Аш-һыу әҙерләүгә маһир, эш нескәлектәрен тәрәндән белеүсе,бешереү, ризыҡ әҙерләү технологияһы нескәлектәренә эйә булған иң яҡшы аш-һыу оҫталары – Байназар мәктәбенең өлкән ашнаҡсыһы Сулпан Фәнсәф ҡыҙы Малиҡова, ашнаҡсылар Баязитова Сулпан Ғәлимйән ҡыҙы һәм Идалина Нәсимә Марат ҡыҙы, Яуымбай мәктәбенән Лилиә Салауат ҡыҙы Ғабдулхаева һәм Ишимова Ләйсән Әбүбәкир ҡыҙы, Мәһәҙей мәктәбе ашнаҡсыһы Мәсәғүтова Әминә Булат ҡыҙы, ошо уҡ филиалдың мәктәпкәсә төркөмө ашнаҡсыһы Ғарифуллина Диана Салауат ҡыҙы, Мораҙым мәктәбенән Моратшина Зөһрә Фәтих ҡыҙы һәм Моратшина Илсиә Хәжиәхмәт ҡыҙы был әһәмиәтле сарала теләп ҡатнаштылар.
Бик күп яңы башланғыстар, проекттар авторы , әленән-әле мәктәбендә ҙур, ят саралар үткәреүгә әһәмиәт биреүсе Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев инициативаһы менән мәктәптә шул тиклем дә тәмле еҫтәргә күмелеп, алыҫтан уҡ үҙенә ылыҡтырып ҡына торған был яңынан-яңы форматтағы һөнәри байрам
дүртенсе тапҡыр үтте.
Мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Гөлнәзирә Илдар ҡыҙы Иванова конкурсты асып, изге теләктәрен еткергәс, сараға старт бирелде.
Артабан байрам уңайынан, ашнаҡсыларға күңелле ял, байрам кәйефе бүләк итеү һәм яңылыҡ индереү маҡсатында, бәлештәр бешереү оҫтаһы Гөлнәзирә Илдар ҡыҙы, иң тәүҙә, түңәрәк өҫтәл янында ашнаҡсыларға "Ҡыҙыл бәрхәт" тортын әҙерләү һәм бешереү буйынса оҫталығын күрһәтте.
Был оҫталыҡ эшенә һәр ашнаҡсы ныҡышмалы тотоноп, “һә” тигәнсе эште үтәп, духовкала бешереп тә ҡуйҙылар.
Әҙер булған ризыҡты өҫтәлгә ҡуйыу, ҡулды таҙа тотоу, үҙ-үҙен тотоштары – барыһы ла юғары баһа алды. Мәктәптең тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары Эльмира Ильяс ҡыҙы Муллағолова етәкселегендәге баһалама ағзаларының күңелде күтәрерлек матур һүҙҙәре ашнаҡсыларҙы дәртләндерҙе лә.
Конкурс барышын бер үк мәлдә йыр-моң да биҙәне.
Әйткәндәй, был сараны ойошҡанлы үткәреүгә быйылғы йылда мәктәптең Лариса Ғәбит ҡыҙы Малиҡова етәкселегендәге Мәһәҙей филиалы коллективы яуаплы булды. Оҫталыҡ класынан һуң, Мәһәҙей мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Зинира Фазылйән ҡыҙы Хәсәнова ҡатнашыусыларҙан ашнаҡсы һөнәренә ҡағылышлы викторина һорауҙарына яуап алды.
Мәһәҙейҙәр коллективы башҡарыуындағы "Ҡайтам әле" йыры, "Батмус менән бейеү"ҙәре байрамға йәм өҫтәне.
Икенсе өлөшө Байназар мәктәбе ашханаһында зауыҡ менән биҙәлешле өҫтәлдәрҙә матур табын артында дауам итте. Бында инде ашнаҡсыларҙың өйгә бирелгән эштәре – күңел йылылыҡтарын һалып, фантазияларына ҡороп, бешереп алып киленгән, Г.И. Иванова оҫтаханаһында әҙерләнгән телеңде йоторлоҡ бәлештән, шулай уҡ мәктәп ашханаһында байрам айҡанлы әҙерләнгән ризыҡтарҙан әҙерләнгән сағыу күргәҙмәнән күҙҙәр ҡамашты.
Ашнаҡсыларҙы Байназар мәктәбенең профком рәйесе Ҡыуандыҡова Гүзәл Ринат ҡыҙы ҡотланы һәм мәктәптең иҫтәлекле бүләген һәм Рәхмәт Хатын тапшырҙы.
Сәмле , мәртәбәле, һәр саҡ һәр кем уларға рәхмәттәр яуҙырған иң мөһим һөнәр эйәләре – ашнаҡсылар сараһы дуҫтарса йылы мөхиттә үтте. Аш-һыу әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашҡан һөнәр эйәләребеҙ майҙанда үҙҙәрен лайыҡлы тотто.
Иң тәүге сиратта, йәш быуындың һаулығын ҡайғыртып, бөгөнгө мәктәптәге ашнаҡсыларыбыҙҙың тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ арттырыу майҙансығы киләсәктә һөнәри оҫталыҡты үҫтереп, илебеҙгә лайыҡлы, һау-сәләмәт быуын тәрбиәләүҙе күҙ уңынан ысҡындырмаһа, бик яҡшы. Ашнаҡсыларҙың бөтәһе лә был сарала ҙур теләк менән ҡатнашты.
Алдағы йылда был яҡшы сараны үткәреүгә сират буйынса Байназар мәктәбе яуаплы.
Балаларыбыҙҙы һәр даим тәмле аштары менән һыйлаған яҡты йөҙлө ашнаҡсыларыбыҙҙың эштәрендә уңыштар, имен таңдар, ғаиләләренә именлектәре теләп,
алдағы киләсәккә пландар ҡороп, яңы эштәргә дәрт- көс алып таралыштыҡ.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА ,
Байназар мәктәбе.