Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ата –әсәләр бала тәрбиәләүҙә быуындар бәйләнешенең мөһимлеген, ғаилә тәрбиәһендә олатай-өләсәйҙәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ икәнлеген яҡшы аңлай.
Бөгөнгө осрашыу ҙа бик файҙалы һәм һөҙөмтәле үтте. Саҡырылған ҡунаҡтар – Зөләйхә Иҙәш ҡыҙы Ырыҫҡолова, Сәбилә Иштимир ҡыҙы Хәбибуллина менән 3-сө башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүселәре башҡорт халҡының үткәненә сәйәхәт ҡылды. Осрашыу бергәләп бишек йырын йырлау менән башланып китте. Ағинәйҙәр тәрбиәселәргә башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижадын балалар эшмәкәрлегендә нисек ҡулланылыуын күрһәтте. Артабан балалар тирмә һәм уның тәғәйенләнеше менән танышты. Айырыуса балаларҙа тирмәләге ҡатын - ҡыҙ һәм ир-аттын үҙ урыны булыуы, уларҙың шөғөлө ҡыҙыҡһыныу уятты. Ағинәйҙәр балалар менән атай - олатайҙарҙың абруйы, әсәй-өләсәйҙәргә ҡарата хөрмәт тураһында әңгәмәләште.
Иң көтөп алынған мәл – һандыҡты асып, ҡарау булғандыр. Һандыҡ бик бай ине! Башҡорт кейемдәренән, биҙәүестәренән һәм тирмә ҡаралтыларынан торған күргәҙмә балаларға айырыуса оҡшаны. Башҡорт ғаиләһендә һандыҡтың тәғәйенләнеше, нисек ҡулланылыуы тураһында ентекләп танышҡас, балаларға уның эсендәге кейемдәрҙе кейеп, биҙәүестәрҙе тағып ҡарау бәхете тейҙе. Балалар башҡорт ҡатын -ҡыҙҙарының биҙәүестәрен йәш үҙенсәлегенә ҡарап ҡулланырға өйрәнде: бәләкәс ҡыҙҙар маңлайса, йәш ҡыҙҙар ҡашмау, ә инде олораҡ ҡатын-ҡыҙҙар таҫтар ябынған. Тағы ла балалар янсыҡ, шаршау, һөлгө, таҫтамал, тартҡы, француз яулыҡ тураһында күп мәғлүмәт алды. Сара аҙағында балалар башҡорт теленән уҡытыусы-педагог Зүлиә Салауат ҡыҙы менән «Тирмә», «Күрһәт әле, үҫкәнем» уйындарын уйнаны.
«Аҡтирмә» ойошмаһының «Өләсәйҙәр мәктәбе» проектының әүҙем ағинәйҙәренә ҙур рәхмәт! Бындай осрашыуҙар һуңғыһы булмаһын!
Зәбирә БИКБАЕВА,
202 -се Полилингваль балалар баҡсаһы мөдире.