Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март 2020, 15:59

М. Ҡунафиндың “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә» повесында заман темаһы

Ғ.Ғ. ҒӘЛИНА,М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, филология фәндәре кандидаты

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә замандаш образын, заман проблемаларын үҙенсәлекле яҡтыртҡан яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың әҫәрҙәре йылдан-йыл уҡыусылар күңелен яулай бара. Автор поэзия өлкәһендә лә, прозала ла берҙәй әүҙем эшләй.
Һуңғы арала Мөнир Ҡунафин заман темаһын яҡтыртҡан сираттағы повесын ижад итте. “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә” повесына эпиграф итеп автор Cыңғыҙ Айытматовтың «Может быть, великая живучесть человека именно в том и состоит, что не всегда и не все он может простить себе...» тигән һүҙҙәре алынған. Уҡыу барышында эпиграфтың әҫәр идеяһын тулыһынса асыуына инанаһың.
Ташлыйылға ауылының аҡһаҡалы Ситдиҡ ҡарт вафат булғас, уның ҡәберен бурар өсөн, ейәне Фәнил бейек ҡарағас­ты йыға – экспозицияла шул хаҡта бә­йән ителә. Артабан сюжет шул ҡарағасты йығыу ваҡиғаһына бәйле үҫтерелә.
Реализмды, фантастиканы, трагикомедияға хас сифаттарҙы, парадоксты үҙенә туплаған “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә” повесы баштан-аяҡ кинәйәгә ҡоролған.
Йәмғиәттә барған ҡырағай үҙгәрештәрҙең кеше һәм тотош халыҡ яҙмышына йоғонтоһо реаль картиналар аша асыла. Әҫәр башында өс егет тә маҡсатһыҙ, бөгөнгөһө менән генә йәшәгән, үҙҙәрен тормош ағымына ҡушылып ағыусы ярсыҡ һымаҡ хис иткән әҙәмдәр булып һынлана. Уларҙың ҡайһы бер түбән ҡылыҡтары ерәнеү тойғоһо уята. Егеттәрҙең араҡы менән томаланған баштарына хатта Фәнилдең олатаһының тимер аяғын музейға алып барыу уйы ла инә. Аяҡтың хужаһы менән ерләнеүен белгәс, ахырҙа, таянып йөрөгән таяғын музейға “һатырға” булалар. Тәү ҡарашҡа, был өсәүҙең бер ниндәй рухи ҡиммәттәре юҡ һымаҡ. Хатта баш төҙәтеү өсөн ауылдың сауҙагәре Хамматҡа барып, төрлө вәғәҙәләр биреп, кәмселеккә төшөп, эсергә алалар. Ә самогондың хаҡы – егеттәрҙең берәр ҡашы.
Башҡорт халҡында ҡашҡа бәйле “Күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек”, “Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарыу”, “Күҙ менән ҡаш ара­һында аҙашыу” кеүек мәҡәл-әйтемдәр бар. Әҫәрҙә иһә ҡаш символик мәғәнәгә эйә. Ҡаш күҙҙе бысраҡ инеүҙән һаҡлай, автор, геройҙарҙы һыңар ҡаш менән ҡалдырып, ир уртаһы егеттәрҙең кешелектән сығып барыуына, һуңғы сиккә килеп етеүҙәренә ишаралай.
Ҡашын ҡырҙырып, үҙенең түбәнселеккә төшөүен ғәфү итмәгән Фәнил, сауҙагәр Хамматҡа бурысын бирмәйәсәген белдереп, әшәке һүҙҙәр әйтә. Меҫкен хәлдә ҡалһа ла, ғорурлығын юғалтмаған Фәнил Хамматтың һарыуын ҡайната һәм ул прокуратураға ҡарағас ҡырҡылыуы тураһында ялыу яҙа. Ошо рәүешле әҫәр­ҙең берҙәм хәрәкәт үҫтерелешен билдәләйәсәк конфликт төйөнләнә. Артабан ошо конфликт, ғәжәп күп планлы ваҡиғаларҙы һәм ситуацияларҙы, төрлө характерлы образдарҙы үҙ эсенә алып, урғылып үҫә. Әйтергә кәрәк, әҫәрҙең сиселешенә тиклем ялыуҙы кем яҙыуы билдәле булмай. Был алым да авторға образдарҙы бар сағыулығында асыуға булышлыҡ итә, уҡыусыла әҫәрҙе ҡыҙыҡһынып уҡыу теләге уята. Тап шул ваҡиғанан һуң кешелектән сыға яҙған егеттәрҙең холҡо бөтөнләй икенсе яҡтан асыла. Улар, дуҫлыҡҡа тоғролоҡтарын иҫбат итеп, йәшәү ҡиммәттәрен яңынан барлап ҡарауға килеп етә. Фәнилгә, шәхси милеккә ҡул һуҙыуҙа ғәйепләнеп, 60000 һум тирәһе штраф һалына. Әлбиттә, бер ҡайҙа ла эшләмәгән егет был аҡсаны таба алмай. Шул саҡта бөтә ауыл халҡы уларҙың ғаиләһенә, кем нисек булдыра ала, шулай ярҙам итә. Әҫәрҙә һуңғы осорҙа йәмғиәттә таралған типик күренеш – власть органдарына, яҡлау һорап, хат менән мөрәжәғәт итеү ҙә күрһәтелә. Тик, тормоштағыса, бында ла министрға мөрәжәғәт ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Киреһенсә, Фәнилде район үҙәгенә һорау алырға алып китәләр. Изоляторҙа Фәнил төш күрә. Бында автор, төштө әҙәби алым булараҡ файҙаланып, геройына йәшәйешен үҙгәртергә кәрәклеген аңлатҡан һыҙыҡҡа алып килә. Олатаһы уға: “Һин ҡырҡҡан ҡарағастан таяҡ эшләп ултырам. Таяҡҡа әйләндергәнсе тағы бер ғүмер кәрәк булыр инде”, – ти. Ошо рәүешле ул Фәнилгә үҙе тамамлай алмаған эштәрҙең дауам ителергә тейеш­легенә ишара яһай.
Суррогат эсеп, аңы томаланған Шамил дауаханала Ғилман Ишкининдың “Ямаулыҡтар” китабынан диңгеҙ төбөнә батҡан аттар тураһындағы шиғырын уҡып тетрәнә. Ат йәнле егет авторҙы эҙләп табып, шиғырҙың аҙағын үҙгәртергә ҡушырға уйлай. Бында монолог-уйланыу диалоглаштырылған монолог менән ҡушыла. Уларҙа геройҙың үҙен тулҡынландырған һорауҙарға яуап эҙләү мәле, кешелеклелек һәм ҡаты бәғерлелек тураһындағы эмоциональ уйҙар ағышы сағылыш таба. Шиғырҙың йөкмәткеһе Шамилдың аң йүнәлешенә, рухи халәтенә бәйле. Монолог-уйланыуҙар йыш ҡына көсөргәнешле аҡыл эҙләнеүҙәрен, икеләнеүҙәрен, эске көрәште сағылдыра. Аң ағышы ҡулланылышы повестың идея йөкмәткеһен асыуға, ҡатмарлы күңел йәшәйешен тулыраҡ сағылдырыу­ға йүнәлтелгән. Эмоциональ-экспрессив эске телмәр, үҙ-үҙенә төбәп бирелгән һорау-өндәүҙәр уның психологик торош драматизмын, рухи сифаттарын аса.
Ул йылғаның осо-ҡырыйы юҡ,
Тулҡын һөйрәй хәлһеҙ аттарҙы,
Кешнәй-кешнәй һыу төбөнә китә
Бер-бер артлы йылҡы баштары…
Ошо юлдар геройҙа көсөргәнешле фекер эшмәкәрлеген, был хәл менән килешмәү тойғоһон уята, рухи һәм физик көсөн тупларға импульс, хәрәкәт итергә этәргес бирә. Ул, тәҙрә аша һикереп төшөп, дауахананан ҡасырға уйлай, тик аяғын һындырыу сәбәпле китә алмай.
Повеста хикәйәләүҙе бер төрлө, ялыҡ­тырғыс итеүсе монолог-хәтерләүҙәр генә түгел, эске монологтарҙың төрлө типтары ҡулланыла. Шамилдың дуҫтары менән тормош, кешеләрҙең ҡылыҡтары, ҡылған эштәре хаҡындағы фәһемле һөйләшеүҙәрен, сит кешеләрҙең әйткән һүҙҙәрен, үҙ-үҙе менән бәхәс кеүек төрҙәрен урынлы индерә.
Үрҙә бирелгән шиғыр юлдары юҡҡа алынмай, улар повесҡа ла исем бирә. Символик мәғәнәгә эйә шиғри юлдар – Фәнил, Шамил, Рәүеф кеүек аҙашҡан быуын вәкилдәренең, заманға яраҡлаша алмайынса, тормош диңгеҙендә батып барыуҙарына ишара. Аттар – ул азатлыҡ, саялыҡ, сафлыҡ, тоғролоҡ символы. Автор ат-символ аша аҫаба халыҡтың борондан йәшәгән ерҙәрен оятһыҙ рәүештә тартып, дөрөҫөрәге, алдаҡ менән һатып алып, уларҙы эшһеҙ ҡалдыр­ған, саф күңелле, этлек белмәгән тәбиғәт балаһын теҙ сүктергән замананың аяуһыҙ йөҙөн фашлай.
Башҡорт өсөн ат элек-электән ҙур әһәмиәткә эйә булған. Халыҡ ижадының төрлө жанрҙарында атҡа арналған әҫәрҙәр бихисап. “Аҡбуҙат” эпосы үҙе генә лә – атҡа мәдхиә йырлаған ҙур фольклор әҫәре. Повеста Радулов ҡушаматлы, шулай уҡ символик мәғәнәгә эйә тай хаҡында һөйләнелә. Ул район ойошторған бәйгелә әсәһе артынан сабып, бәйге аҙағында бейәне уҙып, беренсе булып килә, яныуҙан саҡ үлмәй ҡала. Был уның өсөн беренсе һәм һуңғы бәйге була. Иткә ебәрергә әҙерләнгәс, ат йәнле Шамил уны үҙенә ала, оҙаҡ тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра, тай аҙаҡ хужалыҡта ярап ҡала. Тай-символдың яҙмышы ла хужаһы яҙмышына ауаздаш. Талантлы егеттең тормошо юҫыҡтан тайпыла. Шиғри, нескә күңелле Шамил бик күп шағирҙарҙың әҫәрҙәрен яттан белә. Артыҡ хисле булғанлыктан, тап ул, сираттағы ағыулы самогонды эскәндән һуң, күңел сиренә дусар була. Тайы кеүек ул да, талантын тейешенсә файҙалана алмай, ваҡытынан алда янып, тормош уртаһында аптырап ҡала.
Повестың кульминацияһында Мостафа ҡарт Шамилға үрҙә телгә алынған шиғырҙың торғонлоҡ заманында уҡ вафат булған Слуцкий атлы шағирҙың әҫәре икәнлеген әйтә. Ғилман Ишкинин уны оҫта итеп башҡортсаға тәржемә иткән. Әҫәрҙең төп идеяһы Мостафа менән Шамилдың диалогында сағыла: “Ана шул аттар, ҡиблаһын таба алмай диңгеҙҙә йөҙөп йөрөгән аттар – беҙ ул. Ул өйөр – һин, мин, атыңды менеп барған Рәүеф тә… Беҙ барыбыҙ – диңгеҙҙә. Барыр утрауыбыҙ, сығыр ярыбыҙ юҡ. Беҙ яҙабыҙ ул шиғырҙы… Батмайыҡ тиһәк, өйөрҙө диңгеҙҙә ҡалдырырға ярамай”. Был һүҙҙәр уҡыусыла өмөт уята. Кешелектән бөтөнләй үк сыҡмаған егеттәр аҡылына килер, тормоштарын ыңғай яҡҡа үҙгәртер, тигән ышаныс тыуҙыра. Улар тормош ҡуйған һынауҙы матур үтә. Дуҫлыҡ хаҡына һәр ҡайһыһы үҙҙәре өсөн иң изге тип һаналған нәмәләрҙән баш тарта. Шамил, Фәнилде төрмәнән алып ҡалыу өсөн, иң ҡәҙерле дуҫы Радуловты иткә тапшырыр­ға була. “Ҡашты барыбер ҡырҙырмаҫ инем”, тигән Рәүеф, дуҫын ҡотҡарыр өсөн, 2000 һум аҡсаға ҡашын ҡырҙыра.
Повеста шулай уҡ бөгөнгө ауылдарҙың бәләһе булған буйҙаҡлыҡ проблемаһы ла күтәрелә. Егеттәрҙең тормош төпкөлөнә тәгәрәүенең бер сәбәбе булып яңғыҙлыҡ, ғаиләһеҙлек тора. Шулай ҙа әҫәрҙә бер геройҙың – Рәүефтең мөхәббәт тарихы бәйән ителә. Әлфиә, полицай Нурисламдың ҡыҙы, Рәүефтең беренсе һәм һуңғы мөхәббәте, әрме хеҙмәтенә оҙатып ҡалһа ла, уны көтмәйенсә ҡалалағы бер аристократҡа кейәүгә сыға. Балаһы менән ауылға, аталарына, ҡайт­ҡан мәлендә ул Рәүеф менән осраша.
Автор осрашыу ваҡиғаһы аша геройҙар күңелендәге аҡыл һәм йөрәк бәрелешен тасуирлай. Геройҙарҙың тормошҡа ыңғай ҡарашын үҫтерергә ярҙам иткән уй-кисерештәр сылбырын тергеҙә, психологик халәтте һүрәтләй. Уларҙың күңел торошо мимика, ҡаршылыҡлы хәрәкәттәр, телмәр тотҡарлыҡтары һымаҡ саралар ярҙамында бөтә нескәлектәрендә күҙ алдына баҫтырыла. Әҫәрҙә шулай уҡ әйләнә-тирә мөхит, пейзаж картиналары персонаждарҙың күңел торошон яҡтыртыуға хеҙмәт итә, психологик характеристика ролен үтәй. Әлфиәгә Рәүефтең саф күңелле булыуы, сабыйҙарса бер ҡатлылығы, тәбиғилеге оҡшай. Утыҙға етеп барған ир сәскәле болонда, илаһи тәбиғәт ҡосағында ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ менән яҡынлыҡ ҡыла. Геройҙарҙың кисерештәре, улар­ҙың эмоциональ халәте тәбиғәт күренештәре менән ауаздаш, тәбиғәт күренеше ҡиммәти категорияға әйләнә. Әйлә­нә-тирәләге хәл геройҙарҙың хис­тәрен са­ғылдыра, уларҙың уйҙарына, йән хәрәкәтенә йүнәлеш бирә, ҡараштарына һәм донъяға мөнәсәбәтенә йоғонто яһай. “Донъяла иң ҙур матурлыҡ – ыуыҙ үләндәр, теремек сәскәләр ара­һынан яланғас ҡатын-ҡыҙҙың йүгереүе икән дә, тип уйланы ир кеше. Илаһи затҡа әйләндерә икән уны тирә-йүндең илаһилығы”. Символик деталдәр дәрә­жәһендә тәбиғәт халәте һәм ғашиҡтар мөнәсәбәте араһында йәнәшәлек асыҡ күренә.
Сиселештә иһә Әлфиәнең ире менән кире ҡалаға ҡайтып киткәнлеген күрәбеҙ. Эмоциональ ынтылыштарға, ихлас һө­йөү­гә алмашҡа бергә булыуҙың мөмкин түгеллеген рациональ аңлау килә. Шулай ҙа Әлфиә, 20000 һум аҡса биреп, һөйгәненең дуҫы Фәнилде төрмәнән, Шамилдың аты Радуловты иткә тапшырыуҙан ҡотҡарып алып ҡала.
Шулай итеп, Мөнир Ҡунафиндың әхлаҡи-этик проблемалар күтәргән был әҫәрендә гуманизм принциптарына тығыҙ бәйләнештә тормош сигенә килеп етә яҙған, ябай ҙа, шул ихлас, йылы тойғо-мөнәсәбәттәр эсендә йәшәүҙәре, ярҙамсыллыҡтары, күңел киңлектәре менән бөйөк тә булған рухлы замандаштар образы кәүҙәләндерелә.
Читайте нас: