Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Март , 19:55

Байрам менән, хөрмәтле гүзәл заттар!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе 8 март - Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрик итәбеҙ! Ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, мәңгелек йәшлек, әсә бәхете, ғаилә ҡыуаныстары, күңел тыныслығы теләйбеҙ! «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тураһында ла белгегеҙ киләлер. Редакцияның бар йәме һәм ҡото булған ҡатын-ҡыҙҙар эшләй! Матбуғат баҫмаһында оҙаҡ йылдар эшләүсе Зәлифә Насип ҡыҙы Рамаҙанова, төрлө яңы проекттар һәм менән журналдың һәр битен уҡымлы итеүсе бүлек мөхәрррирҙәребеҙ Гөлсирә Фәрит ҡыҙы Шаһиева, Эльза Рим ҡыҙы Сәғиҙуллина, Гөлнара Әхмәҙулла ҡыҙы Ҡусҡарбаева, Әминә Сәмиғулла ҡыҙы Раҡаева. Журналдың версткаһын  Ләйсән Зиннур ҡыҙы Мирсаяпова алып бара. Фотола шулай уҡ баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә  Фәрүәз ҡыҙы Сәғитова күп тырышлыҡтар һалды һәм хәҙер Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина башҡара. Ҡәҙерле ҡаты-ҡыҙҙарыбыҙ! Бар өмөттәрегеҙ һәм хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр бер көнөгөҙ матур йылмайыуҙар менән тулһын, сәскәләрҙең хуш еҫтәре менән бергә тормошоғоҙға тик шатлыҡ һәм именлек инһен! Яҙҙың яҡты нурлы ҡояшы һәр саҡ күңелегеҙҙе йылытып торһон!    

Байрам менән, хөрмәтле гүзәл заттар!
Байрам менән, хөрмәтле гүзәл заттар!

Ҡар аҫтында әле ҡыр юлдары,
Ләкин ваҡыт яҙға әйләнде.
Байрам менән һеҙҙе ҡатын-ҡыҙҙар,
Ҡотло булһын яҙҙың байрамы!

 

Йәм өҫтәһен байрамға тағы
Бар яҡтылыҡ нурға әйләнеп.
Тырыш, наҙлы, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар,
Ҡотло булһын яҙҙың байрамы!

 

Аҡ бәхеттәр теләп ҡыҙыл талда
Йылҡылдайҙар көмөш бөрөләр.
Ҡотло булһын матур яҙғы байрам,
Шатлыҡ менән тулһын күңелдәр!

Байрам менән, хөрмәтле гүзәл заттар!
Байрам менән, хөрмәтле гүзәл заттар!
Байрам менән, хөрмәтле гүзәл заттар!
Байрам менән, хөрмәтле гүзәл заттар!
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас