Общие статьи
18 Сентября , 13:25

Блогерҙар һайлауҙа халыҡтың әүҙемлеген билдәләй

Күҙәтеүсе-блогерҙарҙың тура эфирында Стәрлетамаҡтың 647- се һайлау комиссияһынан Алена Горбунова бәйләнешкә сыҡты. Ул башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Балаларҙың уҡыуы бөгөн дистанцион форматта үтә. Алена әйтеүенсә, иртә менән һайлау участкаһы асылмаҫ борон көтөп торғандар.  Төшкә тиклем, 55 йәштән өлкәндәр ғаиләләре менән килә. Шулай уҡ йәштәрҙең дә һайлауға килеүе күҙәтелә.  

Блогерҙар һайлауҙа халыҡтың әүҙемлеген билдәләйБлогерҙар һайлауҙа халыҡтың әүҙемлеген билдәләй
Блогерҙар һайлауҙа халыҡтың әүҙемлеген билдәләй

Шулай уҡ, Өфөләге блогер Әҙис Төхбәтуллин бәйләнешкә сыҡты. Ул Орджоникидзе районының 301-се һайлау комиссияһын күҙәтә. Күҙәтеүсе хәбәр итеүенсә, уларҙың участкаһында төшкә тиклем 300-гә яҡын кеше тауыш биргән. Шулай уҡ оло йәштәге граждандарҙың әүҙемлеген билдәләне. Тәүгеләрҙән булып 91 йәшлек һайлаусы тауыш бирергә килгән.

 

Фото: com

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас