Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Март 2020, 17:42

ИСЕМ-АТЫ ЮЙЫЛМАҪ МӨҒӘЛЛИМ

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе, тыумышы менән Көйөргәҙе районының Яманғол ауылынан булған Сынтимер Мөрсәлимов – илһөйәр, рухлы һәм энтузиаст ир-уҙамандарыбыҙҙың береһе. Ундайҙар, дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Сынтимер ағай, водитель булып эшләү менән бер рәттән, класташтарын йыйып осрашыу үткәрһенме, тыуған ауылын төҙөкләндереү буйынса өмә ойошторһонмо – барыһы ла ҡулынан килә. Былтыр йәй көнө уның менән бер әңгәмәләшкәндә уларҙы уҡытҡан уҡытыусыһы тураһында һүҙ сыҡты. Мин уға Фәтхелислам Байбулатовтың исемен берәй төрлө мәңгеләштереү кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуҙғаттым. Сынтимер ағай: «Рәхмәт һиңә, мырҙа, был идеяң өсөн. Уҡытыусыбыҙ, ысынлап та, ундай дан-хөрмәткә лайыҡ кеше. Оло йөрәкле шәхес булды ул. Уның исем-аты онотолорға тейеш түгел. Йәй көнө класташтарыбыҙ менән осрашыу үткәргәндә тап бына шул турала һөйләштек», - тине.
Былтыр, көҙ көнө, Яманғолда ошо мәсьәлә буйынса йыйылыш үткәрелгән. Ауылдаштары яратҡан уҡытыусыларына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйырға, уның исемендәге аллея булдырырға тигән берҙәм ҡарарға килгән. Сынтимер Мөрсәлимов, оҙаҡҡа һуҙмай, был изге эште еренә еткереп тә ҡуйған: мәктәп балалары менән берлектә ауылдаштарынан аҡса йыйып иҫтәлекле таҡтаташ эшләткән. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ул ауыл мәсете ихатаһында урынлаштырыласаҡ.
«Ниндәйерәк шәхес һуң ул Фәтхелислам Байбулатов?», - тигән һорау тыуалыр, бәлки, ҡайһы бер гәзит уҡыусыларҙа. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Раил Байбулатовтың атаһы ул. Халҡыбыҙ араһынан күтәрелеп сыҡҡан талантлы, юғары интеллектлы, кешелекле шәхестәребеҙҙең береһе ине Раил ағай. Әҙибебеҙҙең шундай абруйлы кимәлгә етеүендә уҡытыусы атаһының да роле ҙур булған, әлбиттә.
Фәтхелислам Мисбах улы Байбулатов бала сағында бик ауыр, ҡатмарлы тормош юлы үтә. Шуға ҡарамаҫтан, ул ысын ир-уҙаман дәрәжәһенә етеп, бар ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнай, бынамын тигән балалар үҫтерә.
Фәтхелислам ун бер йәшендә тере етем ҡала. Уны Нияҙғол исемле байға малайлыҡҡа биреп ебәрәләр. Бай малайҙы, аттың ҡойроғона бәйләп, Наҙар ауылына алып ҡайтып китә. Һуңынан иһә ауылдағы Ғәтиә исемле бер инәй был етем баланы, йәлләп, үҙенә аҫырауға ала.
Фәтхелислам Ғәтиә инәйгә оло ярҙамсы була. Буш ваҡыттарында китап уҡырға ярата. Баланың белем алырға ынтылып торғанын күргән хужабикә уны Ырымбурҙағы Карауанһарай педтехникумына уҡырға бирә.
Уҡыу йортон уңышлы бөтөп, Фәтхелислам Байбулатов тыуған яғына – Яманғол ауылына уҡытыусы булып эшкә ҡайта, Фатима Абдулла ҡыҙы Ибраһимоваға өйләнеп, донъя ҡороп ебәрә. Уларҙың бәхет, мөхәббәт емештәре булып ҡыҙы Роза, улы, йәғни буласаҡ башҡорт яҙыусыһы Раил тыуа.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк ауыл мөғәллиме фронтҡа алына. Ул 1943 йылда Днепр өсөн һуғыштарҙа элемтәсе булараҡ ҡатнаша. Йылғаны кискән ваҡытта отделениеның кәмәгә ултырып, ҡуҙғалыуы була, дошман ауыр пушкаларҙан снаряд яуҙыра башлай. Кәмәнең тирә-яғында һыуға төшкән снарядтар ярылып, һыуҙан кәбән кеүек һыу бағаналары күтәрелә. Бындай ҡот осҡос хәлгә ҡарамаҫтан, һалдаттар алға табан йөҙөүен дауам итә. Бер ваҡыт бәйләнеш өҙөлә. Был иһә йылғаны кисеүҙе тотҡарлай. Фәтхелислам, бер нимәгә ҡарамай, элемтәне төҙәтә, бәйләнеш ҡайтанан булдырылғас, яу тағы ла нығыраҡ ҡыҙа. Дошманға сигенеүҙән башҡа сара ҡалмай. Днепрҙы аша сығып, бер нисә саҡырым юл үткәс, дошман пуляһы тейеп, Байбулатов яралана. Госпиталдә ятып дауаланып сығырға тура килә уға. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнә. Еңеү көнөн Болгарияла ҡаршылай.
1946 йылдың көҙөндә тыуған тупрағына имен-аман аяҡ баҫа.
Фәтхелислам Мисбах улы ҡалған барлыҡ ғүмерен педагогик эшкә арнай. Ул ысын-ысындан яҡшы уҡытыусы, оҫта тәрбиәсе була. Уҡыусыларында кесе йәштән үк Тыуған илгә һөйөү, намыҫлы ҡараш, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй. Уға пропагандист та, ауыл советы депутаты ла, «Көйөргәҙе» совхозының Чкалов исемендәге бүлексәһенең халыҡ контроле төркөмө рәйесе булып та эшләргә тура килә. Йыш ҡына ауылдаштары алдында докладтар, лекциялар менән сығыш яһай. Быларҙың барыһын да Фәтхелислам Байбулатов вазифаһы буйынса түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса эшләй. Был яҡлап бер Яманғол ауылы өсөн генә түгел, райондаштары өсөн дә ысын өлгө булып тора. Ғаиләлә лә тоғро, ышаныслы тормош иптәше, балаларына өлгө күрһәтерлек ғаилә башлығы икәнлеген иҫбатлай. Ҡарағайға ҡарап ҡарағай үҫә, тип юҡҡа ғына әйтелмәй халҡыбыҙ мәҡәлендә. Ете балаһының да юғары уҡыу йортон тамамлауы шул хаҡта һөйләй.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ

Көйөргәҙе районы

Читайте нас: