Хәтер – оло бүләк...

ХӘТЕР – ОЛО БҮЛӘК ...   Ергә яҙҙар ҡайта. Ярһыу яҙҙар менән яҙылып тыуған яҡҡа ҡоштар ҡайта. Беҙ ҙә шулай, йыл һайын һынылышлы алыҫ йылдарға әйләнеп ҡайтып, ҡәҙерле исемдәрҙе һағынып, иҫкә алабыҙ. Хәтер – оло бүләк, – тигән, донъяла танылған атаҡлы конструктор, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Социалистик хеҙмәт һәм Рәсәй Геройы, яҙыусы Михаил Калашников. Һуғыш – йөрәк ярып тыуған, мәңгелек ут булып яралған изге тема. Бөйөк Ватан һуғышы, Афған яралары, һәм әле килеп Махсус хәрби операция. Ата менән ул, әсә менән бала, оло менән кесе – барын-барын берсә, тотош Ер шарын, ялҡын булып бәғерҙе өтөп, ялмап алған тере хәтер ... Бөйөк Еңеү байрамы тантана иткән мәлдә Силәбе шағирҙары бар йөрәктән бер тауыш булып: «Һәйкәлдәргә сәскә һалығыҙ», тиҙәр.   Ҡамса МОРТАЗИН, Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе.  

Хәтер – оло бүләк...Хәтер – оло бүләк...
Хәтер – оло бүләк...

Яугир һыҙлана

Көҙгә тартым төн,
Һибәләй ямғыр.
Йонсоуҙан йонсоп,
Һыҙлана яугир.

Яу һалған яра
Белдерә үҙен.
Еңеллектәр бир,
Бир, Хоҙай, түҙем.

Унда, алыҫта,
Яуҙаш дуҫтары.
Уларҙы уйлап,
Яна эстәре. 

Мәхшәр уттарын
Йәш башы күрҙе:
Йә дошман — һине,
Йә уны — үҙең.

Ир-егет даны
Яуҙа еңеүҙә!
Улар ынтыла
Бөйөк Еңеүгә!

... Сикһеҙ уйҙарҙа
Яугир һыҙлана.
Ана, майҙанда
Тере Ут яна.

           Алыҫ түгел

 

Әсә ҡабатлай доғаһын: 

“Йә Раббым, Аллаҡайым, 

Яуҙан иҫән генә ҡайтһын 

Улғынам-балаҡайым. 

 

Йә Раббым, ярҙамың бирсе, 

Көс-ҡеүәт бир түҙергә. 

Яугирҙәргә ярҙамың бир                     

Алыштарҙа еңергә! 

 

Фәрештәләрең һаҡлаһын 

Беҙҙең һәр бер яугирҙе. 

Һәр кем илкәйенә ҡайтһын, 

Үтеп хәтәр яу ҡырын!” 

 

...Кемдеңдер ғәзиз балаһы, 

Кемдеңдер ғәзиз ире, 

Ҡусты, ағаһы, еҙнәһе 

Ул Ватандың яугире. 

 

Алыҫта алыштарҙа, тип 

Тағы кемдер ҡабатлай. 

Алыҫ түгел, эргәбеҙҙә 

Яуҙың шәүләһе атлай. 

 

Минең өйөм ситтә, тиеп 

Кемдер әйтте тағы ла. 

Ана, ҡара, күршеләрең 

Сикһеҙ тәрән ҡайғыла. 

 

Һәр беребеҙгә ҡағыла 

“Алыҫ”тың зәһәр еле. 

Ситтә ҡалыу – енәйәт ул, 

Оран һалғанда илең! 

 

...Доғаһын әсә ҡабатлай: 

“Йә Раббым, Аллаҡайым, 

Яуҙан имен генә ҡайтһын 

Ҡәҙерлем-балаҡайым”...

Яйыҡбикә, Верхнеуральск районы Межозерный ҡасабаһы.

*****

Һалдат

Ысын егет – сая бөркөт,

Тормаҫ бурандан өрөп.

Илде һаҡларға китә ул,

Ҡулына ҡорал тотоп.

Йәшәһәң йәшә шаулатып,

Йөрөмә ерҙе буяп.

Атлағанда ер һелкенһен,

Торма йәнеңде аяп.

Күк күкрәтеп килһәң ине

Түшеңә орден тағып.

Ауылдаштар ҡаршы алыр

Юлдың сатына сығып.

Дошманыңа туры ҡара,

Алма унан күҙеңде.

Һинән алда даның ҡайтһын

Данлап тыуған илеңде.

Нәзилә АҪЫЛБАЕВА, Магнитогорск ҡалаһы.

*****

Азатлыҡ ораны

Алдарымда – билдәһеҙлек, 

Ут–ҡара һөрөм.

Ҡасан ғына еңгән инек, 

 Аһ, яна ерем ...                                                                              

Луганск, Донбасс тиеп, 

Ҡул һуҙа «дөмбәҫ».

Йәнен бирер егеттәр күп, 

Ҡан сыға тимәҫ.

Ситтән ҡарап тороу ҡайҙа,

Беҙгә – ят ғәҙәт. 

Луганск, Донбассты ҡурсып,

Һаҡлайбыҙ әҙәп.

Азатлыҡ, тип, оран һалғас,

Беҙ, сафта, бына. 

Дошман ояһын шартлатам, 

БПЛА, ҡана...   

Әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре 

Тиҙерәк кипһен. 

 Ер шарынан пәрей туйы 

 Мәңгегә китһен!

Мөхәммәт КАМАЛОВ, Арғаяш районы, Ҡуйһары ауылы.

   *****

                  

      Яралы һалдатҡа өндәшеү

Торсо, ятма, әйҙә, алға ағай,   

Ас әле тим, ас һин күҙеңде. 

Урал бөркөттәре ҡыйып оса,

Әйтсе әле батыр һүҙеңде.                                                                                                                                                                                                      

Һине көтә Илмән тау буйҙары, 

Көтә һине ауыл – шуны бел!

Дошмандарҙы еңеп елеп ҡайтсы, 

Һағынып көтә һине Тыуған ил!

   Гөлназ МОРТАЗИНА, Сосновка районы Табын ауылы.

*****

Торғандары менән Салауат...

       Хакимов Эмиль Абдулла улына 

Ябай ғына малай, кем уйлаған инде

Йөрәгендә ҡайнар ут барын?!

Асыҡ ҡараш, йылмайыуы – серле,

Ҡосоп алмаҫ тимә йорт зары...

Бәләкәйҙән сапсан, тура һүҙле ине,

Ә аҡылы – үткер, уҡ кеүек.

Мин бармаһам, кемдәр китә, – тине,

Атҡа атланғанда ут кеүек.

Атай, әсәй, зинһар, иламағыҙ,

Имен-аман илгә ҡайтырмын.

Аҡҡош һымаҡ йөҙөп тын күлдәргә

Дошман еңеп ҡайтып етермен.

...Ул беренсе булды яу сапҡанда,

Ҡуйынында уның ярһыу ат.

Тыуған иле өсөн ҡорбан булды,

Торғандары менән Салауат.

       Асия РАМАЗАНОВА, Арғаяш районы Бәләкәй Ултыраҡ ауылы.

*****

Барыбер ҡайтырбыҙ

       Эҙһеҙ юғалған хәрбиҙәр ауазы. 

1.

Юғалғандар, тигән һүҙгә, йәнем, 

Һин ышанма бер үк, үтенәм. 

Хәлдән килһә, һөйләтер ҙә инем, 

Һуғыш әжәленең үҙенән. 

Юғалтмағыҙ! Юҡ, тимәгеҙ беҙҙе. 

Ҡайтыр юлдар ғына ябылды. 

Тураҡланып бөткән яугирҙәр беҙ –

Маңлайҙарға шулай яҙылды. 

Юғалтмағыҙ беҙҙе. Беҙ ҡайтырбыҙ, 

Яҙын ҡоштар булып ҡағынып, 

Ямғыр булып ергә түгелербеҙ, 

Илаһағыҙ беҙҙе һағынып. 

Яҙын баҫыуҙарҙа, сәсеүҙәрҙә

Ер ҡыртышын бергә киҫербеҙ. 

Кәбән һалған мәлдә, күләгәлә

Шаян елдәр булып иҫербеҙ. 

2.

Һин туҡтатма, йәнем, башлап киткән, 

Тамамланмай ҡалған эшемде. 

Ауыр саҡтарында ҡурсалағыҙ, 

Әсәйемде – ғәзиз кешемде. 

Беҙ ҡайтырбыҙ, беҙҙең балаларға

Баҫтырмағыҙ "етем" мөһөрө. 

Яҡты булһын улар киләсәге, 

Аҡтан булһын хыял өйөрө. 

Һәр таң һайын һеҙҙе иркәләрбеҙ, 

Ҡояш нуры булып үпкәндә, 

Фәрештәләр булып ҡурсаларбыҙ, 

Янығыҙҙан йылан үткәндә. 

Онотмағыҙ, тултырмалар тығып, 

Һуғым аштарына йыйғанда, 

Ураҙала Тәрәүихҡа тороп, 

Ҡорбан салып ғибәҙәт ҡылғанда. 

Йома һайын өмөттәрҙе аҡлап, 

Доға уҡып, иҫкә алһағыҙ, 

Беҙ йәшәрбеҙ һеҙҙең йөрәктәрҙә, 

Тоғролоҡҡа тоғро ҡалһағыҙ. 

Ир намыҫын ҡуйып алдығыҙға, 

Талатмағыҙ, зинһар, илемде. 

Шат булырбыҙ, улдар, ҡыҙҙар табып, 

Ҡуштырһағыҙ беҙҙең исемде. 

3.

Онотмағыҙ Ватан сиктәрендә

Башҡорт һөйәктәре ятҡанын. 

Тормаҫ тимә, әллә ҡайҙан тойоп

Уралында йылҡы сапҡанын. 

Йөк 200 түгел, 300 түгел! 

Яу ҡырына яуҙы көлөбөҙ. 

Шартлап һибелде лә, томандарҙа

Тороп ҡалды һуңғы көнөбөҙ. 

Ҡайнар ҡандар һеңгән сит ерҙәрҙә

Сәскә булып, бәлки, атырбыҙ.

 Һалдат кирзаһына сат йәбешеп

Орлоҡ булып илгә ҡайтырбыҙ. 

Юлын табып, барыбер ҡайтырбыҙ. 

Эҙһеҙ юғалғандар тигән һүҙгә

Ышанмағыҙ, уның эҙе бар! 

Уй ҙа уйлап өлгөрмәгәндәрҙең

Тереләргә әйтер һүҙе бар. 

           Рәшиҙә РӘИС, Магнитогорск ҡалаһы.

*****

Һәйкәлдәргә сәскә һалығыҙ!                                                                                              

Әсәй мәрхүм менән менән һөйләшеү.

– Бына тағын килдең ҡәберемә,
Әкрен генә, ергә сүгәләп.
Йәшең тама ҡәбер таштарыма,
Сәскә үҫмәҫ тимә иркәләп...          

 Юлаҡ- юлаҡ көмөш сәстәреңдә,
Ҡайғыларҙан йөҙөң һурылған.
Сабырлыҡты усҡа төйнәһәң дә,
Кәртә-ҡапҡалары ҡуйылған.

– Иҫеңдәме, Әсәй, һөйләгәйнең,
Олатайҙың һуғыш йылдарын.
Кем уйлаған, ейән уҙыр, тиеп,
Олатайҙың үткән юлдарын.                                                                                                                  

Һәр кешегә тыумаҫ борон, беләм,
Маңлайына яҙмыш яҙыла.
Беҙҙең быуынға ла хәтәр мәшхәр,
Һуғыш ялҡындары яғылған...

 Аҙмы хыялдарым селпәрәмә килде,
Эшләнмәне күпме эштәрем,
Таң ҡыйылды. Һандуғастар моңо.
Ҡалды әйтелмәгән хистәрем...

– Йәшәр ғүмер бигерәк ҡыҫҡа була,
Күпме иңләһәң дә йыһанды.
Сал быуаттар аша бөркөт булып,
Ҡурсағандар ғәзиз Уралды...

 – Намыҫ таҙа, әсәй, выжданына,
Тап төшөрмәҫ үҫер быуындар.
Ҡанлы алыш туҡтар, етер ваҡыт,
Гөрләр Ватан Еңеү туйына

– Һеҙ иҫләгеҙ, бары онотмағыҙ,
Иртәләрен доға ҡылығыҙ,
Дошманына ҡаршы алыштарҙа
Һәләк була ҡалһа улығыҙ.                                   

Үткәндәрҙе ҡайтарыпҡай булмай,
Киләсәккә юлдар алығыҙ.
Һеҙҙең йөрәктәрҙә беҙ – шаһиттар,
Һәйкәлдәргә сәскә һалығыҙ!

Сафинә ХӘКИМОВА, Магнитогорск ҡалаһы.

Фото: com

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас