Сараларҙың маҡсаты булып мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа гражданлыҡ һәм патриотизм нигеҙҙәрен, тыуған яҡтың тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуҙы, шулай уҡ милли традицияларға һаҡсыл мөнәсәбәтте формалаштырыу тора.
Балалар башҡорт халыҡ әкиәттәрен рәхәтләнеп тыңланылар. Матур шиғырҙар өйрәнделәр. Төркөм эсендә шиғыр һөйләү бәйгеһе үткәрҙек. Балалар бик матур итеп башҡорт теле көнөнә арнап шиғырҙар ятлап килгәндәр һәм 1,2,3 урындар алдылар.
Балаларҙа, ысын илһөйәрҙәр булып үҫеп, Тыуған илгә, тыуған төйәккә мөхәббәт тәрбиәләү, Ватаныбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо уятыуға булышлыҡ итте.
Тәрбиәсе: НАЗАРОВА Г.М.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.