Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
1 Февраль , 16:22

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ хаҡында районыбыҙ етәкселеге, халыҡ әленән-әле хәстәрлек күрә. Һалдаттарға ярҙам итергә теләгәндәр араһында битараф булмаған төрлө йәштәге кешеләр, шәхси эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, депутаттар ҙа бар.   Бөрйән районы Ҡолғана ауылында йәшәүсе Махсус хәрби операция яугирының әсәһе Венера Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәховаға ауылдың уҡытыусы ғаиләһе Ҡәмәр Йәғәфәр ҡыҙы һәм Сәғит Мөхәммәтша улы Яҡуповтар бик ҙур ярҙам күрһәткәндәр.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

– Ошо ял көндәрендә үҙ техникаһында ике ҡыҙымдың уҡытыусыһы Сәғит Мөхәммәтша улы Яҡупов бик күп күләмдә, ярҙам итеү маҡсатында, ҙур рулондар менән ҡапҡабыҙға бесән алып килеп бушатты. Матур итеп рәтләп, урынлаштырып та сыҡты. Шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы. Ауылыбыҙҙың яҡшы күңелле, ярҙамсыл ғаиләһенә ғаиләбеҙ исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, уларға ғаиләләренә именлек, тормош ҡыуаныстары, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Ныҡ итеп беҙҙе ҡыуандырғанда үҙҙәре лә ҡыуанып йәшәһендәр, алдарына уйламағанса ҡыуаныстар килһен, – ти яугирҙың әсәһе Венера Сәйәхова һәм уның мәктәптә уҡыған ике ҡыҙы Эльмира һәм Гөлйөҙөм.
   Ярҙамсыл ғаилә Яҡуповтар, үрҙә бәйән иткәнемсә, икеһе лә Ҡолғана мәктәбендә бик оҙаҡ йылдар эшләйҙәр: Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Ҡәмәр Йәғәфәр ҡыҙы –  мәктәп етәксеһе, Ҡолғана ауыл Советы депутаты Сәғит Мөхәммәтша улы – спорт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, мәктәптә арымай-талмай эшләүсе, алдынғы ҡарашлы физкультура уҡытыусыһы, ауылдаштарына кәрәк саҡта һәр саҡ ярҙамға ынтылыусы, кәңәшсе лә.
     Ысынлап та, Яҡуповтар ғаиләһенең был ярҙамы бөгөн бик ҡәҙерле, кәрәкле һәм ваҡытлы ине. Ярҙамдары бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ!
Ҡолғана ауылының хәстәрлекле, миһырбанлы ғаиләһенә  ҙур итеп рәхмәт, якшылыҡтары якшылыҡ булып ҡына ҡайтһын үҙҙәренә.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,

Бөрйән районы.

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас