

Конкурсҡа Мәүлит Байгилде улы Ямалетдиновтың шиғырын яттан һөйләп, видеоға төшөрөргә һәм видеояҙманы “Мәүлит ЯМАЛЕТДИН. Хәтер ҡуласаһы” төркөмөнә ебәрергә, йәки #ЯмалетдиновМ#Видеоконкурс хештегы менән үҙ сәхифәгеҙгә ҡуйырға.
Конкурс еңеүселәре жюри тарафынан ҡатнашыусының сығыш яһау оҫталығына ҡарап билдәләнә (шиғырҙы уҡып түгел, ЯТТАН һөйләүсегә өҫтөнлөк бирелә).
Видеояҙма сифатлы (яҡшы ишетелергә һәм күренергә) һәм беренсе тапҡыр ебәрелергә тейеш (элекке конкурстарҙың эштәре ҡабул ителмәй).
Конкурсҡа йомғаҡ 2027 йылдың 1 февралендә яһала.
Был яҙманы үҙ сәхифәгеҙгә күсереп алырға һәм “Мәүлит ЯМАЛЕТДИН. Хәтер ҡуласаһы” һәм “Модельная библиотека № 24 «Тамыр» (с.Сосновка)” төркөмдәренә яҙылырға.
Конкурс еңеүселәрен билдәләү һәм бүләкләү: Онлайн-видеоконкурс еңеүселәренә (3 урын) һәм номинанттарға (номинациялар конкурс һуңында билдәләнәсәк) электрон форматта Дипломдар һәм Рәхмәт хаттары ебәреләсәк.
Конкурста ҡатнашыусы ЗАЯВКА ебәрергә тейеш:
- Ҡатнашыусының исем-шәрифтәре
- Белем биреү ойошмаһының ҡыҫҡартылған атамаһы (уҡыусыларға)
- Йәшәгән урыны
- Нисә йәш
- Баланы әҙерләгән педагогтың исем-шәрифе (уҡыусыларға)
- Шиғырҙың (әҫәрҙең, китаптың) тулы исеме
Жюри ағзалары:
Мәүлит Зиннәт улы Кәримов – яҙыусы, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы;
Мөнирә Рәмил ҡыҙы Ғәйфуллина – Белорет районы Сосновка ауылының “Тамыр” модель китапханаһы мөдире;
Зөбәржәт Мәүлит ҡыҙы Ғәлишина – Мәүлит Ямалетдиновтың ҡыҙы, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте хеҙмәткәре.
ИҪКӘРМӘ:
Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге ҡануниәтенә ярашлы, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ата-әсәһенең (законлы вәкиленең) яҙма Килешеүенән (Согласие) тыш, конкурстың сәхифәһенә 18 йәшкә тиклемге конкурсанттарҙың ҡатнашлығындағы видеоларҙы ҡуя алмайбыҙ. Конкурс сығыштары яҙылған видеоны баҫтырырға риза булған ата-әсәләрҙән ҡултамға ҡуйылған Килешеүҙең сканланған (йәки фотоға төшөрөлгән) күсермәһен конкурстың Ойоштороу комитетының электрон адресына (mavlitkarimi@mail.ru) йәки “Мәүлит ЯМАЛЕТДИН. Хәтер ҡуласаһы” төркөмөнә ебәрергә.
Сығанаҡ: