы, киң ҡатлам уҡыусыларға һәм «Урал батыр» мәктәбе» программаһы буйынса шµғµлләнеүселәргә тәғәйенләнеп донъя күргән М.С. Бураҡаева менән М.Г. Солтанованың «Урал батыр» ҡобайыры – башҡорт халҡының рухи мираҫы» (¤фµ, 2025) тигән ҡулланма ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы, инеш µлµштә текст «бµгµнгµ әҙәби телгә күсерелде» тип билдәләнелһә лә, үҙгәрештәр диалекттағы аңа, алар, у, бы кеүек алмаштарҙы уға, улар, ул, был менән алыштырыуға, баштап, тотар, менәр, сµйәр һ.б. һүҙҙәрҙәге кµнсығыш диалектҡа хас ялғауҙарҙы әҙәби телдәге варианттарҙа биреүгә ҡайтып ҡала, ә «Урал батыр» эпосының йµк-мәткеһенән бер тайпылыу ҙа күҙәтелмәй. Иң мµһиме шул. Авторҙарҙың тексты 2014 йылда «Урал» мәрхәмәтлек фонды ярҙамында нәшер ителгән архив тәүсығанаҡтан (Урал батыр (эпос) / 1910 йылда М. Буранғолов Ғ. Арғынбаев һәм Х. Әлмµхәмәтовтан яҙып алған. ¤фµ, 2014. 196 бит – проект авторы филология фәндәре кандидаты Г.В. Юлдыбаева) алыуҙары дµрµҫ булған, тип баһалайбыҙ. Шуға күрә, беҙҙеңсә, конкурста ҡатнашыусылар башҡарыу µсµн тексты ошо китаптан алһа, отошлораҡ булыр ине.
«Урал батыр» эпосы халҡыбыҙҙың мифологияһы һәм донъяға ҡарашы тураһында бай мәғлүмәт һаҡлап ҡына ҡалмай, милли мәҙәниәтте, шул иҫәптән шиғри башҡорт телен нәҫелдән нәҫелгә тапшыра килә. Милли мәҙәниәтебеҙҙең идеаль ядроһын тәшкил иткән «Урал батыр» эпосын яттан һµйләү, сәхнәләштереү, тәү сиратта, туған телде µйрәнеүгә булышлыҡ итә. Шуға күрә конкурста ҡатнашыу йәш сәсәндәр µсµн телмәр мәҙәниәтен, сәхнәлә үҙ-үҙеңде тота белеү оҫталығын, хәтер ныҡлығын, актерлыҡ һәләтен күрһәтеү, эпостың йµкмәткеһен тамашасыға еткерә алыу кеүек сифаттарҙы һынауға тиң.
Тәү сиратта, эпосты һµйләү телмәргә ҡорола. Телмәр иһә әйтелеш үҙенсәлектәрен үҙ эсенә ала. Күләмле тексты хәтергә бикләй алыу менән бер рәттән, халыҡ алдына сығып, матур йәнле халыҡсан телмәр µлгµһµн күрһәтеү – конкурстың тµп талаптарының береһе. Күренеүенсә, был йәһәттән бәйгеселәргә һәм уларҙы әҙерләгән остаздарға артабан эшләйһе бар әле, сµнки телмәр хаталары йыш осрай. Улар, башлыса, дµрµҫ әйтелеш нормаларын белмәүгә йәки боҙоп ҡулланыуға ҡайтып ҡала. Шуларға туҡталып ки-тәйек.
Билдәле булыуынса, башҡорт теленең орфографияһы фонетик принципҡа ҡоролған, йәғни, ҡағиҙә µйрәткәнсә, «нисек ишетәбеҙ, шулай яҙабыҙ; нисек яҙылған, шулай уҡыйбыҙ». Был принципҡа таянып яҙыу уңайлы, ысынлап та, башҡорт теленең яҙыу ҡағиҙәләре аңлайышлы, еңел. Ләкин орфоэпияла (дµрµҫ әйтелештә) был принципҡа эйәреү хаталы телмәргә килтерә. Айырыуса бµгµнгµ ике теллелек шарттарында, рус теленең йоғонтоһо арҡаһында, телмәр µндәре лә яңылыш, руссалап әйтелә башлай. Айырып әйткәндә, түбәндәге телмәр хаталары йыш күҙәтелә.
1) Ике телдә лә ы хәрефе бер тµрлµ яҙылһа ла, башҡорт телендәге [ы] µнµ руссалағы [ый] µнµнә тап килмәй, шуға күрә батыр, атым кеүек һүҙҙәрҙә [ы] µнµ руссалағы кеүек [ый] рәүешендә әйтелһә, башҡортса яңғыраш боҙола.
2) Башҡорт орфоэпияһында айырым ҡағиҙә [и] µнµнµң әйтелешенә ҡағыла: ни, ти һүҙҙәрендә [и] µнµ [ей] кеүек әйтелергә тейеш: ни [ней], ти [тей], ләкин был ҡағиҙә йәш башҡарыусыларҙың ғына түгел, µлкәнерәктәрҙең дә телмәрендә һаҡланмай.
3) Алдағы осраҡта күрһәтелгән ти һүҙе – эпоста ҡулланылған иң актив һүҙҙәрҙең береһе, сµнки ул – эпик строфаны булдырыусы синтаксик сара:
Унда булған, ти, борон,
Йәнбирҙе тигән ҡарт менән
Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ...
Ата-әсә, ер-һыуы
Ҡайҙа тороп ҡалыуын
Үҙҙәре лә онотҡан, ти;
Икәүҙән-икәү шул ерҙә
Башлап ғүмер иткән, ти...
Конкурста сәхнәнән был һүҙҙең составындағы [т] µнµнµң әйтелеше лә күбеһенсә рус телендәгесә яңғырауы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Ике µндµң араһындағы айырманы аңлау µсµн башҡортса тел, һуңынан русса теленок һүҙҙәрен әйтеп ҡарап, һәр осраҡта [т] µнµнµң әйтелеш үҙенсәлеген иҫтә ҡалдырырға тырышырға кәрәк: русса нәҙек [т’] µнµн әйткәндә, телдең осо аҫҡы ҡырҡҡыс тештәргә барып терәлә, ә башҡортса әйткәндә, телдең осо µҫкµ тештәргә тейә. Шул уҡ иҫкәрмә тип, тигән, тине, тирәлә кеүек һүҙҙәргә лә ҡағыла.
3) Башҡорт теленең µндәр системаһын һәм орфоэпияһын фәнни нигеҙҙә µйрәнгән Ж.Ғ. Кейекбаев «Башҡорт теленең фонетикаһы» тигән хеҙмәтендә былай тип яҙа: «Башҡорт телендә йәнә специфик яңғырауыҡлы (билабиаль) [в] µнµ бар. Был µндµ һүрәтләү µсµн башҡорт алфавитында айырым хәреф алынмаған. Ул µн асылда һуҙынҡылар уратылышында һәм бер тµркµм сонор һәм яңғырауыҡлы тартынҡыларҙан һуң килгән б урынында әйтелә» (Кейекбаев Ж.Ғ. Башҡорт теленең фонетикаһы. ¤фµ: Башҡортостан китап нәшриәте, 1958. 91-се бит). Шуға бәйле рәүештә [б] µнµнµң дµрµҫ әйтелешенә ҡарата түбәндәге ҡағиҙәләр булдырылған:
а) [б] тартынҡыһы һүҙ эсендә ике һуҙынҡы араһында [в] рәүешендә әйтелә: бабай [бавай], тµбәп [тµвәп], ҡабығынан [ҡавығынан], ҡабырсаҡтан [ҡавырсаҡтан], ебәрегеҙ [йевәрегеҙ], шыбыр-шыбыр [шывыр-шывыр] һ.б.;
б) һүҙ эсендә [v], [ж], [з], [ҙ], [й], [л], [р] тартынҡылары эргәһендә [в] рәүешендә әйтелә: ялбыр [йалвыр], тәүбә [тәvвә] һ.б.;
в) һүҙбәйләнештә тәүге һүҙ [v], [ж], [з], [ҙ], [й], [л], [р] тартынҡыларына тамамланып, икенсеһе [б] µнµ менән башланһа, [в] рәүешендә әйтелә: юл буйы [йулвуйы], күп йыл буйы [күп йылвуйы] һ.б.;
г) шулай уҡ [б] µнµнµң һаңғырау пары [п] ике һүҙ араһында ике һуҙынҡы араһында килһә, [в] булып әйтелә: отоп алған [отовалған], барып инә [барывинә], кµтµп ала [кµтµвала], тотоп ашарлыҡ [тотовашарлыҡ] һ.б.
4) Ике һуҙынҡы араһына йәки [v], [ж], [з], [ҙ], [й], [л], [м], [н], [ң], [р] µндәренән һуң тура килгән һаңғырау [к] һәм [ҡ] тартынҡылары ла яңғырауланып әйтелә башлай: ҡашыҡ-аяҡ [ҡашығайаҡ], кеше күрмәйсе [кешегүрмәйсе], ауырыу-һыҙлау күрмәгән [аvырыv-һыҙлаv гүрмәгән], һәр кем [һәргем], тура килмәҫме [турагилмәҫме] һ.б.
5) Телмәр динамикаһында һүҙҙәрҙе бер интонация менән әйтер урынына айырып әйтеү осраҡтары күренә, шул сәбәпле хаталар барлыҡҡа килә: бал ҡорттары – [балғорттары], тереләй ергә күмелде – [йергәгүмелде], юҡ итергә сыҡҡанмын – [йуғитергә], кеше-маҙар килмәгән [кеше-маҙаргилмәгән] һ.б.
6) Айырым һүҙҙәрҙә баҫымһыҙ ижектәрҙә һуҙынҡы µндәр әйтелмәй: айырым [айрым], олоғайыу [олғайыу], яңылыш [яңлыш], бойороҡ [бойроҡ], арыҫлан [арҫлан] һ.б.;
7) нк, нҡ, нг, нғ µн ҡушылмалары дµрµҫ әйтелештә ңк, ңҡ, ңг, ңғ рәүешендә әйтелә: егенке [егеңке], йыуынғы [йыуыңғы] һ.б.
Шул рәүешле эпосты халыҡсан тел менән башҡарыу, хәрефкә эйәрмәй, орфоэпия ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап итә. Түбәндәге µҙµктµң дµрµҫ әйтелешенә иғтибар итәйек:
«Һау булығыҙ» [һаv вулығыҙ], — тигән [тейгән] дә,
Арыҫланына [арҫланына] менгән [меңгән] дә
Ҡатил батша [ҡатил ватша] йортона
Урал ҡарап [ғарап] киткән, ти [тей].
8) Хәҙерге башҡорт телендә тағы бер ҡалыплашҡан ҡараш йәшәп килә: «Тµп башҡорт һүҙҙәрендә баҫым даими урынлы, йәғни ул, ҡағиҙә булараҡ, һүҙҙең аҙаҡҡы ижегенә тµшә, һүҙгә аффикстар ҡушылған һайын һуңғы ижеккә күсә бара: кеше, кешеләр, кешеләргә» (Хәҙерге башҡорт теле. Педагогия институтының башланғыс кластар факультеты студенттары µсµн дәреслек / Яуаплы ред. З.Ғ. Ураҡсин, К.Ғ. Ишбаев. ¤фµ: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. 93-сµ бит). Был ҡағиҙә бµтә осраҡта ла ҡулланыла ала, тип уйлау яңылыш әйтелешкә сәбәпсе була. Асылында ҡағиҙәнән иҫкәрмәләр бар, улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:
а) баҫым -дыр/-дер, -тыр/-тер, -ҙыр /-ҙер, -лыр/-лер киҫәксәләренә тµшмәй, уларҙан алдағы ижеккә тµшә: булғандыр, килгәндер;
Минең әсәм Һомайҙыр, (Һомайҙыр тип әйтеү – хата)
Минең атам Ҡояштыр. (Ҡояштыр – хата)
б) баҫым ҡылымдың -ма/-мә юҡлыҡ аффиксына тµшмәй, шул аффикстың алдындағы ижеккә тµшә: ҡалдырмай, әйттермәй;
в) баҫым -мы/-ме, -мо/-мµ һорау киҫәксәләре алдындағы ижеккә тµшә: килгәнме, ҡайтҡанмы;
г) баҫым хәбәрлек категорияһы ялғауҙары алдындағы ижеккә тµшә: егетһең, йµрµмәмен, уҙғанһың, килгәнһең;
Самрау тигән батшаның
Һомай тигән ҡыҙымын;
Алтын сәсем тарҡаһам,
Нурға илде күмәмен.
ғ) һорау алмаштарында баҫым тәүге ижеккә тµшә:
Был ҡарт менән был ҡарсыҡ
Ҡайҙан бында килеүен,
Ата-әсә, ер-һыуы
Ҡайҙа тороп ҡалыуын
Үҙҙәре лә онотҡан, ти.
д) Логик һәм эмфатик баҫымдың дµрµҫ ҡуйылмау осраҡтары ла күҙәтелә. Логик баҫымды дµрµҫ ҡуйыу µсµн тексты иғтибар менән уҡырға, уның йµкмәткеһен аңларға, һµйләмдең тµп фекерен, маҡсатын билдәләргә кәрәк.
Был тµркµм орфоэпик ҡағиҙәләр мотлаҡ үтәлергә тейешле, улар йәнле, матур, тәбиғи телмәрҙең нигеҙен тәшкил итә.
9) Юғарыла күрһәтелгән типик орфоэпик хаталарҙан тыш, һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәләрен аңлап етмәү осраҡтары ла күҙәтелде. Мәҫәлән: ҡан да эсмәй, ит еймәй тигәндә «ашау» мәғәнәһендәге боронғо тµрки ейеү һүҙе ҡулланылған, иҫкергән һүҙҙе аңламағас, сығыш яһаусылар ит эймәй тип әйтеп үтә. Икенсе миҫал: ҡаҙан аҫып, ут яғып алар донъя кµтмәгән тигәндә µҙµктµ башҡараусы арҡаһына тоҡ аҫыу ишараһын яһай – был да һүҙҙең мәғәнәһенә тµшµнµп етмәү арҡаһында килеп сыҡҡан хата. Тимәк, эпос туҡымаһында осраҡлы һүҙҙәр булмай тигән фекерҙе онотмай, һүҙҙең айышын аңлау µсµн, бәлки, һүҙлектәргә йышыраҡ мµрәжәғәт итергә кәрәктер.
10) Халыҡ алдында яңғыраған әҫәр – текст, телмәр, костюм, музыка, хәрәкәт, мµхиттән уҡмашҡан дµйµм ҡабул ителгән бер тамаша. Тағы ла бер күҙәтеү сығыштарҙы биҙәп килгән музыкаға бәйле. Сәхнә әҫәре булараҡ, халыҡ ижады µлгµһµн сәхнәләштергәндә иң отошло ярҙамсы элементтарҙың береһе музыка була, әлбиттә. Башҡарыусылар бик матур, сағыу музыкаль фон уйлап табалар, тµрлµ инструменттарҙа уйнап, милли музыка ҡоралдарыбыҙҙы ла үҫтерәләр. Шулай ҙа айырым осраҡтарҙа ҡулланылған кµй тексҡа тура килмәүен билдәләп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, башҡорт халыҡ кµйҙәре була тороп, боронғо эпосҡа фон рәүешендә «Ғәлиәбаныу» кµйµн алыу дµрµҫ түгел.
Шулай итеп, алда билдәләп үтелгәндәр «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларға йәки башҡарырға ниәтләнеүселәргә тәғәйенләнгән, телдең халыҡсан, шыма яңғырашы µсµн әһәмиәтле иҫкәрмәләр. Уларҙы күҙ уңында тотоп әҙерләнеү конкурста сығыштың уңышын тәьмин итер, тыңлаусыларға онотолмаҫлыҡ тәьҫир итер, тип ышанабыҙ.
Эпос – халыҡ ижады емеше, шуға күрә уны башҡарыу тексты боҙмай, башҡорт халҡының йәнле һµйләү теле менән атҡарылһа, әҙәби телдең орфоэпик нормалары һаҡланһа, ҡомартҡыбыҙ ҙа ысын халыҡсан булып яңғырар, йәштәрҙең телмәрен байытыусы биҙәк булыр. Уҡытыусылар, әсәй-µләсәйҙәр, µлкәндәр, балаларҙы конкурсҡа әҙерләп, иҫ киткес ҙур эш башҡара. Бµгµнгµ гаджеттар заманында, аҙна һайын яңы технологиялар барлыҡҡа килгәндә, мµхит үҙгәрә, кешенең донъяға ҡарашы һәм үҙ-үҙен ҡабул итеүе башҡасараҡ була. Йәш быуын ҡыҫҡа клип рәүешендә ысынбарлыҡты ҡабул итергә күнегә, иғтибарҙы бер нәмәгә йүнәлтеү һәләте кәмей. Һµҙµмтәлә уҡыуға мµнәсәбәт үҙгәрә, әҙәби әҫәрҙәр уҡылмай, тимәк, классика тигән тµшµнсә үҙе үк үҙгәрә. Элегерәк классик әҫәрҙәрҙе әҙәбиәт буйынса дәреслектәр, хрестоматиялар формалаштырһа (ә был иһә күбеһенсә ошо әсбаптарҙы тµҙµүселәрҙең ихтыярына ҡайтып ҡалған булһа), хәҙер был функцияны интернет селтәре үтәй. Һµҙµмтәлә бала классик әҫәрҙәр тип, мәҫәлән, Корея йәнһүрәттәрен, тµрлµ сит ил әҫәрҙәрен (йышыраҡ – уйындарын), уларҙың геройҙарын µлгµ итеп ала. Тимәк, классик әҫәр тигән тµшµнсә ғµмүмән юғала.
Ошо шарттарҙа тыуған яҡтың һутлы телендә ижад ителгән, халыҡтың рухи терәге булған эпостарҙы ятлатыу, популярлаштырыу, уларҙы һµйләүҙе тергеҙеү, халыҡ ижадына иғтибарҙы йүнәлтеү үтә актуаль мәсьәлә генә түгел, аңлы шәхес тәрбиәләүҙең иң мµһим ысулдарының береһенә әйләнә. Был юлда туған телдең матурлығы, ябай бµйµклµгµ, аһәңлелеге йµкмәтке менән форманы тоташтырыусы үҙәк була, рухи ҡомартҡыларыбыҙҙың тәрән мәғәнәле, фәһемле текстары йәш быуынды донъяла үҙен белеп йәшәргә µйрәткән аңлы шәхес кимәленә күтәрә. Тик быуаттар тµпкµлµнән килгән, милли ғорурлығыбыҙ булған эпик текстарҙы үҙгәртмәйек, уларҙы башҡарғанда яңғырашын боҙмайыҡ, туған телебеҙҙең матурлығын һаҡлайыҡ, халыҡтыҡы халыҡса булып ҡалһын!
Г.Р. ХӨСӘЙЕНОВА, Г.Н. ЙӘҒӘФӘРОВА, Г.Һ. БОХАРОВА,
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре,
филология фәндәре докторҙары