

Юлдыбай, Бәләбәй, Аҡъяр балалар йорттарынан күсерелгән үкһеҙ етемдәрҙе, ярҙамға мохтаждар, яңғыҙ әсәләрҙең, күп ғаиләлеләрҙең балаларын Сибай интернатында киң күңелле, мәрхәмәтле уҡытыусы, тәрбиәсе, хеҙмәтләндереүселәр ихлас ҡабул итеп, ең һыҙғанып эшкә тотона. Интернаттың тәүге директоры итеп Ә.С. Мотаев, урынбаҫарҙары итепА.С Ильина, өлкән тәрбиәсе Ю.М. Шәрипов тәғәйенләнә. Уҡытыусылар М.М. Мәҡшиғолова, М.Н. Биишева, Ф.Х. Йылҡыбаева, Г.Н. Бутаева, Л.Ғ. Әбдрәхмәнова, Е.А. Максимова, Ш.В. Шәрипов, С.С. Өмөтбаева, В.Н. Патрушева, А.Е. Косарева һәм башҡалар интернатҡа нигеҙ һалып, киләсәккә юл яра.
Уҡытыусылар тырышлығы һәм шефлыҡ итеүсе «Башмедьстрой»ҙың 3-сө төҙөлөш идаралығы тегеү фабрикаһы ярҙамында уҡыу кәрәк-яраҡтары менән тулыландырылған, йыһазландырылған уҡыу бүлмәләре төҙөлә.
Балалар өс төркөмгә бүленә: балалар йортонан күсеүсе, ҡаланан йөрөп уҡыусы һәм ауылдарҙан килеүсе. Балалар йортонан килгән уҡыусылар өсөн йәй көндәрендә лагерь ойошторола.
Летчик-космонавт Юрий Гагарин тәүге осош яһаған йылды бөтә ил шатлыҡ кисерә, һәм ошо ҡыуаныстан интернат-мәктәп дружинаһына «Юрий Гагарин» исеме бирелә.
«Центральный комитет Всесоюзного Ленинского комсомола постанавливает: удовлетворить решение пионерской организации школы-интерната г. Сибай и присвоить дружине имени первого космонавта СССР Юрия Алексеевича Гагарина.
Секретарь ЦК ВЛКСМ. г. Москва, апрель, 1961 год».
Әйткәндәй, ул мәлдә үткәрелгән линейкалар һаман да хәтерҙә. «Дружина имени Юрия Гагарина, равняйсь, смирно!» – ошо фармандан һуң ҡыҙыл байраҡ тотҡан уҡыусы, барабансылар, горнда уйнаусылар марш менән инә. Класс тип ҡарамай инек, отрядтар булды, һәр отрядтың исеме (шәхестәр исеме), девизы әйтелә, отряд советы председателе дружина советы председателенә, ә дружинаныҡы өлкән пионервожатыйға рапорт бирә. Аҙна һайын ошолай линейка башлана.
Интернат-мәктәптең эше ҡатмарлы. Унда үтә лә мәрхәмәтле, хужалыҡты белгән, уҡыусыларҙың ата-әсәләрен алыштырырҙай уҡытыусы-тәрбиәселәр генә эшләй ала һәм уңышҡа өлгәшә. Шефтар тарафынан столярҙар һәм тегеүселәр оҫтаханалары булдырылып, малайҙар һөнәрселек эшенә, ҡыҙҙар тегеү эшенә өйрәнә. Төрлө ярыштар, демонстрациялар өсөн ярашлы кейемдәр тегеп кейеү – уларға оло ҡыуаныс, үҙе бер кинәнес була. Тәүге осоро интернат балаларҙы бушлай ашата, баштан-аяҡ тулыһынса кейем-һалым менән тәьмин итә.
Биология уҡытыусыһы Е.Е Карпенко һәм өлкән тәрбиәсе Ю.М. Шәриповтар етәкселегендә интернатты йәшелләндереү маҡсатында Ирәндектән күп кенә ағастар, ҡыуаҡлыҡтар алып килеп ултырталар, сәскәләр үҫтерәләр. Тәрбиәүи яҡтан уларға К.З. Биишева һәм беренсе пионервожатый Р.А. Иҙелбаева ла ҙур ярҙам күрһәтә.
Һигеҙ йыллыҡ интернат-мәктәп 1963 йылда үҙенең беренсе ҡарлуғастарын осора. 63 уҡыусынан икәүһе гел «5»-легә тамамлай: С. Ғәлиев һәм В. Насырова. Ҡалала шахмат буйынса ла Салауат Ғәлиев чемпион исеменә лайыҡ була. Интернат-мәктәп уҡыусыларға тәрбиә, белем биреп, уҡыуҙы тамамлағас та уларҙың һәр береһен уҡыу йорттарына, йә иһә эшкә урынлаштырыуҙы ҙур бурыс итеп ҡарай. Был йәһәттән күп кенә уҡыусылар Мәскәү өлкәһенең махсус мәктәптәренә ебәрелә, ҡайһы берҙәре комсомол путевкаһы менән БАМ-ға китә, кемдәрелер туҡыусы һәнәренә эйә була. 1968 йылдың 9 майында уҡыусылар менән бергә математика уҡытыусыһы Фәриҙә Әхмәт ҡыҙы Сәлихова «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай» девизы аҫтында һуғыш йылдары хәтирәләре музейы, крайҙы өйрәнеүселәр клубын аса. Етәксе лә, уҡыусылар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән музейҙы тулыландырыу, байытыу өсөн байтаҡ мәғлүмәт туплана.
Шәриф Вафа улы Шәрипов – тарих, Мәғҙән Фәйзулла улы Музипов хәрби әҙерлек буйынса йәнле эш алып бара. Гөлйәүһәр Искәндәр ҡыҙы Ғүмәрова етәкселегендә йәш геологтар тәбиғәт мөғжизәләрен күреп, ер аҫты байлыҡтарын танып белә. Шулай уҡ хеҙмәт һәм хәрби-патриотик тәрбиә биреү, туризм, спорт буйынса ла ярыштар, саралар уҙғарыла. А. Е Косарева, Ш.В. Шәрипов, Ғ.Ғ. Сафина, А.Н. Кузьмин, Т. К. Аҙнабаевалар балалар йортонан күсерелгән уҡыусылар менән ихлас эшләй.
Төрлө райондарҙан уҡыусылар йыйып, 1-се класс асыу эксперименты үткәреп ҡарала. Был асыш кемдәргәлер оҡшай, ҡайһы берәүҙәргә ауыр тойола, шунлыҡтан киләсәктә тик IV класҡа ғына уҡыусылар ҡабул ителә.
«Бөтә ил балалары тыныслыҡ яҡлы» тигән девиз аҫтында үткәрелгән балалар фестивалендә интернат-мәктәпкә Фәриҙә Әхмәт ҡыҙы Сәлихова етәкселегендә бөтә райондар араһында беренселекте яулау бәхете тәтей. Төрлө милләт бейеүҙәре, йырҙары тупланған бай сарабыҙҙы Өфөнән килгән комиссия хуплап: «Фәйзи Ғәскәровҡа бейеү сюжеттары йыйыу өсөн бында килергә кәрәк», – тиҙәр шаярыу ҡатыш һәм бейеүҙәргә юғары баһа ҡуялар.
Балаларҙың мәктәп лесничествоһы питомнигында тирәктәр үҫтереү – шаулап-гөрләп торған мәл булғандыр. Йәй көндәре уҡыусылар «Йылайыр» совхозының Ҡылтабан бүлексәһе лагерында ял итеп, хеҙмәт сынығыуы ла алалар һәм ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлек әҙерләүгә тос өлөш индерә.
Урал аръяғында беренселәрҙән булып Сибай урман хужалығы янында тәбиғәтте һаҡлау һәм ағастар үҫтереү буйынса интернат уҡыусылары тарафынан файҙалы эштәр башҡарыла. Интернатта ойошторолған «Йәшел урмансылар» клубы тирәк ағастарын үҫтереү буйынса тәжрибә эше алып барҙы. Үҫентеләр Урал аръяғы райондарына таратыла. Туймазы ла уҙғарылған «Йәш урмансылар» конкурсында ҡатнашып, призлы урын яулап, интернат укыусылары урмансылар кейеме менән һәм дә ҡиммәтле бүләктәр алып ҡайта. Мәктәп лесничестволары араһында интернат-мәктәп республика слетында беренселекте яулай.
1972 йылда, интернат-мәктәп ата-әсәләр һорауы буйынса һигеҙ йыллыҡтан ун йыллыҡ мәктәпкә әйләнә һәм унда кабинет системаһы индерелә. Республикала мәктәп кабинеттары буйынса конкурста еңеү яулай һәм лингафон кабинеты өсөн йыһаздар менән бүләкләнә.
Яҡшы уҡыған, тәртипле балалар, бушлай Ленин эҙҙәренән төрлө ҡалаларҙа, шулай уҡ Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә экскурсияла, Ҡара диңгеҙ буйында «Артек», «Орленок» лагерҙарында булып ҡайта.
Тәжрибәле, оҫта уҡытыусылар, тәрбиәселәр берҙәм, ҡулға ҡул тотоноп эшләп, 1992 йылда гимназия статусын алыуға өлгәшә. Бында иһә директор К.Х. Ғайсиндың роле бик ҙур. Тирә-яҡты йәшелләндереү, сәскәләр үҫтереү, мәктәптә таҙалыҡ, тәртип булдырыуҙа директор Самат Әбдрәхим улы Мөхәмәтйәновты әле лә маҡтап телгә алалар.
Мәктәптең матди базаһын нығытыуға, уҡытыусылар коллективын туплауҙа, илебеҙҙең алдынғы мәктәптәрендәге уҡытыусы-новаторҙар тәжрибәһен өйрәнеп, уларҙы ҡулланыуҙа, уҡыусыларҙың үҙидара эшен ойоштороу буйынса күп кенә эштәр башҡарыуҙа мәктәптең тәүге директоры Ә.С. Мотаев, уның эшен дауам итеүселәр М.З. Дашкин, Р.И. Үтәғолов, М.А. Вәхитов, С.А. Мөхәмәтйәнов, К.Х. Ғайсин, Т.Х. Илембәтова, Ә.И.Кәримова, Р.Х.Бикбовалар, шулай уҡ уҡытыу-тәрбиә эше урынбаҫары Е. Максимова, А.С. Ильина, Х.Г. Нәҙерғолов, Х.Х. Хәмитов, Ф.А. Байғужина, Н.М. Яныбаева, Ғ.Я. Өмөтбаева, З.Ә. Хәсәнова, М.Ғ.Дәүләтбаева, И.Ә.Биктимирова, Ә.М.Солтановаларҙың хеҙмәт өлөштәре ифрат ҙур.
Интернатта бейеү, ҡурайсылар,ҡумыҙсылар, китапханасылар, әҙәби, ҡурсаҡ, фотографтар, геологтар, туризм, вокал, шахматсылар, фольклор, драма, спорт буйынса түңәрәктәргә йөрөп, «Мәргән уҡсы» клубында шөғөлләнеп, уҡыусылар һәләттәрен үҫтерә. Мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө түңәрәктәргә йөрөп, төрлө сараларҙа, конкурстарҙа һынау үткән балалар күңеленә хуш килгән һөнәрҙе һайлай. Дөйөм алғанда, гимназияла уҙған һәр сара, һәр ярыш, һәр осрашыу – уларҙың киләсәккә һөнәр һайлауына йоғонтоһоҙ ҡалмай. Ата-әсәләргә лә мәктәп оҡшай. Шуға күрә балаларын интернат-гимназияла уҡытырға теләүселәр һаны артҡандан арта ғына. Мәктәп фиҙаҡәр хеҙмәт иткән директорҙары, маҡтауға лайыҡлы уҡытыусылары, тәрбиәселәре, хеҙмәткәрҙәре менән ғорурлана ала. Улар Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары: С.С. Өмөтбаева (гәзит-журналдарҙың әүҙем хәбәрсеһе, абруйлы ҡоролтай ағзаһы), З.Х. Фәйзуллина (шағирә, композитор), Ю.Х. Моратов (композитор), К.И. Сирғәлин (әллә күпме спортсмен, физкультура уҡытыусылары әҙерләгән, уҡыусыһы Рәшит Кәримов педагогия фәндәре кандидаты), Ф.Ш.Әбделмәнова һәм Г.С.Баййегетова (улар көслө математика һәм рус теле уҡытыусыларының береһе),Ә.Р.Кәримова-Алдырханова («Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы-2002» республика конкурсы лауреаты, республикала һәм Рәсәйҙә бихисап еңеүҙәр яулаған) , З.Әбйәлилова («Йыл уҡытыусыһы-2002» республика конкурсы еңеүсеһе), Ә.М.Аллаяров, М.Ә.Теләүҡабулова (һөҙөмтәле эшләүсе физика, рус теле уҡытыусылары). Шулай итеп, интернат-мәктәбебеҙҙә 9 директор эшләй. Бөгөнгө көндә 10-сы директор Нияз Ғибәҙәт улы Мөхәмәтов эшен яратып дауам итә.
Биш уҡытыусы һуғышта ҡатнашҡан, һуғыш ветерандары, 14 уҡытыусы һәм тәрбиәсе Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, 32-һе Башҡортостандың мәғариф отличнигы, унауһы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары, алтауһы Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәрҙәре, 42 уҡытыусы һәм тәрбиәсе Хеҙмәт ветерандары мәктәбебеҙҙең алтын фондын тәшкил итә.
У.И. Ҡылысов гимназияла беренсе булып фәнни эш буйынса йүнәлештәр менән эшләй, 3.3. Исламғазина туғандары хөрмәтенә «Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар» китабы сығара.
Шулай уҡ интернатта эшләп, ҡанат нығытып киткән уҡытыусыларҙың күбеһе хәҙер республикала билдәле шәхестәр, төрлө мәлдә уҡытҡан, уҡытыусылар интернат-мәктәптә сынығыу алып, һуңынан үрҙәр яулап, фәнни хеҙмәттәре менән танылыу яуланы, мәғариф һәм сәнғәт өлкәһендә тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр улар. Ғ.М.Мөхәмәтйәнова – элекке мәғариф министры, педагогия фәндәре кандидаты, С.Ә. Мөхәмәтйәнов – педагогия фәндәре докторы, профессор, С.И. Йәнтүрин – биология фәндәре докторы, профессор, Б.С. Байымов — яҙыусы, журналист, ғалим, филология фәндәре кандидаты, Р.М. Вәлиәхмәтов – БДПУ физкультура кафедраһы мөдире, доктор, У И. Ҡылысов – география фәндәре кандидаты, Мәүлит Ямалетдинов, Ирек Кинйәбулатов һәм Ҡадир Әлибаевтар – күренекле шағирҙар, Н.М. Яныбаева урыҫ балаларына башҡорт телен өйрәтеү буйынса программа авторы.
Интернатта күп кенә ауылдарҙан бер ғаиләнән бер нисә бала белем ала, мәҫәлән, Йылайыр районы Мәҡсүт ауылынан Бикбулатовтар ғаиләһенән 10 бала, шулай уҡ Баймаҡ районынан Еникеевтар, Кускилдиндар, Ситдиковтар һ.б ғаиләләрҙән күпләп балалар уҡый.
Мәктәптә иң музыкаль ғаилә – Моратовтар ғаиләһе. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Юлай Хәким улы Моратов үҙе интернатта уҡыусыларға белем бирҙе һәм балалары ла интернатта уҡыны: Нәйлә, Сәлимә, Кәрим, Зөлфиә, ә Айрат, Азат, Ринат интернатта эшләне.
Интернатта ҡанат нығытып, бөгөнгө көндә төрлө өлкәлә юғары ҡаҙаныштар, уңыштар яулаған сығарылыш уҡыусыларыбыҙ бихисап: әллә күпме осоштар яһаған летчик, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, бик күп тапҡырҙар СССР һәм сит ил миҙалдары менән бүләкләнгән подполковник Кәрим Кәшәфүтдинов, Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова, Альберт Салауатов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, химия фәндәре докторы Әхәт Мостафин, халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһы Бибисара Азаматова, театр артистары, йырсыларыбыҙ – Вадим Ҡылысов, Зиләрә Юлтаева, Аида Күлбаева, Радмир Дәүләтбаев, Илгиз Әбдрәшитов (әлеге көндә махсус хәрби операцияла), Гөлсөм Бикбулатова, Альбина Килдиярова, Заһит Ғәбитов, Рифат Йәмлихин, Илгиз Абдрахманов, Нәсимә Ғиззәтуллина, гимназияны тамамлағанда беренсе миҙалға лайыҡ булған филармония бейеү ансамбле солисы Ләйсән Әлмөхәмәтова, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы баш мөхәррире, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, Башҡортостан һәм Рәсәй гранттарында һәр береһендә 3-әр тапҡыр еңеү яулаған, Башҡортостан башлығы гранты еңеүсеһе, бик күп республика конкурстары еңеүсеһе, 21 китап авторы, шуларҙың 5-һе үҙе уҡыған интернат-мәктәпкә бағышланған, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, С.Галин исемендәге премияның беренсе лауреаты, яҙыусы, журналист Әлнисә Кәримова-Алдырханова, махсус хәрби операция батыры, шәхси эшҡыуар Әхәт Аҫылбаев, медицина өлкәһендә бейек үрҙәр яулаған Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәмилә Үҙәнбаева-Солтанова, президент аппаратында эшләүсе Тимур Вәлитов, мәғариф министрлығында эшләүселәр – Розалия Сафиуллина, Рәмилә Рәхимова, Гөлсөм Дилмөхәмәтова һәм башҡа бихисап шәхестәребеҙ нәҡ беҙҙә уҡыны.
Заман менән бергә
Башҡортостан Республикаһында балаларға полилингваль белем биреү проекты бер-бер артлы күп профилле полилингваль мәктәптәрҙең асылыуы менән 2019 йылда барлыҡҡа килә. Был йәһәттән гимназия-интернат та ошо йүнәлеште һайланы.
«Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау» кеүек программалар сиктәрендә уҡытыусыларға ең һыҙғанып эшләү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған:белем учреждениеһының матди-техник базаһын нығытыу, мәктәп инфраструктураһын капиталь төҙөкләндереү һәм яңыртыу, мәктәпте заманса биҙәлешле, алдынғы технологиялар менән йыһазландырылған, киң йүнәлешле заманса белем биреү өсөн мөхит булдырылған.
Төбәк-ара, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең Федераль исемлеккә индерелгән төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында, фәнни-эҙләнеү эштәре буйынса һәм ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында уҡыусылар йыл һайын мәртәбәле урындар яулап, баш ҡала сәхнәһендә дипломдар алып, мәктәп данын күтәреүе – оло мәртәбә. Эш йомғаҡтары һөҙөмтәләре буйынса һәр урында тиерлек гимназия-интернаты уҡыусылары телгә алына.
Гимназияла Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура, Белорет, Бөрйән, Учалы райондарынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән балалар белем ала.
Гимназия-интернатта14 класс-комплекты. Тирә-яҡты өйрәнеү музейы(гимназия-интернат тарихы), Сәлимә Өмөтбаева һәм Рамаҙан Үтәғолов исемдәренә музей-кабинеттар асылды. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары уҡытыусылар һәм тәрбиәселәргә мемориаль таҡтаташ асылды. (А.С.Мотаев, М.З. Дашкин, М.Ф. Музипов, М.Н. Биишева, Й.Ф. Янтилин, Ф.Г. Кугушев).
Гимназияның уңыштарын барлаһаҡ, улар бихисап.
«Иң яҡшы мәктәп туҡланыуын ойоштороу – 2005», «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендәге конкурстары еңеүсеһе. Сибай гимназия-интернаты: «Башҡортостандың иң яҡшы лагеры» исеменә балалар ялы һәм һауыҡтырыу ойошмаларының республика ведомство-ара смотр-конкурсында «Махсус профилле лагерҙар» номинацияһында һәм туған телдә уҡытылған инновацион дөйөм белем биреү ойошмалары слетында ла еңеүсе. Курганда уҙған «Урал дуҫтарын йыя» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурсы-фестивалендә II дәрәжә лауреаты, шулай уҡ 2016-2020 йылдарға Бөтә Рәсәй асыҡ федераль маҡсатлы мәғарифты үҫтереү программаһында ла иң-иңе булып танылды. Башҡортостан Республикаһы белем биреү ойошмалары музейҙарының республика смотр-конкурсы лауреаты; «Иң яҡшы мәктәп китапханаһы – 2001» республика конкурсында II дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Гимназияла илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә һәм буласаҡ Ватанды һаҡлаусыларҙы әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Йәш кадеттар сафта әҙерләнергә, мәргән атырға өйрәнә, экстремаль хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарыу күнекмәләрен үҙләштерә, шулай уҡ туризм һәм альпинизм менән шөғөлләнә. Уларҙың уңыштары күренеп тора: 2021 йылда улар «Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының профиле буйынса иң яҡшы кадет» республика конкурсында еңеү яуланы, ә 2025 йылда республика «Йәйге Шайморатов уйындары»нда призлы урындар алды. Өлкән класс уҡыусылары өсөн гимназия физика-математика һәм химия-биология йүнәлештәре буйынса фәндәрҙе тәрән өйрәнергә тәҡдим итә. Белем биреүҙең юғары сифаты 70% кимәлендә тотороҡло өлгәшеүе менән иҫбатлана, ә төп фәндәр – биология, химия һәм физика буйынса уртаса балдар – даими рәүештә республика күрһәткестәренән артып китә. Гимназияны тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтиханында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, химия, физика, математика һәм рус теле буйынса иҫ киткес һөҙөмтәләр күрһәтә
Сығарылыш уҡыусыларының байтаҡ өлөшө, 25% тиерлек, «Айырым уңыштары өсөн» миҙалы менән уҡыуын тамамлай. Юғары уҡыу йорттарына инеү – юғары әҙерлек кимәленең тағы бер дәлиле. Мәктәпте тамамлаусыларҙың 90 % Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Татарстан, Екатеринбург ҡалаларындағы төп университеттарҙың, шулай уҡ илебеҙҙең хәрби уҡыу йорттарының бюджет урындарына уҡырға инә. Гимназияның уҡытыусылар коллективы – ул юғары квалификациялы белгестәр командаһы. 32 педагогтың 90 % юғары квалификация категорияһына эйә. 3-сө республика гимназия-интернаты заманса белем биреү процестарына әүҙем ҡушыла. Гимназия Президент китапханаһының электрон фондына тоташҡан һәм, БАС-тың йыһазландырылған кабинеты булған, «Илебеҙ пилотһыҙ авиация системаларына ихтыяжды стимуллаштырыу» федераль проектында ҡатнаша. Төрлө йүнәлештәге 15 түңәрәк һәм дәрестән тыш дәрестәр эшләй.
2016 йылда Мәғарифты үҫтереү федераль маҡсатлы программаһы конкурсында еңеү яулағайны, был мәктәп китапханаһы нигеҙендә Сибай ҡалаһындағы үҙәкләштерелгән китапхананың үҙәк серверы менән заманса мәғлүмәт-китапхана үҙәген булдырырға мөмкинлек бирҙе. 2019 йылда гимназия дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын алды. Гимназияның әүҙем ирекмәндәр эшмәкәрлеге 2020 йылда «Добро не уходит на каникулы» бөтә Рәсәй конкурсында «Волонтеры в деле» проекты менән еңеү менән билдәләнде. 2022 йылда гимназия ошо спорт төрөн популярлаштырыуға йүнәлтелгән «Стрельба из лука без границ» проекты менән президент гранттары конкурсында еңеү яуланы. 2024 йылда гимназия бер юлы ике номинацияла «Иң яҡшы 500 белем биреү ойошмаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ була: «Иң яҡшы дөйөм белем биреү ойошмаһы – 2024» һәм «Иң яҡшы милли мәктәп – 2024». 2025 йылда гимназия «Патриотическое воспитание подростков через создание видеоролика Сибай Za Героев» Президент грантында йәнә еңеп сыҡты. Ул уның йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Гимназияла ҡанат нығытҡан шәхестәр илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә лайыҡлы намыҫлы хеҙмәт юлы үтә. Интернатыбыҙҙың ғорурлығы булған уның данлы тарихы, үткәне хаҡында, маҡтауға лайыҡ сығарылыш уҡыусылары, махсус хәрби операциялағы батыр сығарылыш уҡыусыларыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ хаҡында минең гимназиямдың юбилейына арнап сығарылған «Заман менән бергә» китабымда сағылыш тапҡан.
65 йыллыҡҡа 65 ҡурайсы
3-сө «Сибай» Республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты үҙенең 65 йыллығын билдәләне. Данлы белем усағы үҙенең бай тарихын барлап, мәктәптең коридорҙары буйлап фотостендтар, элекке мәктәп мөйөшө, ҡул эштәре күргәҙмәләре менән гимназияны юбилей айҡанлы зауыҡлы биҙәгән. Гимназистар ҡәҙерле ҡунаҡтарын, сығарылыш уҡыусыларҙы, ветерандарҙы дәртле йыр-бейеү менән ихлас ҡаршыланы. Ҡунаҡтар гимназия-интернаттың бөгөнгө эшмәкәрлеге менән яҡындан танышып, экскурсияла булды, тарих һаҡлаусы музейға инеп, хәтирәләре менән уртаҡлашты, фотозона янында иҫтәлеккә фотоға төштө, һабаҡташтары, уҡытыусылары менән күрешеп аралашты.
Байрам сараһын асып, директорыбыҙ Нияз Ғибәҙәт улы Мөхәмәтов белем усағының үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында бәйән итеп, юбилейға килеүселәрҙе сәләмләне. Гимназияның яңынан-яңы идеялар менән янып эшләүе, төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ал бирмәй, еңеүҙәргә, уңыштарға өлгәшеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Вениаминович Озерцов, Башҡортостан Мәғариф министрлығы Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Розалия Рәсих ҡыҙы Сафиуллина, ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Оксана Михайловна Герасимова, мәктәп директорҙары, Сибай башҡорттары ҡоролтайы, ҡаланың профсоюз комитеты ағзаларының сығыштарында гимназия-интернатының Республикала алдынғылар рәтендә булыуы хаҡында маҡтап телгә алынды. Әсмәндийәров Иҙел Әхәт улы, Баймөхәмәтова Әлиә Сәғәҙәт ҡыҙы «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» билдәһе миҙалы менән һәм бер нисә хеҙмәткәр мәғариф министрлығының, ҡала администрацияһының маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Йыр-бейеү, сығыштар менән үрелеп барған байрам кисәһендә «Салтанат» өлгөлө балалар бейеүҙәре ансамбле, шулай уҡ вокал, ҡурай ансамблдәре сығыштары бөгөнгө гимназия-интернаттың рухи мөхитен сағылдырҙы. 65 йыллыҡҡа 65 ҡурайсы сәхнәлә тороуы иң күңелгә яҡыны булды.
Гимназия-интернаттың юбилей сараһында тағы бер сағыу ваҡиға – ул да булһа, 1982 йылғы сығарылыш уҡыусылары мәктәп биләмәһендә йәш ағастар ултыртты.
Интернат-мәктәпкә оло быуын уҡытыусылары, тәрбиәселәр, ата-әсәләр һалған емешле хеҙмәт юлын әле иһә сәмле, дәртле, талантлы йәш коллектив дауам итә. Интернат-гимназиябыҙҙың (интернат -мәктәп) үткәне – данлы, киләсәге – өмөтлө яҡты һәм ышаныслы.
«Беҙҙең өсөн тыуған интернатыбыҙ, Атайсал кеүек, һәр ваҡыт ҡайтып, көс туплағы килә торған причал кеүек... Тап ошонда ҙур үрҙәргә старт алдыҡ. Беҙҙең гимназия уңыш формулаһын тапты һәм ул балаларыбыҙҙың үҙҙәрен кәрәкле һәм яҡшы эштә табыуҙары һәм тормош идеалдары сифатында – миһырбанлыҡ, ватансылыҡ һәм Ватанға хеҙмәт итеүҙе һайлауҙары менән ғорурлана ала. «Тормош» тип аталған иң ҡатмарлы фәндәрҙе үҙләштереүҙә, бөтә изге эштәрегеҙҙә уңыштар һеҙгә ҡәҙерле гимназистар. Юбилей гимназиябыҙҙың үҫешендә яңы этәргес нөктә булһын. Һеҙгә һаулыҡ һәм ижад теләйем».
.. Һеҙҙе яратып һәм рәхмәт әйтеп, Самат Абдрахман улы һәм Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәдйәновтар.