Өфө вуз-ара кампусы етәксеһе Сергей Гладких кампустың киң халыҡ ҡатламы менән эшләүен билдәләне. Күрше төбәктәр менән хеҙмәттәшлек итеү ысулдарын тәҡдим итте. Университеттарҙан да был йүнәлештә идеялар, тәҡдимдәр көтөп ҡалабыҙ тине. ӨДНТУ-ның үҫеш программаһы етәксеһе Дмитрий Кузнецов үҙ сығышында: "Силәбе өлкәһендәге коллегалар менән
15 йыл дауамында яңы углерод материалдары етештереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
20 йылдан ашыу был төбәктең металлургия компаниялары етештергән шлактарҙы төҙөлөштә ҡулланыуҙы һынайбыҙ.
Инженерҙар әҙерләүҙең яңы моделен булдырыу - хеҙмәттәшлегебеҙҙең өсөнсө йүнәлеше. Юғарынан көтөп тормайынса, был эшкә күршеләр менән дәррәү тотондоҡ", - тине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт биргән Форум
республикабыҙ менән Силәбе өлкәһе араһындағы бәйләнештең тағы ла нығыныуына булышлыҡ итер.