Миңзәлә Сирғәлина
Тулған айҙы ҡыуып уҙһаң ине...
(хикәйә)
Төн ҡаралығына инеп юғала барған ейәнсәре артынан оҙаҡ ҡарап ҡалды Тәҡлимә. Йә инде, яңы ғына ине һымаҡ, ошо ҡыҙҙы итәгенә ултыртып һәтистә һикертеүҙәре, эрзинкә сүскиһен ташлатам тип кәсәнән сәй эсереүҙәре, аҙаҡ сикәләп сәсен үреүҙәре... Ана хәҙер, еткән ҡыҙ булып, бөгәренәсә еткән сәс толомдарын елгә таратып төнгө клубҡа сығып барыуы. Үәәй, ғүмер... Ни булһа ла, имен генә йөрөһөн инде балам , юлына яуыз уйлыһы тап булып ҡуймаһын, аллам һаҡтаһын, тәүбә ыстағафирулла, тәүбә-тәүбә, тип аҙарынды эстән.
— Регина-а-а-у! Ҡыҙы-ы-ым! Зерә оҙаҡ йөрөмә, йәме-е-е!- тип ҡысҡырып ҡуйҙы бер аҙҙан ҡараңғылыҡҡа тамам сумған шәүлә артынан өләсәй кеше.
— Ну! Сколько раз можно?! Лад - но!- алыҫ-алыҫтан килде яуап ауаз.
Ишеткәненән ҡәнәғәт ҡалған өләсәй урам ҡапҡаһына бик һалмай ғына, келә элеп өйгә үтте.
Ҡаланан бөгөн генә өлкән улы ейәнсәре менән ҡунаҡҡа ҡайтты уның. Өлтөрәп йөрөп өҫтәлен әҙерләп һыйын теҙеп, мунсаһын яғып йыуындырып, инде йоҡларға һалам тигәнендә, ейәнсәре әллә ҡайҙан әүәлге әхирәттәрен иҫенә төшөрөп клубҡа сығам ти башланы. Атай булып ни улы ла арҡыры төшмәй бит әле! Йөрөһөн, ҡалала былай ҙа бикле ултырып ялҡалар, ауыл тыныс, тип ҡыҙының ыңғайына һуҡты. Уныһы шул һүҙҙән осондо ла төштө. Хәленән килһә, Тәҡлимә шыҡырайта тотоп ейәнсәрен сығармаҫ ине төнгө урамға. Итәктә саҡта ғына бала етәккә бара икән, ә бына буй еткәс баш бирмәҫтәй. Ауыл тыныс тиҙәр ҙә ҡалалар, әллә инде, ауылда ла бар шул төрлөһө...
Ауыҙ эсенән һөйләнә-уҡына солан ишектәрен бисмиллалап элеп, уттарын һүндермәй инде Тәҡлимә. Регинаһы ҡайтһа йә эләгеп ҡолар, ишекте тапмай йөрөр, унан да бик ҡурҡыуы ни?!
Көнө буйы тыптырлауынан ярылып килгән табандарын яҙып ятырға урын йәйһә лә, Тәҡлимәнең күҙенә һис йоҡо эленмәне. Төпкө бүлмәлә бер ни белмәй бесәй шикелле мышнап йоҡлаған улының ара-тирә һөйләнеп ҡуйыуын ишетмәҫ өсөн урта ишеген ябып ҡуйһа ла, һис тынсып ойой алманы.
Бер аҙҙан тәҙрә ҡорғанын яртылаш асып төнгө урамды ҡарап торҙо бергилке. Бая ғына дөм ҡара төн хәҙер һыуҙай аяҙ ай нурына ҡойона ине...
Ятып сыҙаманы Тәҡлимә. Тағы ла тышҡа сыҡты. Кәртәһе буйҙарын күренгән тиклем ҡарап, төнгө тауыштарҙы тыңланы. Ҡурҡҡанға ҡуш - ҡайҙалыр ҡыҙ баланың әсе итеп илауы, ярҙам һорап ҡысҡырыуы ишетелгәндәй булды. Өҫтөнә еңел кейенгәнгә, тәнен дер баҫып, барлы-юҡлы теше шыҡылдай ҙа башланы.
Өйгә инеп татлы йоҡоһонон улын уятып ултыртты. Кейенеп ҡыҙы артынан барыуын һораны.
— Һуң, әсәй! Ҙур ҡыҙ бит инде хәҙер Регина. Пускай йөрөһөн! Яңы ғына сыҡты бит, клубҡа барам тине. Тем более ҡыҙҙар менән... ауыл ҡыҙҙары...не мешай, мам... арығанмын...
Ултырған еренән гөп итеп яҫтыҡҡа ауып, шундуҡ йоҡлап киткән улына ҡарап торҙо ла Тәҡлимә, үҙ яғына сыҡты. Ҡабаттан ишектәрен элеп, һыуытҡыстан тынысландырыусы "тамсылар" эсеп урынына ятты.
Ятты... Кәүҙәһе генә карауатта ине уның... ә күҙҙәре тәҙрә ҡорғаны аша үтә күренгән айға текләһә, уйҙары күптән бала саҡ илен гиҙә ине уның...
… Тәҡлимәгә биш йәштәр самаһы булғандыр, таң менән колхоздың һөт ташыған машинаһына ултыртып атаһы әсәһен ҡалаға алып китте. Күҙен тырнап саҡ асып ҡараған ҡыҙының боларған сәстәрен һыйпаған әсәһе : "ҡыҙым, иламай тор йәме, мин һиңә бәләкәс кенә бәпес апҡайтам. Һин уны бәүетерһең"- тине. Күҙ алдына йомро ғына бәпәй килтереп, ярай тигәнде белдереп баш һелкте ҡыҙый.
Тик шул китеүҙән әсәй ҙә, бәпәй ҙә оҙаҡ ҡайтманы. Тәҡлимә аңламаны. Ике - өс көндән күрше бабай ат егеп, Тәҡлимәне толопҡа урап, аша урамға Зәһүрә инәһенә алып барып ҡалдырҙы. Иламаны ла, мыжыманы ла Тәҡлимә, ашарға саҡырһалар барҙы, алдына ни ҡуйһалар тотоп ашаны, үҙе һорап, ынтылып бер ни ҙә алманы ла, барына күнде.
Күп тә тормай атаһы килеп кире алып ҡайтты уны. Ҡаршыһына әсәһе сығыр, өй түрендә бәпес сәңгелдәге торор тип көттө, тик бер кем дә сыҡманы ла, көтмәне лә. Шул көндәрҙән һуң ҡытыршы ҡулдары менән ҡыҙының ебәк сәстәрен һыйпап, атаһы гел иланы. Ауыҙынан һаҫыҡ еҫ сыҡҡанда ғына шулай ебене ул. Белә ине Тәҡлимә ул ниндәй еҫ икәнен. Араҡы ине бит ул...
Тас - тос килеп нимәнелер бүлешә алмай һуғышып киткән, йә өйҙөн аҫтын өҫкә әйләндереп шаярған ағайҙары ла, сәйер шымға әйләнде был мәлдән. Өҫтәл башында баш һалындырып ултырған ике ағаһының уртаһына ултырһа ла, Тәҡлимәгә иғтибар итеүсе лә, кит бынан тип этеп төшөрөүсе лә булманы.
Аталары көндөҙ эштә саҡта бөтөнләй өйҙәре ҡотһоҙ һыуыҡҡа әйләнгеләне. Ағалары барып һатып алған дүрткел лафка икмәге лә тиҙ бөтә, ялҡыта ине. Ҡайһы саҡ кистәрен артлы тимер санаға Тәҡлимәне ултыртып аша урамда йәшәгән Зәһүрә инәләренә икмәк һорап торорға ла бара инеләр атаһы менән. Йылы ғына оло түңәрәк икмәкте һығып ҡосаҡлап, моронон еңелсә икмәккә терәп еҫкәп, күктәге тулған айҙың сана һөрәгән атаһы алдынан тотам еткермәй шыуып барыуын күҙәтер ине Тәҡлимә.
Йылы ғына, тәмле генә икмәк... Әсәй еҫе...
Санала барған Тәҡлимә күҙ йәштәренә ирек биреп, бите буйлап төшкән тоҙло тамсыларҙы икмәк урауына ҡушып имер ине гел... Һағына ине әсәһен... Нишләп кенә һаман ҡайтмай икән, тип уйға бата ине..
Балалыҡ менән, күктәге икмәктәй түңәрәк тулған айҙы ҡыуып уҙһаң, әсәһе ҡайтыр тип уйланы... Тик ай ғына уҙҙырманы...
Яйлап, ипләп кенә яҡындары әсәйҙәренең мәңгелеккә юҡлығын
төшөндөрҙө. Тәҡлимә ниңәлер әсәһенең ҡайтырына ышанды. Ауыр ине ҡыҙ балаға ир заттары араһында йәшәүе. "Өйлән! Балаңды уйла!"- тип атаһына күпме димсе килде, тик атаһы ҡул һелтәп кенә торҙо. "Ҡыҙыңды апайыңа бир, малайҙарың менән ҡалай ҙа көн күрерһең" - тип Тәҡлимәне айырырға иттеләр. Һәр һүҙҙе йотоп аңлап торған ҡыҙҙы ағалары етәгенән һис айырып ала алманылар.
Эсмәгән саҡтарында Тәҡлимәгә атаһы эш тигеҙмәне лә. Һыйырын да һауҙы, икмәген дә баҫып бешерҙе. Тик шул араҡыға бирелһә, Тәҡлимә өсөн ауыр көндәр тыуа ине.
Һигеҙ йәше тулып килгәндә уҡыуға барҙы. Толомлап үрелгән сәстәренә ап-аҡ бантик таҡҡан ҡыҙҙарға ҡарап иҫе китте уның. Кәпәс кеүек итеп ҡырҡылған сәстәрен ҡайһылай тараһа ла ялбырап яфаланы. Бантик тағып сәс үрҙереүҙе хыял итте, тик ҡашы өҫтөнә сәсе төшә башлауы менән атаһы ҡырҡып тик торҙо.
Күҙенә йоҡо эленмәй яфалаған саҡтарында гел тәҙрә өлгөһөнән ялтырап күренгән айҙы күҙәтте ул.
Асылмаҫ сер, мөғжизә бар тип инанды шул нурҙарҙа. Күңелен бушатып илаған ҡыҙҙы тик тулған ай ғына йыуатты...
Ғүмеренә күңелендә оло йөй булып ҡалыр һыҙлаулы яраны ла төн ҡараһында алды ҡыҙый. Тәҡлимәнең һыҙлау-һыҡтауҙарына һуңлап ҡалҡҡан тулған ай шаһит булды. Тоғро булды ул, серен һатманы...
Тәҡлимәгә ун ике йәштәр тирәһе саҡ. Октябрь байрамына тип концерт номерҙары әҙерләйҙәр ине. Иҫке генә клуб сәхнәһендә бейеү, Тәҡлимә ише ҡыҙҙарға оло мәртәбә ине. Класташ ҡыҙҙары менән бейеү өйрәнеп, һуң ғына ҡайтырға сыҡтылар. Тәҡлимәләрҙең өйө клубтан байтаҡ алыҫ. Ҡултыҡлашып шырҡ - шырҡ көлөшөп һөйләшеп атлаған ҡыҙҙарға күмәк булғас төн ҡараһы ҡурҡытмай ҙа ине. Бейеү батмус менән. Ҡыҙҙарҙың телендә шул - ҡайҙан бер ишерәк батмус табырға? Ике-өс ҡыҙҙыҡы бар батмусы, бер сама ҙурлыҡта, тимәк, ҡалғандарға ла шундайҙы эҙләргә. Тәҡлимәләрҙә лә бар ине батмус. Тик ҡәҙерләп элеп ҡуймағас, келәттә ятып бер ситенең эмале ҡубып тут төшкән ине. Оялмай шуны тотоп йөрөмәм инде,тип уйланы эстән. Бейеү һалыусы апай :" әбей-һәбейҙәрҙән һорағыҙ, бар ул уларҙа"- тип ҡуйҙы бит етмәһә.
Ҡултыҡлашып барған ҡыҙҙар сафы берәм - һәрәм һурылып өйҙәренә һибелә барҙы. Зәкиә менән Тәҡлимәгә генә арыуыҡ ерҙе икәү үтергә ине. Дөм ҡараңғылыҡтан кемдер арттарынан төшөп ҡыптырҙап атлағанын ишетеп, юл ситенә үк сығып, үткәреп ебәрергә булдылар ҡыҙҙар. Тик аҙымдар уҙманы.
— Ҡыҙҙар! Ҡурҡам! Мине лә алып ҡайтығыҙ әле?!- тип бесәй кеүек мыйылдап ҡыланып һүҙ ҡушҡан оло ғына ағайҙың тауышына ҡыҙҙар көлөп яуапланы. Таныйҙар ине ул ағайҙы, шуға һис ҡурҡмай йәнәшә һүҙ ҡушып тороп атлай бирҙеләр.
Зәкиә өйөнә боролоп ингәс, Тәҡлимә яндаш килгән ағайҙың барлығына ҡыуанды ғына. Уныһы атаһын һорашҡан булды, бөгөн эсмәнеме, тип тә төптәште. Ҡыҙҙар менән бейеп күңел асып ҡайтып килгән ҡыҙ асылып китеп бар хәбәрен теҙҙе лә теҙҙе...
— Әйҙә, беҙҙең әсәйҙең батмусы бар ул, ҡарап ал, - тип Тәҡлимәне үҙ өйөнә саҡырҙы теге ағай.
Тәҡлимә ҡыуанды. Ҡайһылай яҡшы була инде өр яңы батмус табылһа! Оло кешенең бармаҡсылары ла барҙыр бәлки, тип өмөтләнде.
Дөм ҡараңғы өйгә ут ҡабыҙып инделәр. Тәҡлимә белә, был Мәрфүға инәйҙең өйө. Йылы ғына, ыҡсым өй ике бүлмәле, үҙе тәпәшәк кенә. Ишек төбөндә тапанған Тәҡлимәне арҡаһынан этеп тиерлек ағай кеше урындыҡҡа ултыртты. Үҙе йәһәт кенә үтеп төпкө яҡтың тәҙрәләрен ҡороп, бер аҙға ҡайҙалыр тын ҡалды. Моғайын да батмус эҙләйҙер, тотоп сығыр хәҙер ағай, тип төпкө яҡтың ишегенән күҙен алмай көттө ул.
Бер аҙҙан, өҫ кейемен һалған, үҙенең ауыҙы ҡолағына етеп йылмайған, сәйер, ике ҡулы ла буш ағай ишектән күренде. Йыртҡыс етеҙлегендә ҡыланып, ҡорһаланып Тәҡлимәне урындыҡҡа этеп йығып өҫтөнә ауҙы ир.
Тәҡлимә бер секундҡа ни ҡысҡыра, ни тыпырсына алмай, йыртҡыс ҡулына эләккән януарҙай ялбарып хөжүмсеһенең күҙенә ҡараны. Уф, ул күҙҙәр!
Ҡан һауған, тамсы ла аяу юҡ күҙҙәр, ыржайған һап- һары тештәр бына-бына ҡорбанын умырып йолҡорҙай ине...
— Ағай! Ебәрегеҙ! Нимәшләйегеҙ ул?!
Тәҡлимә ҡысҡырҙы, тик тауышы ауыҙ - моронон ҡаплаған шырт томшоҡтан әллә ни алыҫҡа китерлек түгел ине.
— Тик ят! Тыпырсынма!
Тәҡлимә тыңламаны, хәленән килгәнсе, тамағы ярылғансы ҡысҡырып маташты.
Яҙлы - көҙлө ҡәҙерләп кейгән ҡыҙыл сатрашлы пәлтәһенең бар төймәләре лә шаулап һибелеп иҙән буйлап тәгәрәне. Ауыр, һаҫыҡ кәүҙә күкрәгенә ныҡ баҫып ятыуҙан, ҡыҙ бөтөнләй өн сығаралмаҫ, ҡыбырлай алмаҫтай ҡамалды.
— Ағай, ебәрегеҙ ... үлтермәгеҙ мине...
Тәҡлимә илауға күсте.
— Шым!
Шырау кеүек шырт, тәмәке еҫе һеңгән һыңғар ус Тәҡлимәнең ауыҙын ҡаплаһа, икенсеһе ҡалтырана - ҡалтырана итәген асып колготкиһын һыпыра ине.
Тын алыуы ауырлашҡан ҡыҙ ян - яҡҡа баш ташлап, януарҙан арыныу эҙләне...
Артабан Тәҡлимә ни булғанын ҡуйы томан эсендә ҡалғандай иҫләне. Саталарын ярып, өҙөп килгән әсе һыҙлау, ауыртыу... Илауға ла, ҡысҡырыуға ла иғтибар итмәй, бер туҡтауһыҙ өҫтөнән төшмәгән оло ир...
Үләм икән, әсәйем ҡайтһа минең ҡайҙа икәнде белмәҫ инде, бәпесте күрмәмме, тип уйлап өлгөрҙө шул арала. Теш араһынан сырт иҙәнгә төкөрөп, өҫтөнән ҡәнәғәт төшөп киткән ир артынан ҡуҙғалып торорға ла ҡурҡты Тәҡлимә. Айырсалары бысаҡ менән теленгәндер ҙә, саҡ ҡына ҡыбырлаһа, икеһе ике яҡҡа айырылып төшөр кеүек күрҙе ул.
— Тор! Нимә аңшайып ятаң? Мә, илаған төймәләрең...
Иҙән буйлап бая һибелгән төймәләрҙе йыйып йыртҡыс-ағай Тәҡлимәнең пәлтә кеҫәһенә һалды.
Ауыртыныуҙан күҙ йәштәренә батҡан ҡыҙ саҡ тороп күтәренеп, төймәһеҙ пәлтә түшен ҡымтып урамға йүгерҙе...
— Әй, ҡыҙыҡай! Ҡара уны, берәйһенә һөйләһәңме...
Урам ҡапҡаһына етә барған ҡыҙ артынан ир-йыртҡыстың киҫәтеүе ишетелде.
Күҙ йәшенә быуҙыҡҡан ҡыҙ бала, шул хәшәрәт хәл араһында ҡалҡып, әле саҡ юлын яҡтыртҡан ай нуры аҫтында илай-илай өйөнә йүгерҙе. Йүгерҙе тийеүе лә артыҡ, һыҙланыуҙан аяҡтарына көсө лә етмәй, һөйрәлеп һылтыҡҡа ҡалды. Хәлде атаһына, ағаларына белдермәҫ өсөн, урам эсенә ингәс бит - башын төҙәтеп, тынысланып маташты ул.
Ҡурҡты Тәҡлимә теге ағайҙан, берәйһе белһә быны, аямаҫ бүтән тип уйланы.
Әмәлгә ҡалғандай атаһы иҫерек ята, ә ағаларында Тәҡлимә ҡайғыһы юҡ, бирелеп китеп кәрт һуғалар ине...
Йоҡларға ятҡас, оҙаҡ дерелдәп ҡурҡты Тәҡлимә. Тәҙрәнән төшкән ай нуры шәүләһендә баҡсалағы ағас ботағы "бейеүен" дә һиҫкәнеп күҙәтте.
"Эх, ай... нишләп кенә һин һуңлап ҡалҡтың? Юлымды яҡтыртып, зиһенемде асһаң ни инде?" - тип буҫығып илап айға үпкә яуҙырҙы...
Был хәлдән һуң Тәҡлимә бөтөнләй үҙенә йомолдо. Көндөҙ уҡыуҙан ҡайта ла, төштән һуң булған өҫтәлмә дәрестәргә бармаҫ, клуб, концерт тигән ергә аяҡ баҫмаҫ булды. Ә теге октябрь байрымында теләр теләмәҫ кенә ҡатнашты шулай ҙа. Келәт иҙәнендә аунап ятҡан тутлы батмусты йыуып, тутын рәсем буяғы менән буяп, бер сәхнәлә бейеп төштө лә, япты юлды. Биҙәге уңған, арыу "михнәт" күргән батмус, бейеп сыҡҡансы Тәҡлимәнең усына буялып бысрандырҙы. Ҡыҙый үҙен дә, ошо ҡәҙере бөткән батмустай хис итте, ниндәй генә "буяу"ҙа уның күңел яраһын ҡаплай алмаҫтай тойҙо. Шөрләне, ныҡ ҡурҡты хәл ҡабатланыуынан.
Юлында теге ағайға оҡшашыраҡ кеше тап булһа, урап ҡасты...
Ун өс йәше тулыуға ай тирәһе ҡалғас, Тәҡлимә үҙ организмындағы үҙгәрештәргә иғтибар итеп хафаға батты. Бер көн иртән түштәренең сәнсеп сәңкеп һыҙлауына, ә эс кейемендә ҡан таптары булыуына ҡурҡып урынынан да ҡуҙғалмай тик ятты. Иланы. Ағалары сәбәбен һорашһа ла, хәлен өндәшмәне.
Яуыз ағай тейҙе бит, шуға ҡаным аға инде, үлермен микән ни, тип үҙ уйынан үҙе ҡурҡып оторо шыңшыны. Атаһына ни тиергә?! Анау ағай шулайтты, тиһә?! Эй, юҡ! Юлымда осраһа тағын, быуып үлтерер...
Мең төрлө яҙлыҡ юл эҙләне ҡыҙый. Тәне ут булып янмаған көйө ауырыйым тип ятҡан ҡыҙына ауыл фельдшерын алып килде шул саҡ атай кеше.
Хәл айышын төшөнгән медсестра, Тәҡлимәгә, был йәш ҡыҙ булып өлгөрөп етеү билгеләре булыуын төшөндөрҙө...
Шулай ҙа күңеленә төшкән һипкерт Тәҡлимәне һис ташламаны. Уҡыуын тамамлап, ҡалаға бухгалтер курстарына уҡырға барғанында ла ҡырағайлыҡ һыҙаттарын өҫкә ҡуйҙы. Шуғамы, группала уға "дикая" тип ҡушамат таҡтылар. Үпкәләмәне Тәҡлимә, ҡыуанды ғына. Ҡушаматы нисектер уны һаҡлаусы ҡалҡан кеүек ине...
Танышырға теләгән егеттәр күп булһа ла, Тәҡлимә ир затынан ҡурҡты. Ҡыҙҙарҙың шаяртып та, әрләп тә таныштырырға тырышып ҡарауҙарына һис иғтибар итмәне. Араҡы йә тәмәке еҫе сыҡһа ла, күңелен теге шом, ҡурҡыу баҫа ине уның. Бер кемгә белгертмәне тик. Үҙ өҫтөндә ауыр, ибәтәйһеҙ ир һалған яра ҡабаттан һулҡый, һыҙлай кеүек тойолдо...
Утыҙға яҡынлап килгән ҡыҙының һаман эйәле - башлы була алмауына атаһы ла бошондо. Әрләп тиерлек, үҙен һората килгән сираттағы күрше ауыл егетенә тағып ебәрҙе. Балалыҡ менән бер ни аңламаған ҡыҙ, хәҙер бар ҡатын ҡыҙ нескәлектәрен төшөнгәс, йәрәшкән йәре уны саф түгеллеген төптәшһә, ни тиер тип тә ғәмгә батҡайны.
Тик ни ғиллә, никах төнөндә Тәҡлимә үҙенең ҡыҙлығы саф булыуына тағын бер аптыраны. Ҡыуанды ғына, теге ҡәһәрле төн ваҡиғаһын, тимәк , бер кем дә...
Тормоштары көйлө генә тәгәрәгәндәй булды. Тик иренең, түшәктә һалҡын булыуына Тәҡлимәгә үпкә ташлап һүҙгә килешеүҙәре генә тормош тәгәрмәстәрен көйһөҙләп алыр булды. Һалҡын ине Тәҡлимә. Үҙ үҙен көсләп тә, ир затына асылыр асҡысты тапманы. Ҡырағайлашты, яңғыҙ түшәктә ятыуҙы өҫтөн күреп айырымланды.
Китаптарҙа, киноларҙа тәфсирләп ҡыҙыҡтырған мөхәббәт ләззәтен ул тойманы. Бары тик ире алдындағы бурыс итеп күрҙе бергә ятыуҙы. Ире эсеп ҡайтһа күҙ алдына теге вәғшиҙәрсә ҡыланыш күренеше килеп, өйҙән сығып китеү ярауын күрҙе.
Хоҙай миңә ҡыҙҙар бирһә, күҙ алдымдан ебәрмәй, ҡурсып ҡына көтөрмөн, тип уйланы ул. Яҙғаны ике малай булды. Әллә үҙенең һалҡынлығынан, әллә йәш уҙыу ғәләмәте, Тәҡлимә башҡаса балаға уҙманы...
Бер бер артлы тыуған ике улын ҡосаҡлап өйҙә ултырған йәш әсә, бер көн кискә ҡарай атай кешеһенән хәбәр алды.
— Ҡыҙым, ваҡыт табып килеп ҡайт, әйтерем бар...
Контор телефонынан шылтыратып әйткән атаһы һүҙен күршеләре еткерҙе. Әллә нишләп ҡабаланманы Тәҡлимә, дөм ҡараңғы төнгә ҡарай юлға сығып булмаҫ, иртәгә, тине...
Иртәгәһе көн ирен ашығыс эшкә саҡырттылар. Тәҡлимә тағы ла ҡайтыу уйын алға шылдырҙы. Көтөр...
Көтмәгән булып сыҡты атаһы. Тәмәкеһен ҡабыҙып, тупһала тартып ултырғанында ғына китеп барған ине.
Салт аяҙ айлы төн ҡосағында, ике улын ҡосағына алып, илай - илай тулған ай баҫтырып, ат арбаһында тыуған ауылына ашҡынған ҡатын Тәҡлимә булды...
Асылмаҫ сер — әйтелмәгән һүҙен үҙе менән алып китте атаһы...
Үткәндәрен бар нескәлегендә күҙе алдынан тағы бер ҡат үткәргән Тәҡлимә, күҙәткән айының, күктең күптән теге осона етеп барыуын шәйләп урынынан ҡалҡынды. Һипһенеп стена сәғәтен яҡтыртып ҡарап, ваҡыттың таңға тартым икәненә инанып, тағы тышҡа ынтылды. Сыҙаманы.
Саф, һалҡынса аяҙ төн. Шылт иткән тауыш та юҡ тиер инең, клуб яғында ара - тирә көлөшкән ҡыҙҙар, һыҙғырған егеттәр тауышы бар.
Тәҡлимә урам ҡапҡаһын шар асып тышҡа сыҡты. Ҡалын халатының салғыйҙарын бөрә тотоп клуб яғына ыңғайланы ул.
Ҡултыҡлашып ҡайтып килгән бер төркөм ҡыҙҙар араһынан үҙ ейәнсәрен ап асыҡ таныны. Ерән сәсе, әллә ҡайҙан ялбырап, был мин, тип ҡул болғағандай күренде.
— Нуу! Бабуль?! Это уж слишком!
Өләсәһенең ҡылығына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп ауыҙ турһайтҡан Регинаһының имен-аман булыуына текәлеп инанған өләсәй, ҡыҙҙар алдынан ҡырт боролоп өйөнә табан шәп - шәп атлап маташты...
Ә был мәлдә ай күптән офоҡ артына осаһын терәгән ине инде...