Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
14 Февраль , 12:29

«Изгелек» тәрҙең изгелеге

Беҙҙең Бөрйән районында  яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү йәһәтенән күләмле эштәр башҡарыла, даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәрелә. Был изге эштәрҙә хакимиәт вәкилдәре, район халҡы, ирекмәндәр, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ балалар әүҙем ҡатнаша. Уҡыусылар ҙа, ололар менән бер рәттән, яугирҙарға ярҙам итәләр: маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре эшләйҙәр, хаттар ҙа яҙалар. Был яҙмам Байназар ауылында ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы Яҡшыбаева ойошторған ҡатын-ҡыҙҙар «Изгелек» ирекмәндәр төркөмө тураһында.  

«Изгелек» тәрҙең изгелеге
«Изгелек» тәрҙең изгелеге

- Илебеҙҙә ҡапыл хәлдәр ҡатмарлашып киткән ауыр осорҙа - 2022 йылда беҙ ирекмәндәр төркөмөн Байназар ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә әүҙем ауыл халҡы менән ойоштороп ебәргән инек. Бөгөнгө көндә, Байназар ауылы хакимиәте башлығы Нуриман Нуретдин улы Әминев менән килешеп, хакимиәт урынлашҡан бинаның бер йылы бүлмәһен ҡулайлаштырып алдыҡ. Йыйылып  селтәрҙәр үрәбеҙ, бер беребеҙгә йылы, яҡшы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйбеҙ,тура килгәндә тәмле сәйҙәр эсеп, хәбәрләшеп, алдағы көндәргә пландар ҡороп, уй-фекерҙәр менән уртаҡлашабыҙ.

Әле лә гуманитар ярҙам йөҙөнән яугирҙарыбыҙға күмәкләп әйберҙәр йыябыҙ. Шулай уҡ кемдер ярҙамға аҡсалата өлөшөн индерә.

Ауылыбыҙ чатына белдереү яҙып ебәрһәм, шунда уҡ Өфөлә йәшәгән ярҙамсыл ауылдаштарыбыҙ Рәйлә Әхмәт ҡыҙы Шагаева, Иҫәнғолова Зифа Ризаитдин ҡыҙы, Бөрйән килене Сәғитов Таһир Хәйрулла улының тормош иптәше Гөлнур Сәғитова даими рәүештә аҡсалата ярҙам күрһәтә һала.

Иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бөгөн дә бер көн дә ҡалдырмай, хөкүмәт эшенә килгән һымаҡ, ваҡытына ғына килеп етәләр, маскировкалау селтәре бәйләүгә лә, шәмдәр эшләүгә лә, аҡсалата, әйберләтә, шулай уҡ иҫкермәй торған ризыҡтар менән ярҙам күрһәтеүгә лә һәр даим ярҙамдарынан өҙмәй.

Тиҙ арала аҡса күсерә алһағыҙ, яҡшы булыр ине йәки маскировка селтәренә материал алырға кәрәк ине, тип яҙыуым була, йүгереп 500-әр аҡсаларын тота һалып, миңә алып килеп тапшырып та китәләр.

Аҡса йыйыуға ауылдаштар ҙа ҡуй ,тимәйҙәр, һәр саҡ ярҙамға ынтылған халыҡ йәшәй беҙҙә. Аҡса йыйырға башлаһаҡ, юл ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләүсе, ауылдашыбыҙ Айрат Роберт улы Баязитов, мәғариф ветераны Фәнүзә Фәхрәзе ҡыҙы Ҡарағолова, Сәлимә Тимер ҡыҙы Исламғолова, Мөхәмәтйәнова Бүләкбикә Зәкир ҡыҙы, Мәсәғүтова Гөлкәй Ғәлимйән ҡыҙы  һәм дин юлында булған ауылдаштарыбыҙ ҙа һәр саҡ аҡсалата ярҙам күсерә һалалар.

 Аҡса байтаҡ тупланғас, районға аҡсаны үҙ мәлендә тапшырып торам.

Шунда уҡ Белореттан барып материалдар алып килеп, селтәр бәйләп, тиҙ арала тапшырабыҙ.

Был эшкә ирекмәндәр яуаплы ҡарай. 2022 йылдан алып бөгөнгәсә был эшкә тоғролар.

Дүрт йыл инде районыбыҙҙан яҡлау ебәрелгән һайын һанһыҙ дана селтәр бәйләп тапшырҙыҡ.

Изге эштән  хөрмәтле ветерандар ҙа ситтә ҡалмай.

Бөтә ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған ветеран уҡытыусы, Байназар мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Зөләйхә Сәхи ҡыҙы Иманғолова, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, элекке Байназар участка дауаханаһы медсестраһы, эшләү дәүерендә ҡайһы саҡ баш табип Мөбәрәк Мансур улы Ишморатов урынында баш табип йөгөн дә тартҡан Гәүһәр  Ҡарағолова, шулай уҡ сауҙа өлкәһе ветераны Әнисә Зәйнәғәбдин ҡыҙы Салауатова һәм башҡалар ҙа бар ошо тынғыһыҙ йөрәкле ирекмәндәр араһында, - тип ғорурлыҡ менән һөйләй бик оҙаҡ йылдар Байназар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе, мәғариф ветераны, Рабиға Ҡушаева исемендәге республика «Милләт әсәһе» миҙалы эйәһе Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы Яҡшыбаева.

 

Әйткәндәй, әүҙем ҡатнашып, даими рәүештә ярҙамсыларҙың түштәренә Бөрйән районы ветерандар Советы рәисе Олег Марс улы Ғәлиев ҡултамғаһы менән «МХО-ға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашыусы» миҙалдары ла тағылған.

Бына шулай ҡаһарман батырҙарыбыҙҙың рухын күтәреп, Еңеүҙәргә дәртләндереп, барыһы ла Еңеү өсөн тигән Башҡортостан Республикаһы башлығы Мөрәжәғәтнамәһендәге һүҙҙәргә ҡушылып,ярҙамдарынан өҙмәй , даими ерлектә ойошоп эшләй һәм йәшәй байназарҙың дуҫ, татыу, берҙәм, үҙ эштәренә үтә лә яуаплы ҡараған "Изгелек" төркөмө ирекмәндәре. Етәкселәре лә шәп уларҙың. Ул - Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы Яҡшыбаева.

- Еңеү тиҙҙән генә беҙҙең яҡта буласаҡ! - тиҙәр улар.

 

Сәйҙә  СӘЙӘХОВА,

Бөрйән районы, Байназар ауылы.

«Изгелек» тәрҙең изгелеге
«Изгелек» тәрҙең изгелеге
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас