«Ҡусты алып ҡайтығыҙ»

Бөгөн Башҡортостан "Китап" нәшриәте магазинында билдәле башҡорт радиожурналисы, «Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ҡасим ҡыҙы Ғәлиева-Йәғәфәрованың балалар өсөн ижад ителгән "Ҡусты алып ҡайтығыҙ" китабының исем туйы үтте.

«Ҡусты алып ҡайтығыҙ»«Ҡусты алып ҡайтығыҙ»
«Ҡусты алып ҡайтығыҙ»

Йәнле, йәмле был сарала авторҙың хеҙмәттәштәре - радио-телевидение хеҙмәткәрҙәре, "Тамыр" телеканалы балалары, яҙыусылар, республика баҫмалары вәкилдәре ҡатнашты. Балалар авторҙың шиғырҙарын ҙур ихласлыҡ менән һөйләне, йырҙар менән ҡыуандырҙы. Йырсы Дамир Тайыповтың ғаилә сығышы ихласлығы менән һоҡландырҙы.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, башҡорт балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, шағирә Миңлегөл Тайсина һ.б. шиғырҙарҙың нәҡ балалар өсөн балаларса яҙылыуын билдәләне, авторға яңы уңыштар теләне. Нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева матур китапҡа матур яҙмыш юраны.

«Ҡусты алып ҡайтығыҙ»
«Ҡусты алып ҡайтығыҙ»
«Ҡусты алып ҡайтығыҙ»
«Ҡусты алып ҡайтығыҙ»
«Ҡусты алып ҡайтығыҙ»
«Ҡусты алып ҡайтығыҙ»
«Ҡусты алып ҡайтығыҙ»
«Ҡусты алып ҡайтығыҙ»
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас