Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Июнь 2020, 17:29

Кешелекле, кеселекле шәхес

Телсе-ғалим, педагог М.Ғ. Усмановаға – 70 йәш

Һуңғы йылдарҙа башҡорт телен төрлө кимәлдә уҡытыу, балалар баҡсаларында өйрәтеү, ғаи­ләлә туған телдә аралашыу проблемалары ҡырҡыулаша бара. Тел­дең ҡулланылыу даирә­һен киңәйтеү, заманса итеү, юғары технологиялар өлкәһенә индереү, цифрлаштырыу тигән һүҙҙәрҙе һәр юҫыҡтан ишетәбеҙ. Күптәребеҙ ишетә лә онота, битараф ҡала. Әммә арабыҙҙа шундай шәхестәр бар: улар ишетеп кенә ҡалмай, был ишеткәндәр уларҙың былай ҙа төн йоҡоһон йоҡламай уйлаған уйҙарына ялҡын өҫтәй. Йөрәккә күскән ошо ялҡын, яҡты нур булып, аҡ ҡағыҙ биттәренә теҙелеп ята. Шул нурлы хәрефтәргә күҙ һалған кешенең телгә һөйөүе арта, телһөйәрлеге илһө­йәрлеккә әйләнә. Нәҡ бына ошондай тылсым тыуҙыра алған шәхестәрҙең береһе тураһында булыр алдағы юлдар.
Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙын тәү күргәндә уның уҡытыусы икәне һиҙелһә лә, һис тә фән докторы, профессор тип уйлап булмай. Ул әсәйҙәрсә яғымлы, ярҙамсыл, туғаныңдай яҡын кеше булып тормошоңа ашҡынып килеп инә лә (әйткәндәй, ул һәр саҡ етеҙ хәрәкәтле) йөрәктең иң түрендә үҙ урынын ала. Йөрәктә генә түгел, үҙенең тынмаҫ ғилми эҙләнеүҙәре, яңы асыштары тураһында ярһып һөйләүе менән аҡылыңды, зиһенеңде ялмай, уйға һала, ижадҡа этәрә. Бына ошондай кеше ул беҙҙең хөрмәтле ғалимәбеҙ, үҙенең 70 йәшлек матур юбилейын билдәләүсе филология фәндәре докторы, профессор Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова (Бураншина).
Ризабыҙ, талант Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелә, әммә тәбиғәт ҡанундары ла ситтә ҡалмай. Ни генә тиһәләр ҙә, бар нәмә ғаиләнән, тәрбиәнән килә. Мәр­йәм Бураҡаева әйтеүенсә, тәрбиә – ул ҡанға һалынған эске энергияны уятып ебәреү өсөн этәргес биреү, йүнәлеш күрһәтеү. 1950 йылдың йәмле яҙында Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылында йәш уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған бала нәҡ шундай тәрбиә ала.
Атаһы Ғөбәйт менән әсәһе Мәрйәм, Темәс педучилищеһын тамамлап, ошо ауылға эшкә ебәрелгән була. Ҡыҙғанысҡа күрә, Миңсылыуға ни бары өс йәш ярым булғанда атаһы, Муллаҡай ауылы мәктәбенең директоры, йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат була. Бәләкәйҙән тормоштоң тик сағыу көндәрҙән генә тормағанын аңлаған ҡыҙ, үҙенә маҡсат, талап ҡуя белеп, белемгә ынтылышлы, тырыш, сабыр булып үҫә. Республикабыҙға бихисап ар­ҙаҡ­лы шәхестәр биргән 1-се һанлы Башҡорт республика мәктәп-интернатында уҡығанда ла, әллә күпме күренекле телселәр әҙерләп сығарған Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем алғанда ла алдынғылар рәтендә була.
Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы хеҙмәт юлын СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фәнни-техник хеҙмәткәр булып башлап, артабанғы тормошон мәңгелеккә туған тел яҙмышы менән бәйләй. 1986 – 1989 йылдарҙа шунда уҡ көндөҙгө аспирантурала уҡып, 1990 йылдан – филология фәндәре кандидаты; Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының диа­лек­тология һәм топонимика секторы мө­дире Н.Х. Мәҡсүтова етәкселендә “Һаҡ­мар йылғаһы бассейны топонимия­һы” исемле кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Шул яҡлауҙа уҡ диссовет ағзаларынан бай топонимик материал тупланған был хеҙмәтен монография итеп баҫтырырға кәрәк тигән тәҡдим ала. Ул 1994 йылда «Китап» нәшриәтендә «Имя отчей земли» исеме менән 272 битлек китап булып сыға. Әйткәндәй, шатлыҡ та яңғыҙ йөрөмәй икән: шул яҡлауҙа уҡ йәш белгесте Башҡорт дәүләт университетының башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафед­раһына эшкә саҡыралар, һәм ул 1991 йылдың февраленән эш башлай.
1998 – 2001 йылдарҙа БДУ-ла көндөҙгө докторантурала уҡый. 2002 йылда филология фәндәре докторы, профессор М.В. Зәйнуллин етәкселегендә «Башҡорт ҡылымдарының функциональ-семантик классификацияһы» тигән докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Юғары белем биреү системаһындағы баҫҡыстарҙың барыһын да үтеп (ассистент, уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, доцент), 2003 йылда профессор дәрәжәһен ала. 2008 – 2017 йылдарҙа Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы М. Аҡ­мулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында профессор вазифаһында ғилми һәм уҡытыу- тәрбиә эшен дауам итә.
БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеттары һәм сит факультеттарҙа уҡыған студенттар ғына түгел, ә Башҡортостандың бөтә башҡорт теле уҡытыусылары ғалимәне бик яҡшы белә, сөнки башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүҙе Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙының уҡыу әсбаптары, башҡортса-русса тематик һәм функциональ-ситуатив, башҡортса-русса һәм русса-башҡортса грамматик ҡушылмалары булған һүҙлектәренән, электрон дәреслектәренән тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Бигерәк тә һүҙлектәре өсөн рәхмәтле тел өйрәнеүселәр. Улар шул тиклем төплө уйланылып, еренә еткерелеп, бар шартына килтереп эшләнгән. Ҡылым тамырҙарын диагональ һыҙыҡ менән айырып биреүе генә лә ни тиклем әһәмиәткә эйә икәнлеген бары тик башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытып ҡарағандар ғына аңлай. Ғөмүмән, һүҙлектәрҙең тел ғилемендә генә түгел, тотош кешелек яҙмышында ҙур роль уйнауы тураһында билдәле ғалимдарҙың фекерҙәре ныҡлы дәлил була ала. Уларҙа һүҙҙәр түгел, ә тарих теркәлә, ти шуларҙың береһе. Шул яҡтан ҡарағанда, егермегә яҡын төрлө һүҙлектәр авторы М.Ғ. Усманованы башҡорт халҡының тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған лексикограф итеп тә беләбеҙ. Әйткәндәй, ул синонимдар һүҙлеген 1-се һанлы интернат-мәктәптең VIII класында уҡығанда уҡ төҙөй башлай. Уға башҡорт теле уҡытыусыһы Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙының “Башҡорт теленең синоним­дар һүҙлеге әлегә төҙөлмәгән” тигән һүҙе этәргес була. Был һүҙлек, йылдар буйы йыйылып килеп, 46 йылдан һуң баҫылып сыға. (Башҡортса-русса синонимдар һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2011. – 264 бит.)
Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы – иң тәүгеләрҙән булып башҡорт теленең мәктәп грамматикаһын бер урынға тупларға кәрәген аңлап, шул уйын тормошҡа ашыр­ған ғалимә лә. Ул үҙенең уҡытыусыһы Ф.Ф. Абдуллинаға ошо хаҡта әйтә, һәм улар бергәләп эшкә тотона. Мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн төҙөлгән был ҡулланманы бөтә уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәләр, йонсоу көндә ҡояш күргәндәй, шатланып ҡабул итә. Был китап бик күп абитуриенттарға вуз ишеген асырға ярҙам итә. Уға әле лә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп: “Апай, һеҙме ни ул Усманова? Һеҙҙең китап миңә бик ярҙам итте”, – тип йәштәр, инде ҡырҡ­ты ашып барғандар, ҡосаҡлап ала. Бына ошо инде бәхет! Был китап, тулыландырылып, 2013 йылда яңынан баҫып сығарылды. (Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Теория. 5 – 9 кластар. – Өфө: Китап, 2013.)
Әлеге көндә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Өфө ҡалаһында башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр өсөн бушлай курстар үткәрә. Унда телде өйрәнергә теләге булған һәр кем йөрөй ала. Курстарға йөрөүселәр Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙының “Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн башҡорт теленең грамматикаһы” (Өфө, 2012), “Башҡорт теленең грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. Уҡыу ҡулланмаһы” (Өфө, 2011), “Башҡорт телен өйрәнәбеҙ. Интенсив курс” (Өфө, 2011, 2018) әсбаптары өсөн рәхмәтле.
Бөтә донъя цифрлаштырылған технологияларға табынған, балаларҙы телефон, телевизор, компьютерҙан нисек йолоп алырға белмәгән заманда ата-әсәләр теҙгенде үҙ ҡулдарына алырға тейеш тә бит… Самауыр сәйе эсә-эсә, күҙгә-күҙ ҡарашып, балаң менән рәхәтләнеп үҙ телеңдә һөйләшмәгәс, саф һауала геү килеп милли уйындар уйнамағас, йоҡлар алдынан халыҡ әкиәттәрен һөйләмәгәс, башҡорт китаптарын уҡымағас, туған телгә өйрәтеү тик мәктәп уҡытыу­сыһы иңенә генә төшә шул. Ә уҡытыусының бар ышанысы, ныҡлы терәге – дәреслек. Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы – 370-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Шу­ларҙың йөҙгә яҡыны – мәктәп, урта һөнәри, юғары белем биреү учреждениелары өсөн дәреслектәр, электрон ҡулланмалар, төрлө типтағы һүҙлектәр, уҡыу әсбаптары, программалар. Ғалимә мультимедиа курстары өҫтөндә лә әүҙем эшләй. Беҙ шуларҙы киң массаларға сығарыуҙы нисек тә юлға һалырға кәрәк тигән фекерҙәбеҙ.
Филология фәндәре докторы, профессор М.Ғ. Усманованың тел ғилеме өлкәһендәге ҡаҙаныштары айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ. Уның 1994 йылда сыҡҡан “Имя отчей земли” китабы бөгөн дә байтаҡ топонимист, картограф, диалектолог, телсе-ғалимдарҙың өҫтәл китабы булып тора. 25 йыл элек баҫылған ошо китапты әле лә һорайҙар, эҙләйҙәр, хатта уны Польшаға ебәреүҙәрен үтенеп һораған хат та килеп төшә уға. Үтенес­тәрен кире ҡаҡмай ғалимә. Ә 21 мең башҡорт ҡылымы ентекле анализланған докторлыҡ эше әллә күпме ғилми хеҙмәт яҙырлыҡ нигеҙ була ала.
Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы менән бер тапҡыр ғына булһа ла аралашҡан кеше уның башҡорт телендә дөрөҫ һөйләүгә, яҙыуға ҙур иғтибар бүлеүен аңлай. Уның янында кеше, үҙе лә һиҙмәҫтән, телмәрен төҙөк, дөрөҫ итеп төҙөргә тырыша. М. Ус­манованың был глобаль проблемаға арналған мәҡәләләре әленән-әле республика баҫмаларында сығып тора. 2012 – 2013 йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитендә (12 мәҡәлә), 2018 – 2019 йылдарҙа Мәскәүҙә сыҡҡан “Российская тюркология” журналында, 2019 – 2020 йылдарҙа “Ватандаш” журналында ба­ҫылған мәҡәләләр циклы ғалимәнең хәҙерге башҡорт теле грамматикаһына булған ҡарашын сағылдыра, һуңғы йыл­дарҙа төплө өйрәнеп, энә күҙенән үткәреп, тотороҡло бер системаға һалған концепцияһын уҡыусыға еткерә. Рәсми грамматиканың халыҡ теленән бик ныҡ айы­рылғанына әсенә Миңсылыу Ғө­бәйт ҡыҙы. Ул ябай ғына итеп өйрәтеп булған нәмәләрҙе яһалма рәүештә ҡатмарландырыуға, шул арҡала телде өйрәнеүҙе йырып сыҡҡыһыҙға әйләндереүгә ҡаршы. Ғалимә башҡорт теленең грамматикаһы башҡорт халҡының телен дөрөҫ бирергә тейеш тигән фекерҙә. Башҡорт телен бар нескәлектәрендә белеүе, 19 йыл Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының диалектология һәм топонимика секторында эшләүе, ике вузда 26 йыл дауамында диалектология, морфология курстарын алып барыуы ғалимәгә грамматиканы халыҡсан итеп төҙөргә кәрәклекте күрһәтә. Йөрәге ҡушҡанды аҡылы, зиһене бизмәнендә үлсәп, белеме, кимәле иләгенән үткәреп, Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова “Башҡорт грамматикаһы һәм халыҡ теле” исемле монографияһын әҙерләй. Был хеҙмәттең башҡорт тел ғилеменә яңы һулыш өрөр эш булырына шигебеҙ юҡ.
Мәҡәләбеҙ башында Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙының ябай һәм кешелекле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үткәйнек. Шул сифаттары менән ул тирә-йүндәгеләрҙе үҙенә тартып тора. Ҡайҙа барһа ла, ниндәй генә тарафтарҙа йөрөһә лә, һәр ваҡыт алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, әүҙем, илтифатлы, әҙәпле булыуы менән барыһын да әсир итә. Тормошто яратҡан, халыҡсан, шул уҡ мәлдә заманса булыуы менән хайран ҡалдыра ул. Өҫтөнә милли стилдә тегелгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме кейгән, башына матур итеп яулыҡ ябынған, ҡулдарына көмөш ҡуш беләҙек, балдаҡтар таҡҡан ағинәйҙең йәштәрҙең һәр ҡайһыһы ла ҡуллана белмәгән гаджеттарҙа һин дә мин эшләп ултырыуы үҙе ни тора! Әйткәндәй, ул стилләштерелгән милли кейемендә театрҙарға йөрөй, Төркиә, Элистала булған конференцияларҙа ла сығыш яһаған. “Унда башҡорт икәнде кейемдән танып торалар”, – ти ул.
Ғәрәп яҙмаһында нәшер ителгән китаптарҙы ла, яңы ғына сыҡҡан мобиль ҡушымталарҙы ла Миңсылыу Ғөбәйт ҡы­ҙы берҙәй мәғлүмәт сығанағы итеп ҡуллана ала. Бына шундай күп яҡлы, башҡорт семәрендәй сағыу, халыҡ ижады ҡомарт­ҡыларындай тәрән аҡыллы ул билдәле лек­сиколог, лексикограф, диалектолог, ономаст Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды хеҙмәткәрҙәре исеменән хөрмәтле Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙын юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Яңынан-яңы ижади үрҙәр, ғилми асыштар, яҙылаһы китаптар, ныҡлы һау­лыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

Г.Р. ЙОСОПОВА,
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры

Читайте нас: