Конкурсанттар тәүге һынауҙан һуң үҙ тәьҫораттары менән бүлеште:
Мозафарова Миләүшә Әмир ҡыҙы: «Бөгөнгө көн бик тулҡынландырғыс булды. Шулай ҙа ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Дәресемдең маҡсатына ирештем, ҡәнәғәтмен. Барығыҙға ла уңыштар, Өфөлә осрашҡанға тиклем!»
Әбүбәкерова Зинира Әсҡәт ҡыҙы: «Балаларҙың мөләйем, ихлас, ҡыҙыҡһыныусан йөҙҙәрен күргәс, барлыҡ тулҡынланыуым юҡҡа сыҡты. Дәресем мин теләгәнсә үтте. Үҙанализ ваҡытында баһалама ағзаларының һорау биреүҙәре лә бик оҡшаны».
Әпҡәдирова Гөлназ Вәкил ҡыҙы: «Беҙгә ошо һөнәри конкурста ҡатнашырға мөмкинселек биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм! Дәресем планлаштырылған буйынса һәйбәт үтте, ҡуйылған маҡсаттарға ирештем».
«Балалар менән педагогик сара» конкурс этабы йома көнөнә тиклем дауам итә.