Ватанға тоғролоҡ

Яңыраҡ Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ округы Тәхәлем урта мәктәбендә яҡташ-шағир Хәй Мөхәмәтйәров тыуыуына 115 йыл тулыуға бағышланған  бишенсе «Хәй уҡыуҙары» үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ватанға тоғролоҡВатанға тоғролоҡ
Ватанға тоғролоҡ

«Ватанға тоғролоҡ» – шулай атарға ҡуша күңел әҙәби-мәҙәни сараны. Сөнки, ул бер яҡтан М.Хәй исеме менән сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, икенсенән, әле барған МХО хәлдәренә ҡайтарып тәрән кисерешәргә сорнай. Әҙәби уҡыуҙарҙың бер яғында – уҡыусылар әҙерләгән йәнле сығыштар, ә икенсе яҡта – заман менән бәйле тәрбиә бурысы йөкмәгән ололар майҙаны.

Майҙан хужалары Тәхәлем урта мәктәбе әҙәби уҡыуҙарҙы тәүге тапҡыр ойоштороуға ҡарамаҫтан сараға яуаплы ҡараны. Өфө, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларынан килгән ҡунаҡтарҙы уҡытыусылар коллективы берҙәм йола буйынса дәррәү йыр-моң менән ихлас ҡаршы алды. Яҙыусы-ғалим Рәшит Хәкимов, шағир Урал Ҡолошов, тыуған яҡты өйрәнеүселәр – Йәнфиҙә Ваһапова менән Венера Ғәйнетдинова, илдең төрлө төбәктәренән йыйылған М.Хәйҙең туғандары – байрамға төҫ биргән мәртәбәле ҡунаҡтар булды.

Ҡоншаҡ округы уҡытыусылары менән уҡыусылары тәүҙә тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында майҙан ҡорҙо. М.Хәҙең ширҙарын һөйләне уҡыусылар, уларҙың сығыштарын йыр менән бейеү биҙәне. Ә инде сиселештә  «Тоғролоҡ» тип аталған халыҡ уйыны семинарҙың ысын асышы булғандыр. Был хаҡта сараны әҙерләүсе Земфира Ирек ҡыҙы Байрамғәлина:  «Совет осоронда шағир М.Хәй быуынын тәрбиәләгән уйынды тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙән яҙып алып сәхнәләштерҙек», – тине эшенән ҡәнәғәтләнеп.

Артабан ололар майҙан тотто. Яҙыусылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр сығыш яһаны.  «Аҡ тамыр» тип исем алған М.Хәйҙең туғандары байрам уртаһында булды. Педагогик хеҙмәт ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Венера Ғәйнетдинова әҙәби уҡыуҙарға йәнлелек индерҙе:  «Ғаиләлә улар өсәү үҫкәндәр, Хәҙең тағын Барый исемле ағаһы булған», – тип һөйләп үтте шағир биографияһына яңылыҡтар индереп. Олатай васыятын яңыртып МХО менән бәйле үҙҙәре ижад иткән заман шиҙырҙарын яңғыратты данлы шағир нәҫеле.

Мәктәп музейын ҡарағанда, «Хәтер» стенды алдына барып баҫҡас та, МХО яугирҙәренең фотоһүрәттәре алдында өнһөҙ баш эйҙе ҡунаҡтар.

Әҙәби уҡыуҙарҙа ҡатнашҡан уҡыусылар «Йәншишмә» редакцияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Майҙан хужалары – Тәхәлем урта мәктәбе менән М.Хәй исемендәге Хәлит ауыл китапханаһы байрам аша тигәндәй яңы әҙәби китаптар менән байытылды. Ә инде семинарҙы хуплап ҡатнашыусы уҡытыусыларҙың һәр берһенә, әле килеп башҡорт баҫмаларына яҙылыу компания барышында, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының июль һаны дәртләндереү рухында, әүҙемлек теләп, бүләк итеп тапшырылды.

Ҡамса МОРТАЗИН, Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе.

Фотолар Ҡоншаҡ округы сайтынан алынды.

Ватанға тоғролоҡ
Ватанға тоғролоҡ
Ватанға тоғролоҡ
Ватанға тоғролоҡ
Ватанға тоғролоҡ
Ватанға тоғролоҡ
Ватанға тоғролоҡ
Ватанға тоғролоҡ
Ватанға тоғролоҡ
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас