Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Август 2020, 14:49

Башҡорт телен уҡытыуҙа мобиль ҡушымталар ҡулланыу

Һәр заман уҡытыусы алдына үҙенең яңы талабын, яңы һорауын ҡуя. Бөгөн беҙ тормошобоҙҙо смартфон, планшеттарҙан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Улар бөтәбеҙҙең дә йәшәү рәүешендә ныҡлы урын биләй.

Һәр заман уҡытыусы алдына үҙенең яңы талабын, яңы һорауын ҡуя. Бөгөн беҙ тормошобоҙҙо смартфон, планшеттарҙан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Улар бөтәбеҙҙең дә йәшәү рәүешендә ныҡлы урын биләй. Мобиль саралар хәҙер һөйләшеү һәм смс-хәбәр яҙыу бурысын ғына үтәп ҡалмай, беҙгә башҡа мөмкинлектәре менән дә ярҙамға килә.
Белеүебеҙсә, смартфон, планшеттар һәр балала бар, һәм улар уның менән оҫта эш итә. Шуға ла белем биреүҙә мобиль саралар ҡулланыу көндән-көн киңерәк ҡолас ала бара, уҡыусыларға үҙ аллы эшләргә, һәләттәрен үҫтерергә яңы юлдар асыла. Бөгөнгө портатив электрон сараларҙың техник мөмкинлектәре сикһеҙ, ә аndroid и ios системаларына яраҡлаштырылған башҡорт телендә йәки башҡорт теленә ҡағылышлы мобиль ҡулланмаларҙың булыуы – шатлыҡлы күренеш. Смартфон, айфондарҙан айырылмай ғына телде өйрәнеү өсөн иң популяр һәм эффектлылары тип “IQБалаБаш”, “Әлләсе” “Хәйләкәр төлкө”, “Сәләм”, “Башҡортса һүҙлек” ҡулланмаларын атарға була.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, смартфондар өсөн ҡушымталар эшкәртеүсе белгестәр Ҡаҙағстан Республикаһынан эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Алмас Топеев менән берлектә аndroid һәм ios өсөн “IQБалаБаш” ҡулланмаһының башҡортса вариантын булдырыуға иреште. Уның тәүге версияһы А.Топеев авторлығында ҡаҙаҡ телендә “IQ Bala” уйыны булараҡ барлыҡҡа килә.
“IQБалаБаш” мобиль ҡушымтаһы аша бәләкәстәр тирә-яҡ мөхитте уйын формаһында өйрәнә ала. Ул сағыу һүрәттәр, анимациялар менән биҙәлгән һәм логиканы, хәтерҙе, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән уйынсыҡтар менән байытылған. Шулай уҡ унда һүҙҙәрҙең башҡорт­са дөрөҫ әйтелешен өйрәнеү мөмкинлеге бар. Балаларға “Һүрәттәрҙе йый”, “Төҫ­тәр”, “Парҙарын тап”, “Йондоҙҙарҙы тоташтыр” уйындары бик оҡшай. Ошо биремдәр аша улар үҙҙәренең теманы үҙләштереү кимәлен дә баһалай ала. Был ҡушымта ярҙамында ата-әсәләр ҙә, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә, башҡорт теле уҡытыусылары ла телде өйрәнеүҙе еңел һәм мауыҡтырғыс итеп ойоштора ала.
“Хәйләкәр төлкө” исемле башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнеп эшләнгән мобиль ҡушымта ла бик үҙенсәлекле. Беҙ хәҙер бер үк ваҡытта әкиәтте тыңлайбыҙ, уның буйынса йәнһүрәт ҡарайбыҙ, мобиль ҡушымталағы интерактив инструменттар ярҙамында уйындар уйнай алабыҙ. Был ҡушымтаны телефондан айырылырға яратмаған бәләкәстәр ҙә, уҡыусылар ҙа бик яратып ҡабул итте. Бигерәк тә балаларға ошо ҡулланмала өйгә эш башҡарыу оҡшай. Бының өсөн мобиль ҡушымтаны ios йәки аndroid операцион системалы ҡоролмаға күсереп алырға ғына кәрәк.
“Сәләм” мобиль ҡушымтаһы шулай уҡ аndroid һәм ios операцион системалар өсөн эшләнгән. Ул быйылғы дистанцион уҡытыуҙа алыштырғыһыҙ ярҙамсыбыҙ булды. Бында, башҡорт теле хәрефтәрен яҙырға өйрәтеүҙән алып, телдең үҙенсәлек­ле өндәрен тейешле дәрәжәлә ҡуйырлыҡ тренажерҙар ярҙамға килде. Ә бына дөйөм фразалар бүлегендә кәрәкле теманы һайлап алырға була. Һәр береһенең тауышландырыу функцияһы бар. Улар башҡорт­са телмәрҙе дөрөҫ ишетеп, матур итеп һөйләшеп өйрәнеү мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың алтын мираҫы – мәҡәл-әйтемдәребеҙ рус телендәге эквиваленттары менән бирелгән. Башҡортса-русса, русса-башҡортса һүҙлеге булыу ҡушымтаны тағы ла әһәмиәтлерәк итә. Ҡулланмаға барлығы 15 мең һүҙ индерелгән, 40-ҡа яҡын тема бирелгән.
“Сәләм” мобиль ҡушымтаһын, теманың үҙенсәлегенә ҡарап, дәрестең төрлө этаптарында ҡулланырға мөмкин. Ҡыҙыҡ­лы һәм эффектив биремдәр балаларға белем алырға этәргес бирә, уларҙың әүҙемлеген көсәйтә. Ҡушымтаның оффлайн-режимда эшләй алыуы интернеты булмаған ҡулланыусылар өсөн уңайлы.
Мобиль ҡорамалдар өсөн барлыҡҡа килгән “Әлләсе” уйыны шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Ҡушымта менән уйнау баланың фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, һүҙ байлығын арттыра. Бында әлегә барлығы 500 һүҙ, ваҡыт үтеү менән улар артыр, тип уй­лайбыҙ. Уйын тиҙ арала башҡорт йәш­тәре араһында билдәлелек яуланы. Был ҡушым­таны туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уңышлы ҡулланыр­ға була. Уҡыусылар ярыша-ярыша, сәмләнеп үҙҙәренең һүҙлек байлығын арттыра. Уйын дәрестән тыш саралар өсөн дә уңайлы, шулай уҡ ғаи­лә ағзалары бергәләп өйҙә лә уйнай ала.
Иң ҡулланылған мобиль һүҙлектәрҙең береһе – “Башҡортса һүҙлек”. Был ҡулланма русса-башҡортса, башҡортса-русса бүлектәрҙән тора. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, ул интернет селтәренән тыш эшләй ала. Йәнең теләгән ерҙә башҡорт телен өйрән! Һүҙлекте төҙөүселәр, телде өйрәнеү һәм үҙләштереүҙе еңелләштереү өсөн, эҙләү функцияһын урынлаштырған. Ул ҡулланыусыға бер һүҙ генә түгел, ә башҡа тамырҙаш һүҙҙәрҙе лә табып бирә. Шунда уҡ уның мәғәнәһе менән танышыр­ға ла мөмкин. Ә йыш ҡулланған һүҙҙәргә билдә ҡуйырға була. Телде өйрәнеүселәргә мотлаҡ һүҙлек менән эшләргә өйрәнергә кәрәк. Башҡорт һүҙлеге менән үҙ аллы башҡарылған эштәр уҡыусыларҙы логик фекерләргә, һығымта яһарға өйрәтә.
Бындай ҡушымталарҙың ыңғай яҡтарын баһалағанда иң тәүҙә, исеменән үк күренеүенсә, уларҙың мобиль булыуын һыҙыҡ өҫтөндә алырға кәрәктер. Ҡушымталар тулыһынса бушлай, тимәк, өҫтәмә сығымдар талап ителмәй. Күптәренең оффлайн-режимда эшләүе лә – ыңғай күренеш. Уларҙы телде өйрәнергә теләү­селәр өсөн бушлай репетитор тип атарға мөмкин. Бигерәк тә Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә әсә телен балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өйрәтеү йәһәтенән шәп ярҙамсы улар. Мобиль ҡулланмалар менән ваҡыт сикләү­ҙәре тигән мәсьәлә лә үҙенән-үҙе хәл ителә. Әйҙә, ер шарының теләһә ҡайһы нөктәһендә, йәнең теләгән ваҡытта үҙеңдең яратҡан мобиль ҡулланмаңда рәхәтләнеп башҡорт телен өйрән!
Телдәр өйрәнеү буйынса донъя кимә­лендәге иң уңышлы тип һаналған мобиль ҡулланмаларҙы башҡорт теленә яраҡлаш­тырыу эше яйға һалына бара. Тимәк, телде уҡытыу бөгөнгө заман талаптарына ярашлы алға атлай, үҫешә. Изге башланғыс­тар мул уңыштарға килтерһен! Ә беҙҙең бурыс – уларҙы эшебеҙҙә ҡулланыу: башҡорт телен өйрәтеү, популярлаштырыу һәм уның ҡулланылыу даирәһен арттырыу.

Ф.Т. ӘХМӘТЙӘНОВА,
94-се лицей уҡытыусыһы

Мобиль ҡушымталар.
“Әлләсе” https://play.google.com/store/apps/details?id=com.inetstd.android.alias.bak&hl=ru –
“IQБалаБаш” https://play.google.com/store/apps/details?id=com.QaznatProduct.IQBALABA&hl=ru
“Башҡортса һүҙлек” https://play.google.com/store/apps/details?id=org.publicdictionary.bashkir&hl=ru
“Сәләм” https://play.google.com/sto re/apps/details?id=com.bashphrases&hl=ru
“Хәйләкәр төлкө” https://play.google.com/store/apps/details?id=com.trickyFox&hl=ru
Читайте нас: