Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Октябрь 2025, 10:11

Батыр даны ҡайтты тыуған төйәгенә

Рәсәй  Геройы Тамерлан Илһамовҡа Әбйәлил районы Асҡар ауылында бюст асылды.

Батыр даны ҡайтты тыуған төйәгенә
Батыр даны ҡайтты тыуған төйәгенә

Тамерлан Илһамов 1994 йылда  Әбйәлил районы  Асҡар ауылында  тыуған.  2022 йылдың июлендә  ул етәкләгән  зенит ракета артилллерия  батареяһы  ракета  һөжүменә  ҡаршы  тора.  Прапорщик  үҙҙәре торған позицияны утҡа тотоуҙы  һорай.  Икенсе  урынға  күскән ваҡытта  зенит комплексына ике ракета  килеп  эләгә. Расчет һәләк була.  Рәсәй  президенты  Указы  менән Тамерлан Илһамовҡа  үлгәндән һуң  Герой  исеме  бирелә.

Яугир хөрмәтенә Асҡарҙың Таһир Кусимов исемендәге гимназияһы фасадында мемориаль таҡтаташ  ҡуйылған.

Яңыраҡ Асҡарҙа батыр яҡташыбыҙға бюст асылды. Уны скульпторҙар  Хәлит Ғәлиуллин һәм Рафаэль Зиннуров эшләгән.

Батыр даны ҡайтты тыуған төйәгенә
Батыр даны ҡайтты тыуған төйәгенә
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас