Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Март , 09:37

Иң уҡымлы журнал!

Мәләүез районы Дарьино мәктәбендә инглиз теленән уҡытҡан Гүзәл Ҡасим ҡыҙы Һатыбалдина журналыбыҙҙың лотореяһында бүләк отҡайны. Үҙенең тәьҫораттарын беҙгә лә яҙып ебәргән: «Республика матбуғат баҫмаларының араһынан һуңғы осорҙа ныҡлап, ентекләп, яратып уҡып барған журналдарымдың береһе - «Башҡортостан уҡытыусыһы» («Учитель Башкортостана») журналы! Шул тиклем етди, төплө мәҡәләләре, эшемә кәрәкле әҙер сценарийҙар, дәрестәре, яратып уҡыған шағир, яҙыусыларҙың, ижади емештәре - былар барыһы ла шул тиклем уҡымлы һәм күңелгә хуш ҡына килеп тора был журналда! Әйткәндәй, яҙылып чек ебәрҙем дә лотереяла ҡатнаштым. Мысырҙа саҡта еңеүселәр теҙмәһен ҡыҙыҡ өсөн генә асып ҡараһам, мин АЭРОГРИЛЬ отҡанмын даһа!!! Бөтөнләй көтмәгән инем, шуға «Әстәғәфирулла, өнөммө-төшөммө, аһ-аһ-аһ, шундай ҡыйбатлы бүләк тәһә!» тип үҙ-үҙемә ышанмай, еңеүселәр исемлеген асам да ҡарайым, асам да ҡарайым.

Иң уҡымлы журнал!
Иң уҡымлы журнал!

Мысырҙа ял итергә бер-ике көн ҡалған ине, шул ике көндө түҙеп кенә булһасы! Ҡайтҡанда рейс тотороҡланған арҡала төн уртаһында ғына аэропортҡа килеп төштөк, ҡайтырға такси юҡ бит инде. Инде шатландым эстән генә... Аңлағанһығыҙҙыр инде, иртә менән иң беренсе сиратта, көҙгө кейемдә булһа ла «Матбуғат йорто»на елдерҙем. Ҡап-ҡара янған, египтянкаға оҡшаған ҡатында, әлбиттә, ап-аҡ йөҙлө Гүзәл исемле башҡорт ҡыҙын таныуы ҡыйыныраҡ булһа ла бик ихлас, ҙурлап тапшырҙылар миңә бүләгемде. Унан тыш яңы йыл алдынан үткәрелгән сценарийҙар конкурсында 1 урын алғанмын икән. Грамота менән бүләккә Әмир ағай Әминевтең «Портретҡа штрихтар» китабын тапшырҙылар бит әй!!! Үрле-ҡырлы һикереп, Мәләүезгә бүләктәр күтәреп ҡайтырға елдерҙем.
Хөрмәтле «Башҡортостан уҡытыусыһы» («Учитель Башкортостана») журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәре! Минең оло ҡыуанысымды яҙып бөтөрөрлөк түгел! Мине шул тиклем ҡыуандырғанығыҙ кеүек үҙегеҙҙә мәңге ҡыуанып йәшәгеҙ! Ошондай ауыр заманда ла уҡымлы, тәрән мәғәнәле, тос фекерле журналығыҙ менән яҡтылыҡ, ышаныс, хатта бүләк таратҡанығыҙ өсөн ОЛО рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар, журнал тиражы һәм журнал уҡыусыларығыҙ артҡандан- артып ҡына тороуын, һәммәгеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләйем!
P.S. Аэрогриль шәп эшләй, тфү-тфү-тфү, күҙ теймәһен. Ураҙа ваҡытында ифтарға тиҙ генә, улым күҙен асып йомғансы, иптәшем «һә» тигәнсе, тәмлекәстәр бешерергә оҫтарып алдым әле! Хәҙер аҙыҡ бешкәнсе ауыҙ-һыу ҡойолоп та өлгөрмәй, ашағанда телде генә йота яҙабыҙ. Тиҙ, тәмле һәм бер ниндәйҙә май өҫтәмәй бешереү - уңайлы ла, файҙалы ла, майһыҙ экономия ла бит!
Шунан онотоп торам, Әмир ағай Әминевтың «Портретҡа штрихтар» китабын түҙемһеҙлек менән ишекте асып кергәс тә уҡырға тотондом. Минекеләр хәлдәрен йоҡлап йыйғансы, мин уҡып ял иттем. Шул тиклем аңлайышлы, тормошсан, ябай, матур, урыны менән ҡыҙыҡлы, урыны менән уйланырға мәжбүр иткән, ҡыҫҡаса, ихлас яҙылған китапты күптән уҡығаным булманы.
«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы хеҙмәткәрҙәренә бүләктәр өсөн ҙур рәхмәт, инде рәхмәт, инде рәхмәт!» 

Иң уҡымлы журнал!
Иң уҡымлы журнал!
Иң уҡымлы журнал!
Иң уҡымлы журнал!
Иң уҡымлы журнал!
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас