Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март 2020, 11:15

Ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик баҫма йылъяҙмаһы

Быйыл “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Быйыл “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Республикабыҙҙа нәшер ителә башлаған иң тәүге журналдың мәғариф эштәренә бәйле булыуы уның йәмғиәт өсөн әһәмиәте хаҡында һөйләй. Бынан тыш, журналдың баһаһы илебеҙҙең баш­ҡа төрки телле халыҡтары баҫмалары менән сағыштырғанда ла күренә: ул Татарстандың “Мәгариф” (1913 йыл) һәм Үзбәкстандың «Совет мактаби» (1918 йыл) журналдарынан ҡала донъя күргән баҫма. СССР-ҙың башҡа союздаш рес­публика­ларында иһә мәғариф баҫмалары һуңғараҡ нәшер ителә башлай. “Башҡортостан уҡытыусыһы”ның үҙенсәлеге тәү­ге педагогик журналдар рәтенә инеүендә генә түгел, уның абруйында ла сағыла. Абруй беренсе сиратта уҡыусының ихтирамы, тираж менән билдәләнә, ә тираж үҙ сиратында – йөкмәтке менән. 2019 йылдың ғинуарында тираж – 12077 дана, 2016 йылда иһә 15473 дана булған (сағыштырыу өсөн: “Мәгариф” 2018 йылдың июнендә – 3453 дана, ошо уҡ нәшриәттә йәнәшә сыҡҡан «Гаилә һәм мәктәп» журналы (2013 йылдың август айынан сыға) – 3453 дана). Бөтөн баҫмаларҙың да тиражы ҡыр­ҡа кәмегәндә баш мөхәррир С.Ғ. Кәримовтың һәм редакция хеҙмәткәрҙәренең батырлыҡҡа тиң эш башҡарыуын күрәбеҙ.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” үҙенең тамырҙары менән 1920 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъя күргән “Мәғариф эштәре” журналына барып тоташа. Мөхәррире – Төхвәтулла Ғиззәтулла улы Ченәкәев (Т. Ченәкәй). Беренсе материалдар мәғариф эшенең көнүҙәк мәсьә­ләләрен яҡтыртыу­ға, уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелә. Шул уҡ ваҡытта мәҡә­ләләрҙең күбеһе псевдоним аҫтында бирелә, шуға күрә уларҙың авторҙарын асыҡлау ауыр.
Яңынан тергеҙелгән мәғәриф журналы 1924 йылдың ғинуарынан “Белем” исеме менән донъя күрә. Үҙе тураһында ул: “Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариаты тарафынан сығарыла торған ғилми, тәғлим-тәрбиәүи, әҙәби айлыҡ журнал” – тип яҙа. Нәшере – “Башнаркомпрос” (Башкирский народный комиссариат просвещения), мөхәррире – Имай Насыри, мөхәрририәт – Шәриф Сүнчәләй, Ғөбәй Дәүләтшин, Кәрим Иҙелғужа. Баҫылыу урыны – “Октябрь натискаһы” типографияһы. Был осорҙа редакция Зенцов урамындағы 18-се һанлы йортта урынлаша, журналдың тиражы 1000 – 1500 дана тәшкил итә. (Мәғлүмәт өсөн: 1924 йылда бер һандың хаҡы – 25 тин, 1926 йылда 50 тин була.)
“Белем” журналы йөкмәткеһен “Тәрбиә үә тәғлим”, “Илде өйрәнеү”, “Сәйә­си аң-белем”, “Тел һәм әҙәбиәт”, “Фән һәм техника”, “Милли мәҙәниәт”, “Тәнҡит үә библиография” бүлектәре тәшкил итә, бынан тыш башҡа темаларға, төрлө юбилейҙарға арналған махсус рубрикалар ҙа даими осрай.
Журналдың тәүге һанында баҫылған, баҫманың нәшер ителеү маҡсатын һәм бурыстарын яҡтыртҡан мәҡәләлә “Башҡортостандағы башҡорт-татар уҡытыусыларына һуңғы тәғлим-тәрбиә ысулдарын үә фән яңылыҡтарын белдереп тороу өсөн Башҡортостан мәғариф комиссариаты үә уның янындағы ғилми мәркәз тарафынан “Белем” исемендә ғилми үә тәрбиәүи айлыҡ бер журнал сығара башланы. Был журналға Уфалағы башҡорт-татар һәм рустарҙан байтаҡ ғилми көстәр ҡатнашасаҡтар. Кантондарҙағы ҡәләм эйәләренең һәм дә Башҡортостан сигенә кермәгән башҡорт үә татар яҙышыусыларының да журналға ҡатнашыуҙары үтенеләлер…” тигән юлдар бар.
“Белем”дә техник яҡтан һәм художестволы биҙәлеше йәһәтенән үҙ ваҡыты өсөн матур, иллюстратив материалдар йыш бирелә. Төрлө йүнәлештәге ғилми-педагогик материалдар менән бергә улар баҫманың йөкмәткеһен байыта. Журналдың тәүге ике һаны ҡушып сығарыла һәм Ш. Сүнчәләйҙең “Тәғлим-тәрбиә” бүлегендә бирелгән “Беренсе баҫ­ҡыс мәктәптәре үә ижтимағиәт программаһы” исемле ҙур мәҡәләһе менән асылып китә. Артабан геология фәндәре докторы булып китәсәк Г. Вахрушевтың “Башҡортостан еренең геология фәне буйынса күренеше” тигән әһәмиәтле хеҙмәте лә донъя күрә.
“Тел һәм әҙәбиәт” бүлеге журнал уҡыу­сыларын әҙәбиәт һәм шиғриәт өлгөләре менән таныштырып барыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Мәҫәлән, тәүге һандарҙа Х. Ғәбитовтың “Ленинизмдың таҙа сәсәктәре” шиғыры менән Ғ. Фәхретдиновтың “Башҡорт шөйәһендә һөйләшеү өсөн белергә тейешле булған төп ҡағи­ҙәләр” мәҡәләһе баҫыла. Ғ. Фәхретдинов үҙ хеҙмәтендә милли терминология мәсьә­ләләрен күтәрә, ошонда уҡ ҡу­шым­та рә­үешендә раҫланған терминдар теҙмәһе бирелә. 3 – 4-се һандарҙа Б. Ишем­ғо­лов­тың “Таң” псевдонимы менән имзалаған “Ярҙам”, Х. Ғәбитовтың “Йырлап үттем”, З. Шәймиевтың “Уҡыусы ҡустыма” һәм башҡа шиғырҙары, Т. Йәнәбиҙең дидактик рухтағы “Аң-белеме бөтөн граждандарға” (№5), “Әйҙәгеҙ, ғилем-һөнәр юлы­на” (№№6 –7) шиғырҙары һәм башҡалар баҫыла. 1927 йылда һинд яҙыусыһы Р. Та­горҙың “Ас таштар” әҫәре лә донъя күрә (№№4 – 5, 6 – 7).
1927 йылда журналдан “Сәсән” һәм “Яңылыҡ” журналдары бүленеп сыға. Ошонан һуң баҫманың иғтибар үҙәгендә мәғариф менән бәйле мәсьәләләр генә тороп ҡала: уҡытыусыларға методик ярҙам, йәш быуынды тәрбиәләү, айырым предметтарҙы милли мәктәптәргә ярашлы төҙөү һәм уҡытыу методикаһы, мәктәптәрҙе йәш кадрҙар менән тәьмин итеү һәм башҡалар.
1931 йылдан журнал “Культура революцияһы” исеме менән баҫыла башлай. Мөхәррире – С. Ғәйнуллин. Исемдәре үҙгәреп торһа ла, баҫма уҡытыусыларҙы методик яҡтан әҙерләргә, илдә ҡулланылған яңы уҡытыу алымдары менән таныштырырға ынтыла (И. Ҡасҡаев, “1-се баҫҡыс мәктәптә математика уҡытыуҙа төп мәсьәләләр”), башланғыс һәм ете йыллыҡ белем биреү, әҙәби башҡорт телен үҫтереү (Ҡ. Әхмәр, “Әсә теленән эш китаптары араһында”) һәм уны киң ҡулланыу проблемаларын яҡтырта. Уның ярҙамы менән беренсе дәреслектәр һәм уҡыу-методик ҡулланмалары төҙөлә һәм ҡулланылышҡа индерелә. Үҙе тураһында баҫма: “Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссарлығы һәм культура төҙөлөшө советы тарафынан айға бер тапҡыр сығарыла торған культур-политик һәм ғилми-методика журналы”, – тип яҙа. Журналдағы рубрикалар түбәндәгесә: “Поли­тик-ижтимағи бүлек”, “Мар­ксис-Ленинсел педагогика, педагогика һәм методология”, “Тел-әҙәбиәт һәм сәнғәт”, “Соц. ярыш һәм ударсылыҡ”, “Культкадрҙар”, “Проф­союз эштәре”, “Культура-масса эштәр”, “Урындағы тәжрибәләр”, “Критика-библиография”, “Шахмат һәм башҡалар”.
Ошо урында шул осорҙарҙа башҡорт теленә ҡарата мөнәсәбәтте сағылдырған бер иғланды килтерәбеҙ (1932 йыл, №5(8), 50-се бит).
“Белдереү. Быйыл көҙ Башҡортостан педагогия институты түбәндә күрһәтелгән бүлектәргә студенттар ҡабул итеүен белдерә.
Көндөҙгө I курстар өсөн: Тарихи-эко­номик (башҡорт бүлеге); Физика-техник (башҡорт бүлеге); Химик-биологик (ҡатнаш бүлек); Тел һәм әҙәбиәт (ҡатнаш бүлек); Мәктәп-педагогик (ҡатнаш бүлек).
Киске институттың I курстары өсөн: Физика-техник (башҡорт бүлеге); Тарих; Экономик (башҡорт бүлеге); Тел һәм әҙәбиәт (ҡатнаш бүлек); Мәктәп-педагогик (ҡатнаш бүлек); Химик-биологик (татар бүлеге).
Был турала райондарға һәм союздарға разерстка бирелде. Көндөҙгө институтҡа 17 йәштән 32 йәшкә, киске институтҡа 17 йәштән 40 йәшкә тиклем ҡабул ителәләр”.
Тимәк, был ваҡытта техник бүлектәрҙә лә башҡорт балаларының үҙ телендә уҡыу мөмкинлеге булған.
1936 йылдың май айынан журнал бөгөнгө “Башҡортостан уҡытыусыһы” исемен ала. Ул ҡушарлап май-июнь 1 – 2 һандары булып сыға. Үҙе тураһында ул: “Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссарлығы һәм культура төҙөлөшө советы тарафынан айға бер тапҡыр сығарыла торған ижтимағи-политик һәм педагогик-методик журнал” – тип яҙа, ә 5 һандан иһә “Башнаркомпростың айлыҡ педагогик журналы” булып китә. Яуаплы мөхәррире – Ғ. Дәүләтшин. Артабанғы һандарҙа – Т. Байрағова. Редакция: “Башҡортостан уҡытыусыһы” 1936 йылда сығасаҡ номерҙарында дөйөм бүлек, дөйөм һәм хосуси методика, консультация, өлгө мәктәптәрҙең эш тәжри­бәләрен массовый мәктәптәргә етештереү, дәреслек, педагогик-методик әҫәр­ҙәргә тәнҡит-библиография һәм мә­ға­риф хроникаһы биреп барасаҡ”, – тип белдерә. Был һанда Б. Йәнекәевтың “Башҡортостан уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү эшенең торошо һәм уның нәүбәттәге бурыстары” мәҡәләһе иғтибарға лайыҡ. Артабанғы һандарҙа “Йәш әҙәбиәтселәр” мәҡәлә­һендә Саҡмағош мәктәбендәге әҙәби түңәрәк тураһында һүҙ бара.
Был осорҙа рубрикалар түбәндәгесә бүленә: “Дөйөм бүлек”, “Методик һәм педагогик мәсьәләләр”, “Уҡытыусыларҙың эш тәжрибәләренән”, “Уҡыусылары рус булмаған мәктәптәрҙә рус теле”, “Кластан һәм мәктәптән тыш эш”, “Тарих уҡытыусыларға ярҙамға”, “Партия тарихын өйрәнеүселәргә ярҙамға”, “Тәнҡит һәм библиография”. Баштан уҡ уҡытыусыларға методик ҡулланма булараҡ сығарыла башлағанға күрә, баҫманың күп өлөшөн математика, рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, физика, тарих буйынса теоретик һәм практик кәңәштәр алып тора. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, журнал сәйәсәттән дә азат ҡалмай. Күпселек осраҡта ул журналдың алғы өлөшөндә килгән “Дөйөм бүлек”тәге сы­ғыштарҙа сағылыш таба. Мәҫәлән, В. Секуровтың 1940 йылдың ғинуар һанында баҫылған “16 йыл Ленинһыҙ. Бөйөк Сталин етәкселегендә ленинсы юл менән” исемле мәҡәләһен алайыҡ: “Ленинһыҙ 16 йыл эсендә партия Сталин етәкселегендә ленинсы-сталинсы Үҙәк комитет тирә­һенә, юлбашсы һәм учитель бөйөк Сталин тирәһенә ҡаҡшамаҫ көс булып тупланды. Ул партия членының бөйөк званиеһын таҙалыҡта һаҡлай, был бөйөк званиеға достоин булмағандарҙың бөтәһен үҙ сафтарынан ырғытып ташлай…”.
Ошо уҡ һанда БАССР Юғары Советы Президиумы секретары М. Вальшин үҙенең “Башҡорт милли культураһының үҫешендә яңы этап” исемле мәҡәләһендә башҡорт яҙмаһының рус графикаһына күсерелеү сәбәптәрен республика халҡына түбәндәгесә аңлатырға тырыша: “Рус халҡы кешелек донъяһының генийы, донъяның иң бөйөк мыслителе – Ленинды, бөйөк яҙыусылар, шағирҙар, композиторҙар, ғалимдар, революция көрәшселәре, пролетар полководецтар, етәкселәр һәм юлбашсылар, социалистик төҙөлөш мастерҙары плеядаһын бирҙе. Рус халҡы Пушкинды, Лермонтовты, Толстойҙы, Горькийҙы, Добролюбовты, Чернышевскийҙы, Белинскийҙы, Павловты, Менделеевты, Чайковскийҙы, Глинканы, Щепкинды, Станиславскийҙы һәм башҡаларҙы бирҙе. 1930 йылда индерелгән латинлаштырылған башҡорт алфавиты үҙ ваҡытында бер аҙым алға атлау булды. Ул үҙ хеҙмәтен үтәне, ләкин хәҙерге ваҡытта башҡорт хеҙмәтсәндәре массаһының үҫә барған талаптарын ҡәнәғәтләндерә алмай. Шуның өсөн башҡорттар башҡорт яҙыуын рус алфавитына күсереү тураһындағы мәсьәләне күтәрҙеләр”.
1941 йылдың ғинуар һаны (№1) әле латин графикаһында сыға, 2-се һан тулы­һынса кирилл графикаһына күсә (1 мә­ҡәлә латин графикаһында). Был ва­ҡытта баҫма “Башнаркомпростың айлыҡ политик, педагогик, методик журналы” бу­лып тора. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының яуаплы мөхәррире М. Ша­һибәкова була.
1941 йылда, бөтөн илдәге кеүек, республика баҫмаларының күбеһе, шул иҫәптән “Башҡортостан уҡытыусыһы” ла сығыуҙан туҡтай. Июнь һанында был турала әле береһе лә уйланмай: “Йәй айҙарында журналыбыҙҙа уҡытыусыларҙың ғилми конференцияһы материалдары баҫыласаҡ, журналды алдырып ҡалырға ашығығыҙ! Был уҡытыусыларға иң кәрәкле ҡорал буласаҡ”. Был һуғышҡа тиклем сыҡҡан баҫманың һуңғы һаны булып тора. Был ваҡытта журналдың тиражы 1450 дана була. Һуғыштан һуңғы тәүге һан 1952 йылдың ғинуарында ғына баҫылып сыға. Журналдың мөхәррире – Ғ. Ишбулатов. Редакция Совет урамындағы 16-сы йортта, БАССР Министрҙар Советы бинаһының бер бүлмәһендә урынлаша. Беренсе һандың тиражы 5000 дана тәшкил итә, һуңынан һан һайын үҙгәреп тора. 1952 – 1954 йылдарҙа ул ике айға бер нәшер ителә, артабан айлыҡ баҫмаға әүерелә. (Мәғлүмәт өсөн: йыллыҡ яҙылыу хаҡы – 18 һум, бер һаны 3 һум тора.)
Тәүге һандар дүрт рубриканан тора: “Рәсми бүлек”, “Педагогика һәм методика”, “Русский язык в башкирской школе”, “Кластан тыш эштәр”, шул уҡ йылдың һуңғы һанында тағы ике рубрика өҫтәлә – “Консультация” һәм “Хроника”. Артабан журнал аяҡҡа баҫыу менән, рубрикаларҙың һаны ла арта, баҫманың сифаты ла күтәрелә, ул сә­йә­си-идеологик тенденциянан арынып үҙ асылына – педагогик һәм методик йүнәлешкә тулыһынса йөҙ бора.
Артабанғы йылдарҙа журнал мөхәррире вазифаһын И. Бикмәтов (1955 – 1961), Ә. Шоңҡаров (1961 – 1966), Ғ. Ир­ғәлин (1966 – 1969), Ә. Ғарипов (1969 – 1971), С. Ғүмәров (1971 – 2005), Т. Дәү­ләтбир­ҙина (2005 – 2007) башҡара. 2007 йылдан алып “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы мөхәррире вазифаһын С. Кәримов башҡара. Әйтергә кәрәк, Салауат Ғайса улы – ошо осор мөхәррирҙәре араһынан журнал тиражын артыҡ юғалтмай һаҡлап алып ҡалған етәксе.
Был йылдарҙа баҫманың әүҙем авторҙарынан М. Ғималова, Ғ. Китабов, С. Кучеров, Ф. Тимерғазин, Т. Баишев, Ф. Рәхимғолова, Ғ. Сәйетбатталов, С. Зарубин, М. Срумов һәм башҡаларҙы атарға мөмкин.
Бөгөнгө көндә журналдың йөкмәткеһен “Мәғарифҡа идара итеү”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте”, “Рус теле һәм әҙәбиәте”, “Тәрбиә һәм өҫтәлмә белем биреү”, “Тәбиғи һәм теүәл фәндәр”, “Тыуған яҡты өйрәнеү”, “Милли телдәр һәм әҙәбиәттәр”, “Мәктәптә сит телде өйрәнеү”, “Башланғыс мәктәп”, “Мәктәпкәсә тәрбиә биреү” бүлектәре һәм “Ваҡыт һәм мәғариф сәйәсәте”, “Ата-әсәләргә яр­ҙамға”, “Йәш уҡытыу­сыға ярҙамға”, “Кластан тыш сара” һәм башҡа рубрикалар тәшкил итә. Баҫмала мәҡәләләр башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт һәм сит телдәрҙә баҫыла.
Шулай итеп, йылдар үтә, быуындар ал­машына тора, ә журнал уҡытыусыларға иң кәрәкле баҫма, өҫтәл китабы булып ҡала.

Ф.Ш. СИБӘҒӘТОВ,
Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар
бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты

Читайте нас: