Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март 2020, 16:09

Йөрәгеңдә туған халҡың булһын

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Т. Ғарипова менән әңгәмә

– Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы, яҙыусы булып китеүегеҙҙең юл башы нимәлә?
– Нигеҙ мәктәптә һалыналыр, тип уйлайым. Әсәйем уҡытыусы булды, шиғырҙарҙы күп белә ине, һәр саҡ ятҡа һөйләне. 1924 йылда Баймаҡ районының Күсей ауылына уҡытырға килә. Көндөҙ – балаларҙы, кис ололарҙы уҡыта. Әсә­йем яңы ғилемгә лә, боронғо дини ғилемгә лә эйә кеше ине. Аҡыл өйрәтеп ултырманы, әйтә торғанын шиғыр юлдары менән еткерер ине:
“Яҡын дуҫым, эс сереңде
Кешеләргә һөйләмәҫ бул,
Кешеләр бары тик үҙҙәрен һөйөрҙәр,
Бәхетһеҙҙәрҙең өҫтөнән көлөрҙәр”.
Мәҡәлдәр ҡулланды: “Эштән кеше үлмәй”, “Таш менән атҡанға аш менән ат”, “Бала үҙе белеп эшләһен”. Әйттереп эшләү ғаиләбеҙҙә ситен күренеш булды. Йәшеңә күрә, хәлеңә күрә үҙеңә тейешле бурыстарҙы белеп тораһың бит инде. Атайым йәшләй вафат булды. Тирә-яҡта дан тотҡан йырсы ине. Ул ағайыма һәм башҡаларға: “башҡорттоң йөҙләгән халыҡ йырын яҙҙырып ҡалдырҙым”, тип әйтер булған. Атайым үлгәндә 7 йәштә инем. Кәрим Дияров, Ғата Сөләймәнов кеүек фольклорсылар, йырсы-ҡурайсылар атайыма килеп йырҙарҙың көйөн, башҡарылышын, тарихын өйрәнә торғайнылар. Ул ваҡытта магнитофон юҡ, беҙгә килеп, аҙна-ун көн ятып йыр­ҙарҙы яҙып алып китәләр. Атайым яңғыҙ һарығын һуйһа һуя, уларҙы еренә еткереп ҡунаҡ итә. Һуғыштан һуң тыуған баламын. Атайым һәр ваҡыт эйәртеп йөрөттө. Өйҙәгеләр күргән-кисергәндәрен һөйләй. “Ә мин ҡайҙа булдым, мин ҡайҙа булдым ул саҡта?” – тип һорайым түҙемһеҙләнеп. “Һин, ҡыҙым, минең менән йөрөнөң”, – тиер ине атай. Шуға ныҡ ышанғайным, ысынлап та, атайым менән һуғышта йөрөгәнмендер, бәләкәй булғанға ғына хәтерләмәйемдер, тип уйлай инем. Атайым һуғыш башланғандың икенсе көнөнә үк ғариза яҙып, үҙ теләге менән фронтҡа китә. Коммунист. Берлинды алғандан һуң, уларҙың полкын көнсығышҡа ебәрәләр.
Әсәй яғынан – китаптың, атай яғынан иһә ҡеүәтле фольклорҙың тәрбиәһе миндә. Атайым моңло йырлай, уны мәжлестәрҙән ҡалдырмайҙар. Йырҙы башҡарыр алдынан тарихын һөйләр ине. Урыны түрҙә, уның тубығына таянып, шаршауға ышыҡлана биреп, һөйләгәнен, йырлағанын тыңлай торғайным. Ул саҡтарҙа туйҙар бишәр көн дауам итә. Бригадир, колхоз рәйесе булып эшләне атайым. Һәр саҡ уның арбаһына ултырып йөрөнөм. Сәсте лә атай тарап үрҙе, “атай ҡыҙы” булдым инде. Шул тәрбиә, кис (ул ваҡытта электр уты юҡ) әкиәттәр һөйләү, йомаҡ ҡойоу, башватҡыстар сисеү – ғаиләбеҙгә хас күренеш. Йәнә – ҡысҡырып гәзит-журнал уҡыу. М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесын илай-илай тыңланым. Һуғыш яҡынайған һымаҡ булды.
Әйтеүемсә, туйҙар гөрләп үтте. Туй килә торған өйгә йыйылып, еткән ҡыҙҙар таҡмаҡ сығара. Әле ҡоҙағыйҙы ла, ҡоҙаны ла күрмәгәндәр, әммә төртмә таҡмаҡ сығара һалып ҡуялар. Ҡоҙаларҙы әллә күпме таҡмаҡ көтөп тора. Былар таҡмаҡ сығарғанда ситтә ҡалып ҡуймайым, тип ҡурҡып йөрөй торғайным.
Оҙон уттыҡ буйҙарында
Ҡомаҡтары сипылдай,
Йыуасаһын еткерә алмай,
Сәхибә әбей бипылдай.
Ҡәҙимге таҡмаҡтарҙан башлап алып китәләр, артабан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙың сапаны ла, камзулы ла, ситеге лә ҡалмай – барыһына төрттөрөп сығалар. Һуғыштан һуң яңғыҙ ҡалған әбейҙәр күп, уларҙы йоҡларға саҡырабыҙ. Төнө буйы әкиәт һөйләп сығалар. Уларҙы мунса индерәһең, сәй эсерәһең, башын ҡарайһың – барыһына ла ризаһың, тик әбей әкиәт һөйләһен! Сәсән, һүҙгә маһир ауыл әбейҙәре күп ине. Бөтөн ауыл халҡына ҡушамат таҡҡан Вәхиҙә инәй булды. Ысын исеме менән түгел, кешене ул таҡҡан ҡушамат менән йөрөттөләр. Хатта ысын исемдәрҙе белмәнек тә, шул тиклем есеменә тап килтереп ҡушамат бирә инәй. Хәҙер ҙә ауылдаштарҙы уның ҡушаматтары менән иҫкә алабыҙ.
Мәктәпкә барғас, тәрбиә эшенә уҡытыусылар үҙ өлөшөн индерә. V класта беҙҙе әҙәбиәттән Мөхәмәт Рәшитов тигән ағай уҡытты. Аҙаҡ уның Ҡырмыҫҡалы районынан, яҙыусы Фәрит Иҫәнғолов менән бер ауылдан икәнен белдем. Ҡатыны Әминә Фәтих ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Ул тасуири уҡыуҙы мәжбүри итеп ҡуйҙы, һүҙҙең мәғәнәһен тауыш көсө, интонация ярҙамында бирергә тейеш инек. Тасуири уҡымайһың икән, ул һиңә баһа ҡуймай. Дәреслектәге әҫәрҙәр буйынса инсценировка яҙып килергә ҡуша ине. Ошондай эштәр бирелгән көн – минең өсөн байрам! Тиҙерәк өйгә ҡайтып эште башҡарырға ашҡынам. Әминә Фәтих ҡыҙының дәресенән һуң тороп ҡалабыҙ ҙа уҡыған әҫәрҙе сәхнәләштерәбеҙ. Парталарҙы бергә өйөп, сәхнә яһайбыҙ. Ролдәрҙе бүлешәбеҙ. “Муму”ны сәхнәләштергәнде хәтерләйем: бай ҡатынды плюш пальтолы класташыбыҙ уйнаны. Уҡып сыҡҡан һәр әҫәрҙе сәхнәләштерҙек. Ошолар барыһы ла күңелдә ижадҡа дәрт уятҡандыр. Күсейгә Басай ауылынан балалар йөрөп уҡый. Ҡайтышлай ашар өсөн кәбән төбөнә ризыҡтарын йәшереп китәләр. Миңә “Таңсулпан, һин пьеса яҙ. Ҡайтыш­лай шунда кәбән төбөндә репетиция яһарбыҙ ҙа кискеһен ҡуйырбыҙ”, – тиҙәр. Басайға ғүмерҙә лә артист аяғы баҫмаған, клубы ла бәләкәй генә. Йома көндө пьеса яҙам, берҙе түгел – икене. Кәбән төбөнә йәшереп киткән ҡатыҡты эсеп алабыҙ ҙа, Басайға барып, ике пьесаны ла ҡуйып ҡайтабыҙ. Сибайҙа уҡығанда ла әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерҙек. Интернатта үҙешмәкәр театр түңәрәге эшләне. Түбәгә барғас (IX, X, XI кластарҙы унда уҡыным), дәрестә үткән “Ҡара йөҙҙәр”ҙе, “Ҡарлуғас”ты сәхнәгә ҡуйҙыҡ. Йырлайым, йырлай торған ролдәр булғас, төп ролдәрҙе миңә бирәләр. Мәктәптән һуң клуб мөдире булып эшләрмен, быларҙың барыһының да кәрәге тейер, тип кем уйлаған шунда. Уҡырға инергә хыялланам, филология факультеты күптән һайланған. Мәктәп радиоузелына сығыш әҙерләйем. Аҙна эсендә ҡылынған тәртипһеҙлектәр хаҡында таҡмаҡтар сығарам, һәм өс ҡыҙ оҙон тәнәфестә радиоузелда тапшырыу алып барабыҙ. Мәктәп, кластың стена гәзиттәренә һәр саҡ мине редактор итеп ҡуялар, яҙыу эштәрен йөкмәтәләр. IX класҡа Түбәгә уҡырға барғас, дөйөм мәктәп гәзитенә редактор итеп һайланылар. 3 йыл рәттән гәзит сығарылышы өсөн яуаплы булдым. Һүрәтте оҫта төшөргән бер егет рәссам ине. Гәзитте икәүләшеп сығарҙыҡ. Әлбиттә, әҫәрҙәр уҡырға яраттым. Теүәл фәндәрҙе әллә ни яратманым. Насар уҡырға оялғандан ғына был фәндәрҙән тырыша торғайным. Уҡыуҙы “4” кә һөрмәләтеп алып барҙым. “3” булманы, ә бына геометрия “5” менән барҙы. XI класты “3” һөҙ тамамланым. Химия, физиканан ҡайһы бер параграфтарҙы хәҙер ҙә һөйләй аламдыр. Шуныһы бар: мәсьәлә сисергә яратманым. Рус теле, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, география, астрономия фәндәренән барыһы ла “5” ине.
Мәктәпте тамамлау менән уҡырға инергә мөмкинлек булманы. Ҡырға сығып китерлек рәтле кейем юҡ, аҡса кәрәк. Ауылыбыҙҙа клуб мөдире юҡ ине. Силсәүит мине саҡыртып алды ла: “Иртәгә клуб менән китапхананы ҡабул итеп ал”, – тине. Ауылда 2 йыл эшләнем, депутат итеп һайланылар. Яҡшы эшләгән өсөн ВЛКСМ Өлкә комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләндем.
Шишмә атылып сығыр юлын тапҡандай, ижад кешеһе лә үҙ йүнәлешен табалыр. Һәр датаға гәзит сығарам, тәжрибә ҙур бит инде – еренә еткереп эшләйем. Ҡылып сығарып ҡуя торғайным. Яңы йыл гәзиттәрен шыршы уйынсығы ярсыҡтары менән биҙәп тә ебәрәм. Агитация эше лә йөкмәтелгән: һәр бер датаға лозунгылар яҙаһың. Концерт, бик күп пьесалар ҡуйҙыҡ. Мәктәптә уҡығанда ла пьесалар ҡуйыуҙы үҙем ойоштора инем. М. Кәримдең “Ай тотолған төндә”һен, Б. Бикбайҙың “Ватан саҡыра”һын сәхнәгә сығарҙыҡ – ауыл халҡы яратып ҡараны. Б. Бикбайҙың “Ҡарлуғас”ын ҡабатлап ҡуйҙыҡ. Халыҡты ойоштораһың инде спектакль ҡуйырға. Ирҙәрен репетицияға ебәрһен өсөн еңгәйҙәрҙең балаларын ҡарашаһың, иҙәнен дә йыуып сығып китәһең. Мәскәүҙән грим яҙҙыртып алдым. Бер ҡышта ғына 30 тапҡыр сығыш яһағанбыҙ! Тирә-яҡ ауылдарға, күрше Әбйәлил районына сығабыҙ. Аҡсаға ҡуя торғайныҡ. Шул аҡсаға мәктәпкә проигрыватель, бәрхәт шаршауҙар алдыҡ, бал-маскарадтар үткәрҙек. Стандарға барып, гәзит-молниялар сығарыу, уңыш йыйыу мәлендә фермалағы “Ҡыҙыл мөйөшкә”тә “Боевой листок”тар сығарыу, костюмдар тектереү – бөтөн мәҙәни ағартыу эше 2 йыл буйына минең елкәлә булды. Халыҡ менән тығыҙ аралашып, уның көнитмешенә төптән сумып йәшәргә тура килде. Депутат булғас, судта ла ҡатнашаһың, ысынлап та “халыҡ хеҙмәтсеһе” булаһың. Халыҡ иҫәбен алыу ҙа, мал иҫәбен алыу ҙа – һиңә, картуф баҡсаһы, ҡойо кәртәләтеү ҙә – һиңә. Бер ниндәй эштән баш тарта алмайһың – “депутат” тип ала ла китәләр. Берәй мал ҡазаланһа, акт төҙөйҙәр – һин ҡул ҡуяһың. Әрләнеп тә ҡала торғайным. Эмоциональ кеше булараҡ, бындай хәлде ауыр ҡабул итә инем. Шул тиклем оло тормош мәктәбе булды был эш, шундай тынғыһыҙ ике йыл һиҙелмәй ҙә үтте. Университетҡа индем, ситтән тороп уҡыу­ҙы күҙ алдына ла килтерә алманым. Имтихандарға ныҡлап әҙерләндем. Ауылда китапхана бай, сит ил авторҙарының китаптары ла байтаҡ ине. Жан Жак Руссоға тиклем уҡыным. Идеология эше һәйбәт ҡу­йылғайны ул саҡтарҙа. Рус теленән диктантҡа ни өсөндөр “4” ҡуйғандар ине. Башҡа фәндәрҙән “5”кә биреп, инеп киттем. Юғары стипендияға уҡыным. Уҡыған йылдарҙа ныҡлап ғилми эшкә тотондом, ғилми докладтарҙы күп яҙҙым. Университетты тамамлағас, махсус комиссия мине Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ҡалдырырға тигән ҡарар сығарҙы. Институтта ике йыл эшләнем. “Ҡол Ғәлиҙең “Йософ вә Зөләйха” ҡиссаһына текстологик анализ” тип аталған диплом эшем йәш ғалимдарҙың ғилми эштәре тупланған йыйынтыҡҡа индерелде. Диплом алды эшемдең етәксеһе Марат Минһажетдинов мәрхүм булып ҡалғас, Ғайса Хөсә­йенов диплом етәксеһе булды. Диплом эшемде, “был асыш”, тип юғары баһаланылар. Кандидатлыҡ минимумдарын тапшырҙым. Ләкин тема менән тотҡарлыҡ килеп сыҡты. Йәшәр урын юҡ, тормоштамын, ике бала бар, әсәйем минең ҡарамаҡта. Районға ҡайтырға ҡарар иттек, ваҡытында тема бирһәләр, бәлки ҡалыр ҙа инем. Баймаҡҡа ҡайтҡас, редакцияла эшләй башланым. Мәктәптә дәрестәр алып барҙым. Учалыға күскәс, музыка училищеһының яңы асылған башҡорт фольклоры бүлегендә 6 предметтан уҡыттым. Бөтөн гуманитар предметтар миндә булды. Шул ваҡытта тулыһынса бирелеп уҡытыу эшенә күстем. “Яйыҡ” гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһында, Яҙыусылар ойошмаһында ла эшләнем, шул эштәрҙе мәктәптәге йәки училищелағы уҡытыу менән бергә алып барҙым. Иҫәпләһәң, дөйөм алғанда, 15 йыл уҡытҡанмын...
– Һеҙ, әҙәбиәт – бала тәрбиәләүҙә иң беренсе урында торған фән, тигәйнегеҙ. Хәҙерге заманда әҙәбиәткә, ғөмүмән, китапҡа ҡарата ҡараштың үҙгәреүе, яҙыусы булараҡ, Һеҙҙе борсойҙор, әлбиттә. Ошо проблеманы анализлап ҡарағанығыҙ бармы?
– Заманалар икенсе, әлбиттә. Минең тәүге тыңлаған китабым – “Беҙҙең өйҙөң йәме”. Ағайым эшкә киткәс, ул йәшереп ҡуйған ерҙән алып, дәрескә бармайынса уҡыған китабым – “Ырғыҙ”. Ул ваҡытта IV класта уҡый инем. VII класта саҡта З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”ен баҫа башлаған “Әҙәби Башҡортостан” журналын көтөп алыуҙарым... Ул саҡта телевизор, компьютер булманы, өйҙәрҙә “ҡалпаҡ” радио ғына ине. Әҙәбиәткә һыуһаған кешегә һыуһынын ҡандырыр­лыҡ шул журнал, китап ҡына булды. VII класта уҡығанда, гәзиттә “яҙыусы З. Биишева Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында уҡыусылар менән осрашҡан” тигән мәғлүмәтте күргәндән һуң, ниш­ләп мин З. Биишева килмәй торған ауылда тыуҙым икән, тип тәгәрәп ятып иланым. Ул осор менән, әлбиттә, хәҙергене сағыштырып булмай. Бөгөн телевизорҙан нисәмә канал күрһәтә, һәр береһендә – беренән-бере “бөҙрә” сюжеттар. Көнө-төнө һушыңды юйып ҡарап ултырырлыҡ. Әммә нисек кенә булмаһын, китапты бер нимә лә алыштыра алмай. Бына өҫтә­лемдә замананың иң һуңғы билдәле романдары – төрөк, нигерия, ҡытай яҙыу­сылары әҫәрҙәре ята. Ошондай романдар ҡулыма килеп инеүенә ҡыуанып бөтә алмайым! Китаптарҙы элек ниндәй ынтылыш, ниндәй дәрт менән уҡығанмын, әле лә шулай уҡыйым. Минең кеүек үк бөгөн дә китаптан айырыла алмаған кешеләр күптер, тип уйлайым. Китап яҙыусыға ғына кәрәкме ни? Яҡшы китапты бер нимә лә алыштырмай. Телевизорҙағы кино – «иттең һурпаһының һурпаһы». Беренсенән, ул сценарий итеп яҙылған. Әлбиттә, унда ҡайһы бер отош­ло урындар бар, ләкин ул әҫәрҙең үҙе түгел. Австралия яҙыусыһы Григорий Робертсты ғына әйт! Ундағы тел байлығы, ундағы сағыштырыуҙарҙы бер ниндәй фильм аша ла күрһәтеп булмай. Әҫәрҙе экранлаштырһалар, уның эстәлеген бар тулылығында бер кем дә бирә алмаясаҡ. Яҙыусының теле шул тиклем һутлы. Кешеләрҙең үҙ-үҙен тотошон һүрәтләүе, психологияһын, кәйефен, ғөрөф-ғәҙәттәрен асып биреү – барыһын үҙ күңеле аша үткәргән. Бына Борхан Сенбиздың “Стамбул, Стамбул” китабы. Был китапты сәхнәләштерерҙәр инде, бәлки сәхнәләштергәндәрҙер ҙә. Ләкин әҫәрҙе фильм аса алмаясаҡ. Төрөк яҙыу­сыһы, Нобель премияһы лауреаты Орхан Помуктың “Меня зовут красный” тигән романын уҡыным, тағы бер романы ҡулыма килеп инде. Был әйберҙәрҙе экранлаштырыу кәрәкме икән? М. Шолоховтың “Тымыҡ Дон”ын алып ҡара. Уның буйынса береһе-береһенә оҡшамаған фильмдар төшөрөлдө. Ә төп әҫәр нисек бар, шулай ҡала бирә. Ҡалғаны – режиссер фантазияһы. Төрлө режиссер – төрлө фантазия. Әҫәр – тәүсығанаҡ, үҙгәрмәй.
– Үҫеп килеүсе быуында китапҡа ҡарата ыңғай ҡараш тәрбиәләү юлдары күрәһегеҙме?
– Китапҡа ҡарашты китап үҙе үҙгәртә. Әгәр китап уҡымлы икән, уны ҡайҙан булһа ла табып алып уҡыйһың. Яҙыусы, китапты яҙғанда, уның уҡымлы булыуы өсөн тырышырға тейеш. Миңә, ни өсөн “Бөйрәкәй”ҙә ваҡиғалар тиҙ алышына тигән тәнҡит һүҙҙәре әйтелде. Ҙур роман, пентологияла бер юлы әллә нисәмә сюжет һыҙығы үрелеп килә. Иң ҡыҙыҡ ерендә сюжет һыҙығын өҙәм дә икенсе юҫыҡтан дауам итәм. Шулай итмәһәм, уҡыусының иғтибарын нисек яулайым? Иң беренсе сиратта, ошоно күҙ уңында тотам. “Бөйрәкәй” башҡорт телендә 4 тапҡыр, рус телендә 1 тапҡыр баҫылып сыҡты. Әле һатыуҙа табып булмай. Халыҡ ни өсөн китапты уҡый? Тәнҡитселәр бер ҡасан да ни өсөн был китап популяр тигән һорауҙы бирмәй. Ҡыҙыҡлы булмаһа, китапты ни өсөн яҙаһың, магазинда саң йыйып ятһын өсөнмө? Ә. Вәлиди исемендәге милли китапханала һәр яҙыусының кәштәһе бар. Минең кәштәм юҡ, тип әйтһәң дә була, сөнки китаптар – ҡулда. Балалар өсөн яҙған “Сысҡансуҡ менән Сысҡансыҡ мажаралары” бер нисә тапҡыр баҫылды. Өфөгә килгәс, 3-сө өлөшөн яҙҙым. Балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрҙе бер урынға туплап, икенсе йыл китап итеп сығарырға йөрөйөм. Уны мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында әллә күпме сәхнәләштерҙеләр, хатта Черниковка биҫтәһендә рус балалары башҡорт телендә уйнаны. Балаларға ҡыҙыҡ, шуға рәхәтләнеп уйнайҙар.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡытыусы һө­нәренең бәҫе төшә. Уны нисек күтәрергә әлеге ваҡытта?
– Бая әйткәйнем инде, уҡытыусы ғаилә­һендә тыуғанмын, тип. Бына 1918 йылда Баймаҡ районының Күсей ауылында Фитрат Абдуллин совет мәктәбе асып, мәҙрәсәләге уҡыуҙы дауам иткән. Ә халыҡ әсәйҙе, Әсмә Рәхмәт ҡыҙы Баймырҙинаны, тәүге уҡытыусы итеп ҡабул иткән. Ни өсөн? Халыҡ ысын уҡытыусының образын Әсмә Баймыр­ҙинала күргән. Уның үҙен-үҙе тотошо, кейеме, кеше менән мөғәмәләһе – бөтөн яҡтан да “уҡытыусы” тигән идеалға тура килгәндер. Мәҙәниәтле, донъя күргән кеше булған. Ауыл клубында пьесалар ҡуйған. Полька, краковяк тигән бейеүҙәр өйрәткән. Һуғыш башланып киткәс, һалдаттарға хат яҙыу, ойоҡ-бейәләй бәйләүҙе ойоштороу, ҡайғылының ҡайғыһын уртаҡлашыу – бөтөн нәмә әсәй аша үткән. Халыҡ уны яратҡан, абруйы ҙур булған. “Темәскә ҡайтып китер булһам, ауыл халҡы күстәнәстәр тотоп, Ирәндектең башына тиклем оҙата килә торғайны”, тип һөйләй торғайны. Уҡытыусы халыҡ ныҡ ихтирам иткән кеше була икән тигән фекер нығынды миндә. Сөнки әсәйемдең тормошон күреп үҫтем. Кешегә һис ҡасан насар һүҙ әйтмәне. “Кешегә ауыр һүҙ әйтергә ярамай, йөҙөнән алырға ярамай, кешенең йөҙөнән алыу – ҙур гонаһ, шымсылыҡ итергә ярамай” – ошондай “табу”ларҙы беҙгә лә ҡуя торғайны. Үҙе лә ошо принциптарына тоғро ҡалды. Уҡытыусы ниндәй булырға тейеш, тигәндә әсәйем күҙ алдыма килә.
Үҙемдең уҡытыусыларым да һәр яҡлап өлгө булырҙай шәхестәр ине. Минең күңелемдә ижад ҡомарын уятыусы уҡытыусыларымдың береһе – Мөхәмәтов Рәшит ағай. Күсей мәктәбендә – Исламғолова Ғәфүрә Әфтәх ҡыҙы, ә Түбәгә барғас, башҡорт теле уҡытыусыһы Исламғолова Ғәфүрә Әфтәх ҡыҙы класс етәксебеҙ булды. Уҡытыусыларымдан күп яҡшы нәмә алынды, күңелдә һәм йөрәктә ҡалды. Уҡытыусы, ысын уҡытыусы, уҡыусы алдында абруй ҡаҙана ала. Балалар һынай, үтә ныҡ һынай. Шул һынауҙы үтә алһаң – һин ысын уҡытыусы. Баймаҡта уҡытҡан ваҡытымда бик ныҡ артта ҡалған класты бирҙеләр. Балаларҙың өйҙәренә йөрөп сыҡтым, ысынлап та, йәшәйештәре ауыр, ата-әсәләре эскән балалар ҙа бар. Ошо клас­ты алға сығарғым, уларҙың үҙҙәренә ышаныстарын арттырғым килде. Слеттар ваҡытында класым артта ҡалмаһын тип, улар менән бергә йүгерәм. Ҡарап тороу­сылар көлә, тау һыртынан йүгерәбеҙ, иң алдан мин барам, ти. Шулай I урын яуланыҡ. Ҙур булмаған ошо еңеү ҙә балаларға шундай дәрт килтерҙе. Йөрәгеңде балаларға бирмәйенсә, һин улар йөрәген яулай алмайһың. Мәктәптә анкета үткәргәндәр. “Әгәр Айға осорға тура килһә, кем менән осор инең?” тигән һорауға балаларҙың күпселеге, “Таңсулпан Хизбулла ҡыҙын алыр инем”, тип яҙған. Балаларымдың береһенең 40 көнө, икенсеһенең 2 йәше лә тулмаған килеш эшкә сыҡтым. Ике смена уҡытам, класс етәкләйем: саралар ваҡытында иҫемде юйып, йығылған ваҡыттар ҙа ине. Йоҡо туймай, өйгә дәфтәр ҡайта. Ләкин эш минең өсөн беренсе урында булды. Сөнки уҡыусы һинең күҙеңә ҡарап ултыра. Сухомлинский, Макаренко шул заман балалары өсөн авторитет булып китә алған бит! Уҡытыусы, теләһә, хәҙер ҙә балалар алдында абруй ҡаҙана ала.
– Ижади пландарығыҙ хаҡында ла әйтеп үтегеҙ әле.
– Дөйөм алғанда, ижад – Аллаға шөкөр. Әҫәрҙәремдең 3 томы сыҡты. Һәр томда роман, повесть, хикәйәләр, ике­шәр драма һәм публицистика. Һәр том шулай ҡоролған, алда тағы ла томдар сы­ғасаҡ. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ҡара юрға” бара, Сибайҙа “Китмәгеҙ, торналар”ҙың икенсегә премьераһы булды. Ҡазанда ла был пьеса оҙаҡ йылдар бара. Ҡаҙағстан “Бәхеткә ҡасҡандар”ҙы һорап алды. Мәскәүҙә “Тәңкәле ҡыҙ”ҙың премьераһы булды. Режиссер Булат Йосопов менән “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” өҫтөндә фильмын сығарҙыҡ.
Замана ҡиммәттәре ниндәй бөгөн? Бөтөн кеше лә бер үк ҡиммәттәрҙе эҙләмәй. Һинең өсөн ҡиммәт булған нимә икенсе кеше өсөн дә ҡиммәт, тип әйтеп булмай. Кешенең зауҡы ла, кәйефе лә төрлө. Ләкин, донъя әҙәбиәтенә күҙ һалмайынса, башҡорт әҙәбиәте ҡаҙанында ғына ҡайнап, “бөгөн тормош ошолай икән” тигән һығымта яһау бигүк дөрөҫ түгел. Уйландыра торған нәмәләр күп. Бөгөнгө заман яҙыусыһы, мәҫәлән, “Стамбул, стамбул” тигән китапты ни өсөн яҙған? Ваҡиғалар унда ер аҫты төрмәһендә бара. Тотҡондарҙы көн һайын язалайҙар. Язалағандан һуңғы ваҡыттары сираттағы язаны көтөп үтә. Ләкин язаланып һәм артабанғы язаны көтөп ятҡан кешеләрҙең рухтары шул тиклем юғары! Кемеһе ҡатынының, кемеһе балаһының енәйәтен үҙ өҫтөнә алған кешеләрҙең рухи ҡиммәттәре, донъяға ҡараштары уларҙы язалаусыларҙыҡына ҡарағанда күп тап­ҡыр юғары. Бына нәмә мөһим. Ҡайҙа ятыуы, ниндәй ҡиәфәттә булыуы менән түгел, нимә уйлауы менән билдәләнә кешемен тигән кешенең кешелеклеге. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә лә шундай ҡыйыу проблемалар күтәргән, әҫәрҙе уҡымлы итергә тырышҡан әҫәрҙәрҙе күрге килә. Борхан Сенбиздың был әҫәрендә “Стамбул очень велик, твердил он. Там за каждой стеной своя жизнь, за каждой жизнью своя стена. Словно колодец, глубокий, но тесный. Одних пьянит его глубина, других душит теснота” тигән һүҙҙәр бар. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе һәр заман ҡалаһына ҡарата әйтеп була. Шул уҡ һүҙҙәрҙе Өфөгә ҡарата ла әйтеп була. Был әҫәр Стамбул ҡалаһы хаҡында ғына түгел, замана ҡалаһы хаҡында. Автор бына шуны әйтеү юлын тапҡан, мауыҡтырғыс итеп сюжетты, композицияны ҡорған. Борон-борондан бер оҫтанан икенсе оҫта өйрәнгән. Шундай әҫәрҙәр – өйрәнеү мәктәбе. 50 менән 60 араһында яҙыусы бик ныҡ эшләп ҡалырға тейеш. 60-тан һуң, дәрт булһа ла, дарман кәмей. Пентологияны мин 56 йәшкә яҙып бөттөм. Отпуск һайын бер өлөшөн яҙҙым. 5-се китапты тамамлар өсөн “Ватандаш” журналынан эштән киттем. Ул ваҡытта фатирым юҡ, улым менән дөйөм ятаҡта көн итәм. Эштән китеү минең өсөн билдәһеҙлек ине. 9 йыл ятаҡта йәшәнем, ейәндәрем дә, башҡа ҡунаҡтар ҙа килеп йөрөнө. 2 бүлмәле фатирға күскәс, тәүҙә хатта өйрәнә алмайыраҡ торҙом. Кеше тарлыҡҡа ла өйрәнә, юҡлыҡты ла кисерә. Күп осраҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байлыҡты күтәрә алмай.
Беҙҙең быуын ауырлыҡтарҙы кисереп өйрәнгән. Унан һуң беҙгә, оло быуынға, әҙәби алмаш тәрбиәләү зарур. 1996 йылда Сибай ҡалаһында төбәк Яҙыусылар берлеген ҡабул иткәс, мәктәптәрҙә әҙәби түңәрәктәр алып барып, уҡыусылар араһында ижад бәйге ойошторҙом. Балалар үҙҙәре яҙған, үҙҙәре биҙәгән китаптар менән сығыш яһаны. Шунан алып бер йыл да ҡалмай үткәрелеп килә ул бәйге. Хәҙер республика күләмендә үткән бәйгене Сибай гимназия-интернаты (директоры – Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова) үҙ ҡанаты аҫтына алды. Быйыл бәйге 23-сө тапҡыр үтте. Спонсоры – үҙем. Заман ауыр, тип ҡул ҡаушырып ултырып булмай.
Мине ауырлыҡтар ҡурҡытманы. Дө­йөм алғанда, 18 йыл ятаҡта йәшәнем. Хатта бер шағир: “Апай, һинең эш урының, өҫтәлең дә юҡ. Нисек яҙаһың ул?” – тип һорап ҡуйҙы. Күрәһең, халҡына әйтер һүҙе булған кешегә өҫтәл барлығы тәүшарт түгел.
Рухың юғары, маҡсатың ҙур икән, донъяң тарлығы ғына һине тотҡарламай, юлыңды быуа алмай. Иң мөһиме – йөрәгеңдә туған халҡың булһын! Тамырлы ағас ҡоромай, бары ҡурпылай ғына. Ошо йылдар дауамында Сибайҙа үткән ижад бәйгеһендә ҡатнашыусылар – йәш ҡурпылар – һөйөндөрә мине. Әҙәбиәтле халыҡ тарих арбаһынан һис ҡасан төшөп ҡалмаҫ!


Г.Ә. Ҡусҡарбаева әңгәмәләште.

Читайте нас в