

Сараны Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов асты. Ул коллегаларҙы ихлас тәбрикләп, журналист булыу – оло ғорурлыҡ икәнен билдәләне һәм быйылғы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның яңы лауреаттарының исемдәре оҙаҡламай билдәле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов сығышында Шәһит Хоҙайбирҙин эшенең дауам ителеүе, шул уҡ ваҡытта башҡорт журналистикаһының тарихи ролен һәм әлеге көндә лә журналист хеҙмәте ниндәй мөһим булыуын билдәләне.
«Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң генераль директоры, Ш.Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты Зөлфиә Рәхмәтуллина:
– Ул осорҙа баҫма гәзит-журналдар ғына булһа, хәҙер радио, телевидение һәм интернет медиаһына тиклем данлыҡлы шәхесебеҙҙең эшен дауам итәбеҙ, –тине.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның тәүге ҡатын-ҡыҙ лауреаты Шәүрә Ғилманова, тележурналист һәм шағирә Гөлдәриә Йосопова сығыш яһаны. Шәһит Хоҙайбирҙиндең йорт-музейы мөдире Динар Зәйнуллин башҡорт журналистикаһына арналған күргәҙмә ойошторолоуын әйтеп үтте.
Шулай уҡ бүләкләнеүселәр ҙә булды.«Башҡортостан коммунисы» гәзитенең баш мөхәррире Дмитрий Ефремов журналистикала 50 йыл хеҙмәт иткән шәхестәрҙең береһе. Уға Рәсәй Журналистар союзының «Намыҫ. Лайыҡлылыҡ. Профессионализм» миҙалы тапшырылды.
Шәһит Хоҙайбирҙин иҫтәлеге бөгөн дә журналистарҙы берләштерә.