Бөтә яңылыҡтар
Дошкольное воспитание
14 Октябрь 2025, 19:44

Бармаҡ уйындарының файҙаһы

Билдәле тәрбиәсе В.А. Сухомлинский былай тип раҫлай: «Баланың аҡылы бармаҡ осонда. Ҡул — бөтә инструменттар ҡоралы», – тигән. Ә Аристотель хатта: «Ҡул — тышҡы мейенең бер төрө», — тип билдәләй. Бармаҡ уйындары баланың мейеһен үҫтерә, үҫешенә булышлыҡ итә.  Бармаҡ менән уйнау баланың мейеһен үҫтерә, телмәр үҫешенә, ижади һәләткә, фантазияға булышлыҡ итә. Ябай ғына хәрәкәттәр ҡулдарҙы һуҙырға ғына түгел, бөтә тән мускулдарын ял иттерергә ярҙам итә.

Бармаҡ уйындарының файҙаһы
Бармаҡ уйындарының файҙаһы

Улар төрлө өндәрҙең әйтелешен камиллаштырырға ла ярҙам итә. Ғөмүмән, бармаҡтар, ҡулдар ни тиклем яҡшыраҡ эшләһә, бала шул тиклем яҡшыраҡ һөйләшә. Ни өсөн шулай? Ҡул баш мейеһе ҡабығында иң ҙур «күрһәтеү»гә эйә, шуға күрә ҡул үҫеше мейе үҫешендә һәм, тимәк, телмәр үҫешендә төп роль уйнай.

Бармаҡ уйындарын универсаль дидактик һәм үҫтереү ресурсы, тип иҫәпләргә мөмкин. Был уйындарҙың методикаһы һәм маҡсаты – ҡулдарҙың нервы остары мейегә тәьҫир итеп, уның эшмәкәрлеген әүҙемләштереү. Мәктәптә уңышлы уҡыу өсөн шуныһы бик мөһим.

Бармаҡ уйындары – баланы яҙыуға әҙерләү, ҡул-күҙ координацияһын үҫтереүҙең шәп ҡоралы. Уларҙы рифма һанау, йыр кеүек уйындар менән бер рәттән телмәр үҫтереү өсөн дә ҡулланырға мөмкин.

ӘМИНЕВА Г.С. «Сулпылар» балалар баҡсаһының «Ҡыңғырау» кесе төркөмө тәрбиәсеһе. Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

 

Һүрәттә: уйындарҙан бер күренеш.

Бармаҡ уйындарының файҙаһы
Бармаҡ уйындарының файҙаһы
Бармаҡ уйындарының файҙаһы
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас