Барыһы ла Еңеү өсөн
29 Января 2025, 10:29

Ғ. Ғәлина. Шәйехзада Бабич ижадын проект технологияһы буйынса өйрәнеү

Шәйехзада Бабич ижадын проект технологияһы буйынса өйрәнеү уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләй. Уларҙа универсаль уҡыу эшмәкәрлеге формалаштырыла, өҫтәлмә мәғлүмәттәр менән бергә, берҙәм эшләү күнекмәһе булдырыла.

Бөгөн, Рәсәй мәктәбен модернизациялауҙың төп элементы булып федераль дәүләт белем биреү стандарты тора, уны тормошҡа ашырыу «РФ мәғарифы тураһында»ғы яңы Закон менән нығытылған. Яңыртылған стандартҡа ярашлы уҡыусыларҙың үҙ аллы яңы белем алыу, мәғлүмәт менән эшләү, һығымталар яһау һәләтен формалаштырыусы ысулдар булараҡ проект һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә мөрәжәғәт итеү кәрәклеге тыуа. Икенсе төрлө әйткәндә, балалар бөгөн бергә эшләй ала икән, иртәгә уларҙың һәр береһе үҙ аллы эшләй аласаҡ. Был белем биреү процесына альтернатив формаларҙы һәм белем биреү эшмәкәрлеген алып барыу ысулдарын киң индереүҙе талап итә. Уҡыусыларҙың проект, тикшеренеү эшмәкәрлеге ФДББС-та теркәлгән, тимәк, һәр уҡыусы был эшмәкәрлеккә өйрәтелергә тейеш.

Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының VI класында уҡыусылар әҙәбиәт дәресендә Шәйехзада Бабичтың «Башҡортостан» шиғыры менән таныша. Был шиғырҙы өйрәнеү аша уҡыусыларҙа тыуған илебеҙгә, еребеҙгә, Башҡортостаныбыҙға һөйөү тәрбиәләү маҡсаты ҡуйыла. Дәресте проект технологияһы буйынса үткәреү ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәк. Билдәле булыуынса проект технологияһы дүрт этаптан тора. Беренсе “проектҡа сумыу” этабында бөтә класс өсөн уртаҡ тема һайлана. Проблема билдәләнә. Фәнни гипотеза тәҡдим ителеүе мөмкин. Гипотезанан сығып һәр төркөм өсөн темасыҡтар билдәләнә. Артабан ижади төркөмдәрҙә эш башлана. Тикшеренеү эшенә материалдар әҙерләнә, яуап бирелергә тейеш һорауҙар ҡуйыла, төркөмдәргә эш бүленә, әҙәбиәт һайлана. Проект ҙур булһа, уҡытыусы алдан эштәр, һорауҙар әҙерләп ҡуя һәм уҡыусыларға тәҡдим итә. Ҙур булмаһа, уҡыусылар был эштәрҙе үҙ аллы башҡаралар. Эҙләнеү эшмәкәрлегендә уҡыусылар бер береһенә эш барышы тураһында мәғлүмәт бирәләр, проблеманы бергәләп хәл итәләр. Проектлау эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләрен яҡлау формалары билдәләнә. Уҡыусылар төркөмдәрҙә, һуңынан класта эҙләнеү һөҙөмтәләрен ниндәйерәк формала күрһәтәсәктәре, яҡлаясаҡтары тураһында кәңәшләшәләр. Эштең һөҙөмтәһе булып ҡағыҙҙа, мониторҙа схема, таблица, презентация, газета макеты, видеофильм, альбом, әҙәби сценарийҙар, китапсыҡ һ.б. тора ала. Өсөнсө этапта алдан килешелгән форма буйынса проекттың яҡларға сығарыла торған һуңғы варианты эшләнә. Дүртенсе йомғаҡлау этабында проект яҡлана. Проекттың баһалау критерийҙары түбәндәгесә:

1) һайланған теманы нигеҙләү, формалаштырған тема эстәлегенең ҡуйылған маҡсаттарға һәм бурыстарға тура килеүе (1– 3 балл.);

2) грамоталы сығыш (0 – 2 балл.);

3) сығыш яһауҙың сифаты, материалды белеүе (1– 3 балл.);

4) проектты тәҡдим итеү сифаты (1– 3 балл.);

5) бәхәс ойоштора белеү, үҙ идеяларыңды дөрөҫ яҡлай белеү (0 – 3 балл.);

6) өҫтәмә бал (креативлыҡ өсөн) – 1 балл. Барлығы – 15 балл.  

12-нән 15-кә тиклем – «5»ле; 10-дан 12-гә тиклем – «4»-ле; 7-нән 10-ға тиклем – «3»-лө; уҡыусы 7-нән дә кәмерәк балл йыйған осраҡта «2»-ле билдәһе ҡуйыла.

Бөтә класс өсөн уртаҡ тема итеп “Бабич ижадында Башҡортостан образы” тигән теманы алырға мөмкин.

1-се төркөм Ш. Бабичтың тормош юлына күҙәтеү яһар. Уларҙың проект эше «Ш. Бабич эҙҙәре буйлап» тип аталыр. Уның Башҡортостан булһын өсөн эшләгән эштәрен иҫкә төшөрөрҙәр. Ижадында Башҡортостан образының бирелешен ҡарарҙар.

2-се төркөм Ш. Бабичтың «Башҡортостан» шиғырын хәтергә  төшөрөп, хәҙерге көн менән бәйләр һәм китапсыҡ эшләр.

1-се төркөм карта менән эш итә. Бабичтың булған ерҙәрен йондоҙ менән билдәләйҙәр һәм ҡыҫҡаса А3 ҡағыҙына шул йондоҙҙарҙың нимә аңлатҡанын теркәп баралар. Мәҫәлән: картала Дүртөйлө районы Әсән ауылына йондоҙ ҡуялар. А3 ҡағыҙына “1895 йылдың 2 ғинуарында Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуған” тип теркәйҙәр. Икенсе йондоҙҙо Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһенә ҡуйырға кәрәк (әгәр ҙә донъя картаһы булһа). 1910 йылда ул ҡаҙаҡ далаларына сығып китә. Киләһе йондоҙҙо  Өфө ҡалаһына ҡуялар. А3 ҡағыҙында “1911 йылдың көҙөндә Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә” тип яҙыла. Ошонда уҡыусылар уҡытыусы ярҙамында 1914 – 1916 йылдарҙа Ш. Бабич ижадының иң өлгөрөп еткән емешле  осоро икәнлеген билдәләп китә ала. Туған халҡына, иленә булған мөхәббәте уның «Халҡым өсөн», «Кем өсөн», «Көтәм», «Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде» кеүек шиғырҙарында сағылған. Троицк ҡалаһына ҡуйылған йондоҙ уның 1916 йылда «Ғәлиә»не тамамлап мөғәллим булып шул ҡалала эшләй башлауын күрһәтә. Артабан йондоҙ Ырымбур ҡалаһына теркәлә. 1917 йылда ул бер ни тиклем ошо ҡалала урынлашҡан «Ҡармаҡ» журналы редакцияһында эшләй. Уның үҙе иҫән сағындағы берҙән-бер китабы «Йәш Башҡортостан. Зәңгәр йырҙар»ы ошо ҡалала донъя күрә. Был йыйынтыҡта «Ҡурайҡайға», «Салауат батыр», уҡыусылар өйрәнгән «Башҡортостан» һ.б. шиғырҙары ингән. Был йыйынтыҡ тулыһынса патриотик рухтағы әҫәрҙәрҙән тора. Йылайырға ҡуйылған йондоҙ уның һуңғы төйәге икәнлеген белдерә. 1919 йылдың 28 мартында Ш. Бабич ҡыҙылдар тарафынан вәхшиҙәрсә үлтерелә.

2-се төркөм уның «Башҡортостан» шиғыры өҫтөндә эшләй. Был юлы шиғыр бер ни тиклем икенсе яҡтан тикшерелә. Башҡортостандың бөгөнгөһө менән бәйләп анализлана. Был төркөм китапсыҡ эшләй ала.

Арыҫландар үҙ ерен

Залимдарҙан тапатмаҫ,

Тапаймын тип атлаһа,

Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.

Китапсыҡҡа бөгөн үҙ ерен залимдарҙан тапатмаған махсус хәрби операция геройҙарының фотолары ҡуйыла һәм ҡыҫҡаса ҡаһарманлыҡтары яҙыла. Мәҫәлән, Фәнис Хөсәйенов батырлығы.

Ул 1998 йылдың 14 майында Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылында тыуған. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған. Фәнис 2022 йылдың  3 сентябрендә «тел», йәғни мөһим хәрби мәғлүмәттәр белгән кешене әсирлеккә алғанда танылыу яулай. Бындай бурыстар хәүефлелеге менән айырылып тора, сөнки дошман тылында разведчикҡа ярҙам итеүсе юҡ. Әммә Хөсәйеновҡа етәкселек ҙур ышаныс бағлай һәм егет уны тулыһынса аҡлай. Бурысты үтәгәндә хәрби бәрелеш була, беҙҙең яугиргә БТР-ҙа ете кеше һөжүм итә. Фәнис уларҙың икеһен юҡ итә, береһен әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡаса. Разведканан яугир йәйәүләп түгел, ә дошман БТР-ына ултырып ҡайта. 5 сентябрҙә Американың «Хаймарс» системалары Рәсәй отрядын утҡа тота. Хөсәйеновтың яҡташтарының береһе контузия ала, яралана. Яугир уны емереклектәр араһынан алып сығып, хәрби госпиталгә илтә. Йәнә бер тәүлектән беҙҙекеләр биләгән позицияларға ВСУ көстәре һөжүм итә. Бәрелештә генерал-майор яралана, Фәнис уны дошмандан тартып алынған БТР-ҙа госпиталгә алып килә. Ҡыйыулығы һәм зирәклеге өсөн Хөсәйенов «Сая Фәнис» ҡушаматын ала. Фәнис Хөсәйенов 2022 йылдың 20 декабрендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.

Шул юҫыҡта башҡа геройҙар тураһында ла китапсыҡҡа мәғлүмәттәр теркәлә.

Башҡортостан  гөлбостан,

Былбылстан, нурбостан,

Шунда тыуған, шунда үҫкән

Башҡорт тигән арыҫлан...

Тәүге юлдарға ҡеүәт итеп, бөгөн ысынлап та Башҡортостаныбыҙ гөл-сәскәләргә күмелгән гөлбостан икәнлеген иҫбатлап китапсыҡҡа үҙҙәре йәшәгән төбәктең матурлығын сағылдырған фотоһүрәттәрҙе йәбештерә ала. Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгәндәр һуңғы осорҙа ҡаланы төҙөкләндереү буйынса эшләгән күп эштәрҙе һанай ала:

 Ағиҙел яры буйы. Уңайлы, сағыу, заманса.. Ул бөгөндән ҡала кешеләре һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял урынына әйләнде, күптәр бында фотоға төшөү өсөн дә килә. Яр буйында һәр кем үҙе өсөн ҡыҙыҡлы нәмә табасаҡ – хозур Ағиҙел йылғаһын ҡарарға, ижад һәм спорт менән шөғөлләнергә була.

«Ете ҡыҙ фонтаны». Опера һәм балет театры эргәһендә башҡорт халыҡ легендаһына нигеҙләнеп эшләнгән фонтан да иғтибарға лайыҡ.

Совет майҙаны. Майҙан уртаһында легендар яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйылды.

«Бейеүсе торналар» фонтаны. Ҡала мәҙәниәт һарайы янындағы был данлыҡлы фонтан “Имәнкәй” скверында лайыҡлы урынын алды. 

«Беренсе май» паркы. Быуаһы таҙартылды, ә уның уртаһында фонтан эшләй башланы. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, амфитеатр, ял биләмәһе, кафелар селтәре булдырылды.

«Ҡашҡаҙан» паркы. Һупайлы биҫтәһендә күлдең яр буйында пирстар барлыҡҡа килде. Паркта амфитеатрҙар, ял итеү зоналары, балалар өсөн һәм спорт майҙансыҡтары, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары ҡуйылған. Парктың төп объекты – күл уртаһында заманса музыкаль фонтан барлыҡҡа килде.

«Арт-квадрат». Ул музейҙар, театрҙар, клубтар шоу-румдар һәм кафелар менән күршеләш. Уңайлы скверҙар, граффити, скульптуралар, урам кинотеатры, асыҡ һауа аҫтындағы сәхнә азатлыҡ рухын тыуҙыра.  Аҙна һайын “Арт-квадрат”та кино күрһәтелә, концерттар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа матур саралар үтә.

Шул рәүешле башҡа объекттар тураһында ла мәғлүмәт бирелә.

Уралҡайҙың аҫты алтын,

Өҫтө шиғыр, үҙе нур;

Киләсәктә был ергә

Хоҙай үҙе ҡыҙығыр;

Был юлдарҙы уҡығандан һуң Башҡортостандағы ер аҫты байлыҡтары –  нефть, газ, алтын, көмөш, баҡыр һ.б. тураһында һөйләшеү ойошторорға була.  

Өҫтө шиғыр – тигән юлдарҙы иҫбат итеү өсөн Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм уларҙың уҡыусылар өйрәнгән шиғырҙарын һанап, фотоһүрәттәрен китапсыҡҡа индерергә мөмкин:

Мәжит Ғафури (1923)

Рәшит Ниғмәти (1959)

Мостай Кәрим (1963)

Сәйфи Кудаш (1964)

Рәми Ғарипов (1992)

Рауил Бикбаев (1993)

Назар Нәжми (1993)

Әнғәм Атнабаев (1997)

Тимер Йосопов (2003

Марат Кәримов (2003)

Александр Филиппов(2004)

Абдулхаҡ Игебаев (2010)

Ҡәҙим Аралбаев (2011)

Факиһа Туғыҙбаева (2014)

Гөлфиә Юнысова (2015)

Хәсән Назар (2017)

Тамара Ғәниева (2019)

Рауил Шаммас (2021)

Рәшит Шәкүр (2021)

Роберт Паль (2021)

Гүзәл Ситдиҡова (2022).

Дәрестең һуңғы этабында һәр төркөм үҙҙәренең проект эшен яҡлап сығыш яһай. Әлбиттә, 45 минут ваҡыт эсендә бындай ҙур эште башҡарып сығыу өсөн алдағы дәрестә уҡыусыларға өйҙә кәрәкле материалдарҙы әҙерләп килергә ҡушыла. Уҡытыусы үҙе лә ярҙам итә.

Шулай итеп, Шәйехзада Бабич ижадын проект технологияһы буйынса өйрәнеү уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләй. Уларҙа универсаль уҡыу эшмәкәрлеге формалаштырыла, өҫтәлмә мәғлүмәттәр менән бергә, берҙәм эшләү күнекмәһе булдырыла.

 

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас