Бөтә яңылыҡтар
История журнала
11 Июнь 2019, 17:38

Уҡытыусыларҙың өҫтәл китабы

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы — республикабыҙҙағы иң уҡымлы баҫмаларҙың береһе. Ул “Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһында”, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф тураһында”, “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закондарҙы тормошҡа ашыра. Тәүге һаны бынан 100 йыл элек Башҡортостандың ул ваҡыттағы баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта донъя күргән баҫманың маҡсаты — республикалағы дөйөм мәғариф үҫешен, башҡорт телен уҡытыу методикаһын яйға һалыу була. Заман талаптарына ярашлы, журналдың маҡсаты, стуктураһы, йөкмәткеһе лә үҙгәрә, байый. Яңынан-яңы бүлектәр асыла, рубрикалар индерелә. Шулай ҙа төп тәғәйенләнеше — республика мәғариф дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, туған тел уҡытыусыһына, тәрбиәсегә фәнни-методик ярҙам күрһәтеү принцибына ул әле лә тоғро ҡала. Сөнки Рәсәй кимәлендә һәр фән буйынса айырым сығарылған махсус баҫмалар бар. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы өсөн «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы — берҙән-бер баҫма. Бөгөн туғыҙ телдә — башҡорт, рус, татар, мари, сыуаш, удмурт, немец, француз, инглиз телдәрендә мәҡәләләр баҫылған был журналдың баш мөхәррире — Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре С.Ғ. Кәримов, баш мөхәррир урынбаҫары — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ә.С. Раҡаева, яуаплы секретарь — Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Т.З. Бәҙертдинова һәм бүлек мөхәррирҙәре — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Г.Ф. Шаһиева (Башҡорт теле һәм әҙәбиәте); Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Э.Р. Сәғиҙуллина (Башланғыс мәктәп, Мәктәпкәсә тәрбиә); Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Ф.Р. Искәндәрова (Рус теле һәм әҙәбиәте, Мәктәптә сит телдәрҙе өйрәнеү); Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Т.Ф. Миңлеәхмәтова (Милли телдәр һәм әҙәбиәттәр); Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы И.С. Ғүмәров (Тәбиғи һәм теүәл фәндәр); Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Г.Ә. Ҡусҡарбаева (Тыуған яҡты өйрәнеү, Тәрбиә һәм өҫтәлмә белем биреү). Журналда эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең үҙенсәлеге шунда — улар барыһы ла мәктәптә эшләп, мәғариф сисемаһындағы мәсьәләләрҙе, уҡытыу методикаһын белгән, шул уҡ ваҡытта электән матбуғат менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән уҡытыусылар. Редакцияның абруйлы, әүҙем эшләгән коллегия ағзалары (кәңәшселәр ҡоро) бар. Улар ултырыштарҙа мәғариф алдында торған проблемалар, бурыстарҙы билдәләп, ниндәйерәк юҫыҡта эшләүҙең отошлораҡ булыуын асыҡларға ярҙам итә, йүнәлеш, кәңәштәр бирә. Коллектив алдына ҡуйылған күп яҡлы бурыстарҙы уңышлы хәл итеү өсөн етәксенең компетентлылығы, үҙ эшенә бирелгәнлеге, уны яратып һәм яуаплы башҡарыуы, етәкселек иткән хеҙмәткәрҙәре менән уртаҡ тел табыуы, эшкә дөрөҫ йүнәлеш бирә белеүе кәрәк. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов ҙур тәжрибәле, эшкә яуаплы ҡараған белгес. Ул редакцияның тиҫтә йылдар буйы формалашҡан матур традицияларын ҡәҙерләп һаҡлай, шул уҡ ваҡытта һәр яңылыҡты күтәреп алып, киң аудиторияға еткереүҙе, бүлек мөхәррирҙәренән журнал уҡыусыларына фәһем бирерлек сифатлы материалдар эҙләүҙе, уҡытыусы-практиктарға методик ярҙам күрһәтеүҙе, уҡыу-уҡытыу өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Әминә Сәмиғулла ҡыҙы Раҡаеваның исеме уҡытыусыларға яҡшы таныш. Уны мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн китаптар, педагогия училищеһы уҡыусылары өсөн дәреслек-методик ҡулланмалар авторы булараҡ та беләләр. Мәктәптә, урта профессиональ белем биреү уҡыу йорттарында, мәғариф өлкәһендә туплаған бай тәжрибәһе уға республика баҫмаһында һөнәри серҙәре менән ураҡлашыу майҙансығы булып тора.
Журналда уҡыу-уҡытыу, тәрбиә проблемаларына ҡағылышлы мөһим саралар, теоретик, ғилми-методик һәм ғилми-ғәмәли эшкәртмәләр һөҙөмтәләре яҡтыртыла. Фундаменталь үҙгәрештәр осоронда журнал һәр яңылыҡты әүҙем рәүештә яҡтыртып, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү системаһында һөҙөмтәле методик инструмент ролен үтәй. Журналдың “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеү, уҡыу-уҡытыу проблемаларын хәл итеүҙәге әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Инде бер нисә быуын урта дөйөм белем биреү мәктәптәренең, юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының, тел һәм әҙәбиәт белгестәренең ижади яҙмышы журналдың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бүлеге менән бәйле. Бүлектә төрлө фекерҙәргә урын бирелә: абруйлы телсе һәм әҙәбиәтсе ғалимдар, тәжрибәле уҡытыусы-методистар менән бер рәттән, педагогик эшмәкәрлектәге тәүге уңыштары менән уртаҡлашырға теләүсе йәштәр ҙә сығыш яһай. Бүлекте етәкләүсе Гөлсирә Фәрит ҡыҙы Шаһиева төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, үҙ авторҙарын таба, ижади эләүсе уҡытыусы-практиктарҙы асыҡлап, уларҙың эш тәжрибәһен тарата. Һөҙөмтәлә, яңынан-яңы авторҙар менән журнал йөкмәткеһе байый, иң мөһиме — талантлы, яҙышыусы туған тел һәм әҙәбиәте белгестәре үҫә.
Белем алыу нигеҙҙәре балалар баҡсаһында формалаша, башланғыс белем биреү мәктәптәрендә ғилми-ғәмәли яҡтан нығытылып, урта мәктәптә белем алыу өсөн нигеҙ һалына. Был өлкәлә “Башланғыс мәктәп” бүлеге күп яҡлы эш башҡара: белем биреү системаһын ҡулайлаштырыу; икенсе быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына күсеү; уҡыусыларҙы тәрбиәләү һәм шәхес булараҡ үҫтереүҙең яңы концепцияларының ғәмәлгә инеүе; уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, уҡыу-уҡытыу, тәрбиә биреүҙең камиллаштырылған заманса педагогик технологияларының эшләнеүе һ.б. Оҙаҡ йылдар журналда “Башланғыс мәктәп”, “Мәктәпкәсә тәрбиә” бүлектәрен етәкләүсе Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, тынғыһыҙ һәм эҙләнәүсән Эльза Рим ҡыҙы Сәғиҙуллина был юҫыҡта бурысын намыҫлы башҡара. Мәғариф өлкәһендәге йыш үҙгәреп торған яңылыҡтарҙы ул тиҙ арала үҙләштереп, уҡытыусыға еткереү сараларын һәм ярҙам итеү юлдарын эҙләй. 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса Э.Р. Сәғиҙуллина журналдың лауреаты исеменә лайыҡ булды.
“Рус теле һәм әҙәбиәте” бүлеге һәр уҡытыусы өсөн яҡын. Сөнки был бүлектә Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек мәсьәләләре, милли мәктәптәрҙә рус телен уҡытыу, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына күсеү проблемалары яҡтыртыла. Бүлек етәксеһе, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Флорида Рафиҡ ҡыҙы Искәндәрова уҡытыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған темаларҙы, проблемаларҙы өйрәнеп, улар буйынса белгестәргә мөрәжәғәт итә. Ул үҙе лә тәрбиә темаһына әүҙем яҙа, мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнаша, яҙмалар әҙерләй.
Журналдың «Милли телдәр һәм әҙәбиәттәр» бүлеге БР Министрҙар Кабинетының «Башҡортстанда милли мәктәптәрҙе үҫтерү концепцияһы» ҡарары нигеҙендә асыла. Ул махсус бүлек булып 1995 йылдың ғинуар айында донъя күрә. Үҙе татар теле һәм әҙәбиәте буйынса бер нисә дәреслек авторы булған Тәнзилә Фәнсит ҡыҙы Миңлеәхмәтова бүлек асылған көндән алып эшләй. Ул тәүге көндән үк уҡытыусылар, район-ҡала мәғариф бүлектәре методисттары менән бәйләнеш булдыра. Бүлектең эше ерле материалға (милли-төбәк компонентына) нигеҙләнеп ойошторола. Тырыш һәм тынғыһыҙ Тәнзилә Фәнсит ҡыҙы был өлкәлә ҙур тәҗрибә туплаған. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты үткәрегән курстарҙа, туған тел уҡытыусыларының республика һәм Казанда үткән ғилми, халыҡ-ара конференцияларҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, уларҙы журналда яҡтыртып барыу журналды уҡымлыраҡ итеү маҡсатынан сығып эшләнә. Бүлектең маҡсаты — туған тел булараҡ өйрәнеүсе татар, сыуаш, мари, удмурт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, Башҡортостан халыҡтарының милли традициялары нигеҙендә, балаларҙа дуҫлыҡ һәм толерантлыҡ, тыуған яҡҡа, уның тарихына ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләргә ярҙам итеү.
“Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” дәүләт программаһына ярашлы, республикала йәшәүсе төп халыҡтың әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын, традиция-йолаларын һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында журналда «Тәрбиә һәм өҫтәлмә белем биреү» һәм «Тыуған яҡты өйрәнеү» бүлектәре асылды. Был бүлектәрҙе алып барыусы мөхәррир Гөлнара Әхмәҙулла ҡыҙы Ҡусҡарбаева тәрбиә мәсьәләләре, кластан тыш эштәр, ғалим-педагогтарҙың, психологтарҙың мәҡәләләрен, тәрбиәүи темаларға арналған сценарийҙарҙы уҡытыусы өсөн ҙур ярҙамсы, ти. Һәр яҡлап та камиллыҡҡа ынтылыусы Г.Ә. Ҡусҡарбаева тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр эсеү, наркомания, енси бәйһеҙлек кеүек яман ғәҙәттәр, балалар суицидын профилактикалау буйынса киң йүнәлештә мәҡәләләр бирергә, башҡорт композиторҙары ижадын киң яҡтыртырға тырыша.
“Тәбиғи һәм теүәл фәндәр” бүлеге асылған көндән Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Илгиз Сәлимйән улы Ғүмәров эшләй. Редакцияла егерме йылдан артыҡ эшләгән бай тәжрибәле бүлек мөхәррире физика, химия, математика буйыса үткән Бөтөн Рәсәй, республика олимпиадаларында ҡатнашып, Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса ойоштороусылар менән бәйләнешкә инеп, йыл да ҡабатланған хаталарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән аналитик мәҡәләләр яҙып уҡытыусыға тәҡдим итә.
«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының орфографик, пунктуацион, стилистик яҡтан төҙөклөгө өсөн корректор Гөлшат Маргиз ҡыҙы Байназарова яуаплы. Үҙ эшенең мөһимлеген аңлап, һәр номерҙы иғтибар менән, ентекләп уҡый, һан баҫмаға тапшырылғанға тиклем, журналды техник һәм грамматик яҡтан камиллаштырыу маҡсатында уңышлы эш алып бара.
Башҡа журналдарҙан айырмалы рәүештә, «Башҡортостан уҡытыусыһы»ның техник яҡтан төҙөлөшө ҡатмарлы. Материалдарҙың бер нисә телдә бирелеүе, таблица-һыҙмаларҙың күплеге һәм программаларҙың төрлөлөгө ауырлаштыра уны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, компьютерҙа нәшергә әҙерләүсе һәм журналды биҙәүсе Илдар Тәлғәт улы Ҡулбахтин был бурысты еренә еткереп, намыҫ менән башҡара. Редакцияла компьютерҙа йыйыусы, документтар менән эшләүсе вазифаһын Зәлифә Нәсип ҡыҙы Рамазанова уңышлы атҡара.
Редакция коллективының фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы һөҙөмтәһендә журнал бөгөн дә республикабыҙҙағы иң күп тираж менән таралған баҫмаларҙың береһе. Уның 20 меңдән ашыу тираж менән сығыуы — күтәргән проблемаларҙың актуаллегенең күрһәткесе, мәғарифтың бөтә өлкәләренә ҡараған идеялар, тәжрибәләр менән уртаҡлашыу функцияһын юғары кимәлдә башҡарыуы тураһында һөйләй. Журналдың сайты бар, “Класташтар”, “Бәйләнештә” электрон селтәрҙәрендә үҙ төркөмө булдырылған. Журнал һәр яңылыҡты әүҙем рәүештә яҡтыртып, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү системаһында һөҙөмтәле методик инструмент ролен үтәй.

Т.З. БӘҘЕРТДИНОВА,

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының яуаплы секретары.

Читайте нас: