Общие статьи
24 Сентября 2025, 19:07

«Уҡытыусыларҙың эш журналы ул»

Редакцияға Ауырғазы районынан даими авторыбыҙ, шағир Вәрис Йәғәфәр улы Аҡбашев  үҙенең лотореяла отҡан бүләген килеп алды.

«Уҡытыусыларҙың эш журналы ул»«Уҡытыусыларҙың эш журналы ул»
«Уҡытыусыларҙың эш журналы ул»

–  Атайым менән әсәйем  ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне. Уларҙың өҫтәлендә һәр  саҡ «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы ятты. Эш журналы булды ул. Бәләкәйҙән күреп, уҡып үҫтем.  Ҡатыным да Клара Рауил ҡыҙы  Аҡбашева инглиз теленән уҡытты, журналды яратып уҡый. 

Хаҡлы ялда булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, журналдан айырылғаныбыҙ юҡ. Йыйылып китһә, Талбазы гимназияһының китапханаһына бүләк итәбеҙ. Журналға һәр саҡ яңылыҡ индереп тораһығыҙ, тормоштан артта ҡалмайһығыҙ. Киләсәктә лә бергә булайыҡ! – тине ул.

Әйткәндәй, республика гәзит-журналдарына яҙылыу башланды. Әйҙәгеҙ, яҙылығыҙ, матбуғаттан айырылмағыҙ!

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас