Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ноябрь 2025, 15:26

Милли матбуғатҡа яҙылыуҙа һәр кем яуаплылыҡ тойһон

2025 йылдың 5 ноябрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт матбуғатына яҙылыу көнө ойошторҙо. Унда ҡоролтайҙың Президиумы һәм башҡарма комитеты ағзалары, республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре ҡатнашты.Ҡоролтай офисында күргәҙмә материалдар ҡуйылды, ошонда уҡ матбуғат баҫмаларына яҙылыу ойошторолдо. Видеоконференция бәйләнеше тәртибендә, республиканың район-ҡалалары ҡоролтайҙары етәкселәре һәм ағзалары сараға ҡушылды, тәҡдимдәрен һәм фекерҙәрен еткерҙе.

Милли матбуғатҡа яҙылыуҙа һәр кем яуаплылыҡ тойһон
Милли матбуғатҡа яҙылыуҙа һәр кем яуаплылыҡ тойһон

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Э.Р. Айытҡолова барыһын да сәләмләп, милли матбуғатҡа яҙылыу акцияһын башлап ебәрҙе һәм эстафетаны ҡала - район ҡоролтайҙары рәйестәренә тапшырҙы.
Артабан һүҙҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ю.М. Йосопов алды. Ул да гәзит-журналдарға яҙылды һәм эстафетаны милли ойошманың Президиумы, Башҡарма комитеты ағзаларына тапшырҙы.
Сығыш яһаусылар сараның юғары әһәмиәтен билдәләне, уны ойошторған, үткәргән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт белдерҙе.
Артабан матбуғатҡа яҙылыуға бәйле төрлө һорауҙар буйынса фекер алышыу булды.

Автор: Салават Каримов
Читайте нас