Милли рух тәрбәләүселәр

«Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсынан Шәрипова Альбина Илдус ҡыҙы менән Ләйсән Миңниәхмәт ҡыҙы Хәсәнова ҡыҙын аэропорттан ҡаршы алдылар. 2024 йылда еңеүсе Әлиә Ишдәүләтова иһә ғаиләһе менән шатлыҡ уртаҡлашырға килеп еткәйне. Икенсе тапҡыр Башҡортостаныбыҙ еңеүсе! Альбина Илдус ҡыҙы Хәйбулла районының Маҡан ауылы ҡыҙы. 2015 йылда «Шатлыҡ»балалар баҡсаһында үҙ хеҙмәт юлымды башлай. – Мин шундай матур, яҡты балалар баҡсаһында эшләүемә бик шатмын. Балалар менән эшләү минең күңел саҡырыуым, ҡанатландырыусым! Яратҡан эшем, ғаиләм бар. Өс бәхетле балаларҙың бәхетле әсәһемен. Башҡортостанға еңеү менән ҡайтыуыма шатмын.Һәр саҡ алға барырға һәм бер ваҡытта ла бирешмәҫкә! – тигән девиз менән алға атлайым, ти ул. Ә Ләйсән Хәсәнова бай тарихлы уҡытыусылар династияһы вариҫы.  – 40 йыл мәктәпкә бағышлаған һәм уны етәкләгән олатайым Ибраһим Сабир улы бөйөк төркиәтсе Жәлил Кейекбаев менән бергә эшләгән.

Милли рух тәрбәләүселәрМилли рух тәрбәләүселәр
Милли рух тәрбәләүселәр

Уларҙы профессиональ мөнәсәбәттәр генә түгел, ә дуҫтарса мөнәсәбәттәр ҙә бәйләй: ғалим йыш ҡына ҡунаҡҡа килә. Фәнни фекер алышыуҙар һәм башҡорт халыҡ йырҙарын күңел менән башҡарыу менән тулы осрашыуҙар ғаилә йылъяҙмаһының бер өлөшө булған. Әсәйем, көслө математик, логиканың ҡәтғи матурлығын, ә ғаилә – мәғрифәтселек ҡиммәтен аса. Мин уларҙың юлын ғорурлыҡ менән дауам итәм. Башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәре миңә туған тел һәм мәҙәниәт байлығын һаҡлап ҡалырға һәм тапшырырға, балаларҙы тамырҙарын өйрәнергә, уларҙың уңыштарын күрергә һәм улар менән бергә үҫергә рухландырырға мөмкинлек бирә», – ти Ләйсән Миңниәхмәт ҡыҙы.

Афарин, ҡыҙҙар! Ысынлап та, республикабыҙҙа мәғариф системаһын үҫтереүҙә тотороҡлолоҡ һаҡлана. Бай, яғымлы, көслө туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ!

 

Милли рух тәрбәләүселәр
Милли рух тәрбәләүселәр
Милли рух тәрбәләүселәр
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас