+15 °С
Облачно


Артабан Пермь ҡалаһындағы хәрби авиация училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Ҡыҙыл Армияның Пермь ҡалаһындағы Хәрби-Һауа флотында хеҙмәт итә. Әммә күп тә үтмәй, ғаилә хәле буйынса тыуған ауылына ҡайта. Өләсәйем Сәкинә Юлдаш ауылының иң һылыу ҡыҙына өйләнә ,Ҡарағол һәм Дамир исемле улдары үҫеп, уҡып лайыҡлы кеше булалар. Азаматовтар нәҫеле бөгөн дә дауам итә.
Шәмиғол Азаматов үҙенең фоторәсемдәре артына: «Беҙ киткәс тә хәтергә алығыҙ», тип яҙа торған булған. Хәтерләйбеҙ,ғорурланабыҙ!
Ләлә ЙӘНЕКӘЙЕВА-АЗАМАТОВА