

Таланттар ере – Баймаҡ районының гүзәл тәбиғәтле Баймырҙа ауылында күмәк балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ бәләкәйҙән тырыш, маҡсатлы, эшкә сымыры булып үҫә. Яу юлдарын кисеп ҡайтҡан фронтовик атаһынан ҡатҡыл холоҡҡа, эшһөйәрлеккә өйрәнһә, телгә маһир, йыр-көйгә оҫта әсәһенән тел күркәмлеген, халыҡ моңдарының аһәңлеген һеңдерә. Татыу ғаиләлә бер-береһенә ярҙамлашып, эшкә өйрәнеп үҫә ҡыҙ-малайҙар. Сәмиғулла ағай почтальон булып эшләй, шуға ла балалар яңы буяу еҫе генә аңҡып торған гәзит-журналдарҙы күреп, тәүҙә матур төҫтәренә ҡыҙығып, һүрәттәрен ҡараһалар, аҙаҡ хәреф таный башлағас, таратып өлгөргәнсе уларҙы тиҙ генә уҡып та ҡуялар. Мәктәптән һуң Әминә уҡыуын Сибай педагогия училищеһында дауам итә. Тырышып уҡыу, практикала уҡыусылар алдында тәүге тулҡынландырғыс дәрестәр биреү, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү, матбуғатта яҙышып, тәүге уңыштарға һөйөнөү кеүек матур мәлдәр менән шаулы студент йылдары тиҙ генә үтеп тә китә.
Сибай педагогия училищеһын тик яҡшы билдәләргә тамамлаған йәш һәләтле белгесте юллама менән республикабыҙҙың иң төньяҡ-көнбайыш сигендә урынлашҡан Илеш районының Һеңрән мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Ә был мәлдә республикала төньяҡ-көнбайыш райондарҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға иғтибарҙың көсәйгән сағы була. Шуға ла Мәғариф министрлығы, төбәктең ҡатмарлы шарттарын иҫәпкә алып, унда көслө, белемле белгестәрҙе генә ебәрергә күрһәтмә бирә. Педагогик хеҙмәт юлын башларға торғанда атаһы уға ышаныс менән ҡарап, онотолмаҫлыҡ мәртәбәле кәңәшен бирә: «Ҡыҙым, укытыусыға үҙ исеме менән генә түгел, атаһының исемен дә ҡушып өндәшәләр. Ә минең исемемдә – затыбыҙ исеме. Затыңа тап төшөрмә!».
Яугир атаһының был һүҙҙәренең мәғәнәһе тәрән аңлап, уны эшенең, ғүмеренең девизы кеүек ҡабул итә Әминә Сәмиғулла ҡыҙы. Бына шулай, мәғариф министрлығы йөкмәткән оло бурысҡа зат, ырыу өсөн яуаплылыҡ тойғоһо ла өҫтәлә. Һеңрән мәктәбенең ул саҡтағы мәктәп директоры Тимерйән Шәйхиән улы Шәйхәйҙәров йәш белгесте ҙур теләк менән ҡаршы ала. Тәүге дәресенән үк уның тәбиғи һәләтен, балалар менән аралашыу оҫталығын, дәрестәренең методик яҡтан ныҡлы уйланылған, төрлө алымдар менән байытылған булыуын күреп: «Һинән талантлы уҡытыусы сығасаҡ, һөнәреңә хыянат итмә», – тип ҡанатландыра. Хеҙмәт юлында тәүге аҙымдар яһаған уҡытыусыға етәксеһенең ошо һүҙҙәре ҡанат ҡуя, эшенә тағы ла яуаплыраҡ ҡарарға өйрәтә, аҙымдарын ышаныслыраҡ итә. Тормошонда ауырлыҡтар осрағанда һәр саҡ атаһынының алтын кәңәше, тәүге етәксеһенең һүҙҙәре, маяҡ кеүек алға әйҙәй, яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәй уны.
Һеңрән ауылында эш бәхетен генә түгел, ғүмерлек йәрен дә тап итә Әминә. Ошо ауылдың уңған егете Фирдинант менән танышып, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Тиҙҙән йәш ғаилә Нефтекама ҡалаһына килеп төпләнә. Был ҡала Әминә Сәмиғулла ҡыҙының матур хеҙмәт биографияһының иң сағыу биттәрен һаҡлай. Яңы асылған педагогия училищеһында башҡорт теле бүлеге асып ебәреү, уҡытыусылар әҙерләү, уларға методик ярҙам күрһәтеү, балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе методик ҡулланмалар менән тәьмин итеү, артабан университет филиалында факультеттың нигеҙен нығытыу, ҡалала ҡоролтай эшен йәнләндереү – былар барыһы ла Әминә Сәмиғулла ҡыҙының күп көс һәм белем һалған фиҙаҡәр хеҙмәт емештәре.
Педагогия колледжында эшләү дәүерендә матбуғат менән ныҡлап дуҫлаша ул. Республиканың төрлө баҫмаларында төньяҡ-көнбайыш төбәк һөйләше үҙенсәлектәре, урындағы халыҡтың йәшәйеше, ойошторолған саралар тураһында даими сығыш яһай, был эшкә буласаҡ уҡытыусыларҙы ла йәлеп итә. Бынан тыш был төбәктең район гәзиттәре менән дә тығыҙ бәйләнеш булдыра. Уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге, алдынғы студенттары тураһында мәҡәләләр баҫтыра. Был юҫыҡтағы эшмәкәрлеген күҙәтеп барған остазы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәсимә Минебулат ҡыҙы Ураҡсина уның яҙмаларын хуплап, төплө кәңәштәре менән ярҙам итә. «Мәҡәләңдән нур бөркөлөп торһон! Туған телебеҙҙең һутын һеңдереп яҙ!», – тип йүнәлеш бирә ул. Хөрмәтле уҡытыусыһынын ошо һүҙҙәре уның күңелендә уйылып ҡала, телебеҙ ынйыларын тәрәнерәк өйрәнергә этәргес бирә.
«Тотош төньяҡ-көнбайышта башҡорт теленең, әҙәбиәтенең, мәҙәниәтенең үҫеүенә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Бөгөн уҡыусыларымдың күбеһе һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, уңышлы эшләй. Улар араһында етәксе эшен башҡарыусылар ҙа бихисап. Уҡыусыларымдың яулаған үрҙәрен, ҡаҙаныштарын күреп сикһеҙ шатланам», – ти бөгөн ветеран уҡытыусы. Әминә Сәмиғулла ҡыҙының уҡытыу, кешеләр менән аралашыу оҫталығын тиҙ арала күреп ҡалалар һәм Нефтекама ҡалаһы мәғариф идаралығына баш белгес итеп эшкә саҡыралар. Тап ошонда уның ойоштороу һәләте тулыһынса асыла: ҡалала башҡорт гимназияһын асырға ярҙамлашыу, уның матди базаһын булдырыу һ.б. кеүек эштәр береһе лә еңел эшләнмәй, уларҙың һәр береһе туған телгә һәм халҡыңа хеҙмәт итеү тойғоһо, йөрәк йылыһы менән һуғарылған. Ошо осорҙа республикала Берҙәм дәүләт имтихандарын индереү буйынса ҙур эксперименттар башлана. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тестар төҙөү конкурсында Әминә Сәмиғулла ҡыҙы ла ҡатнаша һәм еңеү яулай. Уның авторлығындағы тестар йыйынтығы министрлыҡ тарафынан хуплап ҡабул ителеп, барлыҡ уҡытыусыларға таратылыуы етәксе-уҡытыусының эшенә юғары баһа була.
Ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килгәс, Ә.С. Раҡаева хеҙмәт юлын Өфө авиация техникумында, артабан «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһында дауам итә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә дәрәжә биләмәһен, кешелеклелек, тырышлыҡ, һөнәргә бирелгәнлек, үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләү кеүек күркәм сифаттар биҙәй уны. Яуаплы вазифалар биләүенә ҡарамаҫтан, тормошонда ижадҡа һәр саҡ ваҡыт таба. Матбуғатта баҫылған мәҡәләләре, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Бармаҡ уйындары», «Уйнайыҡ уйлап ҡына» исемле китаптары, студенттар өсөн «Башҡорт теле һәм телмәр мәҙәниәте» дәреслеге — былар барыһы ла уның ижади ҡарашлы педагог булыуын күрһәтә. Әлбиттә, тормоштағы иң ҙур ҡаҙанышы – уның татыу, матур ғаиләһе. Фердинант ағай менән өс ҡыҙ үҫтереп, уларҙы лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләп, барыһына ла юғары белем биреп, оло тормош юлына сығаралар. Бөгөн Әминә Сәмиғулла ҡыҙы – бәхетле ҡатын, һөйөклө әсәй, алты ейәне өсөн хәстәрлекле өләсәй. Янында ҡәҙерле ғаиләһе, тоғро дуҫтары, ихтирамлы коллегалары һәм, иң мөһиме, үҙ эшен дауам итерлек меңәрләгән уҡыусыһы булған ветеран уҡытыусы бөгөн дә атаһының ҡәҙерле кәңәшен онотмай, һөнәренә тоғро булып, зат-ырыуы исемен ҡәҙерләп йәшәй.
Хөрмәтле Әминә Сәмиғулла ҡыҙы! Оло ғүмер үренә аяҡ баҫҡанда ла һеҙҙең күңелегеҙ көр, маҡсаттарығыҙ яҡты, хыялдарығыҙ бейек булһын! Үҙегеҙ яңғыратҡан баян моңдары кеүек дәртле, оҙон ғүмер насип булһын һеҙгә! Ҡотло булһын күркәм юбилейығыҙ!
Г.Ф. ШАҺИЕВА, Башҡортостандын атҡаҙанған уҡытыусыһы