Башҡортостанда уҡытыусылар өсөн сығарылған тәүге матбуғат сараһы булып 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъя күргән «Мәғәриф эштәре» журналы һанала. Билдәле булыуынса, 1922 йылға тиклем Стәрлетамаҡ Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһы була. Журналдың тәүге мөхәррире – Т.Ченәкәй (Төхфәтулла Ғиззәтуллин). Республикабыҙҙа нәшер ителә башлаған иң тәүге журналдарҙың береһе мәғариф эштәренә бәйле булыуы ла уның йәмғиәт өсөн әһәмиәтен асыҡ күрһәтә. Журнал мөмкин булғанса белем-мәғрифәт таратырға ынтыла, ләкин шул осорҙоң күпселек баҫмалары кеүек, алты һаны сыҡҡандан һуң туҡтап ҡала.
Тарихи Башҡортостан территорияһында 1917 йылғы революцияға тиклем сыҡҡан мәғарифҡа арналған тағы ла бер матбуғат баҫмаһы була. 1913 йылдың 10 октябрендә Ырымбур ҡалаһында “Мөғәллим” исемле әҙәби-педагогик журналдың тәүге һаны донъя күрә. Уны Ырымбур ҡалаһы уҡытыусылары нәшер итә. “Башҡарып баҫтырыусыһы” – Хәсән Ғәли. Журнал татар буржуазияһы тарафынан сығарылһа ла, ул башҡорт мәҙәниәте үҫешенә билдәле өлөш индерә, уның биттәрендә даими рәүештә халыҡ ижадынан өлгөләр баҫыла, Ф. Сөләймәнов, Х. Ғәбитов журнал менән хеҙмәттәшлек итә. Шулай уҡ 1908 йылдан сығып килгән “Шура” журналында ла беренсе һандан алып үҙгәрешһеҙ һаҡланып килгән егерме бер рубрика араһында “Тәрбиә үә тәғлим” бүлеге була. Мәҫәлән, 1908 йылда “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе мөҙәрисе Зәйнулла Рәсүлевтың яңы ысул буйынса уҡытыу (ысул джәдид) мәсьәләләренә арналған “Ғөмүми хеҙмәт” мәҡәләһе баҫыла. Тимәк, уҡытыусыларға тәғәйенләнгән махсус баҫма сығарыуға бер ни тиклем тәжрибә туплана.
Яңынан тергеҙелгән журнал 1924 йылдың ғинуарынан “Белем” исеме менән донъя күрә. Үҙе тураһында ул: “Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариаты тарафынан сығарыла торған ғилми, тәғлим-тәрбиәүи, әҙәби айлыҡ журнал” тип яҙа. Нәшере – “Башнаркомпрос” (Башкирский народный комиссариат просвещения). Мөхәррире һәм мөхәрририәт – Имай Насыри, Шәриф Сүнчәләй, Ғөбәй Дәүләтшин, Кәрим Иҙелғужа. Баҫылыу урыны – “Октябрь натискаһы” типографияһы. Тәүге ваҡытта редакцияның адресы Зенцов урамындағы 18-се йортта урынлаша. Баштараҡ журналдың тиражы 1000 – 1500 дана була. (Мәғлүмәт өсөн: 1924 йылда бер һандың хаҡы 25 тин, 1926 йылда – 50 тин.) Шулай итеп, бөгөн “Башҡортостан уҡытыусыһы” булараҡ республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында ла киң танылыу алған журнал ошондай тарихи юл үткән.
“Белем” журналының төп рубрикалары һигеҙ: “Тәрбиә үә тәғлим”, “Илде өйрәнеү”, “Сәйәси аң-белем”, “Тел һәм әҙәбиәт”, “Фән һәм техника”, “Милли мәҙәниәт”, “Тәнҡит үә библиография”. Бынан тыш төрлө юбилейҙарға арналған махсус рубрикалар ҙа даими осрай: “Октябрҙың ун йыллығы”...
Журналдың тәүге һанының һуңғы битендә журнал идараһы тарафынан баҫманы нәшер итеүҙең маҡсатын һәм бурыстарын аңлатыусы мәҡәлә килтерелә: “Башҡортостандағы башҡорт-татар уҡытыусыларына һуңғы тәғлим-тәрбиә ысулдарын үә фән яңылыҡтарын белдереп тороу өсөн Башҡортостан мәғариф комиссариаты үә уның янындағы ғилми мәркәз тарафынан “Белем” исемендә ғилми үә тәрбиәүи айлыҡ бер журнал сығара башланы. Был журналға Уфалағы башҡорт-татар һәм рустарҙан байтаҡ ғилми көстәр ҡатнашасаҡтар. Кантондарҙағы ҡәләм эйәләренең һәм дә Башҡортостан сигенә кермәгән башҡорт үә татар яҙышыусыларының да журналға ҡатнашыуҙары үтенеләлер… Журналда түбәндәге рубрикалар буласаҡ: 1) тәрбиә бүлеге, 2) фәнни бүлек, 3) сәйәси тәрбиә бүлеге, 4) әҙәбиәт бүлеге, 5) рәсмиәт үә информация бүлеге. Быларҙан башҡа ваҡыты-ваҡыты менән кәсептәштәр хәрәкәте үә яңы әҫәрҙәр тураһында мәғлүмәттәр ҙә бирелеп торасаҡ”.
“Белем” — техник яҡтан да, художестволы биҙәлеше йәһәтенән дә үҙ ваҡыты өсөн бик матур була, иллюстратив материалдар ҙа йыш бирелә. Төрлө йүнәлештәге ғилми-педагогик материалдар менән бергә улар баҫманың абруйын күтәрә.
Журналдың 1 — 2-се һандары ҡушарлап сығарыла. Ул Ш. Сүнчәләйҙең “Тәғлим-тәбиә” бүлегендә бирелгән “Беренсе баҫҡыс мәктәптәре үә ижтимағиәт программаһы” исемле ҙур мәҡәләһе менән асылып китә. Артабан геология фәндәре докторы булып китәсәк Г. Вахрушевтың “Башҡортостан еренең геология фәне буйынса күренеше” тигән хеҙмәте лә әһәмиәтле.
“Тел һәм әҙәбиәт” бүлеге журнал уҡыусыларын әҙәбиәт һәм шиғриәт өлгөләре менән таныштырып барыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Мәҫәлән, тәүге һандарҙа Х. Ғәбитовтың “Ленинизмдың таҙа сәсәктәре” шиғыры менән Ғ. Фәхретдиновтың “Башҡорт шөйәһендә һөйләшеү өсөн белергә тейешле булған төп ҡағиҙәләр” мәҡәләһе баҫыла. Ғ. Фәхретдинов үҙ хеҙмәтендә милли терминология мәсьәләләрен күтәрә. Ошонда уҡ ҡушымта рәүешендә раҫланған терминдар теҙмәһе бирелә. 3 — 4-се һандарҙа Б. Ишемғоловтың “Таң” псевдонимы менән имзалаған “Ярҙам”, Х. Ғәбитовтың “Йырлап үттем”, З. Шәймиевтың “Уҡыусы ҡустыма” шиғырҙары, дидактик рухтағы Т. Йәнәбиҙең “Аң-белем бөтөн граждандарға” (№5), “Әйҙәгеҙ, ғилем-һөнәр юлына” (6 — 7-се һандар) шиғырҙары баҫыла. 1927 йылда (4 — 5, 6 — 7-се һандар) һинд яҙыусыһы Р. Тагорҙың “Ас таштар” әҫәре лә донъя күрә.
Шул уҡ йылдың апрель айында «Белем» «Яңы юл» исемле әҙәби журнал менән ҡушыла. Шуға күрә баҫма биттәрендә мәғариф менән бер рәттән, әҙәбиәт, сәнғәт һәм иҡтисад мәсьәләләре лә яҡтыртыла. 1927 йылда журналдан “Сәсән” журналы һәм «Яңылыҡ» гәзите бүленеп сыға. Ошонан һуң баҫманың иғтибар үҙәгендә мәғариф менән бәйле мәсьәләләр генә тороп ҡала: уҡытыусыларға методик ярҙам, йәш быуынды тәрбиәләү, айырым предметтарҙы милли мәктәптәргә ярашлы төҙөү һәм уҡытыу методикаһы, мәктәптәрҙе йәш кадрҙар менән тәьмин итеү.
1931 йылдан журнал «Культура революцияһы» исеме менән баҫыла башлай. Мөхәррире – С. Ғәйнуллин. Исемдәре үҙгәреп торһа ла, баҫма уҡытыусыларҙы методик яҡтан әҙерләргә, илдә ҡулланылған яңы уҡытыу алымдары менән таныштырырға ынтыла, башланғыс һәм ете йыллыҡ белем биреү, әҙәби башҡорт телен үҫтереү һәм уны киң ҡулланыу проблемаларын яҡтырта. Уның ярҙамы менән беренсе дәреслектәр һәм уҡыу-методик ҡулланмалары төҙөлә һәм ҡулланылышҡа индерелә.
1936 йылда журнал исемен тағы ла үҙгәртә – “Башҡортостан уҡытыусыһы” һәм ул ошо исем менән бөгөнгәсә сығып килә. Был осорҙа (1936 – 938 йылдар) журналдың мөхәррире – Ғ. Дәүләтшин була.
Бөйөк Ватан һуғышы алдынан “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының яуаплы редакторы итеп М. Шаһибәкова тәғәйенләнә. Был осорҙа рубрикалар түбәндәгесә бүленә: “Дөйөм бүлек”, “Методик һәм педагогик мәсьәләләр”, “Уҡытыусыларҙың эш тәжрибәләренән”, “Уҡыусылары рус булмаған мәктәптәрҙә рус теле”, “Кластан һәм мәктәптән тыш эш”, “Тарих уҡытыусыларына ярҙамға”, “Партия тарихын өйрәнеүселәргә ярҙамға”, “Тәнҡит һәм библиография”. Баштан уҡ уҡытыусыларға методик ҡулланма булараҡ сығарыла башланғанға күрә, баҫманың күп өлөшөн математика, рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, физика, тарих буйынса теоретик һәм практик кәңәштәр алып тора. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, журнал сәйәсәттән дә азат түгел. Күпселек осраҡта улар журналдың алғы өлөшөндә килгән “Дөйөм бүлек”тәге сығыштарҙа сағылыш таба. Мәҫәлән, 1940 йылдың ғинуар һанында баҫылған Тимирязов исемендге БДПИ-ның (хәҙерге БДУ) марксизм-ленинизм нигеҙҙәре кафедраһы уҡытыусыһы В. Секуровтың “16 йыл Ленинһыҙ. Бөйөк Сталин етәкселегендә ленинсы юл менән” исемле мәҡәләһен алайыҡ. “Ленинһыҙ 16 йыл эсендә партия Сталин етәкселегендә ленинсы-сталинсы Үҙәк комитет тирәһенә, юлбашсы һәм учитель бөйөк Сталин тирәһенә ҡаҡшамаҫ көс булып тупланды. Ул партия членының бөйөк званиеһын таҙалыҡта һаҡлай, был бөйөк званиеға достоин булмағандарҙың бөтәһен үҙ сафтарынан ырғытып ташлай…”.
Ошо уҡ һанда БАССР Верховный Советы Президиумы секретары М. Вальшин үҙенең “Башҡорт милли культураһының үҫешендә яңы этап” исемле мәҡәләһендә башҡорт яҙмаһының рус графикаһына күсерелеү сәбәптәрен республика халҡына түбәндәгесә аңлатырға тырыша: “Рус халҡы кешелек донъяһының генийы, донъяның иң бөйөк мыслителе – Ленинды, бөйөк яҙыусылар, шағирҙар, композиторҙар, ғалимдар, революция көрәшселәре, пролетар полководецтар, етәкселәр һәм юлбашсылар, социалистик төҙөлөш мастерҙары плеядаһын бирҙе. Рус халҡы Пушкинды, Лермонтовты, Толстойҙы, Горькийҙы, Добролюбовты, Чернышевскийҙы, Белинскийҙы, Павловты, Менделеевты, Чайковскийҙы, Глинканы, Щепкинды, Станиславскийҙы һәм башҡаларҙы бирҙе… 1930 йылда индерелгән латинлаштырылған башҡорт алфавиты үҙ ваҡытында бер аҙым алға атлау булды. Ул үҙ хеҙмәтен үтәне, ләкин хәҙерге ваҡытта башҡорт хеҙмәтсәндәре массаһының үҫә барған талаптарын ҡәнәғәтләндерә алмай… Шуның өсөн башҡорттар … башҡорт яҙыуын рус алфавитына күсереү тураһындағы мәсьәләне күтәрҙеләр”.
1941 йылдың июнь төнөндә ҡапыл башланып киткән һуғыш иҡтисади яҡтан күтәрелеп, аяҡҡа баҫып килгән күп милләтле совет халҡын ауыр хәлгә ҡуя. Илдең күп өлөшөн фашистар баҫып ала, производство фронт заказдарына күсә, ҡулына ҡорал тоторҙай ир-егеттәр яуға китә. Ошо ауыр ваҡытта бөтә илдәге кеүек, республика баҫмаларының да күбеһе, шул иҫәптән “Башҡортостан уҡытыусыһы”ла сығыуҙан туҡтай — баҫмаға әҙерләнгән июнь һаны ташҡа баҫылмай ҡала.
“Башҡортостан уҡытыусыһы”ның һуғыштан һуңғы тәүге һаны 1952 йылдың ғинуарында сыға. Журналдың мөхәррире – Ғ. Ишбулатов була. Редакция Совет урамындағы 16-сы йортта, БАССР Министрҙар Советы бинаһының бер бүлмәһендә (№62) урынлаша. Һуғыштан һуң сыҡҡан беренсе һандың тиражы 5000 дана була, һуңынан һәр һан һайын үҙгәреп тора. 1952 — 1954 йылдарҙа ул ике айға бер нәшер ителә, артабан айлыҡ баҫмаға әүерелә. (Мәғлүмәт өсөн: йыллыҡ яҙылыу хаҡы 18 һум, бер һаны – 3 һум.) Тәүге һандар дүрт рубриканан тора: “Рәсми бүлек”, “Педагогика һәм методика”, “Русский язык в башкирской школе”, “Кластан тыш эштәр”, шул уҡ йылдың һуңғы һанында тағы ике рубрика өҫтәлә – “Консультация” һәм “Хроника”. Артабан журнал аяҡҡа баҫыу менән рубрикаларҙың һаны ла арта, баҫманың сифаты ла күтәрелә, ул сәйәси-идеологик тенденциянан арынып үҙ асылына – педагогик һәм методик йүнәлешкә тулыһынса йөҙ бора.
Был йылдарҙа баҫманың әүҙем авторҙарынан М. Ғималова, Ғ. Китабов, С. Кучеров, Ф. Тимерғазин, Т. Баишев, Ф. Рәхимғолова, Ғ. Сәйетбатталов, С. Зарубин, М. Срумов һәм башҡаларҙы атарға мөмкин.
Артабанғы йылдарҙа журнал мөхәррире вазифаһын И. Бикмәтов (1955 – 1961), Ә. Шоңҡаров (1961 – 1966), Ғ. Ирғәлин (1966 – 1969), Ә. Ғарипов (1969 – 1971), С. Ғүмәров (1971 – 2005), Т. Дәүләтбирҙина (2005 – 2007) башҡара.
2007 йылдан алып “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире — С. Кәримов.
Бөгөн журналда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте”, “Башланғыс мәктәп”, “Рус теле һәм әҙәбиәте”, “Тәрбиә һәм өҫтәлмә белем биреү”, “Тәбиғи һәм теүәл фәндәр”, “Тыуған яҡты өйрәнеү”, “Милли телдәр һәм әҙәбиәттәр”, “Мәктәптә сит телдәрҙе өйрәнеү” бүлектәре, “Ваҡыт һәм мәғариф сәйәсәте”, “Мәғарифҡа идара итеү”, “Профессиональ белем биреү”, “Ата-әсәләр менән эшләү өсөн” һәм башҡа рубрикалар бар. Баҫма башҡорт һәм рус телдәрендә сығып, материалдарҙың бер өлөшө татар, мари, удмурт, сыуаш, инглиз, немец, француз телдәрендә баҫыла.
Ваҡыт үтеү менән журналдың авторҙар коллективы үҙгәреп тора, ләкин ул уҡытыусыларға методик, фәнни-педагогик ярҙам күрһәтеүен дауам итә.