Бөйөк юлбашсы – В.И. Ленин вафат булғас, 1924 йылдың ғинуар аҙаҡтарында, февраль айы баштарында БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты ағзалары оло шәхесте мәңгеләштереү маҡсатында яңы асыласаҡ өлгөлө II баҫҡыс башҡорт мәктәбенә уның исемен биреү мәсьәләһе наркомпрос коллегияһы ултырышының көн тәртибенә ҡуйыла. 1924 йылдың 5 мартында уҙған сираттағы коллегия ултырышы ағзалары тарафынан В.И. Ленин исемендәге II баҫҡыс башҡорт мәктәбенең Положениеһы ҡабул ителә һәм 24 мартта В.И. Ленин исемендәге өлгөлө белем биреү усағын асырға, тигән ҡарар ҡабул ителә. Һәм ошо көндөн алып Ленин мәктәбенең данлыҡлы тарих биттәре яҙыла башлай.
Мәктәп 1924 йылдың 6 ноябрендә эш бащлауын тантаналы рәүештә аса. Уҡыу йорто Башҡортостандан ғына түгел, илебеҙҙең төрлө тарафтарына таратылған башҡорт балаларын тыуған яҡтарына ҡайтарып, үҙ ҡосағына йыя башлай. Йәш Совет республикаһы хөкүмәте вәкилдәре Ленин мәктәбенә билдәле шәхестәрҙе – мөғәллимдәрҙе балаларға белем биреүгә ылыҡтыра. Мәҫәлән, драматург Сәғит Мифтахов, хөкүмәт вәкиле Сәғит Мерәҫов, ғалимдәрҙән Закир Айыуханов, Ғәббәс Дәүләтшин, Вафа Сөләймәнов, Исмәғил Ишмөхәмәтов, халыҡ рәссамы Александр Тюлькиндар, һәр һүҙҙе йотлоғоп ҡабул итергә ҡанатланып көтөп ултырған, балалар ҡаршыһына килеп баҫа. Беренсе өлгөлө башҡорт мәктәбенең яҡты көндәре Өфөнөң Карл Маркс урамындағы киң, йылы бинала 1930 йылға тиклем дауам итә. Артабан Ленин мәктәбе Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсерелә. 1938 йылда мәктәп В.И. Ленин исемендәге өлгөлө балалар йорто статусын ала, ә инде 1969 йылда иһә ул мәктәп-интернат тип үҙгәртелә. 1999 йылдан башлап белем усағы В.И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ 2-се лицей-интернаты булараҡ эшен дауам итә. Ошо йөҙ йыл дауамында “Ленин мәктәбе” исеме аҫтында 6 меңгә яҡын бала уҡып сығып үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа. Улар араһында республикала, шулай уҡ илебеҙ киңлегендә танылған һәм таныла барған шәхестәребеҙ күп. Ул билдәле шәхестәребеҙ – төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре. Әйтәйек, оҙаҡ йылдар буйына БАССР-ҙың мәғариф министры вазифаһын башҡарған Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина, беренсе халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-шағирҙар, яҙыусылар Хәй Мөхәмәтйәров, Батыр Вәлид, Мазһар Абдуллин, Әмир Чаныш, Ғайса Йосопов, Хөрмәт Хәйри, Сыңғыҙ Ханов, штурмлаусы хәрби летчик Әнүәр Мостафин, Советтар Союзы геройы Зөбәй Үтәғолов, Социалистик Хеҙмәт геройы Әғлә Нәҡиев, ВЛКСМ-дың Үҙәк комитеты секретары вазифаһына тиклем үрләгән Шәриф Тиерғәлина, танылған журналистар Ғәлиә Мырҙагилдина, Миңлеғәле Яҡупов, күп сәсмә китаптар авторы, яҙыусы Лира Яҡшыбаева, сатирик-шағир Сулпан Иманғолов, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, шағир Саләуат Әбүзаров, Башҡортостан хөкүмәте аппаратында эшләп ялға сыҡҡан Данияр Рахманғолов, Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаты, эшҡыуар Илдус Ғүмәров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлшат Әхмәтова, филология фәндәре кандидаты, доцент, шағир Айнур Үтәйев, БДБ һәм Бөтә Рәсәй хәрбиҙәре араһында уҙған рус шашкаһы буйынса уҙған ярыштарҙа чемпион титулы яулаған, подполковник Фәнис Мифтахов, Украинала хәрби операцияла ҡатнашып батырҙарса һәләк булған Азат Мифтахов, башҡорт ретро-эстрада йырсыһы булып таныла барған Рөстәм Ғәзизов һәм башҡа бик күп мәғариф, мәҙәниәт, хоҡуҡ һаҡлау, медицина, фән, иҡтисад өлкәләре хеҙмәткәрҙәре.
В.И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ 2-се лицей-интернаты милли инновацион уҡыу йорто булараҡ үҙ эшмәкәрлеген емешле алып бара. Был яуаплылыҡты, минең менән бер рәттән, мәктәп администрацияһы - директор урынбаҫарҙары Лидия Мөбәрәк ҡыҙы Ураҙбахтина, Римма Мансур ҡыҙы Зөбәйерова, Азамат Айҙар улы Вагапов үҙ иңдәренә алған. Администрацияның һәм педагогик коллективтың ныҡышмалы хеҙмәте уҡыусылар тарафынан юғары баһаланһын – уҡыу һәм тәрбиәүи эштәр буйынса ҙур уңыштарға өлгәшелһен өсөн мәктәптә, тейешенсә кимәлдә, заманса шарттар тыуҙырылған. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр шундай данлыҡлы, бай тарихлы уҡыу йортонда эшләүҙәрен, белем усағының изге маҡсаттарын, шулай уҡ иле, теле һәм халҡы яҙмышына битараф ҡала алмаясаҡтарын яҡшы аңлай. Улар йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә бар көстәрен һала, балалар үҙ тарихын белеп, үткәндәрҙән фәһем алып үҫһен, тигән тәғлимәткә таяна.
Үткән йыл, 2024 йылда, мәғариф системаһын модернизациялау буйынса федераль программа сиктәрендә мәктәптең уҡыу корпусында капиталь ремонт яһалды, уҡыу-уҡытыу буйынса матди-техник база яңыртылды. Был яуаплы эште уҙғарыу процессы тулыһынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин үҙ ҡарамағына алды. Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин менән уның урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Стәрлетамаҡ ҡала хәкимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, ҡала мөғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев лицей-интернатта барған ремонт эштәре менән даими ҡыҙыҡһынып, бар яҡлап та оло ярҙам күрһәтте. Яңыртылған, ремонтланған мәктәпкә балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә ҡыуанып бөтә алманы.
Бөгөнгө көндә В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатта 36 педагог (18 уҡытыусы, 14 тәрбиәсе һәм 4 тәрбиәсе ярҙамсыһы) эшләй. Башҡортостан Республикаһының 21 районы һәм 8 ҡалаһынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, шулай уҡ Татарстан Республикаһы менән бергә барлығы 208 бала тәрбиәләнә, белем ала.
Педагогик коллектив уҡыусыларға туған телдә белем һәм тәрбиә биреү, башҡорт телен үҫтереү йүнәлешендә берҙәм һәм әүҙем эшләй. Ленин мәктәбендә милли мөхиттең, әҙәби мөхиттең үҫеше әле лә дауам итә. Мәктәп администрацияһы, педагогтар башҡорт телен артабан да үҫтереү маҡсатында байтаҡ үҙенсәлекле проекттар өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, 2023 йылдан башлап “Киләсккә ҡараш” фәнни-ғәмәли конференцияһы тәүҙә мәктәп күләмендә уҙһа, 2024 йылдың февраль айында Ленин мәктәбенең 100 йыллығы уңайынан, Халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти темаһына арналып, республика кимәлендә үткәрелә. Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә тел уҡытыусылары асыҡ дәрестәр, “Ерем, илем, телем” тигән баш аҫтында – квиз (викторина), “Урал батыр” эпосы буйынса уйындар ойоштора. Класс етәкселәре, тәрбиәселәр: “Тел – халыҡ тарихы” темаһына класс сәғәттәре уҙғара. Ә “Ғаиләм менән – туған телемдә” акцияһы ата-әсәләр өсөн тәғәйенләнә. Лицей-интернатта шулай уҡ әҙәби ижад, журналистика, ҡытай телен өйрәнеү, блогерлыҡ йүнәлештәре буйынса түңәрәктәр эшләй. Лицей-интернат киләсәктә профессиональ хороеографтар, вокалистар, режиссерҙар менән эшләргә иҫәп тота.
2023 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе лицей-интернат ҡарамағында Балалар ҡоролтайының эшмәкәрлеген башланы. Йыл да уҙғарыласаҡ ҡоролтайҙың сафтарына Ленин мәктәбенән дә уҡыусылар ағзалыҡҡа алынды. Ошо уҡ сарала Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы лицей-интернат базаһында Фән һәм мәғрифәт йылына арналған “Фәнни майҙан” сараһын уҙғарҙы.
Ленин мәктәбе балаларында илһөйәрлек тойғоһо уҡыу йортоноң беренсе көндәренән үк йәшәп килә. Йөҙ йыллыҡ тарихтың ҡайһы осорон алһаҡ та: коллективлаштырыу менән индустриялаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы, илдәге төҙөлөштәр – ошо ауырлыҡтар барыһы ла үҙ иле өсөн янған Ленин мәктәбе уҡыусылары өсөн оло һынау. Һәм ...бөгөнгө махсус хәрби операция - ул да оло һынау. Балалар яугирҙарға йылы, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен хат аша, открыткалар аша ебәреп тора. Шулай уҡ лицей-интернат уҡыусылары, педагогик коллектив һәм ата-әсәләр комитеты яу яланындағы яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡ әйберҙәр йыйып хәрби операция барған ергә оҙатты. Лицей-интернат уҡыусыларында ватансылыҡ тойғоһон уятыуҙа Мәскәүгә – Бөтә Союз Халыҡ хужалығы күргәҙмәһенә экскурсияға барып ҡайтыу ҙа мөһим роль уйнаны. Балалар үҙ иленең, тыуған республикаһының ҡеүәтен ошо күргәҙмәлә күреп, һоҡланып, ғорурланып ҡайтты.
“Уҡытыусылар йылы”на арналған “Остаз” Республика конкурсының көньяҡ төбәгендә уҙған бәйгенән В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернат педагогтары ла ситтә ҡалманы. Улар Стәрлебаш ҡасабаһында уҙған зона этабына һынауға барҙы. Был бәйгелә уҡыу йортоноң иң отҡор, үҙ эшенең оҫталары булып Б.Й. Ҡәйепҡолова, М.С. Ғәлиева, Г.Д. Хасаева, Г.Ш. Ҡашҡарова, Г.Ф. Арылбаева, И.Р. Ҡаҙаҡолов һәм И. Р. Йәнтүриналар ҡатнашты. Көсөргәнешле көрәштә лицей командаһы II урынды яулап Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
2023 йылда өс яҡлы килешеүҙең (“Ҡәрҙәш мәктәптәр”) программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында Һамар өлкәһенән килгән ҡунаҡтар ҡаршыһында лицей-интернат педагогтары асыҡ дәрестәр үткәрҙе. Рәзинә Сулпан ҡыҙы Ишкилдина ҡунаҡтарҙы уҡыу йорто тарихы менән таныштырһа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Бүләк Йыһангир ҡыҙы Ҡәйепҡолова “Диңгеҙбай ауылы егете – лечик-штурмлаусы яугир Әнүәр Хәмит улы Мостафиндың эҙҙәре буйлап” тигән хәтер дәресен уҙғарҙы.
Стәрлетамаҡ 2-се лицей-интернат юғары уҡыу йорттары менән дә тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итә. Өфә дәүләт нефть-техник университеты менән килешеү төҙөлөп, уҡыу-уҡытыу йәһәтендә, химия-биология фәндәренә өҫтөнлөк бирелә. Төп эш инженерлыҡ йүнәлешендә алып барыла. Был юғары уҡыу йортоноң уҡытыусылары аҙна һайын оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ дәрестәр үткәрә. Лицей уҡыусылары улар уҙғарған бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ, лицей-интернат уҡыусылары Өфө Фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы менән дә килешеү төҙөнө һәм улар менән берлектә физика-математика фәндәре буйынса имтихандарға әҙерлек эштәре алып бара. Стәрлетамаҡ медицина колледжы, водителдәр әҙерләүсе мәктәп менән дә хеҙмәттәшлек итеү яйға һалынды. Юғары класс уҡыусылары “Йәш водителдәр”, “Ҡытай теле” түңәрәктәренә теләп йөрөй. Эске эштәр министрлығы менән берлектә килешеү төҙөлөп полиция класы асылды.
Лицей-интернат уҡыусылары бар фәндәр буйынса ла уҙғарылған төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, спорт ярыштарында, предмет олимпиадаларында әүҙем ҡатнашып призлы урындарҙы яулай. Мәҫәлән, ҡул көрәше буйынса барған ҡала спорт ярыштарында 28 уҡыусы призлы урын алып ҡайтһа, XXVI Башҡортостан Республикаһы мәктәптәре спартакиадаһы ярыштарында ике уҡыусыбыҙ призлы урындарҙы яулай. Милли көрәш буйынса уҡыусыларҙың мәктәп командаһы ҡала буйынса уҙған ярыштарҙа, республика спартакиадаһында ла дипломһыҙ ҡайтмай.
Лицей-интернат уҡыусылары мәктәп уҙғарған “Киләсәккә ҡараш” фәнни-ғәмәли конференцияһында ла теләп ҡатнаша һәм дипломдар менән бүләкләнә. Ленин мәктәбе уҡыусылары, бигрәк тә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып призлы урындарҙан ҡалмай. Сығарылыш класс уҡыусылары, күбеһенсә, математика, рус теле һәм башҡорт теле буйынса төп дәүләт имтихандарын теләп һайлай.
Стәрлетамаҡ 2-се лицей-интернатта кадрҙар мәсьәләһен дә ыңғай хәл итергә тырышабыҙ. Башлыса, беҙҙең уҡыу йортонда яңы методика менән эшләүсе, йәш белгестәрҙән торған лайыҡлы коллектив тупланды.