Батыр исеме мәңгелек!

Асҡын ауылының С.Д. Пономарев исемендәге 1-се урта белем биреү мәктәбендә лейтенант Эдуард Мостафин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Эдуард Айрат улы ошо мәктәптә белем алған. Махсус хәрби операция башланған осорҙарҙан алып алғы һыҙыҡта була, Суворов миҙалы менән бүләкләнә. Курск өлкәһе өсөн ҡаты алыштарҙа батырҙарса һәләк була, «Батырлыҡ өсөн» һәм генерал Шайморатов ордендары менән наградланған.

Батыр исеме мәңгелек!Батыр исеме мәңгелек!
Батыр исеме мәңгелек!

Таҡтаташты асыу тантанаһында Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары Руслан Сәйфуллин, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, мәктәп коллективы һәм уҡыусылары, яугирҙың ата-әсәһе Фәйрүзә һәм Айрат Мостафиндар, ҡыҙы Рената ҡатнашҡан.

– Таҡтаташ асыу – яҡташыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлау һәм уның батырлығына оло ихтирам күрһәтеү. Ул йәш быуынға Ватан алдында бурысын намыҫлы үтәгән сығарылыш уҡыусыбыҙ тураһында белгертеп тора – ти асҡындар.

Сығанаҡ: «Башҡорт донъяһы»

Батыр исеме мәңгелек!
Батыр исеме мәңгелек!
Батыр исеме мәңгелек!
Батыр исеме мәңгелек!
Батыр исеме мәңгелек!
Батыр исеме мәңгелек!
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас